«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АСЫУЫН ЕҢГӘН КЕШЕ КӨСЛӨ | ВИЧ-инфекция йөрөтөүсе ҡатын монологы
+  - 


Хәтерегеҙҙәлер, СПИД һәм ВИЧ-инфекцияһы тураһында иң беренсе 1987 йылда һөйләй башланылар. Мин уның хаҡында 9-сы класта уҡығанда беренсе тапҡыр ишеттем. Был көндө беҙҙе, 8-10 класс уҡыусыларын, тамаша залына йыйҙылар һәм ошо темаға телетапшырыу күрһәттеләр. Был аббревиатуралар тураһында педагогтарыбыҙҙың да береһе лә аныҡ ҡына бер нәмә лә белмәй. Ул ваҡытта ниндәй ҙә булһа хәүеф-хәтәр янағанда ла, хәҙерге һымаҡ, бөтәһен дә асып-ярып һалып бармайҙар ине бит. Улар беҙҙән тик иғтибар менән тыңлауыбыҙҙы ғына үтенде.

Микроскоп аша төшөрөлгән ниндәйҙер анализдар, лаборатория тикшереүҙәрен күрһәттеләр, тәүге ҡорбандар булыуын һөйләнеләр. Ә беҙгә, йәштәргә, океан артында нимә булһа ла - барыбер, иғтибарһыҙ, шаярып-көлөп тыңланыҡ. Шулай ҙа был ҡурҡыныс сирҙең тик енси юл менән күсеүе хаҡында хәбәр итеүҙәре ныҡ иҫемдә ҡалған. Совет осоронда енси бәйләнеш, секс тигән һүҙҙәр киң мәғлүмәт сараларында бик һирәк осрай ине. Шуға ла уны һәр кем бик оят нәмә тип ҡабул итте. Эргәмдәгеләр нимә тигәндер инде, пырхылдап көлөп ебәрҙем, миңә башҡалар ҡушылды. Бөтәһен дә ҡыуып сығарып булмай бит инде, бер уҡытыусы килде лә, мине елтерәтеп сығарып ебәрҙе. Һәр кемдә эске ҡаршылыҡ бар, берәүҙәр уны тыя белә, икенселәр, киреһенсә, уны тышҡа сығара. Миндә лә был көс етерлек ине: "Миңә был тапшырыуҙың кәрәге лә юҡ, сөнки мин уның менән бер ҡасан да ауырымаясаҡмын!" - тип ҡысҡырып сығып киткәнем хәтерҙә.
Боронғоларҙың, соҡорҙо һикереп үтмәйенсә, "һоп" тип әйтмә, тигәне раҫ икән йәки, кем әйтмешләй, "никогда не говори никогда": бына байтаҡ йыл инде "инфекция йөрөтөүсе"ләр рәтендә диспансер иҫәптә торам. Инфекциялы һәм иммун дефициты вирусын йөрөтөүсе тигән терминдарҙы яҡшы белгәндәр, бәлки, тапҡанһың ҡайғырыр нәмә, һин бит инфекция йөрөтөүсе генә, ә ауырымайһың, тиер. Кеше хәлен кеше белмәй, тигән һымаҡ, үҙ хәлемде үҙем генә аңлайым. Йылдан-йыл мөшкөлләнә барыуымды тоям. Саҡ ҡына һыуыҡҡа ла сыҙамайым, тамаҡ шешә, тән температураһы күтәрелә, хәлһеҙлек, күңел төшөнкөлөгө бер ҡасан да ташламай. Ҡасандыр эргәмдә йүгереп йөрөгән яҡындарым да яйлап ситләште. Ауырыуға ҡарағанда күберәк ана шул яңғыҙлыҡ тойғоһо мине бөтөрә.
Үҙемдең бәләмдә, бәхетһеҙлегемдә, әлбиттә, бер кемде лә ғәйепләргә йыйынмайым. Бөтәһенә лә тик үҙем генә ғәйеплемен. Аҡылһыҙлығым, дөрөҫөрәге, тәкәбберлегем хаҡы бик ҙур булды: бөтә ғаиләм, карьерам, киләсәгем менән түләнем. Баштан-аяҡ ғашиҡ булып, ныҡ яратып сыҡтым тормошҡа. Училищела уҡығанда уҡ танышҡайныҡ, бер-беребеҙҙе саҡ ҡына күрмәй торһаҡ, үлер хәлгә килеп һағындыҡ. Дуҫтар беҙҙең мөнәсәбәткә һоҡланып, нисәмә быуындың мөхәббәт символына әйләнгән Зөһрә һәм Таһир тип йөрөттөләр. Ул армияла саҡта бер кемдең һүҙенә лә, әсәй-атайҙың тыйыуына ла ҡарамай, бер түгел, ике тапҡыр барып ҡайттым ирем янына. Ике йыл буйы меңәрләгән саҡрым араны тоташтырып, хат яҙыштыҡ. Ҡайтҡас та һоратырға килде.
Бик матур итеп тормош ҡороп ебәрҙек. Бер-бер артлы ике ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Тик... Бер-беребеҙҙе нисек яратһаҡ, шул тиклем үк көнләшеп аптыраттыҡ. Ул саҡ ҡына эштә оҙаҡлаһа, үҙемә урын таба алмайым, ҡайтып инеү менән яралы йыртҡыстай ташлана инем. Мин ваҡытында өйҙә булмаһам, ул мине шулай ҡаршыланы. Ул ниндәй ҡотҡо булғандыр, хатта үҙ туғандарыбыҙҙан ҡыҙғана инек бер-беребеҙҙе.
Иремә, ысынлап та, ҡатын-ҡыҙҙар бер ҡасан да битараф булманы, ул һәр ваҡыт гүзәл заттың иғтибар үҙәгендә ине. Минең холоҡто белгәнгәме, ул коллективта тыуған көндәргә, юбилейҙарға йөрөргә тырышманы, мин дә унан айырым байрам кисәләренә атлығып торманым.
Шулай, бер йыл 8 Март алдынан эштән ҡайтманы. Бындай ваҡытта башҡа йүнле уй киләме ни? Көттөм-көттөм дә сығып киттем. Барһам, бригадалары эштән һуң ҡатын-ҡыҙҙарын байрам менән ҡотлап табын ҡорған. Тик уның артында минең ир күренмәй. Күпме тырышһам да, уны таптырып, бөтә өҫтәлдәрен пыран-заран килтереүемде иҫләмәйем. Ярһып, аффект хәлендә булғанмынмы, әллә ен алмаштырҙымы, белмәйем. Илай-илай төнгө ҡала буйлап атлайым. Яҡтыһы булған фатирҙарҙың бөтәһендә лә минең һөйөклө ирем ултыралыр, кемделер иркәләйҙер, наҙлы һүҙҙәр һөйләйҙер кеүек, көнләшеүҙән йөрәгем алҡымыма тығыла. Артымдан бер ир ҡыуып етте. Бер ҙә таныш булмаған ирҙең 8 Мартты бергә ҡаршыларға тәҡдимен ҡыуанып ҡабул иттем, шуның менән балаларымдың атаһына, берҙән-беремә үс итергә уйланым. Бер грамм шарап эсмәһәм дә, иҫерек инем. Ул кешенең йөҙөн дә, ҡайҙа йәшәгәнен дә, нимә һөйләшкәнебеҙҙе лә хәтерләмәйем. Иртән ул мине машина менән илтеп ҡуйҙы.
Байрам табыны артында булмағас, хәләлем ҡайҙа булған тип уйлайһығыҙ? Дауаханала. Эштә аяғын йәрәхәтләп, тиҙ ярҙам машинаһы менән алып киткән булғандар. Ә ғаиләһенә хәбәр итергә береһе лә кәрәк тапмаған.
Бына ошолай үҙемдең тойғоларыма баш була алмау сәбәпле өҙөлөп һөйгән, бөтәһенән өҫтөн ҡуйған иремде, балаларымды, бөтә тормошомдо селпәрәмә килтерҙем. Юғалттым, тип шартлыса әйтәм, әлбиттә, улар мине береһе лә ташлап китмәне йәки ҡыуып сығарманы. Әммә бер-беребеҙгә бөтөнләй ятбыҙ хәҙер...
Бөгөнгө тормош тәжрибәмдән сығып, шуны әйтер инем: был донъяла асыуын еңә белгән кеше - иң көслөһө. Асыу бөтәһендә лә бар. Тик уны еңә белергә кәрәк, шул ваҡытта ғына үҙеңә-үҙең хужа була алаһың, әгәр ошо тойғоңа баш була алмайһың икән, башҡа бөтә яҡшы сифаттарыңды аяҡ аҫтына һалып тапайһың, тигән һүҙ...
Битараф, ғәмһеҙ кешеләрҙе элек йәнем һөймәй торғайны. Хәҙер уларға һоҡланам, сөнки ундайҙарҙың, "һалҡын аҡыл" менән эш иткәндәрҙең тормошонда бөтәһе лә үҙ урынында. Ә мин ҡасандыр бер баҫаһы урынға ике баҫып, оло апайҙар әйтә алмағанды тура әйтеп, үҙемдең һәр ваҡыт ғәҙел, дөрөҫ, ҡыйыу һәм ҡулымдан бөтә эш тә килеүе менән ғорурлыҡ тойғоһо кисереп, дөрөҫөрәге, тәкәбберләнеп, һөҙөмтәлә ошо көнгә төштөм. Һәр ваҡыт беренсе урынға үҙемде йәки яратҡан иремде ҡуйҙым. Тәү сиратта Аллаһу Тәғәләне ҡуйырға кәрәк булған... Бына шул гонаһым өсөн бик ҡиммәт түләнем. Шуны әйтергә теләйем: асыу менән бер нәмә лә эшләмәгеҙ. Асыу, үс алыу тойғоһо кеүек үк упҡынға этәрә...

Монологты
Лена АБДРАХМАНОВА
яҙып алды.

"Киске Өфө" гәзите, №1, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.01.22 | Ҡаралған: 663

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru