Хәтер йомғаҡтарын таратып, тарих төпкөлөнә күҙ һалһаҡ, бынан 100 йыл элек булған ваҡиғалар ҙа кисәгеләй күҙ алдынан үтә: Граждандар һуғышы, революция, ҡот осҡос аслыҡ. Ошо ваҡытта, 1921 йылдың майында, яңы ойошторолған Башҡортостан Хөкүмәте башҡорт балаларын һаҡлап ҡалыу өсөн Өфө ҡалаһында балалар йорто асыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Билдәле шәхес Шәһит Хоҙайбирҙин был инициативаны үҙ ҡулына ала һәм балалар йорто асыла. Тәүге ваҡытта бында тик бәләкәй, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы ғына йыялар һәм бер мәсьәләгә иғтибар итәләр: былай эшләгәндә төрлө йәштәге бер туған балаларҙы айырырға тура килә, ә райондар буйынса ундайҙар бихисап. Шуға балалар йортон үҫтереү, киңәйтеү ихтыяжы килеп тыуа. Һөҙөмтәлә балалар йорттарын ҡушып, 3-17 йәшлек ҡан-ҡәрҙәш балаларҙы бергә тәрбиәләү маҡсатында ҙур бинаға күсерәләр. Шәһит Хоҙайбирҙин вафат булғас, 1924 йылда, учреждениеға уның исеме бирелә. Бөгөн ул Башҡортостан Республикаһының Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн дәүләт бюджет учреждениеһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге тип атала. Үҙ эшмәкәрлегендә төп девиз итеп "Йөрәктәрҙе йылытыр йорт" тигән һүҙҙәрҙе алған учреждениеның үткәненә һәм бөгөнгөһөнә күҙ һалыу, яҡынданыраҡ танышыу маҡсатынан бер нисә сәғәт уның эсендә булып, социаль педагог Люциә ӘХМӘТКИРӘЕВА һәм үҙәк директоры Фәнисә БӘҘРЕТДИНОВА менән әңгәмәләшәбеҙ.
Исемен заманға яраҡлаштырып үҙгәртеүгә ҡарамаҫтан, бындай ойошмалар халыҡ телендә барыбер күберәген күңелде өшөткөс атама менән йөрөтөлә - балалар йорто. Бер яҡтан ҡараһаң, балалар бер гонаһһыҙ, саф күңелле, икенсе яҡтан, улар бала саҡтан, ҡайһылары хатта әсә ҡарынында уҡ аяуһыҙ яҙмышҡа дусар ителгән. Педагог булараҡ, етем балалар менән эшләү ниндәй һабаҡтар бирә?
Ф. Бәҙретдинова: Бынан 16 йыл элек ошо учреждениеға директор булып килдем. Балалар йорто, ғөмүмән, шундай система - ни тиклем уның эсенә нығыраҡ инәһең, шул тиклем һорауҙар арта, күбәйә. 17-се йыл эшләү дәүеремдә барыбер ҙә һорауҙарыма яуап табып бөтә алмайым, сөнки етемлектең милләте лә, төҫө лә юҡ, аңлап бөтөп булмай торған йөрәк өҙгөс бер күренеш. Эш урыныбыҙ балалар йортонда булһа ла, ул эш түгел, ул - йәшәү, ошо балалар менән бер һулыш алырға өйрәнеү. Коллективҡа осраҡлы кешеләр килеп эләгә икән, тимәк, ниндәйҙер сабыйыбыҙҙың яҙмыш дәфтәрендә бер бит йыртылып ҡалды тигән һүҙ. Сөнки ошо тәрбиә процесы - йәшәү рәүеше өҙлөкһөҙ бара, бер генә ерҙә лә хата ебәрергә тейеш түгелһең. Балалар йортонда Хоҙай биргән көс менән йәнле, ғәмле кешеләр генә эшләй ала. Аллаһы Тәғәлә беҙгә һынау бирә, тибеҙ бит, балалар йортонда эшләү - ул көн дә һынауҙар аша үтеү, янда тартылған уҡ кеүекһең. Бер бала бер һорау менән инә, икенсеһенә икенсе мәсьәләне хәл итергә кәрәк, береһе ауырып киткән - уның проблемаларын йырып сығырға кәрәк, сөнки беҙгә һап-һау ғына балалар килмәй, төрлө хәлдәр була. Бер баланың яҙмышы икенсеһенә оҡшамаған, уларҙы бер төрлө генә тәрбиәләү рецебы юҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ улар менән бергә тормошто таныйбыҙ, тормошто өйрәнәбеҙ, күңел байлығыбыҙҙы арттырабыҙ. Ғәҙәти мәктәптә беҙ балаларға дәрес бирһәк, бында балалар беҙгә һабаҡ бирә, биргән һабаҡтары ҡабатланмай, йәғни беҙ күп нәмәгә уларҙан өйрәнәбеҙ.
Ғәмәлдә, балалар йорто менән ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге араһында айырма нимәлә?
Л. Әхмәткирәева: Был йортта 2005 йылдан бирле эшләйем. 2015 йылда үҙәктә балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыуға булышлыҡ итеүсе хеҙмәт булдырылды. Уның төп маҡсаты - һәр баланың ғаиләлә йәшәү, ғаиләлә тәрбиәләнеү хоҡуғын тормошҡа ашырыу. Һәр бала ғаиләлә йәшәп, улым, ҡыҙым, балам, тигән наҙлы һүҙҙәрҙе ишеткеһе килә. Шуға күрә, бала беҙгә килеп эләгеү менән төрлө юлдар аша уның туғандарын табыу буйынса эш башлайбыҙ. Иҫән ата-әсәйҙәр менән осрашыу юлдарын ҡарайбыҙ, яҡындары менән булған бәйләнештәрҙе һаҡларға, нығытырға тырышабыҙ. Һәр бала балиғ булғас үҙенең затын, нәҫелен табыу теләге менән яна. Шуға күрә, бала ошо эҙләнеүҙәр юлында күңелһеҙ хәлдәргә юлыҡмаһын өсөн беҙҙен профессиональ ярҙам бөгөн һәм ошо мәлдә мөһим.
Хоҡуҡтарынан мәхрүм ителгән атай-әсәйҙәр үҙҙәрен ғәйепле тойоп, сабыйҙары янына килергә оялып та тороуы мөмкин. Уларға бәйләнешкә сығып, "Килегеҙ, көтәбеҙ, балағыҙ менән аралашып йәшәргә кәрәк, беҙ уны бергә тәрбиәләргә тейешбеҙ", тип аңлатабыҙ, килә алмағандарына үҙебеҙ барабыҙ. Беҙҙә ике бер туған малай тәрбиәләнә, уларҙың әсәләрен ике йыллап эҙләнек - бар ул, бер урында ғына йәшәмәй. Бер әхирәтендә туҡталғанында барып таптыҡ. Шулай уның эргәһенә йылына бер барып әйләнәбеҙ. Нисек кенә булмаһын - балаһы өсөн, хатта уларҙы бәләкәй саҡтан уҡ айырһалар ҙа, ул барыбер әсәй. Беҙҙең учреждениенан сыҡҡас, бала барыбер уны эҙләйәсәк.
Ф. Бәҙретдинова: Хатта ул бер тапҡыр килеп күрмәһә лә, бала өсөн әсәй алыҫтағы иҫ киткес бер яҡты ҡояш кеүек. Шундай аңлатып бөтмәҫлек хәҡиҡәт. Хатта имен ғаиләләрҙә лә ата-әсәне ул хәтлем ҡәҙерле итеп күрмәгәндәр бар. Ә был балалар шул тиклем әсәйҙәрен яҡын күрәләр, ошо ике бер туғандың бәләкәсе күстәнәстәрен, үҙенә бирелгән бүләктәрҙе әсәһенә тип йыя, һүрәттәр төшөрә. Әсәләре эргәһенә оло байрамға барғандай әҙерләнә. Әсәй яғынан бер нәмә лә, хатта сәләм дә, файҙа ла юҡ, әммә иммәһәм дә әсәм яҡшы, тигәндәй, балалар өсөн иң ҡәҙерлеһе - әсәй. Әгәр әсәй бала өсөн ҡояш була алмай икән, уның образын икенсе бер яҡын кеше алыштырырға тейеш.
Үҙәктең эш процесы баланы ғаиләгә әҙерләүгә ҡоролған. Беренсенән, беҙ балалар йортон Хөкүмәттең 2015 йылдың 15 сентябрендәге 481-се ҡарары буйынса үҙгәртеп ҡороп, йәшәү шарттарын ғаиләләге шарттарға яҡынлаштырҙыҡ. Ғаилә-төркөмдәрҙә 8 бала, унда бер туғандар, бер-береһе менән электән таныш булғандар, беҙгә тиклем бергә тәрбиәләнгәндәр бергә йәшәйҙәр. Һәр ғаиләнең айырым гардеробы, ашау, душ-бәҙрәф, ял бүлмәләре бар.
Ә эшкә килгән ваҡытта - 2005 йылда - балалар йортонда 130 бала ине, барыһы бергә бер ашханала ашай, армиялағы кеүек, 10-12-шәр бала бергә йәшәгән бүлмәләр бар ине. Хәҙер бүлмәләрҙә 2-3-әр бала йәшәй, балаларҙың үҙе менән ҡалыу киңлеге бар. Эштә лә кеше араһында булыу арыта бит, балаларға ла шулай, уларҙың да үҙ алдына ғына ҡалып, үҙ тормошона, үҙ уйҙарына сумғыһы килә, уларҙың ундай минуттары күп, сөнки улар шул тиклем яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылып килгән, хатта атаһы әсәһен балаһының күҙ алдында үлтергән осраҡтар ҙа бар. Бала күңеле шундай ҡурҡыныс хәлдәрҙе кисереп килә.
Элекке балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр менән хәҙергеләре араһында айырма бармы? Сөнки хәҙерге балалар йүнле атай-әсәй тәрбиәһен күрмәгән, күптәренең күңеле ҡатҡан, ышанысы бөткән...
Ф.Бәҙретдинова: Эйе, улар ябай образдарҙы ла икенсе төрлө ҡабул итә: атай-әсәй эсергә, һуғышырға тейеш. Бер генә миҫал: ғәҙәттә, барыһын да иләктән үткәреп, ентекләп тикшереп кенә эшкә алам, әммә бер хеҙмәткәрҙе, саф башҡорттар йәшәгән райондан булғас, артыҡ соҡсоноп тикшереп торманым. Мәктәпкәсә йәштәге балалар төркөмөнә ҡуйҙыҡ. Ә был кеше алкоголь ҡулланыу менән мауыҡҡан булған икән. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң ҡыҙҙар уның эшкә "төшөрөп" килеүе тураһындағы шиктәрен белдерҙе. Әммә иң шаҡ ҡатырғаны: кескәйҙәрҙең барыһының да уны яратыуы, уны уратып алып һыйынышып ултырыуы, "әсәй еҫе килә", тип әйтеүе булды. Был бит ҡот осҡос: балаларға әсә һөтө менән араҡы еҫе әсәй еҫе булып ингән һәм хәтерендә ҡалған.
Эйе, дөрөҫ әйтәһегеҙ, бөгөнгө балалар шул тиклем кешеләргә ышаныс юғалтып килә, сөнки уларҙы иң яҡын кешеләре алдаған. Тәүге осорҙа улар өсөн үҙҙәрен ғаиләнән алған опека ла, беҙ ҙә - дошман. Беҙҙең яҡшылыҡ теләгәнебеҙҙе аңлай алмай. Шуға балалар килгәнде көтөп алып, һәр беребеҙ уның менән һөйләшәбеҙ, нисек булһа ла күңеленә юл табырға тырышабыҙ. Ҡайһы бүлмәгә ҡуйырға, кем менән урынлаштырырға тип баш ватабыҙ, ҡайҙан килеүенә ҡарап, беҙҙә таныштары юҡмы икәнен асыҡлайбыҙ. Хәҙер Үҙәгебеҙ Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының көслө командаһына ҡарай һәм бергәләшеп етемлектең сәбәптәрен төптән эҙләйбеҙ, төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ, ғилми күҙлектән өйрәнәбеҙ.
Бөгөнгө балаларҙы элеккеләре, совет осоро етемдәре менән сағыштырғанда, айырма - иҫ китерлек. Элеккеләрендә инициатива күп булған, улар булғанына шөкөр итергә өйрәнгән. Хәҙергеләр - ҡулланыусы, улар әҙергә өйрәнеп бара, сөнки уларға бар нәмәне әҙерләп биреп кенә торалар. Бөгөн балаларға үҫешер өсөн барлыҡ шарттар бар, әммә инициатива етешмәй. Сәбәбе - йә бала үҫмер осоронда килеп эләгә, бер-ике йыл ғына тәрбиәләнеп өлгөрә. Элеккеләрҙең гендарына алкоголь кермәгән, улар айыҡ аҡыллы, таҙа рухлы балалар булған, ә хәҙергеләргә бер-ике йылда ғына яңы тормош нескәлектәрен биреп бөтөп булмай. Беҙгә ошо балаларҙың аңын да, тәнен дә, йәнен дә, күңел яраларын да дауаларға кәрәк.
Л. Әхмәткирәева: Ысынлап та, бала беҙгә ниндәй багаж менән килгән - шул ҙур роль уйнай. Һирәк-мирәк булһа ла, ата-әсәләре насар юлда булмаған балалар ҙа осрай. Уларҙы йә бала табыу йортонда уҡ ҡалдырып киткәндәр, шуға күрә улар тормоштоң кире яҡтарын күреп өлгөрмәгән. Уларҙы тәрбиәләү үҙе бер йүнәлеш буйынса бара. Ә инде ата-әсәләре ҡот осҡос тормошта йәшәгән, шуны күпмелер күреп өлгөргән балалар тиҙ генә үҙгәреп китә алмай. Тормоштоң матурлығы, яҡтылығы, тәртип уларға оҙаҡ һеңә.
Хәҙерге уңайлыҡҡа ынтылыу, матур кейем, тәмле ризыҡ, телефон, интернет - бына ошоноң кеүек замана күренештәрен дөрөҫ ҡуллана белмәүҙәре менән дә айырыла хәҙерге балалар. Ҡулланыусы ҡарашы көслө һәм артығы менән, сөнки балалар йорттарында бер әйберең туҙһа, шунда уҡ икенсеһе бирелә, йыртылды икән - яңыһын тотторалар. Баланың әйбер, дәфтәр, уҡыу әсбаптары тип башы ҡатмай - уның бер борсолоуы ла юҡ. Система балаларҙы ни тиклем ҡәҙерләп ҡурсалаһа ла, шул ҡулланыусы ҡарашы уларҙы боҙа. Ауыл ерҙәрендә балаларға төрлө эштәр табылып торһа, ҡала ерендә ундай эштәр юҡ. Беҙ ҙә уларға хеҙмәт тәрбиәһе бирергә тырышабыҙ, әммә етерлек кимәлдә түгел.
Ғаиләлә ата-әсә ниндәй, уларҙың холҡо-характеры балаларға күсә. Бында ла тәрбиәселәрҙең холоҡ-фиғеле балаларға күсәме?
Ф. Бәҙретдинова: Әлбиттә, беҙ бер ваҡытта ла бер-беребеҙҙең йөҙөн йыртып, тәмһеҙләшеп йөрөмәйбеҙ. Һәр кем үҙ эшен, үҙ бурысын белә. Минең өсөн ошонда эшләгән коллектив - алтынға бәрәбәр, сөнки улар көн дә һынауға әҙер торған кешеләр. Маҡтанып әйтмәйем, башҡа күп коллективтарҙан айырмалы, беҙҙә таҙа, сәләмәт мөхит хөкөм һөрә. Бөтөнөбөҙ бергә бер һулышта йәшәйбеҙ. Мөхит ҙур роль уйнай. Был бит мәктәп түгел, был - йорт. Балалар көн оҙоно ғына түгел, тәүлек әйләнәһенә, аҙналар, йылдар дауамында ошо йортта йәшәй. Уларҙың һәр минуты ошо һауаны һулап үтә - таҙа һауамы ул, бысраҡмы - барыһы ла тәрбиәселәрҙән тора.
Ғәҙәти ғаиләлә нимәләр күҙәтәбеҙ - бында ла шундай хәлдәрҙе кисерәбеҙ: балалар ғашиҡ була, тәүге мөхәббәт хистәренән янып-көйәләр, илашалар. Ҡыҙҙары, егеттәре менән таныштыралар, территорияла ғына прогулкаға сығып йөрөргә лә рөхсәт итәбеҙ. Уларҙы тыйып, ҡасып киткән хәл-торошҡа еткергәнсе, күңелдәренә инеп, аңлаһаң, ҡайҙа киткәнен белһәң, өйҙәге әсәй кеүек серҙәш булһаң, улар ҙа һинең ышанысыңды аҡлай. Шуға һәр хәл-торошҡа балалар күҙлегенән ҡарап, уларҙы аңларға тырышабыҙ.
Ошо үҙәктә генә түгел, ғөмүмән, балалар йорттарында тәрбиәләнгән балаларҙың 95 проценты социаль етем тигән статистика мәғлүмәттәре бар...
Л. Әхмәткирәева: Дөйөм шулай, ә беҙҙә был һан 80 процент тәшкил итә, йәғни уларҙың атай-әсәйҙәре бар. Ҡалғандары - үкһеҙ етемдәр. Әммә уларҙың да ата-әсәләре насар юлдан киткән. Бер генә осраҡ булды - бер ҡыҙҙың әсәһе фажиғәле һәләк булғандан һуң килеп эләкте, туғандары үҙҙәренә алып өлгөрмәгәйне. Нормаль ғаиләләрҙә бала етем ҡалғанда ла туғандары үҙҙәренә тәрбиәгә ала, бик һирәк осраҡта ғына балалар йортона килеп эләгәләр.
Бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай, тиҙәр. Насар тәрбиә өлгөһөн күреп килеп, һуңынан бында матур тәрбиә, мөнәсәбәт күреп үҫеп, бынан сыҡҡас, ҡабат тәүге тормошона кире ҡайтмайҙармы? Ни тиһәң дә, ҡаны, гены ағыуланған... Уларҙың артабанғы тормошо менән ҡыҙыҡһынаһығыҙмы, улар үҙҙәре килеп йөрөймө, ғөмүмән, тормоштары артабан нисек дауам итә?
Л. Әхмәткирәева: Әлбиттә, киләләр, ярҙам һорайҙар. 18 йәштәре тулғас, фатирға сиратта тороусылар документтар яңыртыу, ғариза яҙыу кеүек һорауҙар менән килә. Уҡыу йорттарына кереү ваҡыты еткәс, тағы һорауҙары тыуырға мөмкин. Шуға, теләйһеңме, юҡмы, бәйләнештәр өҙөлмәй, бала беҙҙең учреждение стеналарын ҡалдырып киткәс тә улар менән эшләүҙе дауам итәбеҙ. Икенсе яҡтан, хәҙер юғары технологиялар заманы, үҙҙәре килмәгәндә лә йәһәт кенә интернет селтәре аша һөйләшеп алабыҙ, һорауҙарына яуаптар бирәбеҙ, юлыбыҙ төшһә, инеп сығабыҙ, уларҙың юлы төшһә, улар кереп һөйләшеп сыға.
Детдом балаһы күңеле ҡыйырһытылған булһа ла, башҡа балаларҙан нимәһе менән айырыла: ул үҙенә генә таянып, үҙенә генә ышанып өйрәнгән. Уларҙың шундай көслө яғы бар. Улар кеше нимә әйтер тип уйламай, ниндәй мөмкинлек бар, шуны файҙаланырға тырыша һәм оҙаҡ уйлап тормай. Әйтәләр бит, "Аҡыллы булып, бер ғәмәл дә ҡылмағанға ҡарағанда, уйламайынса нимәлер эшләү яҡшыраҡ" (Лучше безумное действие, чем умное бездействие). Был тап ошо балаларға тура килә лә инде. Уларға кешенең нимә тип әйтеүе түгел, ә йәшәү өсөн көрәш мөһим.
Үҙәктән сығыусылар махсус һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлай, бәғзеләре юғары уҡыу йорттарына ла инә. Ағаһы Өфө нефть техник университетын тамамлағайны, хәҙер һеңлеһе шунда уҡып йөрөй. Мәктәптә уҡығанда тыныс ҡына, уртаса ғына уҡыған ҡыҙ ине. Бына шулай аптыратып та ҡуялар. Шуға, балалар йортонда тәрбиәләнеүселәргә икенсе сорт балалар тип ҡарарға ярамай - улар ҙа беҙҙең кеүек, әммә тормош тарафынан нығырыҡ ҡыйырһытылған кешеләр.
Ф. Бәҙретдинова: Балалар йортонан сыҡҡан һәм насар юлда йөрөгән берәүҙе күрһәләр, барыһын да шундай икән тип фекер йөрөтәләр. Ә бит бындай насар юлға баҫҡандар, юлдан яҙғандар беҙ ғәҙәти күреп өйрәнгән ғаиләләрҙә лә бар һәм бик күп. Тулы ғаиләләр, киреһенсә, бындай кире күренештәрҙе йәшерергә, ғаиләһенең абруйын һаҡлап ҡалырға тырыша. Ә беҙ тәрбиәләнеүселәребеҙҙең һәр береһен белеп торабыҙ, сөнки улар беҙҙең учреждениенан сығып киткәс тә уларҙан тулыһынса азат була алмайбыҙ.
Күптәр балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәрҙең яҙмышын белмәй. Уларҙы аңлау өсөн аҙға ғына булһа ла ошо балаларҙың күлдәген кейеп, үҙеңде уларҙың урынына ҡуйып ҡарарға кәрәк. Беҙҙең балалар ғәҙәти мәктәптә уҡый, был да балаларға ҙур тормошҡа сығыу өсөн ҙур адаптация булып тора.
Ошо мәктәп балалары, ата-әсәләр уларҙы нисек ҡабул итә?
Ф. Бәҙретдинова: 99-сы мәктәптә балаларыбыҙ өс тиҫтә йыллап уҡый. Белем усағы коллективы менән бер булып бергә эшләйбеҙ. Бер мәлдә мәктәпте ябыу тураһында һүҙ барҙы. БР мәғариф министрына барып, хәл-торошто аңлатып, һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә алдыҡ, сөнки барлыҡ мәктәптәр ҙә балалар йорттарынан килгән балалар менән эшләү нескәлектәрен, уларҙың үҙенсәлектәрен аңлап бөтөрә алмай. Мәктәптәге уҡытыусылар, ата-әсәләр менән бергә эшләп өйрәнгәнбеҙ. Улар беҙҙең балаларҙы нисек бар, шулай ҡабул иткәндәр һәм проблемалар юҡ, коллектив та аңлай белә. Мәктәптә уҡыған синыфташтары тыуған көндәренә ҡунаҡҡа саҡыра, улар беҙҙең байрамдарға килә, шулай улар менән бер ғаилә булып бөткәнбеҙ. Мәктәптән уңдыҡ тип әйтергә була. Синыфташтарының ата-әсәләре беҙҙең балаларҙы ялдарға һорап, үҙҙәренә алып ҡайта. Закон буйынса, эйе, беҙ балаларҙы ебәрергә тейеш түгел, әммә кешелек сифаттары закон менән генә көйләнә алмай.
Үҙәктән сығыусылар араһында махсус урта һөнәри белем биреү, юғары уҡыу йорттарына инеү статистикаһы ниндәйерәк?
Ф. Бәҙретдинова: Беренсенән, беҙҙең балалар 9-сы синыфтан һуң махсус һөнәри уҡыу йорттарына инеү яғын ҡарай. Сөнки тейешенсә атай-әсәй тәрбиәһе ала алмаған балаларҙың база белемдәре лә ныҡлы түгел, шуға күрә БДИ тапшырыу ҙа ҡурҡыта. Икенсенән, 9-сы синыфтан һуң һөнәр ала башлау улар өсөн уңайлыраҡ та. Мәҫәлән, быйыл 11 бала 9-сы синыфты тамамлай. Бөгөнгө көндә улар барыһы ла ҡайҙа, ниндәй колледж-техникумға барырын белә, сөнки был эш алдан уҡ башлана. Уҡыу йылы башынан уҡ барасаҡ уҡыу йорто, йәшәйәсәк ятағы менән таныштырабыҙ. Уҡыу йорттарын һайлағанда унда элекке сығарылыштарҙан уҡыусылар булғанлығына ла иғтибар итәбеҙ, сөнки балалар йортонда ҡасандыр йәшәгәндәр уларға туған кеүек. Икенсенән, һайлаған һөнәрҙәре үҙҙәрен киләсәктә ашата алырлыҡ, эш табырлыҡ булырға тейеш. Шуны ныҡ күҙ уңында тотабыҙ.
Профориентация - күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә, хәҙер балаларҙы эшкә алырға, эшкә урынлаштырырға мөмкин. Әммә, әгәр беҙҙең учреждение балалары эшкә урынлашһа, уларҙың пенсияһы килеүе туҡтай. Шул уҡ ваҡытта балаларҙың эшләргә теләктәре бар. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Айгөл Гәрәева етәкселегендәге беҙҙең Үҙәктең попечителдәр советы менән һөйләшеп, кәңәшләшеп, ике малайыбыҙҙы эшкә урынлаштырҙыҡ. Улар дәрестән ҡайтҡас, билдәле бер ваҡытта автосервисҡа эшкә йөрөй, машина ремонтларға өйрәнә. Юл йөрөргә карталар бирәбеҙ, барып ҡулаҡса эшләп ҡайталар.
Минән бик йыш: "Һеҙҙең үҙәктән сыҡҡан балалар араһында һуңынан билдәле булып киткән кешеләр бармы?" - тип һорайҙар. Беҙҙең коллектив өсөн уларҙың билдәле булыуынан да бигерәк үҙҙәренә кәрәкле һөнәр алып, ғаилә ҡороп, аяҡтарында ныҡ баҫып тороуҙары, сабыйҙарын үҙҙәре тәрбиәләп үҫтереүе ҙур ҡаҙаныш һәм ғорурлыҡ. Уларҙың юғары уҡыу йортон тамамлауы түгел, бары тик ошо йәмғиәттең төбөнә тәгәрәмәй, уның һынауҙары алдында ныҡлы булып ҡала белеүҙәре мөһим. Эшебеҙҙең һөҙөмтәһе ошо.
Башҡортостан буйынса әллә күпме балаһыҙ ғаиләләр бар. Улар һеҙгә килеп, тәрбиәгә, ғаиләгә бала ала. Кире ҡайтарыу осраҡтары буламы, балалар ғаиләләргә бирелгәс, улар менән бәйләнештә тораһығыҙмы?
Л. Әхмәткирәева: Үкенескә күрә, тәрбиәгә бала алып, кире ҡайтарған осраҡтар ҙа бар, әммә күп түгел, өс-дүрт йылға бер булып тора. Бер биш йыл тирәһе элек, әсәһе лә, өләсәһе лә төрмәлә ултырған бер баланы патронат ғаиләгә тапшырғайныҡ. Бала шундай матур тәрбиә алып, башҡорт теленә өйрәнеп, мәктәптә ихлас уҡып йөрөй ине. Бер арала әсә кеше төрмәнән сығып, хоҡуғын яҡлап, баланы үҙ тәрбиәһенә алды. Үкенескә күрә, һуңынан, төрлө сәбәптәр арҡаһында бала ҡабат приютҡа эләкте. Шундай тарих булды.
Бөгөнгө тәрбиәләнеүселәрҙең дүрттән бер өлөшө - кире ҡайтарылған балалар, йәғни ҡасандыр ата-әсәләре иркенән мәхрүм ителеп, олатай-өләсәй тәрбиәһенән алынған ейән-ейәнсәрҙәр. Бының сәбәптәре нимәлә... Үкенескә күрә, олатай-өләсәйҙәрҙең хәҙерге заман үҫмерҙәрен тәрбиәләү өсөн ресурстары ла етерлек булмай. Шул сәбәпле кире ҡайтарыу осраҡтары килеп сыға. Ә баланы ғаиләгә алып, алама булды, урлаша, тәртипһеҙ һ.б. сәбәптәр менән кире ҡайтарыуҙар бөтөнләй юҡ. Хатта балаларҙың сәләмәтлек торошо ла тәрбиәгә алыусы ғаиләләрҙе ҡурҡытмай. Хәҙер шуныһы ҡыуаныслы - бала алырға теләүсе кандидаттарҙы үҙебеҙ уҡытабыҙ. 80 сәғәткә ҡаралған махсус әҙерлекте үҙебеҙҙең психологтар, медперсонал, юристар алып бара. Бындай әҙерлек курстарында улар белем алыу менән бергә һаулыҡтары сикләнгән балалар менән эшләү үҙенсәлектәрен дә өйрәнә. Шуға күрә бындай балаларҙың да ғаиләгә тәрбиәгә китеү мөмкинлектәре киңәйҙе.
Ф. Бәҙретдинова: Ғаиләгә бала алырға теләүселәр менән эшләү системаһы йылдан-йыл камиллаша бара. Балалар йорттарынан бала алырға килеүселәр һаны әлегә артыҡ күп түгел, улар алтынға бәрәбәр. Уртаса статистика буйынса айына бер генә лә булырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта беҙҙә 2018 йылдан матур бер остазлыҡ (наставничество) проекты эшләп килә. Уны "Беҙҙең балалар" шәфҡәтлелек фонды менән берлектә тормошҡа ашырабыҙ. Был фонд бөтә республика буйынса балалар йорттарында һәм үҙәктәрҙә тәрбиәләнеүсе балаларға остаздар әҙерләй. Был шул тиклем матур күренеш. Балалар үҙҙәренә генә тип тәғәйенләнгән остаздарын көтөп ала. Күптәренең бит килеп хәлдәрен белеүсе лә юҡ. Остаздар - үҙҙәре теләп аңлы рәүештә килгән әҙерлекле ирекмәндәр, йәштәр. Улар - баланың дуҫы, шәхсән һиңә генә килгән кеше, бергәләп киноға баралар, баланың ҡыҙыҡһыныуҙары менән йәшәйҙәр: ниндәйҙер түңәрәккә йөрөтөү мөмкинлеген ҡарай, ҡайҙалыр ял итергә алып барырға, өйөнә лә алып ҡайтырға, хатта ҡунаҡҡа, каникулдарға ла алып ҡайтып йөрөргә мөмкин. Бының өсөн үҙҙәре йәшәгән райондағы опека бүлегенән рөхсәт алыу ғына кәрәк. Балалар остаздары булыуы менән ныҡ ғорурлана һәм беҙгә лә рәхәт. Балалар ҙа бер үк шарттар, бер үк кешеләр араһында арый, уларға ла ошо мөхитте алмаштырып алыу кәрәк. Балалар йорттарынан сығып киткәс тә бала остазы менән бәйләнешен өҙмәй. Остаздар - улар беҙҙең менән бер фекерле, бер уйлы кешеләр. Бөгөнгә, Аллаға шөкөр, 95 процент бала кемдәре менән дә булһа аралашып тора, бары 5 кенә процент баланың бер кеме лә юҡ. Ошондай балаларға тәү сиратта остаздар тәғәйенләнә лә инде.
Ғәҙәттә, 100 йыллыҡты юбилей тип ҡабул итергә күнеккәнбеҙ, әммә балалар йортоноң 100 йыллығын билдәләүҙе байрам тип әйтергә тел дә әйләнмәй, күңелдә лә ниндәйҙер ауыр тойғо ята...
Ф. Бәҙретдинова: Дөрөҫөн әйткәндә, был - йәмғиәттең фажиғәһе. Балалар йорттарының күплеге һәм уларҙың тотош бер быуат эшләүе дәүләттең йөҙөн биҙәмәй, сөнки алдынғы ҡарашлы, иманлы, халҡы өсөн янған йәмғиәттең балалар, ҡарттар йорттары булмай. Дин алға киткән илдәрҙә бит бындай учреждениелар юҡ. Ҡасандыр сараһыҙлыҡтан килеп сыҡҡан был проблема - беҙҙең йәмғиәт өсөн кире күренеш, уның етешһеҙлеге һәм беҙ уны бөтөрөү өҫтөндә эшләргә тейеш. Бөгөн балалар йорттары булыуының төп сәбәбе - эскелек һәм наркомания. Мин эшләй башлаған йылдарҙа наркоман балалар бик килмәй ине, хәҙер шундай категория менән дә эшләргә тура килә. Бына ошо ике бик ҡурҡыныс фажиғә, улар һинең бөтә гендарың буйлап тарала, йолҡоп алып та сығарып булмай торған афәт.
Балалар йорттары булмаһын өсөн дин, әҙәп, әхлаҡ тәрбиәһен көсәйтергә кәрәк. Ҡайһылыр осорҙа дини тәрбиәнең өҙөлөп тороуы, ошо рухи ҡиммәттәр етмәгәнгә күрә етемдәр барлыҡҡа килә. Атай-әсәй вафат булып та етем ҡалырға мөмкин, әммә аңлы ҡарашлы туғандар бит балаларҙы тиҙ генә үҙҙәренә ала, балалар йортона илтмәй. Хатта туғандары яҡшы йәшәгән, барлыҡ мөмкинлектәре, шарттары булған кешеләрҙең туғандарының да балалары беҙҙә тәрбиәләнеүе аяныслы күренеш. Улар үҙ нәҫеленең балаһын, үҙ ҡанын ҡурсауға алырға теләмәй. Үкенескә күрә, ундай осраҡтар ҙа юҡ түгел.
Шулай итеп...
Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн дәүләт бюджет учреждениеһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәгендә 40 хеҙмәткәр эшләй. Тәү ҡарашҡа, бер балаға 1 хеҙмәткәр тура килгән кеүек, әммә уларҙың һәр береһе үҙ урынында. Сөнки балалар һәр минут иғтибар талап итә. Учреждение менән танышып йөрөгән мәлдә мәктәпкәсә йәштәгеләр төркөмө урамдан прогулкала йөрөп инеп киләләр ине. Апайҙарын күреү менән һәр береһе уларҙы урап алды, хатта таныш булмаған бер малай миңә лә ҡулын һуҙып йүгереп килеп: "Урамда йығылдым, ҡулым ауырта..." - тип усын һуҙҙы. "Хәҙер дауалайбыҙ, әйҙә, икәүләп "өф-өф" итәйек әле", - тием эргәһенә сүгәләп. Ул арала эргәмә икенсеһе килеп баҫты: "Апай, ә һеҙҙең исемегеҙ нисек?" Исемемде әйтәм. Күрәһең, бала өсөн ҡабатлауы ауыр булғандыр, уйланып торҙо ла, "ярай инде", тип ары йүгерҙе. Шул арала ошо бәләкәй генә сабыйҙарҙың күҙҙәрендә өмөт сатҡылары сағылып китте: улар һәр бер килгән кешегә өмөтләнеп ҡарай: "Һин минең әсәйем (атайым) түгелме?", "Һин мине алырға килдеңме?" Етемлек әселеге бәғерҙәрҙе өтөп алыу менән бер рәттән, йөрәктәрҙе йылытыр, күңелдәрҙә өмөт осҡоно ҡабындырыр йорт...
Зәйтүнә ӘЙЛЕ
әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА