«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮСЕП КИТЕРГӘМЕ ИНДЕ?
+  - 

Башланды... Коронавирустан да дер ҡалтырап, депрессияла йәшәүсе халыҡтың нервыларын әле килеп мәңге туймаҫ "Теплосбыт" филиалдары ҡапшай ҙа башланы: хаҡтар тағы ла артасаҡ, тип һөйөнсөләй улар.

Йылылыҡ ресурсы хужаларына был ҙур һөйөнөс, әлбиттә, әйтерең бармы, ә халыҡ өҫтөнә көйөнөс артынан көйөнөс яуып ҡына тора. Йә күҙ терәп торған ризыҡтарына хаҡ арта, йә коммуналь хеҙмәттәргә. Әле ҙур хәбәр итеп, һүҙ юҡта һүҙ булһын, тигәндәй, Башҡортостанда йылылыҡ өсөн хаҡтарҙың ни өсөн ҡабара барыуының сәбәптәрен аңлаталар. Тарифтар буйынса БР Дәүләт комитеты ла "Теплосбыт" көйөнә көйләнгән, ахыры. Был ведомство хужаһы С.Бурдюк тигән ханым аңлатма биреүенсә, илдең башҡа эре ҡалаларына ҡарағанда, Өфөлә йылылыҡ тарифының юғары булыуы йылылыҡ сығанаҡтары һанына бәйле, имеш. Мәҫәлән, ти ул, Ҡаҙан ҡалаһында йылылыҡ сығанаҡтары һаны ни бары 45 процент тәшкил итһә, Өфөлә ул - 91 процент. Үҙәк йылылыҡ пункттары тариф иҫәбенә "аҫрала" ти ул, ә улар Ҡаҙанда - 125, Өфөлә - 298. Был ғына ла етмәй әле аҡланырлыҡ сәбәп өсөн, өҫтәүенә, тағы бер сәбәп килтерелә: йылылыҡ селтәрҙәре оҙонлоғо ла халыҡ кеҫәһе яуы икән дә. Бурдюк нишләптер тағы ла Ҡаҙан өлгөһөн телгә ала: унда бына әлеге оҙонлоҡ һис тә оҙон түгел - 579 км ғына икән, ә Өфөлә - 1063,8 км , йәғни Ҡаҙанға ҡарағанда 83 процентҡа күберәк! Беҙгә нимә, хәҙер Ҡаҙанға күсеп китергәме инде? Дөрөҫөн әйткәндә, ҡулланыусыны хаҡтар артыу сәбәптәре ҡыҙыҡһындырмай ҙа, уның былай ҙа ҡайғыһы баштан ашҡан. Был хаҡта ресурс хужаларының үҙҙәренең башы ауыртһын. Ә инде законһыҙ рәүештә тарифтарҙы икеләтә-бишләтә арттырып, халыҡты талау юлы менән генә хәлдән сығырға өмөт итәләр һәм эште башҡаса цивилизацияға ярашлы ойоштора белмәйҙәр икән, компанияны дәүләт ҡарамағына тапшырһындар, банкротлыҡ иғлан итһендәр. Халыҡтың аҡтыҡ аҡсаһын ҡайырып алып, кем дә эш күрһәтә ала. "Теплосбыт" филиалы "БашРТС" директоры И.Попова ла, йылдағыса, үҙ йырын көйләй. Бурдюк ханымдың һүҙҙәрен ҡеүәтләп, ул әле октябрҙә үк ҡулланыусынан аҡса ҡайырмаҡсы. Йәнәһе лә, быйыл октябрь былтырғыға ҡарағанда "чуть-чуть" һалҡын булды, имеш...Ә фатирҙарҙағы батареялар бит, киреһенсә, "чуть-чуть" йылымыс булманымы ни, Попова ханым?

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.11.21 | Ҡаралған: 314

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru