«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠЫҢҒЫРАУҘЫҢ ЭСЕ БУШ
+  - 


Элегерәк Яңы йыл етә башлаһа, өс ат мисәүләп егелгән санаға ултырып, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу өйҙән-өйгә, ауылдан-ауылға ҡарттарға һәм бала-сағаға күстәнәс өләшеп йөрөй торғайны. Заманы менән бергә был йола ла ваҡыт санаһынан төшөп ҡала бара. Ауыл хакимиәттәре эше яҡшы ҡуйылған урындарҙа ғына һаҡлана был йола. Әммә ажғырып торған аттар елеп килгәнен белдереп, бар халыҡты урамдарға сығырға мәжбүр итеүсе дуғаларҙағы ҡыңғырау сыңы күңел төбөндә сың-сың килеп ишетелеп тик тора. Ҡыңғырау тигәндән, унан саҡрым-саҡрым алыҫтарға китерлек тауыш сығыуы эсенең буш булыуынан килә тип кем уйлаһын инде. "Ҡыңғырауҙың эсе буш" тип әйтелә халыҡ мәҡәлендә. Уның кинәйәһе хаҡында уйланһаң, мәғәнәһе ҡыңғырау сыңынан да алыҫҡараҡ китерлек, Ер шарын урап сығырлыҡ, быуаттарға етерлек. Ошо әйтем хаҡында киңерәк итеп фекер йөрөтөп ҡарайыҡ.

Ҡасандыр ике күрше йәшәгән. Уларҙың хәлле йәшәгәне Ҡөрьәнде ятҡа белеп, Ҡөрьән-Хафиз дәрәжәһенә өлгәшкән. Ул мәсеттән сыҡмаған, көнө-төнө намаҙ уҡыған, дин талап иткән бер ғәмәлде лә ҡалдырмай, теүәл үтәп барған. Уның күршеһе, йортонда балалары күп булғанлыҡтан, йыл һәм тәүлек әйләнәһенә эшенән бушамаған, онотҡанда бер генә тапҡыр булһа ла мәсеткә барып намаҙ уҡырға ла ваҡыт тапмаған.
- Ҡайһылай бәхетле минең күршем. Донъяһы етеш, көнө-төнө намаҙлыҡ өҫтөндә ултырып, Аллаһы Тәғәлә хозурында булыуҙан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән был донъяла йәшәгән кеше өсөн, - тип уйлаған эш менән мәшғүл булыусы кеше үҙенең диндар күршеһен осратҡан һайын.
- Ҡайһылай бәхетһеҙ кеше, көнө-төнө эш тә эш. Мәсеткә барырға аҙ ғына ваҡыт табырға була бит, - тип уйлаған диндар күршеһен осратҡанда.
Күпмелер ваҡыт үткәс, күршеләр гүр эйәһе булған һәм яндарына һорау алыусы фәрештәләр килгән. Улар күршеләрҙән бәхетле булыу-булмауҙары хаҡында һорашҡан.
- Эйе, мин ғүмерем буйына изге доғалар менән йәшәп, бик тә бәхетле булдым, - тигән диндар бик ҡәнәғәт ҡиәфәттә.
- Татырға насип булманы инде өлөшөмә төшкән көмөшөмдө, бәхет мине урап үтте. Ғүмерем буйына көнө-төнө эш өҫтөндә ҡайнаным. Әммә һис тә мандыманым. Балаларым күп булғас, уларҙы ашатырға-эсерергә, кейендерергә кәрәк ине. Үкенескә күрә, намаҙ уҡырға, ғилем эстәргә теләгем ҙур булһа ла, быға минең ваҡытым етмәне, - тигән ғүмере буйына эш менән мәшғүл булыусы күршеһе.
Күршеләрҙе иң ныҡ аптыратҡаны шул булған: фәрештәләр уларҙың бәхет дәүмәлен бизмәнгә һалып ҡараған һәм ике яҡ та тигеҙ тартҡан. Был хәлде бер фәрештә түбәндәгесә аңлатып биргән. Иғтибарын тәүҙә диндарға йүнәлткән: - Һин матди байлыҡҡа эйә булһаң да, рухи байлыҡ ҡытлығы кисереп йәшәгәнһең. Шул бушлыҡты тултырыу маҡсатында көнө-төнө намаҙ уҡығанһың, ғилем эстәгәнһең. Һин үҙеңдең байлығың уртаһында буп-буш күңелең менән фәҡир кеүек ултырғанһың. Фәҡәт тик донъя малына бәйле нәфсең үлгәс кенә һин рухи байлыҡҡа эйә буласаҡһың. Матди байлыҡты һиңә Аллаһы Тәғәлә күңелеңдәге рухи фәҡирлекте тултырырға күберәк ваҡытың ҡалһын өсөн биргән...
Икенсе күршегә ҡарап фәрештә былай тигән:
- Ә һин үҙ ғүмереңдә ярлылыҡтың, хеҙмәт ауырлығының ғазаптарын ныҡ татығанһың. Шуға күрә ғүмереңде бәхетһеҙ үткәрҙем тип иҫәпләйһең. Әммә һин яңылышаһың, сөнки рухи халәт һәм бәхет матди байлыҡ менән үлсәнмәй. Һинең ғүмереңдең һәр миҙгеле рухи көс, ғәм, сәм, доға уҡырға ынтылыш, хыялдар менән тулы булғанға, һин ғүмереңде бәхетле үткәрҙем тип иҫәпләй алаһың...
- Бер тапҡыр ҙа доға уҡымаған һәм үҙен бәхетһеҙ тойған кеше менән үҙ ғүмерен намаҙлыҡ өҫтөндә үткәргән кешенең бәхет дәүмәле тигеҙ булып сығамы инде? - тип үҙ дәғүәһен белдерергә ашыҡҡан диндар, фәрештәләрҙең һүҙе менән риза булмайынса.
- Һеҙҙең дәғүәгеҙ урынһыҙ, сөнки Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында һеҙҙең бәхет дәүмәле үҙегеҙҙе бәхетле итеп тойоу йә тоймауға бәйле түгел, - тигән диндарға фәрештә.
- Барыбер риза түгелмен быға. Мин ғүмерем буйы Аллаһты маҡтап доға уҡыным, күпме дини ғилем эстәнем, мин уҡыған доға-аяттарҙың иҫәбе-һаны юҡ, ә ул ғүмере буйы донъялыҡҡа бәйле тормош, эш менән булды, - тип һаман да сигенергә теләмәгән диндар.
- Кемгә нимә етмәй, ул шул бушлыҡты тулыландырырға тырыша, - тип яуаплаған уға фәрештә. Был һүҙҙәр диндарҙың ярһыуын шунда уҡ юҡҡа сығарған...
Ошо фәһемле тарихта динле булыу менән иманлы булыуҙың араһында ҙур айырма барлығы күренеп тора. Үҙ ғүмерендә бер генә тапҡыр булһа ла намаҙ уҡымаған кеше ғүмере буйына намаҙлыҡтан тормаған кешегә ҡарағанда иманлыраҡ булып сығыуы бар икән хатта. Һәр хәлдә, был тарихтан күренеүенсә, уларҙың ҡылған ғәмәлдәренә бирелгән баһала бизмәндәрҙең ике яғы ла тип-тигеҙ.
Совет дәүерендә кешеләр һәм төрлө милләт вәкилдәре бер-береһенә ҡарата ихтирамлы, эскерһеҙ мөнәсәбәттә булды. "Кеше кешегә дуҫ һәм иптәш" тигән һүҙҙәр ҡоро лозунг ҡына булманы. Шул уҡ ваҡытта донъялар үҙгәреп китеп, элекке Советтар Союзында йәшәгән милләттәр үҙ диненә ҡайта башлағайны, дуҫлыҡ һәм иптәшлек мөнәсәбәттәре лә юғала башланы. Бынан ниндәй һығымта яһарға була, тип уйлайһығыҙ? Эйе, тимәк, совет осоронда кешеләрҙең меңәр йылдар буйына тоғролоҡ һаҡлаған дини иман, әхлаҡ принциптары һуғышсан атеизм шарттарында ла дуҫлыҡ, иптәшлек сифаттарына йәшеренеп йәшәгән. Тимәк, ул саҡта кешеләр үҙ асылы менән иманлы булғас, барыбер ҙә Аллалы, динле булып йәшәгән. Күптәрҙең үҙ диненә килгән хәҙерге заманды иманға ҡайтыу тип атап булһа, кешеләр һәм ҡәүемдәр араһында арта барған дошманлыҡты нисек аңлатырға һуң? Әлбиттә, сабыр, иманлы, әхлаҡлы булырға саҡырған дин менән был күренештең араһында бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡ юҡ. Икенсенән, беҙ күп кенә кешеләрҙең ошо үҙгәрештәр заманында ысын мәғәнәһендә дингә килеп, Аллаһтың барлығын йөрәге менән тойоп, диндең фарыз ғәмәлдәрен үтәп, үҙе, ғаиләһе, милләте, иле өсөн ҡулынан килгәндең барыһын эшләп йәшәгәнен дә беләбеҙ. Бында инде дәғүәбеҙ икенсе төркөмдәгеләргә ҡағыла.
Ә хаҡ мосолман менән монафиҡты нисек айырырға һуң? Ошонда инде халҡыбыҙҙың "Ҡыңғырауҙың эсе буш" тигән әйтеме иҫкә килеп төшә. Ә шулай ҙа... Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №52, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.12.21 | Ҡаралған: 380

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru