«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗАМАНҒА ЭЙӘРЕП...
+  - 

Бөгөнгө заман уҡытыусыһы - ул уҡытыусы ғына түгел. Ә йәш быуында ватансылыҡ, кешелеклелек, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ, зауыҡ, хатта эшҡыуарлыҡ сифаттары ла тәрбиәләгән һөнәр эйәһе.

Мәғариф системаһындағы үҙгәрештәр, реформалар, яңылыҡтар туған тел уҡытыусылары алдына ла яңынан-яңы талаптар ҡуя. Әммә төплө белемле, әүҙем һәм инициативалы, йүнсел һәм эшлекле, үҙенә лә, йәмғиәткә лә файҙа килтерә алған, ижади фекерләү һәләтенә, юғары мәҙәнилеккә, илһөйәрлек сифаттарына эйә булған, милли рухлы Башҡортостан гражданын тәрбиәләү һәр саҡта ла актуаль булды һәм булып ҡала. Тик ныҡышмалы, тырыш, белемен, тәжрибәһен даими үҫтереү өҫтөндә эшләгән уҡытыусы ғына бөгөнгө етеҙ үҙгәреп торған заманда ошо маҡсаттарға өлгәшә ала.
1-се Мәләүез ҡала мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәнилә Ғәниева - шундайҙарҙың береһе. Сығышы менән ул Иштуған ауылынан. 1991 йылда Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлап, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Мәктәптә нисек тырышып уҡыһа, юғары уҡыу йортонда ла алдынғылыҡты бирмәй. 1996 йылда юғары уҡыу йорто дипломы менән тыуған районына ҡайта һәм бына егерме биш йыл һайлаған һөнәре буйынса эшләй. Коллективта, район уҡытыусылары араһында оло хөрмәткә эйә булып, бар белемен, тырышлығын йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышлаған. Үҙенә йөкмәтелгән бурысты сәбәләнмәй, артыҡ ығы-зығыһыҙ, тыныс ҡына башҡарырға ғәҙәтләнгән ул.
Фәнилә Салауат ҡыҙы - юғары квалификациялы белгес, эшенең бар нескәлектәрен белгән, һөнәрен яратҡан уҡытыусы. Уҡытыу һәм тәрбиә эшен бер-береһенә бәйләп, йәш быуында туған телгә, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләй. Башҡорт йәштәрен инициативалы булырға, үҙ фекерен дөрөҫ итеп әйтә белергә, аудитория алдында сығыш яһарға өйрәтә һәм лидерлыҡ сифаттарын үҫтерә. Уҡыусыларының төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, ғилми конференцияларҙа әүҙем ҡатнашыуы, маҡтаулы урындар яулауы ла уның эшенең һөҙөмтәле икәнен дәлилләй.
2020-2021 уҡыу йылында Башҡортостан Республикаһында Башҡорт теле йылына арналған "Башҡорт теле - ғорурлығым минең" Бөтә Рәсәй иншалар конкурсында уҡыусыһы Азат Йәнбирҙин икенсе урын яуланы. Йыл һайын башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиадаларҙа уның уҡыусылары призлы урындар ала.
Фәнилә Ғәниева үҙе лә һөнәри конкурстарҙан ситтә ҡалмай. Белемен үҫтереү, педагогик оҫталығын камиллаштырыу өҫтөндә даими эшләй. Тырыш уҡытыусы үткән уҡыу йылында "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" район конкурсында ҡатнашып, маҡтаулы урынға лайыҡ булды. Оҙаҡ йылдар мәктәптә методик берекмәне етәкләй. Белем биреү өлкәһендә намыҫлы һәм ижади эшмәкәрлеге өсөн Фәнилә Салауат ҡыҙы район хакимиәте һәм мәғариф идаралығының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән.

Вилиә ФӘХРЕТДИНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.10.21 | Ҡаралған: 421

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru