Карателдәр тарафынан 1738 йылдың 21 майында яҙылған экстрактта ошондай мәғлүмәт теркәлгән: "...Апреля 22 от верных старшин Шарыпа Мрякова, Аракая Акбашева объявлено: воры башкирцы приезжая команд их 4 деревни раззорили, а имянно дер. Ишмухамметеву, дер. Салтарову, дер. Бишказы, дер. Узы-баши, да убили верных башкирцов 4-х, ранили 2-х, полонили 3-х человек, а скот и пожитки все побрали, а у них воров убит главной Чюрагул".
Старшина Шәрип Мораҡов ихтилалды баҫтырыуҙа үҙе лә ҡатнаша, башҡа ырыуҙарҙың ихтилалсы башҡорттарын буйһондороу маҡсатында махсус отрядтар төҙөй. 1740 йылда ихтилал башлығы Ҡараһаҡалды эҙәрлекләү өсөн капитан Кублицкий ҡарамағына 200 атлы яугир оҙата. Яуыз старшинаға яҡын булған ырыуҙаштары - старшина Араҡай Аҡбашев, сотниктар Яҡуп Аслаев, Мәмәк Ҡатиҡов та унан сикһеҙ биҙеп, 1741 йылда Өфө вице-губернаторы П.Д. Аксаковҡа шикәйәт ебәрә: "…старшина Шерып Мряков насилием своим чинит нам, имянованным, великую обиду, а именно: с сенных покосов и с вод рыбных, с припущенников, собирая оброк, нам, имянованным, ничего не дает".
Әйтергә кәрәк, башҡорт ихтилалдарына ҡатнашмаған, карателдәр тарафынан ауылдары яндырылмаған, йөҙәрләгән, меңәрләгән кешеләре үлтерелмәгән, әсиргә алынмаған, язаланмаған Ҡаршын ырыуы халҡы XVIII быуат урталарына катастрофик рәүештә кәмеүгә дусар була. Әгәр Көнгөр бургомистры Юхнев 1725 йылда Ҡаршын олоҫонда барлығы 700 хужалыҡ булып, хәрби хеҙмәткә яраҡлы 2 100 ир-ат булыуын теркәһә (ҡаршындарҙың дөйөм һаны яҡынса 10 000 кешенән ашыу була), тарихсы Рычков мәғлүмәттәренә ярашлы, XVIII быуат урталарында ошо олоҫта ни барыһы 77 хужалыҡ ҡала. Быны тик бер генә сәбәп менән аңлатып була: яһил олоҫ старшинаһын күрә алмаған, башҡа башҡорт ырыуҙары халҡы менән теләктәшлек күрһәткән ҡаршындар, үҙ ерҙәрен ташлап, башҡа тарафтарға сығып китергә мәжбүр була.
Ете йыллыҡ һуғыш башланыу менән (1756 - 1763) императрица Елизавета Петровна хөкүмәте 500-әр атлы яугирҙан торған башҡорт һәм мишәр полктарын Пруссия армияһына ҡаршы барған һуғышҡа ебәрергә була. Был 1 000 кешенән торған башҡорт-мишәр отряды 1756 йылдың 8 октябрендә Ҡаршын олоҫоноң Шәрип ауылында туплана һәм подполковник Боргентрейх командалығында Пруссияға оҙатыла. Был яугирҙар намыҫ менән һуғыша, әммә хөкүмәт уларҙың ҡаһарманлығын кеше башына ни барыһы 1-әр һум аҡса менән баһалай: "…из башкирского, мещеряцкого и колмыцкого войск командировано в 756-м в заграничную армию тысяча пятьсот человек, а в 757-м годех августа 19 дня за оказанные под Виллавою храбрые действия пожаловано всей армее… токмо по малоимению тогда денежной казны произведено вышепомянутому войску единственно на один месяц, то есть каждому человеку по одному рублю". Был яуҙа Ҡаршын олоҫонан старшина Әхмәр Шәрипов етәкселегендә 9 кеше ҡатнаша: Аҡбаш ауылынан - Әтүн Туҡтаров, Юлдаш Әмитев, Шаммәт Ырыҫов; Мәмәк ауылынан - Өмөтҡол Киленев, Сыртлан Сөләймәнов; Шәрип ауылынан - Әлкәй Мөлөкәев, Юнай Атэймәҫов; Мөнәк ауылынан - Мөхәт Арыҫланов, Әбдразаҡ Туғайсурин.
1767 йылда яманатлы даны менән танылған Шәрип Мораҡовтың улдары Вәлиша һәм Яҡуп Шәриповтар Екатерина II батшабикәгә, үҙҙәренә поход старшинаһы һәм сотник чиндары биреүҙе һорап, мөрәжәғәт итә. Бер аҙ ваҡыт үтеүгә, уларҙың һорауын хуплап, Ырымбур генерал-губернаторы А.А. Путятиндан түбәндә килтерелгән йөкмәткеле билдәләмә хаты килә: " …По указу Ея Императорского Величества…, слушав доношения, поданного к нему, тайному советнику и кавалеру, Уфимского уезду Казанской дороги Каршинской волости бывшаго главного башкирского старшины Шерыпа Мяркова детей - сотника Валиша да редового Якупа Шерыпова, коим, изъявляя реченного отца их, Шерыпа, во время произошедших башкирских замешательств верные и против протчих старшин отличные и похвальные службы и что он, Шерып, за те ево службы по указам е. и. в. и с Правительствующего Сената Оренбургской губернской канцелярии тремя саблями, деньгами и похвальными указами был награжден".
Әле иҫкә алынған старшина Шәрип Мораҡовтың башҡа башҡорттар үҙ хоҡуҡтары өсөн үлемесле алышҡа сыҡҡан заманда батша властарына тоғро хеҙмәт итеүе, бүләктәр алыуы бер генә тарихи хәҡикәтте раҫлайҙыр - яуҙа һәләк булған батырҙарына халҡы дан йырлаһа, яһиллығы менән танылған әҙәмдәрҙең, күп быуаттар үтеп киткәс тә, бары тик яманатлы исеме генә ҡала.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Аҙағы. Башы 39,40, 43-сө һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №44, 2021 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА