Фольклориаданы иң ныҡ көткән һәм иң ныҡ әҙерләнгәндәр - улар ағинәйҙәр, тиһәк, бер ҙә арттырыу түгел һымаҡ. Эйе, ошо бер тиҫтә йыл эсендә "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары булған энтузиаст, вайымлы, зыялы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ башҡорт мәҙәниәтенең "Фольклор" тигән майҙанына йән өрҙө, милли кейемдең ырыу, төбәккә хас өлгөләрен, һаҡал, яға, селтәр, хәситә, алмиҙеү кеүек биҙәүестәрҙе, ҡашмау, ҡалфаҡ, таҡыя кеүек баш кейемдәрен, ситек, ҡата, сарыҡ кеүек аяҡ кейемдәрен тергеҙеп, был матурлыҡҡа бар гүзәл заттарҙың иғтибарын йәлеп иттерҙе. Бөгөн улар үҙҙәре лә ошо матурлыҡҡа төрөнөп, ауыл, район, ҡала кимәлендә байрамдар ойоштора, йолалар үткәрә, кәсептәргә яңы һулыш өрә, республикала үткән бар мәҙәни сараларҙың уртаһында йөрөй. Әйҙәгеҙ, республика ағинәйҙәренең үҙҙәрен тыңлайыҡ әле.
Беҙҙең ағинәйҙәр ысынлап та "Фольклор" тигән майҙанды йәнләндереп, терелтеп, мәҙәниәтебеҙҙең үҫешен алға әйҙәүселәр бит...
Рәшиҙә Ғиззәтуллина, Бөрйән районының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе: Атҡарған эштәребеҙ быға яуап, әлбиттә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бынау тажлы зәхмәт арҡаһында Фольклориада сараларының уртаһында була алмаясаҡбыҙ. Ләкин беҙҙең ошо ун йыл буйы эшләгән эштәребеҙ һөҙөмтәһе барыбер ҙә был донъя кимәлендәге байрамды биҙәйәсәк, сөнки тап "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары беҙҙең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә онотола яҙған фольклор өлгөләрен тергеҙергә ярҙам итте, күп ағинәйҙәр мәҙәниәт йорттары эргәһендәге фольклор төркөмдәренә йәлеп ителеп, уларҙың эшен күтәрмәләне. Бөгөнгө сараларҙың бер өлөшө булған күргәҙмәләрҙә лә ошо ойошма ағзалары тергеҙгән йә тергеҙеүгә булышлыҡ иткән кәсепселек өлгөләре ҡуйыласаҡ бит. Мәҫәлән, Бөрйән районына киләсәк сит ил ҡунаҡтары ағинәйҙәрҙең ҡорамаларынан, сергетыштарынан торған күргәҙмәләр менән танышасаҡ. Хәҙер инде Бөрйән сергетышы Эксперт советының ҡарары менән Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы Берҙәм реестрында ла теркәлде. Тимәк, был кәсепте киң йәйелдереүҙе дауам итәсәкбеҙ. Ул киләсәктә беҙҙең Бөрйәндәге этнотуризм сараларының бер биҙәгенә әүереләсәк.
"Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары халҡыбыҙҙың милли һәм мәҙәни рухы һағында. Рух йәшәһә, халыҡ йәшәйәсәк. Милли рухты, асылында тәрбиә ҡанундары ятҡан матур йолаларыбыҙҙы һаҡлау йәһәтенән ауыл ағинәйҙәре ифрат та ҙур эштәр башҡара. Мәҫәлән, әле ошо арала ғына Брәтәк ауылының "Айсулпан" ағинәйҙәр ҡоро йәш киленгә һыу юлы күрһәтеү йолаһын үҙ асылына бороп, уны тотош ауыл байрамына әйләндерҙе. Йолалар - ул күңел асыр тамаша ғына түгел, ул аңыбыҙҙа, булмышыбыҙҙа урын алыр көнитмеш, йәшәйеш ҡағиҙәһе. Шуға ла бала тыуғанда, йәштәр яңы тормош башлағанда, ғаилә ҡорғанда, ғөмүмән, кеше тормошоноң һәр ошондай иҫтәлекле осоронда ата-бабаларҙан ҡалған йолаларҙы үтәү - ул һинең булмышыңа ырыҫ, тоҡомоңа ҡот һалыу тигәнде аңлатҡан. Ағинәйҙәребеҙҙең "Йолалы булайыҡ!" тигән саҡырыуы бушҡа түгел, тимәк.
Мәрзиә Солтанбаева, Учалы районының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе: Эйе, республика ағинәйҙәре бик күп эштәргә башланғыс һалды. Улар тергеҙгән рухи һәм матди ҡомартҡыларыбыҙҙы һанап тормайым. Ә бына беҙҙең ағинәйҙәрҙең балалар баҡсаларындағы, мәктәптәрҙәге өләсәй ролендә башҡарған эштәрен нисек баһаламаҫһың! "Ауылпиада" тигән сарала иһә улар ҡышын да, йәйен дә балалар менән бергә төрлө уйындар ойоштороп, уларҙы самауыр сәйе, ҡоймаҡ менән һыйлап, шулай уҡ күмәк аралашыуҙарға йәлеп итәләр. Бындай эштәре менән улар балалар аңына халҡыбыҙҙың тәрбиә мәктәбе һабаҡтарын һеңдерәләр икәне бәхәсһеҙ.
Башҡорт халыҡ аш-һыуҙарын тергеҙеүҙе лә ошо ойошма ағзалары башламанымы ни? Быға саҡлы сауҙа нөктәләрендә һатылған ризыҡтарға ғына мөрхәтһенеп, анһатҡа һалышҡайны бит халыҡ. Беҙҙең ағинәйҙәр иһә йә буҙа ҡойоу, йә талҡан эшләү, йә һыйыр ағынан әҙерләнгән ризыҡтар әҙерләү серҙәре менән уртаҡлашып, күргәҙмәләр ойоштороп, барыһында ла был файҙалы ризыҡтарыбыҙға ҡыҙыҡһыныу уятты. "Үҙ ризыҡтарыбыҙҙан яҙмайыҡ, беләктәрегеҙгә, йөрәктәрегеҙгә көстө үҙ ризыҡтарығыҙҙан ғына ала алаһығыҙ, магазин кәштәһендәге файҙаһыҙ тәм-томға алданмағыҙ", - тигән өгөт-нәсихәтен бирә йөрөй улар һәр ерҙә, һәр кемгә.
Бына әле тағы бер инициативаға юл башлап тора учалылар: ер-һыу атамаларын өйрәнәләр. Был бик тә көнүҙәк проблема, сөнки ер-һыу атамаларыбыҙ күҙ алдында боҙола ғына түгел, урыҫлаштырыла. Хатта вағыраҡ, ауылдар кимәлендәге атамалар ҙа үҙгәргәненә шаһит булабыҙ. Шуның менән тарихи хәтер ҙә юғала. Бына шуға ла Учалы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары бынан бер нисә йыл элек үк бик ваҡытлы тәҡдим күтәрҙе: ауылдарыбыҙ тирәһендәге барлыҡ атамаларҙың исемлеген төҙөйөк, легендаларын да иҫкә төшөрәйек.
Нурия Ҡунысбаева, Ейәнсура районының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе: Халҡыбыҙҙың күҙ ҡараһылай һаҡлап килгән бик күп йола-ғәҙәттәре, традициялары онотолоп бөтөп бара ине. Шуларҙы тергеҙеүҙә, йәш быуынға түкмәй-сәсмәй еткереүҙә ағинәйҙәрҙең роле баһалап бөткөһөҙ. Сөнки халҡыбыҙҙы милли йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, Исламдың әхлаҡи ҡиммәттәре, иман нигеҙҙәре һаҡлап килгән. Быуындан-быуынға күсә килгән нәсихәттәр, иман доғалары, мөнәжәттәр аша килгән аҡыл йөрәккә бер тәғлимәт-ҡағиҙә булып уйылған. Аллаға шөкөр, иман тәрбиәләүсе мөнәжәттәребеҙ яңынан тергеҙелде. Уларҙы йыйыу, табыу, башҡарыусыларҙы туплауҙы маҡсат итеп ҡуйған төбәк-ара конкурстарҙы ла башлыса ағинәйҙәр ойошторҙо. Район мәҙәниәт бүлеге, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ошондай осраҡтарҙа, мәҫәлән, мөнәжәт, сәсәндәр бәйгеләре ойошторғанда ағинәйҙәргә мөрәжәғәт итә, милли биҙәүестәрҙе, кейемдәрҙе тергеҙеүҙә ярҙам һорай, уҡытыусыларыбыҙ ҙа һөнәри бәйгеләрҙә ҡатнашҡанда милли кейем, һәр ерлектең үҙенсәлектәре буйынса кәңәш-төңәш итә - был беҙҙең эшебеҙгә оло мәртәбә.
Мин үҙебеҙҙең район мәҙәниәт бүлегенә рәхмәтлемен: бергә эшләйбеҙ. Районда үткән һәр төрлө конкурстар, шәл байрамдары ағинәйҙәрһеҙ үтмәй. Йыл һайын үткән "Һылыуҡай" бәйгеһендә ағинәйҙәр үҙ һылыуҡайын һайлай, инсафлығы, күркәмлеге, тәбиғилеге менән айырылып торған һылыуҡайға бүләк тапшыра. Милләт бишеген тирбәтер йәш ҡыҙҙарыбыҙға ағинәй нәсихәте еткерелә: "Намыҫлы бул, гонаһтан ҡурҡ, ояла бел. Ҡыҙ байлығы - күркәм холоҡ, ти халҡыбыҙ. Йөрәгеңдә Бәндәбикәләребеҙ яҡҡан милләт усағының ҡуҙы баҙлаһын, милләт сәңгелдәгенең йылыһы күңелеңде йылытһын, бәпләһен, рух көсө булмышыңа ҡот өҫтәһен. Ҡыҙ бала булып тыуғанһың икән, сабыр бул, инсафлы, әҙәпле, мәрхәмәтле бул!" "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзаларының төп бурысы ла - кескәй генә, бала ғына ҡыҙсыҡтарға, балиғ булған ҡыҙҙарыбыҙға, йәш ҡатын-ҡыҙҙарға бына ошо "Милләт бишеген лайыҡлы тирбәтер әсәй бул!" тигән нәсихәтте еткереү бит.
Йолаларҙың йәнгә - сихәт, тәнгә - дауа бирә торғандары бөгөн, тажзәхмәт ҡоторғанда, бигерәк тә актуаль бит инде. Ошо йәһәттән үткәрелгән ҡайһы бер сараларға туҡталғанда...
Йәриә Йәләлетдинова, Асҡын районының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе: Беҙ яңыраҡ райондың Яңы Ҡара ауылы эргәһендәге хозур тәбиғәт ҡосағында "Миндек шифалары" йолаһын башҡарҙыҡ. Йолала ҡатнашыусы Ҡаҙансы төбәге ағинәйҙәре ҡайын япрағынан ғына түгел, башҡа ағастарҙан да миндек әҙерләгәйне һәм улар һәр миндектең шифалы үҙенсәлектәрен айырым-айырым атап китте. Мәҫәлән, аҡ шыршы (пихта) һәм артыш миндеге һауаны таҙарта, ларингит, бронхит, гриптан ҡотҡара. Был үҫемлектәр бүлеп сығарған ыҫмалалы матдә мускулдарҙа ҡан әйләнешен яҡшырта, невроз, невралгик ауыртыу һәм радикулиттан ярҙам итә. Яңы йыйылған ҡарағай тубырсығының төнәтмәһе бөйөр сирҙәре һәм яман шештән файҙалы. Ҡарағай тубырсығы ваннаһы баш ауыртҡанда, нервылар көсөргәнешлеге ваҡытында файҙалы. Уны көҙөн һәм ҡышын йыйырға кәрәк, сөнки был ваҡытта ул аскорбин кислотаһы, эфир майҙарына байыраҡ була. "Имән миндеге тире майлы булғанда бигерәк тә файҙалы. Был миндек сабыртмаларҙы бөтөрә, биткә матур төҫ бирә. Еҫе сабынғанда ҡан баҫымы күтәрелеүен тотҡарлай. Ҡайһы бер тире ауырыуҙарын дауалау, аяҡ тирләүен кәметеү өсөн ҡулланыла. Имән миндеге көс бирә", - тип, уның файҙаһы тураһында ла һөйләнеләр. Имән япраҡтарының хуш еҫе ҡан баҫымының юғары күтәрелмәүенә булышлыҡ иткәнгә спорт менән шөғөлләнеүселәргә, ҡан баҫымы юғары кешеләргә тәҡдим ителә. Йәнә ул нервылар системаһын тынысландыра, стрестан арындыра. Йүкә миндеген һыуыҡ тейгәндә ҡулланыу яҡшы һөҙөмтә бирә, баш ауыртыуы баҫыла, тән температураһы төшә, ул бөйөрҙәр эшмәкәрлеген дә яҡшырта. Яраларҙы тиҙ уңалта, тәндән һыуыҡты ҡыуа, ҡаҡырыҡты сығара. Йүкә миндеген йышыраҡ һалҡын тейгәндә, баш, бөйөр ауыртҡанда файҙаланалар. Ҡайын миндеге ауыр эштән һуң арыу-талсығыуҙан, быуындар һыҙлауынан, мускулдар ауыртыуынан арындыра. Һытҡы йәки эрен сығыусан тирене һәйбәт таҙарта, яраны, сыйылған-киҫелгән урындың уңалыуын тиҙләтә, тынысландыра, кәйефте күтәрә, ҡурылдайҙы киңәйтә. Һөҙөмтәлә үпкә эшмәкәрлеге яҡшыра. Шуға ла ҡайын миндеге менән сабынғандан һуң тын алыуы еңеләйә. Астма сиренән яфаланыусылар, тәмәке тартыусылар өсөн ул иң һәйбәте. Бына күпме мәғлүмәт алдыҡ был йола байрамында.
Рәмзиә Монасипова, Ғафури районының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе: Беҙҙең район ағинәйҙәренең дә егәрлегенә, энтузиазмына, фантазияһына иҫ-аҡыл китә. Улар ҡулы, ҡатнашлығы теймәгән берәй өлкә ҡалдымы икән? Район ағинәйҙәренең әүҙемлегенә, бер төптән эшләүенә ике йыл элек Ташаҫты ауылы янында Уҡлағая итәгендә ойошторолған республика ағинәйҙәр йыйынында ҡатнашыусылар ҙа шаһит булды, төрлө тарафтарҙан килгән ҡунаҡтар сараның юғары кимәлдә үтеүен раҫланы, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Иң мөһиме, башҡа район ағинәйҙәре беҙҙең ойошма ағзаларының яҡты ниәттәрен ауылдарыбыҙ, районыбыҙ хакимиәттәре етәкселәре хуплай, ярҙам итә икәнен күреп һоҡланды. Ысынында, беҙ бит етәкселәребеҙҙең ҡулы етмәгән эштәрҙе башҡарабыҙ, йәғни, халыҡтың рухи донъяһын тәртипкә килтереү, әҙәп-әхлаҡ юҫығын сәләмәтләндереү - ул шул уҡ иҡтисади һәм социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең нигеҙе икәнен раҫлайбыҙ. Бына шул маҡсатыбыҙ-ниәтебеҙҙе аңлай, баһалай ҙа инде районыбыҙ хакимиәте етәкселәре.
Эйе, тәнгә сихәт, йәнгә дауа бирер эштәре лә бихисап ойошмабыҙ ағзаларының. Ысынында, "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзаларының бер-береһе менән аралашыуы, бергәләп аш-һыу, самауыр артында гөрләшеп осрашыуҙары үҙе үк йәнгә дауа бит инде ул. Һуңғы арала ағинәйҙәребеҙ халыҡ медицинаһына ҡағылышлы факттар, шифалы үләндәр, башҡа һауыҡтырыу алымдары тураһындағы мәғлүмәттәр эҙләү буйынса ла әүҙемләште. Күптән түгел Мәрхәбә Собханғолова етәкселегендәге Красноусол ауылы ағинәйҙәре райондың бар ағинәйҙәрен йыйып, тап кеше һаулығына ҡағылышлы "Биртек йыйыу" йолаһын күрһәтте. Биртек йыйыу йолаһының әһәмиәте шунда: бер биләмәлә йәшәгән халыҡтың берҙәмлеге, татыулығы, бер-береһенә ярҙамы, ауырыған кешегә ихлас күңелдән бирелгән ризыҡтың сихәтле булыуы тураһында иҫкә төшөрөү. Ихлас теләктәрҙең тормошҡа ашыуын, матдиләшеүен хәҙер ғалимдар ҙа раҫлай бит. Был "Биртек йыйыу" йолаһында ла биле биртенгән ауырыуға балаларҙың өйҙән-өйгә йөрөп биртек йыйыуы, ауылдаштарҙың тәмле ризыҡтары менән ихлас уртаҡлашыуы һүрәтләнә. Тәнде лә, йәнде лә дауалауҙа изге уй-теләктәрҙең көсө, ыңғай йоғонтоһо тураһында иҫкәртә был йола.
Эйе, бөгөн ҡайҙа ҡарама - ағинәйҙәр! Һуңғы ваҡытта үткәрелгән сараларын ғына һанап киткәндә лә...
Зөбәржәт Суфиянова, Белорет районының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе: Белоретта, мәҫәлән, Сосновка ауылы ағинәйҙәре халҡыбыҙҙың һарыҡ йөнөн һәм тиреһен файҙаланыу буйынса шөғөлөн иҫкә төшөрөп, "Йөн байрамы" үткәрҙеләр. Эйе, иҫкә төшөрҙөләр, сөнки һуңғы йылдарҙа кейендергән дә, йылытҡан да, хатта дауалаған да һарыҡ йөнө кәрәкһеҙгә әйләнгәйне. Хатта ҡасандыр бик ҡиммәтле тун тегеү сеймалы булған һарыҡ тиреһе лә, тунап алынғас та, ергә күмеп ҡуйыла бит. Ә әле Сосновка ағинәйҙәре һарыҡ йөнөн ҡырҡыуҙан башлап, уны тетеү, аялау, иләү, ойоҡ бәйләүгә тиклемге юлын сәхнәләштереп күрһәтеп, ошо кәсептең нервыларҙы тынысландырыусы дауа һымаҡ та булыуын күҙ алдына баҫтырҙы. Бик ҡыҙыҡ тамаша килеп сыҡты, мәғлүмәткә байылды, һабаҡ алынды. Ошо сараны күтәрмәләп килеүсе район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илгиз Сафа улы Теләүбаевтың: "Ағинәйҙәр ҡорғаҡһыған ергә яуған ямғыр менән бергә төшкән орлоҡ кеүек булды..."- тигән һүҙҙәрен беҙҙең эшкә баһалау һәм фатиха тип ҡабул иттек.
Шулай итеп...
Әле генә Баймаҡ районының Ишмырҙа, Икенсе Этҡол, Иҫке Сибай ауылдарындағы сараларҙа ҡатнашып, аптырап ҡайтып, "Аптыранығыҙмы? Аптыраманыҡ!" тип мәҡәлә баҫтырғайныҡ "Киске Өфө"лә. Баймаҡтар, ысынлап та аптырата. Ул районда һәр ауыл ағинәйҙәре береһенән-береһе уҙҙырып, төрлө саралар үткәрә, аралашыу бәхетен кисерә. "Бәйләнештә"ге "Ағинәй" төркөмөндә лә күберәк Баймаҡ ағинәйҙәренең байрамдары тураһында бәйән ителә. "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы эшмәкәрлеге Баймаҡта үткән йыйындан баш алғайны, шөкөр, юл башлаусылар, өлгө күрһәтеүселәр һаман әүҙемлектәрен һүрелтмәй, ағинәй мәктәбе традицияларын бар ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың да йөрәгенә ғәм, сәм итеп күсерергә ынтыла. Белорет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илгиз Теләүбаев әйткәнсә, ағинәйҙәргә артабан да "ҡорғаҡһыған ергә яуған ямғыр менән бергә төшкән орлоҡ" булыуҙарын теләйек.
Әйткәндәй, күп, бик күп республика ағинәйҙәренең осрашыу сәбәптәре лә, уртаҡлашыр тәжрибәләре лә, күтәрер темалары ла. Уларҙың үҙебеҙ ҡатнашыу бәхете тәтегәндәре тураһында бына шулай ҡыҫҡаса ғына таныштырғылайбыҙ. Ә уларҙың һәр үткәргән сараһы тураһында яҙа башлаһаң... гәзит биттәре етмәҫ. Ә беҙ яҙырға бурыслы, сөнки шул ойошма ағзалары - беҙҙең гәзитте алдырып уҡыусылар ҙа бит инде...
Гөлфиә ЯНБАЕВА әҙерләне.
КИРЕ СЫҒЫРҒА