«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә сентябрь календары "Бөтөн донъя автомобилһеҙ бер көн" иғлан итте. Ә һеҙ машинаһыҙ йәшәй алыр инегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ИРҘӘР - ДЕКРЕТ ЯЛЫНДА
+  - 

РБК (РосБизнесКонсалтинг) компанияһы мәғлүмәттәре буйынса 2021 йылда Башҡортостанда 42144 ҡатын декрет ялында булған. Шулай уҡ был хоҡуҡ менән 612 ир-ат та файҙаланған. Декрет ялында булғандар өсөн түләнгән 3,5 миллиард һумдың 67,6 миллион һумы декрет ялындағы атайҙар өлөшөнә тура килә. Кеше ышанмаҫтай хәбәрҙе ысын булһа ла һөйләмә тиһәләр ҙә, статистика шундай. Нимә тиҙәр әле: донъяла бер ир декрет ялында ултырһа, оят, икәүҙән күберәк икән - статистика. Хәтерегеҙҙә булһа, элегерәк "Мыйыҡлы өләсәй" ("Усатый нянь") тигән комедия ҡарай торғайныҡ. Унда балалар баҡсаһында өләсәй-тәрбиәсе булып эшләүсе Кеша хаҡында һүҙ бара. Фильмы булғас, был проблема совет осоронда ла көнүҙәк булғандыр тип уйланыла. Шулай ҙа сәйер булып күренгән ошо күренештең сәбәптәре хаҡында уйланғанда:

А Ирҙәр күп осраҡта "ҡатын-ҡыҙ дәүләт һәм ире елкәһендә өйҙә рәхәтләнеп бала ҡарап, бер нәмә лә эшләмәй тик ултыра" тип уйлап ныҡ хаталана. Әммә улар үҙҙәре тәүлек әйләнәһенә йүргәктәр йыуыу, үтекләү һәм туҡтауһыҙ илауҙар, көйгән бутҡалар, туҙраған уйынсыҡтар мөхитендә тороп ҡалғас, был ғәмәлдең бигүк "рәхәт" түгеллеген тәүге көндәрҙә үк аңлап өлгөрә һәм унан ҡотолоу юлдарын эҙләй башлай. Быға инанғығыҙ килһә, йүргәк балағыҙҙы алып ҡалып, ҡатынығыҙҙы көн буйына был ғәмәлдән азат иттереп, киноға йә концертҡа ебәреп ҡарағыҙ. Әйткәндәй, был ғәмәлегеҙ декрет ялындағы ҡатынығыҙға һәр төрлө сәскәләр гөлләмәләренән дә шәберәк бүләк булыр. Шуға күрә лә, РБК мәғлүмәттәре буйынса, йыл башында декрет ялына сыҡҡан 612 ир-аттан йыл аҙағына 280 генәһе тороп ҡала, ҡалғандары декрет ялын кире ҡатындарына күсереп яҙҙырып, эшенә сыға һала.

Б Элек, асылда, ирҙәр күпләп хеҙмәт иткән завод-фабрикаларҙың ябылыуы, көслө заттың эшһеҙ тороп ҡалыуы ла сәбәптер был күренешкә. Мәҫәлән, элек баш ҡалабыҙ Өфөлә генә ҡырылмаһа ҡырҡ төрлө сәнәғәт предприятиелары эшләп, тегендә-бында торбалар төтөн сығара торғайны. Ғөмүмән, республикабыҙҙың ҙур ҡалалары тап сәнәғәт үҫеше нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Әйтәйек, Салауат, Сибай, Ишембай, Туймазы, Октябрьский, Благовещенск ҡалалары һ.б. Ауыл ерендә лә колхоз-совхоздар гөрләп эшләгән саҡта ир-ат эшһеҙ ултырманы.

В Тәбиғәттә, йәмғиәттә, милләттә "көслө кеше" тигән вакантлы урын бар. Һуңғы ваҡытта төр булараҡ күп кенә позицияларын юғалтҡан ир-аттың урынын ҡатын-ҡыҙ яуларға мәжбүр. Сөнки йәмғиәтте, милләтте һаҡлап ҡалыу ихтыяжы нескә затты ошо юлға этәрә лә инде. Һуңғы йылдарҙа ауыл-ҡалаларҙа әүҙемләшкән ағинәйҙәр хәрәкәте тап ошо хәлдең сағылышы. "Ҡатын-ҡыҙ ир-аттың урынын баҫып алды" тигән фекер менән һис тә килешмәйем. Сөнки ир кеше ҡатыны урынына декрет ялына китә икән, бында ҡатынының һис кенә лә ғәйебе юҡтыр.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №3, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.01.22 | Ҡаралған: 762

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru