«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙЫРҘЫ ЙЫРТАЛАР КҮҢЕЛДЕ КИТӘЛӘР
+  - 

Июнь аҙағында сыҡҡан "Йырҙың йыртығы юҡ, тиһәләр ҙә..." тигән мәҡәләне уҡығас, баҫылғанға кире ҡайтып, йыр һәм йырсылар хаҡында үҙ фекеремде еткерергә булдым.

Мәҡәләлә әйтелгәнсә, эйе, хәҙер кемдәр генә ниндәй генә ҡиәфәттә, кейемдә сәхнәгә ынтылмай, күп саҡ әҙәпте онотоп, ҡайһы саҡ маймыл кеүек ҡыланып, күңел болғата, музыкалары ҡолаҡты яра. Һүҙен, көйөн үҙҙәре яҙып, үҙҙәре йырлаусылар күбәйҙе. Етмәһә, күп саҡ фонограмма ҡулланып йырлайҙар. Төркөстан президенты фонограммаға йырлауҙы бөтөрөү хаҡында күптән указ сығарҙы, бәлки, беҙгә лә шул указ кәрәктер?
Мин үҙем шиғыр яҙам, шуғалыр ҙа, тәү сиратта йырҙы һүҙҙәре өсөн яратам, мәғәнәле һүҙҙәр күңелгә үтә, моңландыра, уйландыра. Мәғәнәһеҙ һүҙҙәр йырҙы йырта, күңелде китә. Бында тәү сиратта йырҙың һүҙҙәрен яҙған шағирға, икенсе сиратта көй яҙғанда һүҙҙәренә иғтибар итмәгән композиторға үпкә белдерергә кәрәктер. Шағир, рифмаға тура килтерәм типме, ҡолаҡҡа ятмаҫ һүҙҙәр яҙа. Мәҫәлән: "Ант" төркөмө етәксеһе Алмаз Ғафаров: "Зөлфиә, кейәүгә сыҡ миңә тиҙерәк, тыуыр игеҙәк", - тип йырлай. Ниндәй әҙәпһеҙлек, мәғәнәһеҙлек!
Тағы бер йырҙы алайыҡ: "Һин тип ҡайынды ҡосҡанмын, мин уны һин тип торам", имеш. Лаяҡыл иҫерек ир ҙә йығылмаҫ өсөн ҡайынды ҡосҡанда үҙ йәрен ҡайын менән бутамаҫ.
Ҡайһы бер шағирҙар, мәңгелеккә тыуған һымаҡ, йырға яҙылған шиғырҙарында әйләнгән һайын "мәңгелеккә һөйәм, мәңгелеккә килдем" кеүек һүҙҙәрҙе ҡуллана. Бер кем дә мәңгелек түгел. "Мәңгелек" һүҙен "ғүмерлек" һүҙе менән алыштырғанда күңелгә ятышлы булыр ине. Бер саҡ үҙебеҙҙең мәҙәниәт йортонда бер ҡыҙ әсәһен юбилейы менән ҡотлап, "Мең йәшә, әсәй, мең йәшә" тип йырлап, үҙенсә ҙурланы. Әсәһе мең йәшкә етер ҙә, ҡыҙы уны күрә алыр микән? Шағир кеше нимә уйлап яҙған ул һүҙҙәрҙе, "йөҙ йәшә, әсәй, йөҙ йәшә" тип яҙып булмай инеме, йөҙ йәшкә етеүсе әсәйҙәр бар бит.
Хәҙер күп йырсылар сәхнәлә йырҙы башлап ебәрә лә, дауамын тамашасылар йырлауын һорап, микрофонды залға төбәй. Тамашасы аҡса түләп йыр йырларға түгел, йыр тыңларға килә бит. Үҙе йырларға ул мәжлестә ултырмай ҙаһа. Күп йырсылар концерттарға флешка менән йөрөргә кәлепләнде, ә ысын музыканттар сәхнә биҙәр ине бит.
Йыр хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡанда, форсаттан файҙаланып, мәшһүр йырсылар хаҡында ла яҙып китке килә. Сөләймән Абдуллин, Рамазан Йәнбәков, Фәриҙә Ҡудашева кеүек шәхестәр 100 йылға, бәлки, бер тыуалыр. Әммә ошондай шәхестәрҙе иҫән саҡтарында ҙурлай белмәнеләр. Ерҙе, илде кеше данлай, кеше биҙәй. Ошо шәхестәргә ниңә Салауат Юлаев премияһы бирелмәне һуң, улар бит бик тә лайыҡ инеләр - шул күңелде ҡыра. Татарстан Фәриҙә апайға унда йәшәмәһә лә Ғабдулла Туҡай премияһы бирҙе, ә беҙҙекеләр ни ҡараған? Махсус йырсы белеме булмаған, әммә халыҡ араһынан сыҡҡан халыҡ йырсыһы Бибисара Азаматова апайыбыҙ хатта Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исемен дә ала алмай үлеп китте, ә 17 йәшлек ҡыҙ "Голос" конкурсында бер тапҡыр ҡатнашып, ул данға лайыҡ булды. Әлбиттә, халыҡ һөйөүенән ҙур бүләк юҡ, үрҙә телгә алған сәхнә йондоҙҙарын халыҡ яратты һәм яратасаҡ.
Элегерәк Фәриҙә Ҡудашева, Рамазан Йәнбәковҡа Салауат Юлаев премияһы бирелмәгәнгә әсенеп, шиғыр яҙғайным, шуның һуңғы куплетын ғына яҙам.
Илдең хужалары асыуланһын,
Әрләһендәр әйҙә, әрләнәм.
Ошо ике бөйөк шәхестәргә
Салауат премияһы бирелмәгәнгә
Һеҙҙең өсөн мин бит ғәрләнәм.

Фәүҡәт ҠОТЛОШИН.
Стәрлебаш районы Иҫке Ҡалҡаш ауылы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.08.21 | Ҡаралған: 802

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru