«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕЛЕМЛЕ ЛӘ, ОҪТА ЛА, ШАЯН ДА, УҪАЛ ДА УЛ,
+  - 


йәки Хирург халҡы хаҡында бер фәлсәфә

Медицина институтына уҡырға ингән күп студенттар (айырыуса, ир-ат халҡы) хирург булырға хыялланыусан. Ошо һөнәр кешеләре хаҡында фекерләп алырға ине уйым.

Юғары уҡыу йортонда уҡыған дәүерҙә кеше анатомияһын, хирургияның һәр төрлө тармаҡтарын өйрәнеүгә айырыуса әһәмиәт бирә студенттар. Күп кенә сирҙәрҙе скальпель ярҙамында ғына киҫеп алып ташлап, әҙәм балаһының һаулығын төҙәтеп ебәрергә ҡыҙыҡмаған студент юҡтыр. Юғары курстарҙа берәй кафедраның уҡытыусыһы һинең тырышлығыңды шәйләп ҡалып, үҙе менән төнгө дежурҙарға алып йөрөй башлаһа инде, был студент хәтерендә иң шатлыҡлы ваҡиға булып ҡаласаҡ. Өсөнсө курста уҡыған сағымда Республика клиник дауаханаһы профессоры Ибраһим Ғәйзулла улы Рәхмәтуллин (хәҙер мәрхүм инде) ябай операцияларға ассистент итеп ҡатнаштыра башлағас, мин дә үҙемде бер аҙ хирург итеп тоя башлағаным хәтеремдә. Әлбиттә, ысын хирургиянан әлегә бик күпкә алыҫ инем әле.
Әйтәйек, донъя йөҙөндә киң таралған сир - аппендицит. Дөрөҫөн әйткәндә, был - үлемесле сир, йәғни ваҡытында операция яһамаһаң, ауырыу, һис шикһеҙ, үлә. Ә инде кешенең эсен асып, эсәге араһынан бәләкәй генә (сәтәкәй бармаҡ ҙурлығы) бер нәмәне киҫеп алып ташлаһаң, аҙна-ун көндән һауығып, пациентың һиңә рәхмәттәр әйтә-әйтә өйөнә ҡайтып та китә. Оҫта ҡуллы, тәжрибәле хирург яныңда булғанда, операция яһалған пациенттарың хаҡында һис бер нәмә уйламайһың. Дөйөм ятағыңа ҡайтып, тынысланып йоҡларға ятаһың. Һуңғы осорҙар бына шул хаҡта йышыраҡ уйланам әле: пациентына, шәфҡәт туташына йә ассистентҡа шаян һүҙҙәр ташлай-ташлай, әммә үҙе шыбыр тиргә батып, операция яһап торған сал сәсле хирург ағайҙар ҙа ана шулай тыныс ҡына йоҡлаймы икән?.. Ә бит улар ғүмер буйы әлеге ябай "һуҡыр эсәк"кә ҡарағанда күп мәртәбәләргә ҡатмарлыраҡ бихисап төр сирҙәр менән көрәшә! Студент мәлдәрендә, әлегә үҙең табип булып эшләй башламағанда, бындай уйҙар башҡа килеп тә урамай ул. Табип дипломы алып, дауаханала үҙаллы эшләй, пациенттарыңдың һаулығы, уларҙың ғүмере өсөн яуаплылыҡ тоя башлағас ҡына әлеге хирург ағайҙарҙың хәленә инә башлайһың. Фәлән хирургтың илленсе йәшендә йөрәгенә инфаркт, йә баш мейеһенә инсульт булыу осраҡтарына, ҡырҡ йәше лә тулмаҫтан сәстәре ағарыуына иғтибар итмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Ә был нилектән шулай һуң?
Һәр төрлө һөнәр эйәләренең "Мин үҙемдең эшемде яратам", тип әйткәнен йыш ишетәбеҙ. Ниндәй ҙә булһа һөнәрсенең берәй эше ул теләгәнсә килеп сыҡмаһа, ул уны һүтеп, ҡабаттан эшләй ала. Ә бына хирургия һөнәренең башҡа төр кәсептәрҙән ҡырҡа айырылып торған бер үҙенсәлеге бар. "Әй, был юлы килеп сыҡманы", - тип, бар эшен емереп ташлап, ҡабаттан башлап булмай торған һөнәр бит ул. Хирургтың һәр хәрәкәте, һәр эше әҙәм балаһының һаулығы, ә бәғзе ваҡыт уның ғүмере менән бәйле. Башта әйтмешләй, "сирҙе скальпель менән генә киҫеп алып ташлау" - студент күҙлегенән сығып ҡарағанда тойолған хыял ғына ул. Киҫкәндән һуң кеше организмында йүнәлеү процесы ифрат та ҡатмарлы булыуы хаҡында ла онотмаҫҡа кәрәк. Шул уҡ ваҡытта һәр организмдың үҙенсәлектәре лә төрлөсә. Операциянан һуң бәғзе берәү тиҙ генә йүнәлеп китә икән - хирург дан һәм шөһрәткә күмелә, әммә ауырыу операциянан һуң мандып китә алмай, хатта үлемгә лә тарый икән, ул шул уҡ хирург өсөн дә оло фажиғә. Ошо хаҡта һәммә хирург бик яҡшы белә һәм бер ҡасан да онотмай. Әрмелә мина, снаряд һымаҡ "боевой заряд"тарҙы зарарһыҙландыра торған "сапер" тигән бер һөнәр төрө бар. "Сапер үҙ ғүмерендә бер генә мәртәбә яңылыша", тигән әйтем йөрөй. Бәғзе ваҡыт аҡ халаттағы ошо кешеләрҙең эшен ана шул сапер һөнәре менән сағыштырыуҙар тигенгә түгел… Хирург халҡы өйҙә, хатта ҡунаҡта ултырғанда ла үҙенең теге йәки был ауырыуының хәле хаҡында уйланыусан. Ял көндәре лә дауаханаға килеп, пациенттарының хәлен белешеп, дауалауға коррекция яһап, шәфҡәт туташына күрһәтмәләр биреп китә улар.
Табиптар, әлбиттә, уҡыу йортонда алған белеме менән генә сикләнеп ҡалмай, һәр саҡ үҙенең һөнәре буйынса артабан камиллашырға тейеш. Медицина институтында, шулай уҡ төрлө ҙур госпиталь базаларында ойошторолған уҡыу процесы тәжрибәле уҡытыусылар тарафынан юлға һалынған. Хирургия буйынса сираттағы уҡыуға барғанымда танышҡан Төньяҡ ракета полигонының баш госпиталендә хирургия бүлеге мөдире булып эшләгән медицина полковнигы Полунин әле булһа иҫемдә. Уның менән бергә төнгө дежурлыҡ иткәндә ашығыс ярҙам машинаһы менән бер капитанды алып килгәйнеләр. Түшенә бысаҡ ҡаҙалған. Наркоз биреп, "йөрәк сумкаһын" асҡас та, йөрәгенән түбәгә ҡәҙәр ҡан саптырып киткәне әле булһа күҙ алдымда. Секундтар ҙур роль уйнаған шундай мәлдә лә әлеге хирургтың юғалып ҡалмауына хайран ҡалғайным. Күҙ асып йомған арала бармағын бөкө итеп яраны томалай һалып, унан йәһәт кенә тегеп, ҡанын туҡтатҡас, беҙ, ярҙам итеүсе хирургтар, иркен итеп тын алып ҡуйҙыҡ. Сал сәсле Александр Васильевичҡа ҡарата ихтирамыбыҙ бермә-бер артты. Әлеге офицер йүнәлеп сығып китте…
Шул уҡ госпиталдәге икенсе бер осраҡ та хәтеремдә. Йорт төҙөп йөрөгән хәрби төҙөүсе, рядовой Михаилды табипҡа алып килделәр. Бетон стенаға ҡаҙау ҡаға торған пистолеты яңылыш атылап китеп, бер күҙен яралаған икән. Күҙ табибы уны ҡарағас, яраһын тегеп, үҙенең бүлегендә дауаларға ҡалдырҙы. Бер нисә көндән һалдатыбыҙ баш ауыртыуына зарлана башлағас, уға рентген яһанылар, һәм… һалдаттың баш мейеһенең ҡап уртаһында әлеге ҡорос ҡаҙау (дюбель) ятҡанлығы асыҡланды. Күҙен үтә тишеп сығып, мейе ҡумтаһына ингән булған икән. Госпиталдең нейрохирургия бүлеге начальнигы - подполковник Федоров, егеттең баш һөйәген асып, әлеге ҡаҙауҙы алып ташланы. Һалдатты, әлбиттә, артабанғы хәрби хеҙмәттән азат иттеләр, өйөнә йүнәлеп, ата-әсәһе янына имен-һау ҡайтып китте ул… Хеҙмәттәше яңылыш ҡына автоматтан атып яралаған һалдаттың әллә нисә урындан өҙгөләнгән эсәктәрен ялғап, уның һауығыуына сәбәпсе булған Болтыков исемле майор ҙа хәтеремдә. Өсөнсө тиҫтәһен әле генә аша атлап үткән, әммә сәстәре ап-аҡ булған был хирург-коллегамдың көлә-шаяра операциялар яһаған мәлдәрен йыш ҡына иҫләйем.
Һанай башлаһаң, кемдер әйтмешләй, осо-ҡырыйы юҡ инде бындай хәлдәрҙең, улар менән хирург халҡы ифрат йыш осрашып тора. Тик бөтә осраҡтар ҙа ана шулай яҡшы ғына тамамлана тип уйлау, әлбиттә, ҙур хата булыр. "Травма, несовместимая с жизнью" тип аталған төшөнсә бар хирургияла. Йә булмаһа, "эше үткән", йәғни һуңғы стадияларҙа булған берәй яман шеште алып ташлағас та, кешене ҡотҡарып алып булмаған осраҡтар күп. Шундай саҡтарҙа, һис кенә лә ғәйебе булмауына ҡарамаҫтан, теге йәки был хирург хаҡында кеше араһында һәр төрлө насар хәбәр ҙә таралғылай. Хатта мәрхүмдең туғандары табипты судҡа биргән осраҡтар ҙа булғылай. Унһыҙ ҙа пациенты өсөн йөрәге һыҙланған хирургты прокурор иптәштәр саҡыртҡылап, тағы бер килке "тирләтеп" ала…
Хирургия бүлексәләрендә айырыуса ҡаты тәртип булыуы ла һәр кемгә мәғлүмдер. Стериллек ҡағиҙәләрен, табип тәғәйенләүҙәрен урын-еренә еткереп үтәүҙең пациент сәләмәтлегендә сағылыуы беребеҙ өсөн дә сер түгел. Шуға күрәлер ҙә, һәр шәфҡәт туташын йыш ҡына әрмеләге тыңлаулы һалдатҡа оҡшатам. Баймаҡ район дауаханаһында дүртенсе курстан һуң практикала булырға тура килгәйне. Шунда оҙаҡ йылдар эшләгән хирург Фәрит Әхмәт улы Яхин, Фирғәт Шаһиғәле улы Хисмәтуллин мәрхүмдәрҙең палаталарҙа обход яһағандары, персонал менән иртәнге "пятиминутка" үткәргәндәре бөгөнгөләй хәтеремдә. Төнгө дежурҙа булған медсестра, бер аҙ ғына ҡаушай төшөп, ординатор бүлмәһендә (нәҡ һалдат һымаҡ) туп-тура баҫып, доклад яһай, етди йөҙлө хирургтарҙың өҫтәмә һорауҙарына ла яуап бирә… Табиптың һәр бер күрһәтмәһенә, иҫкәрмәһенә "ярай", "эйе", тип баш ҡағып ҡына торған был йәш ҡыҙҙарҙы бәғзе ваҡыт хатта йәлләп тә китә торғайным. Ә төптәнерәк уйлап ҡараһаң, шунһыҙ эш тә алға бармаясаҡ бит! Һирәк-һаяҡ булһа ла, ниндәйҙер берәй мотлаҡ операция талап ителеп тә, үҙ хәлен аңлап етмәгән һәм хирургик дауалауҙан баш тартырға маташҡан ҡайһы бер ауырыуға ла: "Операция яһатмаһаң - үләһең бит!" - тигән һымағыраҡ ҡатыраҡ тонда уҫаллашып алырға мәжбүр була хирург…
Бына ошо етди халыҡтың ҡайсаҡ шаян булып китеүе лә күптәргә мәғлүм. Хирургтарҙың һәр төрлө йор һүҙҙәр менән ауырыуҙарға өндәшкеләп, уларҙы тиҙерәк һауығыуға көйләүҙәрен йә шәфҡәт туташына берәй үткер юмор ташлап, бер аҙ күңелен асҡылап алыуҙарын хәҙер мин үҙемсә аңлайым: операция мәлеме ул, бынан тыш ваҡытмы, йыш ҡына пациентының хәле хаҡында борсолоп, уйланып йөрөүсе бындай табиптар ошо ысул менән иң беренсе нәүбәттә үҙҙәрен-үҙҙәре "әүрәтеп", тынысландырырға тырыша. Ситтән ҡарағанда ғәйәт тыныс кешенең кинәт кенә шаянланып китеүе бәғзе ваҡыт бер аҙ сәйер һымағыраҡ та тойола инде. Әммә бына шундай һөнәр кешеләренә мин шәхсән оло хөрмәт менән ҡарайым. Әлеге Фирғәт ағай Хисмәтуллиндың бер шаян һүҙе хәтеремдә ҡалған. Хирург-травматолог вазифаһын атҡарған был ағайҙың бүлегендә башлыса ир-ат автоһәләкәткә осрап ятҡылай ине. Күптәренә "Мейе һелкенеү" тигән диагноз да ҡуйыла. Шуға күрә ауырыуға "ҡәтғи постель режимы" тәғәйенләнә. Әммә шуға ҡарамаҫтан, пациенттар (күбеһе йәштәр) бәҙрәфкә тәмәке тартырға сығыусан. Шундайҙарҙы: "Нишләп урыныңдан тороп йөрөйһөң? Постель режимын боҙғаныңды тағы бер күрһәм - бестерәм!.." - тип егеттәрҙе "быжғытып" ташлай торғайны был ағай. Уның шаяртып әйткән ошо һүҙҙәре ауырыуҙарҙы ла рәнйетмәй, хатта уларға ныҡ ҡына тәьҫир иткәндәй ҙә була торғайны. Был әргә медсестралар ҙа күнегеп киткән ине инде… Үҙе дин юлында булған Хисмәтуллин ағайҙың бүлмәһенең кәштәһендә Ҡөрьән һәм башҡа дини китаптар ҙа күргеләй торғайным. Берәй операция алдынан олораҡ йәштәрҙәге ауырыуҙарға: "Ағай, "Ҡүлһуалла"ны беләһеңме? Белһәң - уҡый башла. Шуны уҡыһаң - операция яҡшы килеп сыға", - тиер ине. Йәшләй генә мәрхүм булып ҡалған шул Фәрит, Фирғәт ағайҙар, Ғиззәт Зөлҡәрнәев, Әхмәр Кейекбаев һәм башҡа күп кенә табиптарҙың фотоһүрәттәре ташҡа уйылып, әлеге көндә район дауаханаһының стенаһына элеп ҡуйылған…
Районда ғына түгел, башҡа яҡын-тирәләрҙә даны таралған хирург, медицина фәндәре кандидаты Миңлеғәле Ишмөхәммәт улы Ғүмәров хаҡында айырыуса әйтеп үтмәк булам. Үҙ ғүмерендә меңәрләгән яҡташыбыҙҙың ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалыуға сәбәпсе булған һәләтле был табип әле булһа район дауаханаһында ал-ял белмәй халыҡҡа хеҙмәт итә. Алтмыштың етеһен ҡыуып бара инде ул. Байым ауылы кешеләре (доктор ана шул ауылда тыуып үҫкән) "хирургҡа барам", тиәһе урынға, "Миндеғәлегә барам", тигәнен йыш ҡына ишеткеләй торғайным. Поликлиникаға ҡаралырға ингән ауырыуҙарға һәр саҡ мөләйем, яҡшы һүҙ табырға әҙер булған был табиптың ябай һәм матур итеп, тап-таҙа башҡортса һөйләшеп ултырғанын күреп кинәнгәнем бар:
- Ней булған, ағай?
- Әй, ҡустым, өй һалып йөрөгәндә мынау билемде биртендергәйнем…
- Ҡатыныңдан төкөртөп ҡараманыңмы?
- Юҡ, әлегә…
- Өйөңә ҡайтҡас та, еңгәйҙән төкөртөп ал, килешә ул!..
Доктор үҙе мут йылмая. Уның был шаяртыуына әле генә һыҙланып ултырған ағай ҙа көлөргә тотона… Шул арала, кинәт кенә етди төҫ алып, был табип ауырыу картаһына ниҙер яҙа ла башлай: "Ағай, һинең фәлән-фәлән сир. Бына ошо мин яҙғандарҙы үтәһәң - ауырыуың ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сығыр…" "Рәхмәт, ҡустым!.." Уның хәләл ефете лә - юғары категориялы табип-педиатр. Фәрдиә ханым (бөгөнгө көндә хаҡлы ялда) менән улар ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улдары Азат, Азамат, ҡыҙҙары Гүзәл дә ата-әсәһе һымаҡ медицина юлын һайлаған.
Үҙемдең хеҙмәт юлым башлыса сит яҡтарҙа үтеү сәбәпле тик "элекке" табиптарҙы ғына яҡшы беләм. Әммә, ишетеүем буйынса, бөгөнгө көндә лә Баймаҡ дауаханаһында тәрән белемле, үҙҙәренең эшенә яуаплы ҡараған, халыҡҡа ла иғтибарлы булған йәш табиптар, шәфҡәт туташтары эшләй. Былтырҙан алып бөтә донъяны килеп баҫҡан тажзәхмәт сире ошо һөнәр эйәләре өсөн ҙур һынау булды ла инде. Һуғыш яланындағы яугирҙар менән сағыштырып булырлыҡ был кешеләр араһында үҙемдең курсташым Гөлнур Әҙеһәм ҡыҙы ла бар. Пациенттарына ярҙам ҡулы һонған, инфекцияның ҡап уртаһында йөрөгән был табип үҙе лә уҙған йыл бик ҡаты сирләп ала, әммә төҙәлеп сыҡҡас та, һис кисекмәҫтән, ҡабаттан һаулыҡ һаҡсылары сафына баҫа. Башҡортостан рекспубликаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы, бер туған ағайым - Юлай Төхфәт улын да әлеге сир урап үтмәне. Ағайым был ауырыуҙан көскә тере ҡалды. Ифрат ауыр, әммә почетлы бына шул эштәрендә һәммә табипҡа - коллегаларыма Аллаһ Тәғәләнән иман, оло сабырлыҡ, ныҡлы һаулыҡ насип итеүен һорайым.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы хәрби табип.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.08.21 | Ҡаралған: 534

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru