Бер нисә йыл элек гәзитебеҙҙә "Мин дә алыпһатар булдым" тип аталған мәҡәлә баҫтырғайным. Шундағы бер эпизод ошолайыраҡ. Улым менән бер туҡталҡалағы павильонды һатып алып, унда аҙыҡ-түлек һата башланыҡ. Күп тә үтмәй, эргәләге электән эшләп торған киоск хужабикәһе - олораҡ ҡына йәштәге бер апай килеп инде. Яртылаш урыҫсалап: "Тауарығыҙҙы минекенән арзаныраҡ хаҡҡа һата башлаһағыҙ, я вас уничтожу!" - тип, беҙҙе иҫкәртеп китте. Беҙ, әлбиттә, ундай-бындай янауҙар ишетеүгә алдан әҙер инек, әммә бының һымаҡ һүҙҙәрҙе башҡаларҙан көткәйнек. Бәхеткә, ул мәлдә рэкет хөкөм һөргән осор үтеп киткән булған икән. Ошо һөйләшеүҙән, йомшаҡ итеп әйткәндә, беҙҙең күңел һис кенә лә күтәрелмәне, әммә ниндәй генә тауар һатһаҡ та, хаҡты әлеге күршенеке һымаҡ итеп ҡуйырға мәжбүр инек. Һатып алыусыларҙы йәлеп итеү өсөн бер аҙ осһоҙораҡҡа һатҡанда, килешеп ҡалыр ине лә бит…
Күпмелер ваҡыттан беҙ күмәртәләп алған базаларҙа ла әле бер, әле икенсе тауарға хаҡтар күтәрелеп тороуына иғтибар иттек. Ундағы хаҡтарға тейешле процент ҡуйғас, әлбиттә, һинең тауарың да ҡиммәтләнеп китә бит инде. Теләһәң-теләмәһәң дә. Әлеге база хужалары менән дә һөйләшкеләй торғайным. Тик улар ҙа беҙҙең һымаҡ уҡ хәлдә икән. "Беҙ ҙә арзанға һатыу яҡлы, әммә тауарҙы үҙебеҙ яһап сығармайбыҙ бит, уларҙың хаҡын етештереүселәр өҫтәй, - тигән һымағыраҡ яуап ишетергә тура килә ине. - Етештереүселәрҙе лә аңларға була. Илдә әленән-әле яғыулыҡ һәм башҡа сеймалдарҙың да хаҡы артҡылап тора…" Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ.
Яғыулыҡ, сеймал тигәндәй, әлеге баш һүҙемә яуапты, башлыса, ана шул тирәнәнерәк эҙләргә кәрәктер ул, йәмәғәт. Бөгөнгө көн яғыулыҡһыҙ бер нәмә лә етештереп булмауын һәр кем аңлай. Етештереүселәрҙең хәле лә әлеге күмәртәләп, артабан ваҡлап һатҡан магазиндарҙыҡына оҡшаш булып килеп сыға. Уларға ла кемдәрҙәндер яғыулыҡ, сеймал һатып алырға тура килә. Юҡҡа ғына бөтә донъяла бар яғыулыҡ сығанағы тиерлек булған нефть, газ һымаҡ ер аҫты байлыҡтарын етештереүҙе арттырыу йә кәметеү, уларҙың хаҡын төшөрөү йә күтәреү тураһында халыҡ-ара һөйләшеүҙәр тынмайҙыр. Юғары дәүләт органдары кимәлендә тимер һәм башҡа төр рудаларҙы, ағас-ташты ла йыш ҡына иҫкә алалар.
"Әйбереңдең хаҡын белгең килһә - баҙарға бар", тигән әйтемде электән үк ишеткеләй торғайным. Хаҡтарҙың тотҡарлыҡһыҙ өҫтәлә барыуын кемдер берәүҙең уны тыя алмауынан ғына күрергә тырышыу ҙа ғәҙел булмаҫтыр, әлбиттә. Бөтә донъя күләмендә барған иҡтисади көрсөк мәлендә хатта хөкүмәт башында ултырғандар ҙа тота килеп теге йәки был хаҡты кәметтерергә йөрьәт итмәй. Сөнки улар бындай тыйыуҙың нимәгә килтерәсәген яҡшы белә. Был - баҙар иҡтисады, йәғни, һинең һата торған тауарыңа баҙар үҙе хаҡ ҡуя. Артыҡ ҡыйбат итеп һатырға теләгән әйбереңде лә, йә иһә, тиҙ генә һатып ебәреү маҡсаты менән арзанайтырға уйлаған нәмәңде лә үҙең теләгәнсә һата алмауың бар. Мәҡәләмдең башында килтергән ябай ғына миҫалдағы һымағыраҡ, тауар хаҡын арзанайтыуҙы тыйыусылар ҙа мотлаҡ табыласаҡ, тимәксемен….
Икенсенән, һатыу яҡшы барһын өсөн халыҡтың аҡсалы булыуы шарт. Әгәр ҡулланыусыларҙың кеҫә яғы һай булһа, йәғни кешенең һатып алыусанлыҡ һәләте түбән икән, әлбиттә, бер ниндәй етештереүсе йә һатыусы ла тауарға хаҡты күтәрә алмай. Ә инде халыҡҡа эш хаҡын бер аҙ арттырған хәлдә тауар хаҡы ла үҫә башлаясағын беләбеҙ.
Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары бөгөнгөләй хәтеремдә. Беҙгә эш хаҡын ай һайын күпләп өҫтәй башлағас, магазиндарҙа элегерәк бер ҡасан да күрмәгән, ҙур дефицит һаналған һәр төрлө әйберҙәр, ашамлыҡтар күренгеләй һәм артабан күбәйә башланы. Хаҡтары, әлбиттә, ҡиммәт кенә. Киләһе айында эш хаҡы тағы арта, ә хаҡтар йәнә күтәрелә. Эйәһе тарафынан сылбыры көн дә бер метрға оҙайтылып та, һөйәк һалынған һауыты ике метрға алыҫайтылған бәйле эт хәлендә ҡалған һымаҡ тоя башланы үҙҙәрен күптәр. Шулай эш хаҡы менән тауар хаҡы уҙыша торғас, күпмелер ваҡыттан ҡасандыр бер нисә тин генә торған икмәктең хаҡы мең һумдан ашып китте. Бәғзе берәү машина һатып алырға тип оҙаҡ йылдар буйы йыйып, һаҡлыҡ кассаһына һалып ҡуйған ете-һигеҙ мең һум аҡсаһына, ысын мәғәнәһендә, бер нисә буханка икмәк кенә һатып ала алды… Ә "тинлек" тигән төшөнсә бөтөнләйгә онотолдо. Берәй нәмәнең хаҡын нисә һум тип түгел, ә нисә мең, тип кенә һораша башланыҡ. Ә инде автомобиль һымағыраҡ берәй ҙурыраҡ әйберҙе тиҫтәләгән миллиондарға һатып ала инек. Уның ҡарауы, эш хаҡтары ла миллиондарға барып етеп, илебеҙҙә бөтәбеҙ ҙә "миллионер" булып киттек. Миллионды "лимон" тип йөрөттөк. Ҡулланыу уңайыраҡ булһын типмелер, 1998 йылда Ельцин указы буйынса артыҡ ҙурайып киткән аҡсаларҙың өс ноле алып ташланды һәм, әлеге "лимон" хәҙер "тыщща" тип йөрөтөлә башланы (Сағыштырыу өсөн: шул аҡсаларҙы "деноминация"ламаған, йәғни үҙгәртмәгән хәлдә, бөгөн эш хаҡтары уртаса утыҙ-ҡырҡ миллион булып, ә бер түтәрәм икмәк 30-50 мең һум тирәһе торор ине).
Бәғзе ололарыбыҙ һағынған совет ҡоролошо дәүерендә (ҡайһы берәүҙәр уны "торғонлоҡ заманы" тип атай) йыш ҡына ҡулланған "планлы экономика" тигән төшөнсәне лә әле күптәребеҙ онотмаған. "Капиталистик ҡоролоштан айырмалы, социалистик илдәргә "инфляция" тигән нәмә бөтөнләйгә хас түгел", тип үттек беҙ политэкономия дәрестәрендә. Әлбиттә, хәҙер ҙә һәр нәмәне планлаштырып эшләйҙәр. Әммә ул саҡта бөтә нәмәгә лә юғары органдар тарафынан ныҡлы хаҡтар ҡуйылып, ана шул аныҡ хаҡ менән генә һаталар ине. Кемдер берәү һатып алып, бәйәһен үҙе баһалап, тауарҙы артабан үҙенсә реалләштерә икән, ундайҙарҙы "спекулянт" (хәҙергесә - алыпһатар) тип атанылар. Спекулянттарҙы яуапҡа тарттыра торған статья ла булманы түгел. Берәй кеше һирәк осрай торған "дефицит" әйберҙе икенсеһендә күреп ҡалһа: "Эспикүләнттән алдыңмы?" - тип һорай торғайны. Ул осор һәр нәмәнең хаҡы "ҡаты" булды. Эйе, ысынлап та, ҡап-ҡаты! Гаражымда совет осоронан һаҡланып ҡалған бер суйын йоҙаҡ ята. Тышына "Цена - 1 р. 60 коп." тип, хатта ҡойоп яҙылған. Хужабикәләр һәр нәмәнең тиерлек бәйәһен яттан белә ине. Минең дә уларҙың бер нисәһе иҫемдә ҡалған: ҡара икмәк - ун алты, ағы - егерме биш тин, ашханала шәкәрһеҙ сәй - бер, ә шәкәрлеһе - өс тин булды…
Бәғзе берәү, хәҙер хөкүмәтебеҙ бына ошолай итеп хаҡтарҙы аныҡлап ҡуя алмаймы ни, тиер. Юҡ, һис кенә лә ҡуя алмай, тип әйтер инем мин. Әгәр, фәлән нәмә - фәләнсә, төгән нәмә - төгәнсә торорға тейеш, тигән "ҡаты" закон сыҡһа, бер нисә көн эсендә магазин кәштәләре, йомшаҡ ҡына итеп әйткәндә, әлеге һикһәненсе йылдарҙағы (СССР дәүерендәге) һымаҡ ҡына булып ҡаласаҡ (урыҫ әйтмешләй, "хеть шар тәгәрәт"). Сөнки етештереүселәр, һатыусылар үҙ тауарын "ҡаты" хаҡҡа һатырға риза булмаясаҡ һәм уны магазинға ла сығармаясаҡ. Эйе! Әлеге Союз осоронда кешенең эш хаҡы ла даими кимәлдә, хатта уны үҙ ваҡытында ла түләй торғайнылар бит. Кеҫәлә аҡса ла бар һымаҡ, әммә берәй нәмә һатып алырға кәрәк булһа, магазиндар буйлап сабаһың. Ярай әле, үҙең йәшәгән ҡалала тапһаң… Башҡа өлкәләргә сығып китеп тә эҙләй торғайныҡ. Ә магазинға һатыуға һирәкләштереп булһа ла килгән тауарҙар башта прилавка аҫтына йәшерелә, унан магазин директоры, товаровед, һатыусы һәм уларҙың юғарылағы хужалары араһында бүлгеләп алына. Артҡаны (әгәр ҙә булһа) прилавкаға сығарыла. Халыҡ оҙон сиратҡа теҙелешеп, һатып алырға тырыша (Йәй етһә, мәктәп формаһы, портфель һымаҡ әйберҙәр алыр өсөн, әсәйемдең Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл ҡасабаһына йөрөгәнен хәтерләйем).
Аҙыҡ-түлек менән дә шундай уҡ хәл. Колхоз-совхоздарҙа меңәрләгән баш эре мал көтөп, хатта өйҙәге яңғыҙ һыйырыңдың һөтөн-майын ай һайын хөкүмәткә тапшырып та, кибеттәрҙә ит-һөт продукцияһын һирәк кенә күреүебеҙгә үҙебеҙ аптырай инек. Кәнфит-шоколадтар, сәй ҙә бик һирәк осрай торған тауар булды. Магазинға колбаса килтерһәләр, уға сират әллә ҡайҙа һуҙыла ине. Ә "ливер колбасаһы" бер аҙ йышыраҡ күренгеләне. Шул турала "әсе теллеләр" төрлө көлкөлө лаҡаптар ҙа уйлап сығарып һөйләргә әүәҫләнеп китте. Көләмәстәр менән дә бер аҙ тамаҡ туйып ҡалған һымаҡ була торғайны. "Иван Васильевич меняет профессию" тигән фильмды күрмәгән кеше юҡтыр. Тап шул мәлдә төшөрөлгән кино бит ул. Иван Грозный батшаның һәр төрлө һыйҙан һығылып торған өҫтәлендәге ҙур-ҙур һауыттарға өймәләм итеп тултырылған ҡыҙыл, ҡара ыуылдырыҡҡа әллә ни иғтибар итмәй, бер тәрилкә төбөнә ҡалаҡ башындай ғына итеп һалынған "кабачковая икра" ға ҡарап, кәмитсе актер Крамаровтың ирендәрен ялап-ялап алғанын күреп көлә инек. Оло быуын кешеләре быны ифрат яҡшы аңлай инде. Сөнки беҙ йәш саҡта, ысынлап та, ҡара, ҡыҙыл икра тигән дефицитлы деликатес хаҡында ишетә генә белә инек. Күп кенә аҙыҡ-түлек кибеттәренең кәштәләрен тултырған әлеге ҡабаҡ икраһынан башҡа бер нәмә лә тиерлек булмағанына төрттөрөп төшөрөлгән фильм эпизоды ине ул. Был киноны ҡуйыусы режиссер Леонид Гайдай, заманына күрә, ҡыйыу ғына кеше булған тип уйлау кәрәк. Сөнки илдәге һәр төрлө етешһеҙлектәрҙе тәнҡитләү СССР-ҙа хупланманы, уларға "тейешле органдар" шунда уҡ иғтибар итә ине. Фильм режиссеры менән дә ошо хаҡта, бәлки, "әңгәмәләшкәндәрҙер" тип уйлайым… Ә әлеге товароведтар, һатыусылар "юғары ҡатлам" кешеләре булды. Бер "Һәнәк" журналында сыҡҡан ошондай һүрәтте хәтерләйем: ит баҙары. Ҡулына ҙур балта тотҡан ныҡ ҡына кәүҙәле ит сабыусыға берәү ихтирамлы итеп (хатта үҙенең башындағы бүреген сисеп): "Ә бит һеҙ карьерағыҙҙы ябай инженер ғына булып башлағайнығыҙ..." - тип өндәшкәнен күреп, бер талай көлөп алғаныбыҙҙы хәтерләйем. Эйе, бына шулай, үҙебеҙҙән үҙебеҙ көлә торғайныҡ.
Хәҙер күҙ алдыбыҙға килтереп ҡарайыҡ: (баштараҡ иҫкә алған туҡһанынсы йылдағы һымаҡ) бөгөнгө көндә лә, әйтәйек, беҙҙең эш хаҡын кинәт кенә ике тапҡырға өҫтәнеләр икән, ти. Магазиндағы тауарҙың хаҡы шул көндә үк ике-өс мәртәбәгә артасаҡ! Бына шуның өсөн дә мин элек, хеҙмәт иткән дәүерҙә, эш хаҡы өҫтәүҙәренә лә һис шатланмай торғайным. Был хәлде аңлау өсөн экономист булыу ҙа кәрәкмәйҙер. Үҙ иңебеҙҙә татыныҡ бит инде. Хәҙер хөкүмәтебеҙ шуға күрә лә ошо өлкәлә ифрат һаҡ сәйәсәт алып бара, хаҡтарҙы бер аҙ тотороҡландырыу мәсьәләһен дә ныҡ ҡына уйлап хәл итә. Әленән-әле, нимәнеңдер хаҡын артыҡ ныҡ күбәйтмәҫкә, шул уҡ ваҡытта эш хаҡы күләмен дә самалап ҡына өҫтәргә ҡарар иткеләп, ана шул ике нәмәне бер аҙ теҙгендә тоторға тырышыусы етәксе органдарыбыҙға ла еңелдән түгелдер тип уйлайым. Ошо проблемаларҙың эсендә йөрөгәс, уларға юғарынан яҡшыраҡ та күренәлер. Юҡҡа ғына "дума" һынлы урында ултырмай бит улар. Боронғо башҡорт йырында ла "Был түрәлек һиңә бирелгәндер, аҡылдарың камилға күрә…" тип йырлайҙар.
Шулай, бөгөнгө хәлебеҙҙе бынан утыҙ-ҡырҡ йылдар элекке дәүер менән сағыштырып ҡарайым дә, "Аллаға шөкөр", тип һәр саҡ ҡабатлайым. Шәриғәт күҙлегенән сығып ҡарағанда, ошондай риүәйәт бар. Кешеләр Аллаһ илсеһенә килеп, баҙарҙағы финиктың ҡыйбатланыуына зарланған. Ә йөҙөм емешенең хаҡы үҙгәрмәй, элеккесә ҡалыуы тураһында ла әйткәндәр. Финик һатыусыларға тауар хаҡын төшөрөргә бойороуын үтенеп, Бәйғәмбәргә мөрәжәғәт иткәндәр. Әммә Бәйғәмбәребеҙ с.ғ.с. килгән халыҡҡа ана шул емештең хаҡын мәжбүри түбәнәйтеү ярамағанлығы тураһында әйткән. Финик алырға хәлдәре етмәгәндәргә уның урынына әлегә йөҙөм менән ҡәнәғәт булып торорға ҡушҡан (сөнки тәбиғәт шаттары боҙолоп китеү йә иһә башҡа төр сәбәп менән финиктың уңмаған осоро булыуы ла мөмкин бит)… Был, баштараҡ иҫкә алып киткән баҙар иҡтисады заманындағыса була инде. Шуға күрә лә, берәй нәмәнең хаҡы арта икән, шәхсән мин әллә ни бошона һалып бармайым. "Шулай булырға тейеш", тип кенә ҡабул итәм, был хәл менән килешергә тырышам. Бөгөнгө көнөбөҙҙә лә әлеге пандемия, йәйге ҡоролоҡ, халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙең көсөргәнешлеге арҡаһында тауар хаҡтарының артыуын тәбиғи тип һанайым. Минең фекерем менән ризалашмаусыларҙың да ифрат күп булыуында шигем юҡ. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, хөрмәтле яҡташтар?
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №51, 2021 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА