Заман медицинаһында йүкә сәскәһенән яһалған төнәтмә һәм сәйҙәрҙе һалҡын тейеүгә бәйле ауырыуҙарҙы дауалағанда тирләтеүсе һәм тәндең температураһын төшөрөүсе сара булараҡ ҡулланырға кәңәш итәләр, шулай уҡ ауыҙҙы һәм тамаҡты сайҡау өсөн, ҡайһы берҙә гастрит менән яфаланғанда эсергә була.
Халыҡ дауаһында йүкәнең ҡулланылышы киңерәк: баш ауырығанда, пневмония, ангина, ҡурылдай астмаһы, ревматизм, паротит (ҡолаҡ арты биҙенең шешеүе), бәүел юлына таш ултырыу, нефрит, ҡан ағыу, түлһеҙлек, невроз, көҙән йыйырыу, быума ауырыуҙарын дауалағанда кәңәш ителә. Йәш бөрөләрен һәм япраҡтарын тиреләге сей яра, мастит булғанда ҡулланалар. Йүкә дегете менән экзема, һыҙлауыҡ, тиреләге сей яралар, эренле шеш, остеомиелит булғанда дауаланалар.
Күрем килеүе боҙолһа. Ҡәҙимге йышлығынан тайпылһа, үҙгәреүсән булһа, ауыртыу тойолһа Йүкә сәскәһенән сәй алыштырғыһыҙ ярҙамсы. Ваҡланған йүкә сәскәһенең 1 ҡалағына 1 стакан ҡайнар һыу иҫәбенән сығып төнәтмә әҙерләргә. Ярты сәғәт төнәтергә. Иртәнсәк йылы көйөнсә тотош бер стаканды эсергә, көндөҙ тағы ла 2 тапҡыр яртышар стакан эсергә.
Климакс. Йүкә - составында ҡатын-ҡыҙҙың енси гормондарына яҡын фитогормондар булған һирәк үҫемлектәрҙең береһе. 45 йәште уҙған ҡатын-ҡыҙҙарға ярты йылға бер тапҡыр 1 ай дауамында иртәнсәк һайын 1 стакан йүкә сәйе эсергә кәрәк: климакс байтаҡ һуң киләсәк, ауыртыныу йәки ҡан килеүһеҙ буласаҡ.
Простатит. Йүкә ағасының янған торононан онтаҡ яһарға. Шул онтаҡтан 7 көн буйына ҡәһүә рәүешендәге эсемлек яһап, иртәнсәк һайын эсергә. Тулыһынса дауаланғансы ошо рәүешле ай һайын дауаланыу курсы үтергә.
Йоҡоһоҙлоҡ. 15 грамм киптерелгән (йәки 5 грамм йәш) йүкә япрағына 1 литр эҫе һыу ҡойорға. Һыу ҡайнар булмаһын. Банканың ауыҙын ныҡлы ябып, 15 минут бешерергә. Кискелеккә 100-150 мл эсергә кәрәк. Сәй тәмгә әсе тойолһа, саҡ ҡына бал, шәкәр ҡушырға була. Сөнки йүкә ҡандағы шәкәр кимәлен түбәнәйтә.
Һалҡын тейгәндә. Был осраҡта тик сәскәләрен генә ҡулланырға кәңәш ителә. Таҙартыусы сәй яһау өсөн 2 балғалаҡ киптерелгән йүкә сәскәһенә 250 мл ҡайнар һыу ҡойорға. Ә һалҡын тейеүгә ҡаршы 4 балғалаҡ сәскәгә 250 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 8-10 минут төнәтеп көнөнә 3-4 тапҡыр эсергә. Сәйҙе бер юлы тотош бөтөргәнсе эсергә.
Экзема, псориаз, акне. 50 грамм киптерелгән йүкә ҡабығына 1 литр һыу ҡойоп, ҡайнар хәлгә еткерергә һәм 10 минут ҡайнатырға. Йүкә ҡабығының шифаһы һыуға сыҡҡансы төнәтергә һәм шуның менән тәндең сирле урындарын сайырға.
Әҫпе. Тәненә әҫпе сыҡҡан балаларҙы йүкә сәскәһенең төнәтмәһе менән сайындырыу яҡшы. Кәстрүлгә 50 грамм сәскә һалып, 2 литр һыу ҡойорға һәм ҡайнар хәлгә еткереп, утын һүндерергә. 20 минут төнәткәндән һуң ҡулланыуға әҙер. 1 литр төнәтмәгә 100 литр таҙа һыу нисбәтенән сығып, төнәтмәне ваннаға уҡ ҡойорға мөмкин.
Әйткәндәй, йүкәнең дә бер ҡулланырға ярамаған осрағы асыҡланған. Сәскәһенән бешерелгән сәйҙе даими эскәндә ҡапыл күҙҙәрҙең күреү һәләте түбәнәйергә мөмкин. Сәйҙе көн һайын түгел, ә йыш һәм оҙайлы ваҡыт эсеү тураһында һүҙ бара. Бигерәк тә йүкә сәскәһенең сәйен йыл дауамында эсергә ярамай.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|