Февраль башҡорт донъяһына Рәми Ғариповты биргән ай, ағайҙы беҙҙең аранан алып киткән ай ҙа февраль. Быйылғы февралдә шағирға 90 йәш тулған булыр ине... Ошо ваҡиға уңайы менән Рәми Ғариповтың балаларын - рәссам, Өфө ҡалаһының 2-се художество сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Азамат ҒАРИПОВ менән Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы, концертмейстер, шулай уҡ Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлнара ҒАРИПОВАны редакциябыҙға саҡырҙыҡ һәм уларҙың аталары тураһындағы хәтирәләрен тыңланыҡ.
Атай-әсәйҙәр, ғәҙәттә, балаларын да үҙ һөнәренә йәлеп итеүсән. Рәми ағай ҙа һеҙҙе, моғайын, ижад кешеләре итеп күрергә теләгәндер. Һәр хәлдә, һеҙҙең сәнғәт донъяһында хеҙмәт итеүегеҙ, берегеҙҙең - рәссам, икенсегеҙҙең музыкант булыуығыҙ юҡҡа ғына түгелдер?
Азамат: Атайым һүрәт төшөрөүемде хуплай ине. Был оҫталыҡ атайымдың үҙендә лә, уның бер туған ҡустылары Рауил менән Урал ағайҙарҙа ла бар ине. Салауат ағайым да оҫта ғына рәссам ине, тик ул икенсерәк йүнәлештәге һөнәр һайланы. Алтынсы класта уҡығанда атайым мине танылған рәссам Әхмәт Лотфуллиндың оҫтаханаһына алып барғайны. Шунда Әхмәт ағай минең һүрәттәремде ҡарап, кәңәштәр бирҙе. Рәссам үҙе лә беҙҙең өйгә йыш килә ине, уның гел генә, хатта сәй эскәндә лә, блокнотына нимәлер сыймаҡлағаны иҫемдә ҡалған. Минең дә бәләкәй саҡтан үҙем менән блокнот йөрөтөү ғәҙәтем булды, унда мин йәнһүрәттәр төшөрә инем. Ул блокноттарым ҡайҙалыр юғалып бөттө инде хәҙер.
Рәссамдар, ғәҙәттә, ниндәйҙер бер аныҡ йүнәлештә эшләй бит инде, ә мин иһә иллюстрацияны үҙ иттем. Китаптар араһында үҫтем һәм бөгөн дә уҡытыу эше менән бергә китаптарҙы һүрәттәр менән биҙәйем.
Минең ижадсы, рәссам булып формалашыуыма башҡортса уҡыуым да ҙур йоғонто яһағандыр, тим. 1968 йылда Өфөләге 91-се мәктәптә башҡорт класы асылғайны. Баш ҡалалағы беренсе башҡорт класының уҡыусыһы булдым мин. Ә 3-сө класҡа иһә беҙ яңы асылған 20-се ҡала башҡорт мәктәбенә уҡырға барҙыҡ. Ошо мәктәптәге үҙенсәлекле мөхит үҫтерҙе, тәрбиәләне, илһөйәр итте беҙҙе. Иң мөһиме, бында табылған дуҫтар ҙа бер көнлөк йә бер айлыҡ түгел, ә мәңгелек. Беҙ бөгөн дә аралашып, бер-беребеҙгә терәк булып йәшәйбеҙ.
Гөлнара: Әйткәндәй, 20-се ҡала башҡорт мәктәбен асыуҙа беҙҙең атайҙың да роле ҙур. Оло ҡаршылыҡтарға ҡарамайынса, баш ҡалала милли интеллегенцияның балаларын уҡытыу өсөн мәктәп астырыуҙы юллап йөрөгән бер нисә кеше араһында атайым да була...
Беҙ ғаиләлә өс бала үҫтек, өсөбөҙ ҙә был тормошта үҙ юлыбыҙҙы тапҡанбыҙ. Беҙҙең ғаиләлә юғары белем алыу мотлаҡ тип һаналды. Азамат ағай тәүҙә педагогия училищеһының художество-графика бүлеген, аҙаҡтан пединститутта ошо уҡ бүлекте тамамланы. Атайым да, әсәйем дә Азамат ағайымдың рәссам булыуын теләй ине. Әммә ағайымды күберәк педагог эше үҙенә ылыҡтырҙы һәм бөгөн мин бының юҡҡа түгел икәнен күрәм. Уны уҡыусылары шул тиклем ярата, ихтирам итә. Үҙең белгәнде башҡаларға тапшырыу һәм унан оло ҡәнәғәтлек алыу - үҙе ҙур бәхет.
Минең музыка юлынан китеүем тураһында һөйләгәндә бер ваҡиғаны мотлаҡ иҫкә алырға кәрәктер. 1969 йылда, миңә өс йәш булғанда, атайымдың "Аманат" тип исемләнгән шиғырҙар китабы баҫылып сыҡҡан. Уның гонорарына атайым ике ҙур әйбер - пианино һәм телевизор һатып алған. Былай ҙа осон-осҡа ялғап йәшәгән мәлдә пианино һатып алсы әле! Был инструментты барыһы ла яратты һәм бөтәбеҙ ҙә унда уйнап ҡарай инек. Ғөмүмән, беҙҙең өйҙә гел музыка яңғырап торҙо, әсәй йырлап ебәрә торғайны.
Минең музыкант булып китеүем барыһы өсөн дә көтөлгән хәл булғандыр, атайым да теләгәндер быны, тим. Беренсе класҡа уҡырға 20-се ҡала башҡорт мәктәбенә барһам да, 2-се кластан Өфө сәнғәт академияһы эргәһендәге Урта махсус музыка мәктәбендә уҡый башланым. Унан һуң Өфө сәнғәт институтының фортепьяно бүлегендә уҡыным. Уҡып йөрөгәндә үк Музыкаль тәрбиә биреү мәктәбендә (хәҙерге Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернаты) эшләй башлағайным, оҙаҡ йылдар эшләнем унда.
Азамат: Салауат ағайыбыҙ 8-се класты шулай уҡ 20-се ҡала башҡорт мәктәбендә тамамланы. Ағайымдың холҡо бик үҙенсәлекле, үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан, ғәҙел, тура һүҙле ине. Бала саҡта ҡурайҙа бик шәп уйнай ине, шуға ла 8-се класты тамамлағас, атайым уның Өфө сәнғәт училищеһына ҡурай класына уҡырға инеүен бик теләгәйне лә, әммә әсәйебеҙҙең һүҙе өҫкә сыҡты: ағайым радиотехник техникумды һайланы. Ул гел эшләп үҫте, йәй буйына археологик экспедицияларға йөрөнө. Әле лә хәтеремдә, беренсе эш хаҡына үҙенә сәғәт, миңә саңғы, атайға, әсәйгә бүләктәр һатып алғайны. Шулай итеп, минең алтынсы класта бик шәп йүгереү саңғыларым булды, бының өсөн ағайыма ныҡ рәхмәтлемен. Ул беҙгә аҙаҡтан да матди яҡтан ныҡ ярҙам итте. Уҡыуҙы тамамлағас та Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡҡа эшкә китте. Салауат ағай тәбиғәте менән ауыл малайы булды. Егерме йәшендә район элемтә бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнгәс, үҙен тулыһынса эшкә екте. Эшкә сәмсел ине, ялҡауҙарҙы, эскелек менән мауығыусыларҙы бөтөнләй яратманы. Һуңынан уны Учалы районына эшкә күсерҙеләр. Атайым үлгән йылда ағайым Мәсетлелә эшләп йөрөй ине әле. Көндәлектәрендә яҙыуынса, һуңғы тыуған көнө менән атайҙы Салауат ағайҙан башҡа бер кем дә ҡотламаған... Хәҙер ағайым да юҡ инде...
Замандаштары Рәми ағайҙы үҙ милләте, теле, халҡы яҙмышы һәм намыҫы өсөн утҡа-һыуға инер ҡыйыу кеше итеп белә. Яҙғандарының гәзит-журналдарҙа баҫылмауы, эшкә ҡабул итмәүҙәр, шул арҡала матди мохтажлыҡта йәшәү - былар барыһы ла уның ошо ҡыйыулығына, тура һүҙлегенә, көрәшсе рухына бәйле лә инде. Ә бына Рәми ағайҙың улдарында ла бармы икән бындай ҡыйыулыҡ?
Азамат: Белмәйем, беҙҙең ҡыйыулыҡты атайҙыҡы менән сағыштырып буламы икән? Атайым бит милләттең яҙмышы хәл ителгәндә партияның Өлкә комитетындағы иң юғары түрәләргә лә тураһын ярып әйтеүҙән ҡурҡмаған. Беҙҙә лә бар ул ҡыйыулыҡ, тик уны күберәк көнкүреш кимәлендә генә ҡулланырға тура килә. Ҡайһы саҡта был ҡыйыулыҡ ҡыҙыулыҡҡа ла алып килә. Мәҫәлән... Бер саҡ улым менән ҡунаҡта булдыҡ та, Галле урамы буйлап башҡортса һөйләшә-һөйләшә китеп барабыҙ. Йәлилгә ул саҡта өс йәштәр тирәһе генә булғандыр. Беҙҙең арттан бер ҡатын менән ир кеше килә. Беҙгә төбәп тороп: "Килеп тулдылар бында ауылдан башҡорттар..." - тигәнерәк һүҙ ысҡындырҙы былар. Ҡыш ине. Йәлилде ситкә этәрҙем дә, ир кешене иңбашым аша көрткә ташлап, өҫтөнә менеп ултырҙым. Чечен булып сыҡты был, "Хәҙер бысаҡты сығарам, үлтерәм", тип ҡысҡыра. "Һин кемдең икмәген ашайһың, кемдең һыуын эсәһең, етмәһә, үҙең дә ситтән килгәнһең", тип, ауыҙына аҙыраҡ ҡар тултырып, "аңлатыу эштәре" алып барырға тура килде. Ә улым быларҙың барыһын да ишетеп торҙо бит, аҙаҡтан: "Атай, беҙҙең дә бәке бар ҙа инде", - тигән була. Уның өсөн милләтеңде мыҫҡыл итеүселәргә яуапһыҙ ҡалырға ярамағанлығын аңлатыусы һабаҡ булды инде был.
Гөлнара: Әйткәндәй, Азамат ағайҙы пединститутта уҡыған сағында "Аҡыл, намыҫ, выждан" тип йөрөтәләр ине. Мин үҙем дә асылыма ҡаршы килгән ваҡиғаларҙа ҡатнашыуҙан ҡырҡа баш тартам һәм: "Беҙҙә, ғариповтарҙа, былай эшләмәйҙәр", - тип аңғартып ҡуям.
Рәми ағай баҡыйлыҡҡа күскән мәлдә берегеҙгә - ун алты, икенсегеҙгә ун йәш кенә булған. Ә шулай ҙа атайығыҙ менән үткәргән мәлдәрҙе, ҡайһы бер атай һабаҡтарын хәтерләйһегеҙҙер?
Азамат: Атай беҙгә бер ваҡытта ла тауыш күтәрмәне. Ҡаты ғына итеп бер әйтеп ҡуя ине, әлбиттә. Салауат ағайым төрлө этлеккә оҫта ине. Уға мин дә ҡушылып китәм. Ләкин язаһы ағайыма түгел, миңә эләгә. Берәй эш боҙғаныбыҙҙы белеп ҡалһа, атайым кем ғәйепле икәнен тикшереп-нитеп тормай, мөйөшкә мине баҫтыра ла ҡуя. Беҙҙең ғаиләлә "Быны мин эшләмәнем", тип аҡланып тороу йә алдашыу ғәҙәте юҡ ине. Үҙем ағайым өсөн яза үтәп торам, үҙем илайым, "Бына мин үлһәм, минең нисек ғәҙел булғанымды аңларһығыҙ, үкенерһегеҙ әле", тип уйлаған булам эстән генә.
Атайымды гел өҫтәл артында яҙышып ултырған килеш күрә инек беҙ. Уның бушты-бушҡа ауҙарып диванда ятҡанын күргәнем булманы, ятһа ла, ҡулында йә гәзит, йә журнал, йә китап булыр, янында ҡәләмдәре аунап ятыр ине. Беҙҙең өй китапханаһындағы китаптарҙың барыһы ла төҫлө ҡәләмдәр, ручкалар менән һыҙғыланып бөткән. Әле яңыраҡ Толстойҙың көндәлектәрен асһам, бер ҡағыҙ бите килеп сыҡты. Унда атайҙың ҡулдары менән: "Шағир үҙенең тормошонан иң яҡшы нәмәләрҙе ала ла, үҙенең әҫәрҙәренә һала. Шуға ла уның әҫәрҙәре матур, ә тормошо насар була",- тип яҙылған. Ысынлап та, беҙгә атай йылыһы бик етмәгәндер ҙә инде. Атай был донъянан киткәндә туғыҙынсы класта уҡый инем. Хатта бер ултырып, атай һәм ул булып һөйләшмәгәнбеҙ ҙә, тигән үкенеү йәшәй күңелдә. Йәмәғәт кешеһе булды, сәйәсәттән дә алыҫ торманы. Уның кеүек үтә ғәҙел, дөрөҫлөктө генә яҡлаусыларҙы бөгөп булмай, һындырып ҡына була торғандыр. Атайым бөтәһенә лә бер төрлө ҡараны, үҙенә лә, дуҫтарына ла талапсан, ҡаты булды, көндәлектәрендә улар адресына ла ҡаты ғына әйтелгән урындар бар.
Гөлнара: Салауат ағайымдан һуң ғаиләбеҙҙә Лилиә тигән ҡыҙ бала тыуа, ләкин ул йәше лә тулмайынса, ауырып үлеп ҡала. Шуға ла мин тыуғас, атайҙың бөтөн һөйөүе миңә күсә. Мин быны бик яҡшы тоя һәм белә инем. Малайҙар менән ул ҡатыраҡ булды, ни тиһәң дә, ир тәрбиәһе бирергә тырышҡандыр. Ағайымдар менән тартҡылашып, үсегешеп китәбеҙ ҙә, мин атайҙың бүлмәһенә инеп йәшеренәм, ә ағайымдарға унда инергә ярамай. Бәләкәй саҡта миңә атайҙың бүлмәһендә йоҡлап китеү оҡшай ине. Уның ҡулдары менән йомшаҡ ҡына итеп битемдән һыйпап йоҡлатыуы хәтерҙә ҡалған. Бүлмәгә гел ҡуйы тәмәке төтөнө таралыр ине, сөнки атай күп тарта торғайны. Ул үлгәс тә мин оҙаҡ ҡына тәмәке төтөнөндә атайҙың еҫен тоя торғайным.
Атайым яҙышып ултырған саҡта уның тубығында ултырғанымды хәтерләйем, күрәһең, был мин бөтөнләй бәләкәс саҡта булғандыр. Аңлайыммы, аңламайыммы, атай өсөн мөһим булмағандыр, ул миңә Есенин, Пушкин шиғырҙарының русса вариантын, шунан үҙенең тәржемәһен ҡысҡырып уҡый ине. Был ижади кухняның эсендә булыу тойғоһо минең күңелемә шул тиклем һеңеп ҡалған һәм мин ҡайһы бер шиғырҙарҙы ятлап алып, һөйләп тә йөрөй инем. Атай беҙҙең менән башҡортса ғына һөйләште. Башҡортса һүҙҙәрҙән махсус һүҙлек төҙөп бирә лә, һөйләшкәндә минең был һүҙҙәрҙе ҡулланыуымды көлөмһөрәп тыңлай ине. Тағы шул ныҡ хәтеремдә ҡалған: махсус музыка мәктәбендә уҡығанда атайым эргәһенә "Матбуғат йорто"на төшкө аш ашарға килә торғайным. Атайым ҡаймаҡ ашарға ярата торғайны. Ҡаймағын ашап бөтә лә, шул стаканға сәйен ҡоя, бик үҙенсәлекле эсемлек - ҡаймаҡлы сәй килеп сыға ине. Атайымдың шуны кинәнеп эскәне гел күҙ алдымда тора.
Шулай итеп, мин атайымдың мөхәббәте эсендә йөҙөп йәшәнем. Беҙ бәләкәй саҡта әсәйем ҡатыраҡ булды, бында тормошобоҙ ауырлығының да йоғонтоһо булғандыр, бәлки, миңә шулай тойолған ғыналыр. Ҙурайғас, әсәйем менән бик ныҡ яҡынлаштыҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, әсәй үҙенең һөйөүен, наҙын беҙ үҫкәс кенә бирә башланы.
Азамат: Атайым тураһында әллә ни күп нәмә лә һөйләй алмайым. Эйе, ул хөрмәтләүгә, ғорурланыуға лайыҡлы шағир кеше. Был йәһәттән Висенте Уйдоброның "Шағир - ул Алла; шағир ямғыр тураһында йырларға түгел, ә ошо ямғырҙы үҙенең шиғырҙарында яуҙыра алырға тейеш", тигән һүҙҙәре бар. Бына кем ул шағир! Ул - ижадсы. Ә беҙҙә, үкенескә күрә, шиғырҙар тотош декларациянан тора. 50-се йылдарҙағы, шулай уҡ 30-сы йылдарҙағы шиғырҙарҙы бөтөнләй уҡыуы мөмкин түгел. Мин Есенинды ла ҡабул итә алмайым. Бына япондарҙың шиғриәтен яратам. Һин телең осонда бал, лимон тәмен тояһың, йөрәгең дөпөлдәп тибә башлауын ишетәһең, йәғни, шиғыр кешегә ниндәйҙер мәғлүмәт еткерергә түгел, ә уның күңелендә тойғолар уятырға тейеш. Атайымдың бер нисә шиғырын мин ошолай ҡабул итәм. 19 йәшемдә уның, әйтәйек, "Ҡыш әкиәте"н уҡыһам, ваҡыт үтеү менән "Диңгеҙ ҡыҙы"ндағы тыуған ил-әсәнең һүҙҙәре йәки ҡобайыр жанрында яҙылған әҫәрҙәре күңелемә үтеп инеп тетрәндерҙе.
Башҡорт әҙәбиәте донъяһында "Рәми мәктәбе" тигән төшөнсә бар. Рәми ағайҙың ни тиклем көслө шәхес булғанлығын күптәрҙең уның эргәһенә һыйынып, таяныс табып йәшәүенән дә аңларға була. Ысынлап та, ул үҙенән бигерәк башҡаларҙы яҡлаған, ҡурсыған бит. Ғөмүмән, бөгөн дә, шағирҙы күреп белмәүселәр өсөн дә "Рәми мәктәбе"нән өйрәнәһеләр бик күп...
Азамат: Ул дуҫтары тураһында "минең Динисем", "минең Сафуаным", "минең Рауилем", тип кенә һөйләй торғайны. Рауил Бикбаевты иң талантлыһы тип иҫәпләне, шуға ла ул уны гел яҡланы. Улар ҙа үҙ сиратында рәхмәтле була белде, атайҙың исемен оноттормау өсөн генә түгел, ә ғаиләбеҙҙе күтәреү өсөн дә әллә күпме ярҙам иттеләр.
Беләһегеҙме, ваҡытында үлә белергә лә кәрәк. Ғайса бәйғәмбәргә лә үҙенең тормош идеяһын, тормош фәлсәфәһен башҡаларға еткереү өсөн үлергә кәрәк булған бит. Атайым да шиғырҙарында үлем тураһында күп яҙған, тимәк, үҙ үлемен дә алдан тойған булһа кәрәк. Хатта ғүмеренең һуңғы мәлендә башҡортсаға тәржемә иткән Омар Хайямдың һуңғы робағийы ла үлем тураһында: "За что же ты убил меня, владыка вечный..."
Гөлнара: Атайҙың Омар Хайям тәржемәләрен үҙ ҡулы менән яҙып, тегеп, китап итеп төпләп ҡуйған ҡулъяҙмаһы һаҡлана ине архивында. Был китаптағы ошо һуңғы робағи ул үлер алдынан ғына унда яҙып ҡуйылған...
Азамат: Гөлнара әйткән ошо үҙе тарафынан тулыһынса тиерлек төпләп ҡуйылған ҡулъяҙманы 2017 йылда китап итеп нәшер иттерҙем һәм минең атайым алдындағы бер бурысым үтәлде, тип уйланым. Әҙәбиәтселәр, тәржемәселәр өсөн бик кәрәкле һәм ҡиммәтле баҫма ул.
Гөлнара: Тәржемәләр тураһында һөйләшә башлағас, тағы шуны әйтәйем. "Минең антологиям" китабында баҫылған тәржемәләренең тәүге сығанаҡтарын эҙләп, әсәйем менән китапханаларҙа ла күп ултырырға тура килде. Шунда атайымдың ниндәй нескә тәржемәсе булыуын күрҙем дә инде.
Азамат: Ысынлап та, атайымдан өйрәнәһеләр, фәһем алыр нәмәләр күп. Ул тәбиғәте буйынса шундай ипле, һаҡсыл, теүәл кеше ине. Нәшер ителгән һәр китабының ҡулъяҙмаһы китап итеп тегелгән, яҙыуы ла ипле, матур. Ҡыҫҡаһы - эстет. Әгәр ҙә мөмкинлеге булһа, ул бик фырт кеше булыр ине, тип уйлайым.
Рәми ағай күберәк киләсәк өсөн ижад иткән бит. Күп әҫәрҙәрен тере сағында бер ҡайҙа ла баҫтыра алмаған, әммә бының менән ижадтан һүрелмәгән, яҙған да яҙған. Атайығыҙҙың архивында әлегә һеҙҙең ҡул теймәгән ҡулъяҙмалар тағы бармы?
Азамат: Бар, әлбиттә. Башҡортостандың халыҡ шағиры булараҡ, уның әҫәрҙәренең тулы йыйынтығын сығарғанда шәп булыр ине, ҡул теймәгән ҡулъяҙмаларын да шунда өҫтәргә мөмкин булыр ине. 50-60-сы йылдарҙа атайым Иван Франко тигән яҙыусының әҫәрҙәрен тәржемә иткән, бергә туплағанда, һәлмәк кенә китап килеп сығасаҡ. Быларҙан тыш, атайҙың китапханаһында башҡорт эпостары яҙылған тотош папкалар һаҡлана. Бала саҡ көндәлектәрен китап итеп баҫтырып таратыу "Рәми мәктәбе"нең тос әсбаптарын тәшкил итер ине. Ғөмүмән, шундай хыялым бар: атайҙың архивын электрон версияға күсереп, бөтөн донъяға күрһәтергә ине.
Гөлнара: Әсәйебеҙ ҙә атайҙың архивы өҫтөндә күпмелер ваҡыт эшләп өлгөрҙө. Уның бала саҡ көндәлектәрен тулыһынса китап итеп баҫтырып сығарыу тураһында хыялланғайны, был йәһәттән эш башланғайны ла. Тик... Атайҙың үлемен бик ауыр кисерҙе һәм ошо хәлдән оҙаҡ сыға алмай йөрөнө шул әсәйебеҙ.
Ҡасандыр әсәй Эдвард Радзинскийҙан шундай фекер күсереп алғайны, быны русса әйтһәк, дөрөҫөрәк яңғырар кеүек: "Поэту должно повести не с женой, а вдовой". Әсәй атай өсөн шундай тол ҡатын булды һәм үҙе үлгәндән һуң да Рәми һүҙенең шул тиклем көслө яңғырауында уның роле лә бар, тип уйлайым. Башҡорт йәмәғәтселеге алдына сығып, илай-илай атайым тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашыуы, башҡортса уның шиғырҙарын һөйләүе әле лә күҙ алдымда. Әсәйем ижади шәхес ине, ул үтә көслө ҡатын ине. Әсәй тоғролоҡ, оло мөхәббәт символы ла. Әйткәндәй, уны, рус ҡатынын, башҡорт йәмәғәтселеге яратып, үҙ итеп ҡабул итә ине. Әсәйем үҙен ысын башҡорт ҡатыны итеп тойоп йәшәне. Ейән-ейәнсәрҙәре менән мотлаҡ башҡорт телендә аралашырға тырышты, "Башҡортса һөйләшегеҙ, һеҙ бит Рәми балалары", тип әйтеп кенә тора ине.
Рәми ағайҙы күреп белгән дуҫтары, замандаштары күңелендә шағир яҙмышы тураһындағы үкенес барыбер ҙә үҙен белгертә. Ә һеҙҙә бармы ул үкенес, яҙмышҡа үпкәләү? Ғөмүмән, Рәми Ғариповтың улы йә ҡыҙы булыу ауырмы, еңелме?
Азамат: Беҙ бик ауыр йәшәнек, тип һөйләй ине әсәйебеҙ. Әммә беҙ, балалар, уны һиҙмәнек тә. Бала саҡта нимә кәрәк инде? Ҡышын берәй кеда кейеп алаһың да, йүгереп тик йөрөйһөң. Атайымдың: "Был ниндәй оятһыҙ, үтеп сығып булмаған етешһеҙ донъя һуң ул..." - тип асырғаныуын бер аҙ иҫләйем. Көндәлектәрендә лә был турала яҙылған.
Атай үлгәс, Дим буйында әсәйгә баҡса өсөн ер бирҙеләр. Мин унда бәләкәй генә йорт төҙөп ҡуйҙым. Их, ошо йортҡа мейес сығарып ҡуйып, шунда атайҙы йәшәтһәң ине, тигән хыял миндә гел булды. Мин уны тәрбиәләр, ҡарар инем, ә ул үҙенә оҡшаған эше менән шөғөлләнер ине, тим. Юғиһә, балыҡты һыуҙан тартып алып, үҙенең тәбиғи мөхитенән айырғандар ҙа, ул, әйҙә, боҙға һуҡҡыланған да һуҡҡыланған. Беҙ бит таланттарҙы һаҡлай белмәйбеҙ. Әгәр ҙә уның тормошонда ауырлыҡтар, эҙәрләүҙәр, мәхрүмлектәр, был тиклем һынауҙар булмаһа, башҡалар һымаҡ шыма ғына йәшәһә, атай ниндәй булыр ине икән, тип тә уйлайым ҡайһы саҡта. Юҡ, ул барыбер кемгәлер яраҡлашып йәшәй алмаҫ ине, ә ундайҙар мотлаҡ һәләкәткә дусар була. Ярһыу тау йылғаһында тулҡындар һуғыуҙан шымарып бөткән таштар була, тулҡындарға ҡаршы торған, мәғрүр ҡаяға әүерелгән таштар ҙа була. Атайым беҙҙең күңелдә, халыҡ күңелендә ана шул мәғрүр ҡая һымаҡ. Йылға, тигәс, атайымдың, яҡшылыҡ эшлә лә, таш аҫтына һал, балыҡ белер, балыҡ белмәһә, халыҡ белер, тип ҡабатлағаны иҫкә төшә. Эйе, уның эшләгән эштәрен халыҡ белә. Теле асылыр-асылмаҫтан балалар уның "Туған тел" шиғырын һөйләй, йәштәр теленән дә төшмәй уның шиғырҙары. Тимәк, атайым юҡҡа ғына йәшәмәгән.
Гөлнара: Әлеге 90 йәшлек яҙыусыларға ҡарайым да, минең атайым да ошо йәшкә етә ала ине бит, тигән үкенесле тойғолар кисерәм мин дә. Беҙ атайыбыҙҙың кем икәнен белһәк тә, бер ҡасан да уның исемен ниндәйҙер маҡсатта ҡулланып йөрөмәнек. Беҙ үҙебеҙҙе үҙебеҙ булдырҙыҡ, хатта эшләгән урынымда 30 йәшкә тиклем минең Рәми Ғариповтың ҡыҙы икәнемде белмәнеләр.
Азамат: Рәми Ғариповтың улы булыу ауырмы, еңелме, тигән һорауҙы йыш бирәләр. Еңел түгел, киреһенсә, оло яуаплылыҡ, тиер инем мин. Ни өсөн Константин Райкин, Андрей Тарковскийҙар кеүек, һин дә атайыңдың юлын дауам итмәнең, тиеүселәргә минең яуабым юҡ. Ундай амбициям юҡ, һөмһөҙ түгелмен, баш аша йөрөй белмәйем, талантымды тыныс баһалайым. Рәми Ғариповтың улы булған өсөн генә мине юғарыраҡҡа күтәреүҙәренә мин бер ҡасан да риза булмаҫ инем. Баһалауҙар һинең үҙ һәләттәрең менән тап килергә тейеш - был фекеремдән кире ҡайтасағым юҡ...
Гөлбаныу ГӘРӘЕВА
әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №6, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА