Танышыуыбыҙ ҡыҙыҡ ҡына башланды уның менән. Юл буйы сығынсылап, эргәһендәгеләрҙе этеп-төртөп килгән бер үҫмер, яңылышмы, әллә бер нисә тапҡыр үҙенә иҫкәрмә яһап, тыйып килгән ҡатындан үс алыу ниәтенәнме, терһәге менән төртөп, күҙлеген төшөрөп сығып китте автобустан. Ҡатын танау аҫты ла кипмәгән ошо бала алдында көсһөҙлөгөн тойоп, эргә-тирәһендәгеләрҙән ярҙам һорағандай яҡ-яҡҡа ҡараны ла: "Педагогҡа оҡшап тораһығыҙ. Әйтегеҙ әле, ошо осраҡта нимә эшләһәм, дөрөҫ булыр ине. Артынан йүгереп төшөп, ҡолағын борорға тейеш инемме?" - тип, миңә төбәлде.
Теге үҫмерҙең ҡылығына йәнем көйөүгә ҡарамаҫтан, бер нәмә өндәшмәй килеүемә уңайһыҙланып, һөнәрем буйынса уҡытыусы булһам да: "Журналисмын", - тип яуап бирҙем.
- Улайһа, минең һеҙгә һөйләй торған нәмәләр бик күп, - тине лә, пандемияға бәйле автобуста социаль дистанция һаҡланырға тейеш булһа ла, ҡатын эргәмдәге буш урынға күсеп ултырҙы.
Ханым минән саҡ ҡына өлкәнерәк. Күрше өлкәлә шәхси эше менән шөғөлләнеүе, дөрөҫөрәге, әлеге малай кеүек тәртип ҡағиҙәләрен белмәгән үҫмерҙәрҙе тәрбиәләү буйынса үҙ эшмәкәрлеген асыуы хаҡында һөйләне.
- Мин был баланы, әлбиттә, бер нәмәлә лә ғәйепләргә йыйынмайым. Бында ата-әсәһе, әгәр булһа, йә үҫкән, уҡыған, дуҫлашҡан мөхите ғәйепле, - тине. - Уның кеүектәрҙе тормошомда бик күп күрҙем. Ваҡытында асыҡлап, дөрөҫ юлға баҫтырырға мөмкин, тик бөтә йәмғиәт менән эшләргә кәрәк быны. Юғиһә, йә енәйәтсе, йә наркоман, йә үҙе енәйәт ҡорбаны булыуы мөмкин. Быны мин үҙемдең тормошом миҫалында ла иҫбатлай алам.
Ҡайһы берҙә дуҫыңа ла һөйләмәҫ сереңде бөтөнләй белмәгән, яңы күргән кешегә асаһың да һалаһың бит. Был ҡатындың да шулай булды, шикелле. Ә, бәлки, тормош сәхифәһен, башҡаларға һабаҡ булһын тип, береһенән дә йәшермәйҙер ҙә. Шулай ҙа булыуы мөмкин.
- Институтты тамамлаған йылды, дуҫлашып йөрөгән егетем барлығын белһә лә, ҡалала йәшәгән курсташым, яратыуын белдереп, артымдан ҡалмай башланы. Эскән тиһәң, еҫе сыҡмай, үҙе айыҡ кешегә лә оҡшамағанына иғтибар иткәйнем инде. Утыҙ йыл элек наркотик, наркоман тигәнде нәфис фильмдарҙа ғына күргәс, эргәмдә "энә"лә ултырған кеше йөрөй тип башыма ла инеп сыҡмай. Бер аҙҙан уҡыу йортонан дөйөм ятаҡҡа тиклем оҙатып йөрөүенә лә күнектем. Уның кисерештәрен, тойғоларын хөрмәт итеүем, әммә йөрәгем икенсе кешене һайлауы хаҡында аңлаттым.
Аңлашылмаусылыҡ килеп сыҡмаһын тип, уның хаҡында егетемә алдан әйткәйнем инде. Яңыраҡ ҡына уның әсәһен ерләүен, йәлләүем хаҡында белдерҙем. Һөйгәнем башта иғтибарға алманы, миңә ышаныуын әйтте. Әммә бер аҙҙан институт һәм дөйөм ятаҡ араһында көн дә һағалап тороуын оҡшатмай башланы. Сираттағы тапҡыр үҙенең яратыуын белдереп, бер алдыма, бер артыма сығып килә ятҡанында егетем килеп сыҡты. Ике ҙур көс араһында ҡалдым: беренсеһен асыу, яратыу, көнләшеү бергә уҡмашып, көслө итә, икенсеһе наркотик йоғонтоһонда ғәйрәтле ине. Һөйгәнем физик яҡтан ныҡлыраҡ булып сыҡты. Тегенең яғаһынан алып, ергә бәрҙе. Курсташым хәрәкәтһеҙ ҡалды, әгәр йән бирһә, һөйгәнемде алда ниндәй хәүеф көтөүен белеп, ергә тубыҡландым да: "Ас инде күҙеңде, ас, зинһар, йәшә, үлмә! Мәңге һинеке булырмын!" - тип ялбара башланым. Бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлап, күпме ултырғанмындыр, белмәйем, бер ваҡыт ипләп кенә уның күҙҙәре асылды. "Ысын әйтәһеңме, үлмәһәм, минеке булаһыңмы?" - тип миңә төбәлде. Оҙаҡ йылдар үткәс кенә ошо һорауҙы биргәндә уның сырайында мыҫҡыллы йылмайыу барлығын сырамыттым. Ул юрамал беҙҙе ҡурҡытыу өсөн шулай алдап ятҡан булып сыҡты.
Әйткән һүҙ - атҡан уҡ, уны кире алып булмай. Ул заманда атеизм сәскә атһа ла, күңел барыбер нимәлер барлығына ышана ине бит. Мин дә йәшлегем менән ялбарыуымды күктән ишеттеләр ҙә, курсташым күҙен асты, тип ышандым. Артабанғы тормошомдоң нисек барыуын күҙ алдына килтерәһегеҙҙер инде. Тәүҙә бик матур башланып китте, әлбиттә. Ҡаты ауырыуҙан вафат булды, тигән әсәһе лә шап-шаҡтай йөрөп ята ине. Баҙарҙа сауҙа нөктәһе бар. Атаһы баш ҡаланың эре предприятеларының береһендә, етәксе үк булмаһа ла, ярайһы ҙур ғына бүлекте етәкләй. Ике яҡтан да күп кеше саҡырып, заманына күрә бик елле туй үткәрҙек...
Ғөмүмән, тормош китабымдың ошо биттәрен асырға яратмайым. Шуны ғына әйтергә теләйем: бала тәрбиәләгәндә ҡыҙмы ул йәки улмы, атай менән әсәй бер төптән булырға тейеш. Береһе тыйғанда, икенсеһе арҡаһынан һөйөп тормаһын. Атаһы-әсәһе яғынан тейешле иғтибар булмаһа, баланы урам үҙенең ҡосағына алырға ғына тора. Мин кейәүгә сыҡҡан ул егет тә мәктәптә уҡығанда уҡ насар компанияға эләгә. Әгәр йәмғиәт, йәғни уҡытыусылар, тәрбиәселәр, ололар уны ваҡытында үҙ ҡанаты аҫтына алһа, фажиғә лә булмаҫ ине. Йәнлектәр, ҡоштар донъяһында ла бындай тәрбиә ысулы бар бит: ҡарауһыҙ ҡалған йән эйәһен башҡалар һыйындыра...
Таныш түгел ханым менән һөйләшкәндән һуң мин дә шундай һығымта яһаным: бына әле автобустағы ғәм халыҡ юл буйы анау үҫмерҙең ҡылығына асыуы килһә лә, өндәшмәй генә, ситтән күҙәтеп килде. Ошондай осраҡта бигерәк тә ир-егеттең аҡыллы һүҙе кәрәк ине. Тик ниңәлер улар һәр саҡ битарафлыҡ, ғәмһеҙлек күрһәтә. Күп тапҡыр инанғаным бар: яҡының көн һайын әйтеп, башыңа инмәһә лә, сит кеше әйткән иҫтә ғүмергә ҡала бит ул. Айырыуса бала саҡта... Битараф булмайыҡ әле бала тәрбиәһендә, тип кенә әйтергә теләгәйнем.
Ләйсән СӘЛИХОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА