Һандар, интернет, тиҙ үҫешкән технологиялар заманында йәшәйбеҙ. Улар тормошобоҙҙоң бөтә өлкәһендә лә ныҡлап үҙ урынын ала бара. Шулай ҙа яңы технологиялар үҫеше айырыуса мәғлүмәт өлкәһендә йәшен тиҙлегендә тарала. Хәҙер һәр кем төбәк, ил сиктәрендә генә түгел, ә тотош донъя киңлегендә булып үткән ниндәйҙер ваҡиға хаҡында минут-сәғәт эсендә хәбәрҙар була. Бының өсөн тик телефон, ноутбукты ғына асып күҙ һалыу ҙа етә.
Ләкин хәбәр һәм мәғлүмәттәрҙең дә тиҙ онотола торғаны менән бер рәттән, тәрән анализлауҙы талап иткәндәре бихисап. Ә ундай мәғлүмәткә интернет селтәрендә күҙ һалып алыуға ҡарағанда, ҡағыҙҙа баҫылғанын уҡыу күпкә отошло. Гәзит-журналдар битендәге аҡҡа ҡара менән яҙылғанды уҡыу кешене күпкә байыта, сөнки ул ҡапылғара, өҫтән генә уҡып сыҡмай, ә яйлап, бөтә нескәлегенә төшөнөп, хәлдең бар айышына үтеп инеп байҡай. Шөкөр, Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла яҙма баҫмалар донъя күреүен дауам итә. Күңелгә ятҡанын һайлап алып уҡырға, яҙҙырырға, туплап барырға мөмкинлек бар. Беҙҙең фатирға элекке кеүек үк тиҫтәләгән гәзит-журнал килә. Айырыуса үҙебеҙҙең телдә нәшер ителгәндәрҙе яҙҙырырға тырышам. Был, берҙән, ғаиләбеҙҙә буй еткереп килгән балаларға ла, милли матбуғатҡа ла файҙа. Бөгөнгө яҙмамда оҙаҡ йылдар дауамында яҙҙырған "Киске Өфө"гә анализ эшләргә ниәтләндем.
Гәзит өйөбөҙгә шәмбе көнө килә. Типография, ҡара буяу еҫе аңҡып торған гәзитте көтөп алам да иң беренсе тарихыбыҙҙы яҡтыртҡан биткә күҙ һалам. Ошо йылдар эсендә рубрика ярҙамында ниндәй бай мәғлүмәткә эйә булыуымды бөтә яҡындарым белә, сөнки осрашҡан саҡта уларға мотлаҡ һөйләйем. Тәүҙә битараф ҡына тыңлаусылар ҙа хәҙер "Илһам ағай, әйҙә "Киске Өфө"лә уҡыған тарихи ваҡиғалар хаҡында һөйлә әле", тип үҙҙәре үк мөрәжәғәт итә. Бер мәғлүмәтен дә төшөрөп ҡалдырмайынса һөйләү өсөн ҡат-ҡат уҡып хәтергә һеңдерем һәм ошо рәүешле мейемде лә эшләтәм. Был да минең өсөн хәтерҙе стимулда тотоу әмәлдәренең береһе.
"Киске Өфө"нө тағы ла нимә өсөн яратам: ул кешегә уйланырға мөмкинлек биргән мәҡәләләр баҫтыра, яңы фекерҙәр уята, күп төрлө уйҙар сорналышына сумдыра ла оҙайлы ваҡытҡа үҙ ҡамауында тота. Айырыуса берәй мәҡәлә сыҡҡандан һуң гәзит уҡыусыларының уны күтәреп алып үҙ фекерҙәрен еткереүе оҡшай. Бер үк ваҡиғаға төрлө ҡарашты уҡыу, уларға ҡушылып, гәзиткә уй-фекеремде яҙмаһам да, бәхәсләшеү мине рухи яҡтан ҡанатландырып ебәрә. Ҡатынға ла уҡыйым ошондай яҙмаларҙы һәм ҡайһы саҡта, фекерҙәр тура килмәгән осраҡта, хатта үпкәләшеүгә тиклем барып етәбеҙ. Бына ҡайҙа ул гәзиттәге һүҙ ҡеүәһе, халыҡтың йөрәген ҡуҙғытып ебәреү көсө. Үпкә тотоп күп йөрөмәйбеҙ, сөнки гәзиттәге сканвордҡа яуаптар эҙләү беҙҙе берләштерә һәм оло азарт менән һорауҙарҙы сисә башлайбыҙ.
Ҡартлыҡ - шатлыҡ түгел, сирләмәй тороп булмай, врачтарға ла йыш мөрәжәғәт итергә тура килә. Бына өс йылдай тирәһе "Киске Өфө"лә төрлө табиптар менән булған әңгәмәләрҙе уҡып, уларҙың өлкәһендәге һорау тыуһа, төбәп үҙҙәренә барам да ҡуям. Башҡортса ауыҙ тултырып хәбәр өндәшеүем күңелдәрен иретәме, әллә оло кешене ҡарамай сығарып ебәреү уңайһыҙмы - әлегә тиклем береһенең дә кире борғаны юҡ. Бөтөнләй уларҙың дауаханаһына ҡарамаһам да, тыңлап, дауаларын яҙып оҙатып ҡалалар. Бына гәзиттең тағы ла минең өсөн бигерәк шәп яғы - үҙебеҙҙең милләт табиптары тураһында яҙыуы.
Ғүмерем буйы заводта эшләгән кеше булараҡ, интеллигенция вәкилдәре ҡайҙалыр юғарыла торған кеүек тойола ине. "Киске Өфө"нө уҡый башлағас иһә уларҙың да беҙҙең кеүек ябай, хисле, үҙ милләте өсөн янып-көйгән, ярҙамсыл, эшкә генә түгел, һүҙгә лә әүәҫ кешеләр икәнен аңланым.
Шиғырҙарҙы яратып уҡыйым. Яңы хикәйәләрҙе көтөп алам. Талантлы яҙыусы-шағирҙарыбыҙ күп булыуы һөйөндөрә. Йырсылар менән булған әңгәмәләр ҙә күңелгә яҡын. Йәштәргә айырым майҙан бирелеүе айырыуса ҡыуандыра.
Илһам ҒӘНИЕВ.
Өфө ҡалаһы.
КИРЕ СЫҒЫРҒА