УЛ КИЛӘСӘКТЕҢ МОДЕЛЕН ФОРМАЛАШТЫРА
Илебеҙҙә 2022 йыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылы тип иғлан ителде. Ә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы иһә ағымдағы йылды Башҡорт мәҙәниәте һәм рухиәт йылы тип нарыҡланы. Һәр нәмә аҡса күҙлегенән ҡарап баһаланған прагматик заманда мәҙәниәткә бындай иғтибарҙың барлыҡҡа килеүен нисек баһаларға була? Билдәле кинорежиссер, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһы Кинематографсылар союзы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы кинорежиссерҙар Гильдияһы ағзаһы Булат Тимербай улы ЙОСОПОВ менән әңгәмәбеҙ тап шул хаҡта бара.
Булат Тимербай улы, иҫеңдә булһа, үткән быуаттың 90-сы йылдарында Рәсәй Федерацияһы Президенты Борис Ельцин "Культура подождет!" тигән һүҙҙәр әйткәйне һәм ысынлап та мәҙәниәткә башҡа өлкәләге реформаларҙы атҡарыуҙарын "көтөп торорға" тура килгәйне. Һәм бына 2022 йыл илебеҙҙә Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылы тип иғлан ителде. Мәҙәниәттең мөһимлеген аңлар өсөн шунсама йылдар кәрәк инеме? Ғөмүмән, һинең өсөн нимә ул мәҙәниәт?
- Һәр нәмә мәҙәниәттән башлана, тигән аңлау, ниһайәт, беҙҙең аңға ла килеп етте. Сөнки быға тиклем мәҙәниәтте күңел асыу, ҡыланыу, кемделер эләкләү, шоу ойоштороу тигән аңлау йәшәп килде. Ә бит юғары мәҙәниәт ҡиммәттәр моделен һәм стандарттарын барлыҡҡа килтерә. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ултырышында ла мин ошо хаҡта әйткәнем булды: мәҙәниәт автомобилдәр яһамай, юлдар төҙөмәй, йорттар һалмай, ул киләсәгебеҙҙең моделен формалаштыра. Әгәр ҙә беҙ мәҙәниәткә эйә булмаһаҡ, граната тотҡан маймыл хәлендә ҡалырға мөмкинбеҙ. Ҡоролтайҙа беҙ ҡабул иткән программа "Мәҙәниәт - киләсәк образы" тип атала. Мәҙәниәт - ул иртәгә була торған күренеш. Бөгөн яҙылған китаптар, төшөрөлгән фильмдар, күрһәтелгән спектаклдәр иртәгә ысынбарлыҡҡа әүереләсәк. Мәҙәниәт кешегә кеше булырға, хайуандарса түгел, кешеләрсә йәшәргә булышлыҡ итә.
Беҙ бөгөн барыбыҙ ҙа еңел булмаған финанс, иҡтисад проблемалары кисерәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта "Башҡорттар китте һуғышҡа" йырын ҡыуанып йырлайбыҙ. Ә ысынында башҡорттар ҡатнашҡан ул һуғыш беҙҙең өсөн оло фажиғәгә әүерелгән. Ул һуғышҡа киткән башҡорттарҙың күбеһе ситтә ятып ҡалған. Хәҙерге заман башҡорттары һуғышҡа барырға тейеш түгел, улар ғаилә ҡорорға, балалар үҫтерергә, ижад итергә, кино төшөрөргә, үҙ эшен асырға, донъя көтөргә тейеш.
Иҡтисад та, сәнәғәт тә иҡтисад һәм сәнәғәт булараҡ ҡына барлыҡҡа килмәй. Барыһының да нигеҙендә ижади хеҙмәт ятыуы шарт. Ә ижад кешеләр араһындағы һуғыш түгел, ә нормаль мөнәсәбәт булғанда ғына барлыҡҡа килә. Башҡорттар яугир халыҡ, был яҡшы, шул уҡ ваҡытта хәҙерге заманда яугир ғына булыу ҙа насар. Сөнки беҙ яугирлығыбыҙҙы бер-беребеҙгә ҡарата йүнәлтәбеҙ. Әгәр ҙә кемдер беҙҙең фекер менән риза булмаһа, уға ҡаршы көрәшә башлайбыҙ. Эйе, беҙ яугир халыҡ, был яҡшы, сөнки беҙ һәр ваҡыт тыныс тормош өсөн көрәшкәнбеҙ, тап шул сифатыбыҙ ярҙамында һаҡланып ҡалғанбыҙ, ғәскәр төҙөгәнбеҙ, оҫта һуғышҡанбыҙ, был да үҙенә күрә ижад.
Яугирлығыбыҙға донъяның ниндәй генә ғалимдары, ғәскәр башлыҡтары һоҡланмаған! Әммә беҙгә бөгөн бар донъя уҡыусыһын һоҡландырырлыҡ китаптар яҙырға, йорттар һалырға, заводтар төҙөргә, фильмдар төшөрөргә кәрәк.
Һинең әйткәндәреңдән сығып, шундай һығымта яһап буламы: иҡтисад - ул кешеләр араһында дөрөҫ итеп төҙөлгән мөнәсәбәт?
- Тап шулай, ә дөрөҫ итеп төҙөлгән мөнәсәбәт нигеҙендә юғары мәҙәниәт ята. Кешене сабыр ғына тыңлай белеү, уны бүлдермәү ҙә мөһим мәҙәниәт өсөн.
Ә бына "Мәҙәниәт - киләсәк образы" программаһы үҙ эсенә ниндәй сараларҙы ала?
- Мин бында 4 йүнәлеште билдәләп үтер инем:
1. Мәҙәниәт айырым төркөмгә генә хеҙмәт итергә тейеш түгел. Ысынында, республика халҡы һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә, сит илдәрҙә йәшәүселәр араһында барыбер ҙә башҡорт мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу бар. Мәҫәлән, мин ни өсөн кино төшөрәм? Киноны һәр кем ҡарай ала. Шул уҡ ваҡытта теләгән һәр кеше сценарий яҙа, режиссер була ала. Кино шул уҡ ваҡытта популяр булырға, модаға әүерелергә тейеш.
2. Кадрҙар мәсьәләһе. Сөнки иртәгә бөгөн башлана, һәм беҙ кадрҙар мәсьәләһен бөгөн хәл итмәһәк, иртәгәбеҙ ҙә юҡ.
3. Профессиональ сәнғәт. Һәр тармаҡ буйынса күп һандағы сифатлы профессиональ сәнғәт өлгөләре тыуҙырыу мөһим. Был өлгөләр күп һанда булыуы ла шарт.
4. Профессиональ әҙәбиәт, сәнғәт, мәҙәниәт өлгөләрен үҙебеҙҙә генә түгел, бар донъяға рекламаларға, күрһәтергә кәрәк. Был йәһәттән шуны ла әйтеп үтеү мөһим: әгәр ҙә башҡорт әҙәбиәте, сәнғәте һәм мәҙәниәте өлгөләре донъя кимәленә сыҡһа, конкурс-фестивалдәрҙә һәр ваҡыт оло еңеүҙәр яулай. Тимәк, беҙ, башҡорттар, бар донъяға ҡыҙыҡлы булырлыҡ милләт.
Беҙ был программа менән республика етәкселеге, төрлө ижади союздар, сәнғәт учреждениелары, театрҙар алдында сығыш яһаныҡ һәм шуға шаһит булдыҡ: күптәрҙең был йәһәттән үҙ идеялары барлыҡҡа килде. Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ төрлөсә, ә мәҙәниәт беҙҙе бер урынға тупланыу мөмкинлеге бирә.
Һин "Башҡорттар китте һуғышҡа" тигән йыр һүҙҙәренә иғтибар иттең. Һәр бер һуғышта иң төп антагонист - ул дошман. Ул булмаһа, һуғыш та юҡ. Шул уҡ ваҡытта һәр төрлө ижади өлгө, ул әҙәби әҫәрме, спектаклме, киномы, антагонист булыуы менән ҡыҙыҡлы. Әгәр ҙә ҡапма-ҡаршылыҡ булмаһа, ижадта ла үҫеш юҡ. Һинең ҡарамаҡҡа хәҙерге башҡорт киноһы, спектакле, әҙәби әҫәре өсөн төп антагонист кем ул?
- Бында антагонистың өс тибын билдәләргә булалыр. Беренсеһе, геройҙы үҙ-үҙенә ҡаршы ҡуйған эске сифаттары, комплекстары; икенсеһе - тышҡы фактор, тәбиғәт катаклизмдары, һуғыштар; өсөнсөһө - геройға төп маҡсатына өлгәшеү юлында ҡамасаулаусы кеше. Антагонист герой булғанда ғына тыуа. Геройҙың тарихы, маҡсаты аныҡланғас, антагонист та үҙенең тештәрен күрһәтә башлай. Йәғни геройҙы антагонист тыуҙырмай, шул уҡ ваҡытта ул булмаһа, герой - герой түгел. Мәҫәлән, Рәми Ғарипов өсөн антагонист ул йәшәгән дәүерҙәге хәл-күренештәр, көнкүрешендәге проблемалары.
Беҙ һинең "Визит", "Беренсе Республика", "Бабич", "Рәми" фильмдарын, асылда, энтузиазм ярҙамында төшөргәнеңде беләбеҙ. Нисек уйлайһың, кино сәнғәте тик энтузиазмға таянып ҡына үҫешә аламы?
- Был һорауға философик юҫыҡта яуап бирер инем. Мәҫәлән, мин ни өсөн Мәскәүҙә эшләмәйем? Мәскәүҙә мин кемдеңдер заказын үтәүсе һөнәрсе, ялсы ғына булып эшләй алам. Унда мин үҙемә бирелгән сценарий, смета буйынса конструкциялар төҙөп, кемделер хеҙмәтләндерер инем. Ә мин шундай эгоист кешемен: тик үҙем теләгәнсә генә нимәлер эшләргә яратам. Тик аҡса өсөн генә кино төшөрөү - минең идеям түгел. Аҡса өсөн мин, мәҫәлән, үҙем туплаған белемде башҡаларға тапшырып, үҙ лабораториямда ғына шөғөлләнә алам. Мин хатта кино төшөрөргә шарттар булмаған хәлдә лә, үҙем теләгәнде эшләүем менән бәхетлемен. Шуға күрә мин ошо фильмдарым уңышлы килеп сыҡҡаны өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен.
"Бабич" фильмын төшөрөү өсөн тап шағир йәшәгән замандың интерьерын хәтерләткән павильонды ҡайҙан таптың?
- Күптәр был хаҡта белмәй, мин ул павильонды "Ағиҙел" ағас эшкәртеү комбинатында таптым. Был урын Өфөнөң төньяҡ автовокзалы артында, йылға буйында. Өсөнсө мәртәбәһендә генә "Бабич" фильмы грантын отҡандан һуң комбинаттың 500 метр квадрат майҙанын арендаға алдым һәм унда фильм төшөрөү өсөн кәрәкле булған барлыҡ ҡоролмаларҙы эшләнем. Бының өсөн мин бер кемгә лә ҡаршы һуғыш та асманым, көнө-төнө фильм өҫтөндә эшләнем. "Беренсе Республика" фильмын да төрлө мажаралар менән төшөрҙөм, әммә бер кемгә лә зарланманым, әсәйем әйткәнсә, "кеше менән булманым". Әле эшләгән "Шағир көндәлеге" фильмы ла ундай хәлдәрҙән азат түгел.
Режиссер булараҡ, атайыңдың образын нисек күҙаллайһың?
- Көтөлмәгән һорау бирҙең, Әхмәр ағай. Ҡыҙыҡлы бер сағыштырыу. Мин Рәми Ғариповтың көндәлектәрен уҡығандан һуң тыуған фекерҙәремде шағирҙың улы Азаматҡа һөйләһәм, ул ғәжәпләнеп тыңлай. Сөнки ул атаһын бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарап фекер йөрөтә бит инде. Тап шуның һымаҡ, мин дә атайыма икенсе күҙлектән сығып ҡарай алмайымдыр. Бәлки, шуның өсөн дә атайымдың образы минең өсөн формалашып та бөтмәгәндер. Вафатына 6 йыл үтте, бәлки, уның һыны образ булып тулыланһын өсөн ваҡыт арауығы ла кәрәктер. Һәр шәхескә баһаны ваҡыт ҡуя, тиҙәр. Рәми Ғариповтың, мәҫәлән, үҙ юлы, үҙ образы. Атайым Тимер Йосопов минең өсөн Рәми Ғариповтың дауамы, һығымтаһы булып тойола. Был хаҡта Азаматҡа ла: "Атайың минең атайымды тәрбиәләгән, ә мине атайым тәрбиәләне, шулай булғас, атайың мине лә тәрбиәләй", тип әйткәнем бар. Шул уҡ ваҡытта Рәми Ғариповтың формалашыуында уның уҡыусылары ла ҡатнашҡан. Был күренеш башҡорт мәҙәниәтенең һоҡланғыс тарихы. Рәми Ғарипов башҡорт тарихы цивилизаторы! Ул донъя мәҙәниәтен системалы аңлаусы Әҙәбиәт институтында уҡыған беренсе башҡорт шағиры. Ул үҙен түгел, ә үҙе тирәһендә система төҙөүсе. Рәми Ғарипов башҡаларға оҡшамауы менән ҡыҙыҡлы. Ул үҙ системаһын шул тиклем итеп төҙөй һәм мотлаҡ рәүештә система менән бәрелешкә инә.
Мин унда шағирҙың образын күрҙем. Уны күреп аралашып йәшәүселәр ниндәй булыуы хаҡында һөйләргә ярата. Әгәр ҙә мин уны нисек бар, шулай төшөрһәм, ул сағында документаль фильм килеп сығыр ине. Ә мин уны барыһы ла күрерлек итеп төшөрәм.
Атайыңды мин һәр ваҡыт ихласлыҡтың образы итеп беләм. Ул сабыйҙарса ихлас булып ҡалды. Әйткәндәй, был бер минең генә фекерем түгел.
- Рәхмәт, Әхмәр ағай! Миңә атайым хаҡындағы һәр бер фекер ҙә ҡәҙерле.
Рәми Ғарипов 45 йәшендә донъя ҡуйған, унан һуң тағы ла 45 йыл үтте. Уның хаҡында замандаштары, дуҫтары, шәкерттәре тарафынан бик күп яҙылды, һөйләнелде, ә һин уның хаҡындағы фильмың менән шағир тураһында ниндәй яңы фекер әйтәһең?
- Әгәр ҙә фән, ғилем кешенең аҡылына тәьҫир итһә, сәнғәт ул тойғоға, эмоцияларға йоғонто яһай. Рәми Ғариповта кешелеклек сифаттары бик көслө булған һәм бөгөн беҙ ундай кешеләргә ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Ундай кешеләр күп булһа, тормошобоҙҙағы күп кенә проблемаларҙан ҡотолор инек. Сөнки Рәми Ғарипов һәр ваҡыт үҙен кешеләргә бағышлап йәшәгән, үҙе хаҡында бөтөнләй ҡайғыртмаған. Ул бер туҡтауһыҙ ижад итә һәм бер туҡтауһыҙ беҙҙе кеше булырға өйрәтә. Өфө ҡалаһында тәүге 20-се башҡорт мәктәбен асыуҙа ла ул алдынғы сафта була, киләсәгебеҙ өсөн тырыша. Мин дә шул мәктәптә уҡыным һәм Рәми Ғарипов бының менән хәҙерге мине барлыҡҡа килтереүсе.
Рәми Ғарипов һәр ваҡыт беҙҙең ғаиләлә 5-се персонаж булды. Атайым, әсәйем көн һайын уны ниндәйҙер сәбәп менән иҫенә төшөрҙө. Беҙгә Рауил Бикбаев, Ирек Кинйәбулатов йыш килеп йөрөнө. Улар килгәндә лә һәр береһенең телендә Рәми Ғарипов исеме яңғыраны. Атайымды аңлар өсөн иң тәүҙә Рәми Ғариповты аңлау талап ителде миңә.
Фильм өҫтөндә эшләгәндә миңә шағирҙың формалашыу мәсьәләһе бик ҡыҙыҡ булды. Был тәңгәлдә миңә уның шиғырҙары түгел, ә көндәлектәре ныҡ ярҙам итте. Рәми Ғарипов үҙен формалашырыусы бер сәбәп итеп Бөйөк Ватан һуғышын килтерә. Ул шиғриәтте һайламай, ә шиғриәт уны һайлай. Мине шағирҙың кисерештәре нығыраҡ борсой. Бер яҙмаһында ул "мине бығауларға ярамай" тип әйтә. Ошо һүҙҙәре менән үҙен трагик персонаж итеп раҫлай. Совет осоронда бындай образдар күп булған, шул уҡ Вавиловты, Королевты алырға була. Рәми Ғарипов шиғри образдары аша тотош быуындарҙы барлыҡҡа килтергән.
Рәми Ғарипов Бабичтан ҡайһы яғы менән айырылып тора?
- Шәйехзада Бабич үҙ заманында йәшәгән шағир булараҡ, үҙенең миссияһын үтәй, Башҡортостан автономияһы нигеҙҙәрен һалыуҙа ҡатнаша: иң кәрәкле мәлдә, иң кәрәкле урында халҡының киләсәге өсөн йәнен фиҙа ҡыла. Рәми Ғарипов иһә, әйткәнемсә, цивилизатор. Ул донъя мәҙәниәте өлгөләрен үҙ халҡының мәҙәниәте аша яҡтыртыуға, синтезлаштырыуға өлгәшеүсе. Хәҙерге быуындар ҙа тап уның һымаҡ донъя мәҙәниәте өлгөләрен синтезлау аша тормошон яҡшыртыуға ынтыла.
Владимир Лениндың "Барлыҡ сәнғәт араһынан иң мөһиме кино" тигән һүҙҙәре бөгөн ниндәй кимәлдә актуаль һәм кино ярҙамында донъяны үҙгәртеп буламы?
- Мәҫәлән, Америка киноиндустрияһы был дәүләттең мәҙәни кодтарын формалаштыра. Әгәр ҙә шиғырҙы, романды уҡып, ундағы ваҡиғаларҙы күҙ алдына килтереү талап ителһә, кинола барыһы ла тамашасыға "сәйнәп ҡаптырыла", әҙер килеш тәҡдим ителә. Кино демократик сәнғәт төрө. Ул арзан, тиҙ, тамашасы ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә тотош быуындарҙың, айырым шәхестәрҙең тарихына шаһит булып, үҙенә һабаҡ ала. Мин романды уҡыр алдынан иң тәүҙә шул роман буйынса төшөрөлгән киноны ҡарарға тәҡдим итер инем.
"Салауат Юлаев" фильмы Бөйөк Ватан һуғышы алдынан төшөрөлөп, ул халҡыбыҙҙың рухи донъяһында эволюцион роль уйнаған, һаман да уның йоғонтоһо бар. Әгәр ҙә һиңә барлыҡ мөмкинлектәр тыуҙырылһа, финанс та булһа, ниндәй кино төшөрөр инең һәм ул фильм нимә йә кем тураһында булыр ине?
- Мин хатта Салауат Юлаев, Шайморатов генерал хаҡында фильм төшөрһәм дә, ул һуғышҡа ҡаршы фильм булыр ине. Унда кеше үлтереү героизацияһы һәм романтизацияһы булмаҫ ине. Һуғыш - ул кешеләр мөнәсәбәтенең иң һуңғы сараһы. Беҙ, башҡорттар, тарихта күп һуғышҡанбыҙ, етер! Минең фильмды ҡараусылар кемделер еңеүҙе түгел, йәшәүҙең ҡиммәтен аңлай алһалар, маҡсатыма ирешер инем. Сөнки һуғышта йәшәүҙең хаҡы юҡҡа сыға. Үлемдең романтикаһы юҡ һуғышта. Ә күп кенә фильмдарҙа тап үлемдән романтика эҙләйҙәр.
Күп кенә режиссерҙар: "Миңә шунсама аҡса бирһәгеҙ, фильм буласаҡ", - тиҙәр. Минең өсөн иң беренсе урында идея, сценарий тора. Нимә генә тимә, арбаны аттың алдына ҡуйып екмәйҙәр. Ундай фильмдар тәүге кадрҙарҙан уҡ күренеп тора, күңел биреп ижади эшләгән эшкә бер нәмә лә етмәй.
Мин тарихи планда төшөрөлгән Төркиә фильмдарын яратып ҡарайым. Уларҙы хәҙерге заманда бөтә донъяның миллионлаған тамашасыһы үҙ итә. Ә бит, уйлап ҡараһаң, беҙҙең халыҡтың тарихы хаҡында ла уларҙан һис ҡайтыш булмаған фильмдар төшөрөп булыр ине. Улай тиһәң, беҙҙең ундай техник һәм интеллектуаль мөмкинлектәр юҡмы?
- Был фекерең менән килешмәйем, Әхмәр ағай. Беҙҙең ундай мөмкинлектәребеҙ, киреһенсә, бар. Һәр бер ижади идеяның иң тәүҙә дөрөҫ итеп планын төҙөү кәрәк. Әгәр ҙә башҡорт яҙыусылары үҙҙәренең ижади идеяларын дөрөҫ итеп драматургия формаларына ярашлы планлаштырырға өйрәнһә, беҙ ҙә төрөктәр һымаҡ, уларҙан да яҡшыраҡ итеп фильмдар төшөрөр инек. Тәүге документ төҙөлһә, режиссер табыла, режиссерҙың янында продюсер пәйҙә була. Продюсер смета төҙөй. Сметаға ярашлы режиссер проекты барлыҡҡа килә. Артабан ресурстар эҙләү башлана. Беҙ проектҡа тиклем был эш этаптарын урап үтә алмайбыҙ. Беҙ әле башҡорт китаптары һаҡланған китапханаларҙа ултырабыҙ, әммә һаман да уларҙы кинодраматургия рәүешендә планлаштыра алмайбыҙ. Хәҙерге заманда сценарийҙар етешмәй. Мөмкинлектәр булһын өсөн авторҙар яңы шарттарға яраҡлашырға тейеш. Әгәр ҙә башҡорт әҙәбиәте кино аша модернизация үтмәһә, ул тарихи факт ҡына булып ҡалыуы бар.
Сценарий яҙыусы авторҙарҙың төп хатаһы нимәгә ҡайтып ҡала, тип уйлайһың?
- Киносценарий бизнес план һымаҡ төҙөлөргә тейеш. Иң тәүҙә сценарий өсөн кәрәкле булған барлыҡ элементтарҙы индереп, конструкция төҙөлә, сценарий шунан һуң ғына яҙыла. Әйткәндәй, был осраҡта сценарий тиҙ яҙыла. Әгәр ҙә сценарийҙы йорт менән сағыштырһаҡ, сценарий яҙыусы бер үк ваҡытта рәссам да, архитектор ҙа, конструктор ҙа булыуы мөһим. Сценарий яҙыр өсөн илһамдан бигерәк технологияны белеү кәрәк. Әгәр ҙә йортҡа ремонт кәрәк булһа, мастер был эштең барышын этаплап яҙып сыға, план төҙөй һәм ул ремонт эшен ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сифатлы итеп башҡарып сыға. Сөнки ул ремонт эшен билдәле план, технология буйынса башҡара. Әгәр ҙә ремонт технологияһы дөрөҫ үтәлмәһә, әйтәйек, обойҙар йәбештерелгәндән һуң түбә таҡтаһы буялһа, был эш бик оҙаҡҡа һуҙыла. Шуға күрә мин үҙемдең уҡыусыларымды сценарий яҙыу технологияһына өйрәтәм. Мин уларҙы ижад итергә өйрәтмәйем. Улар былай ҙа ижадсы. "Ижад" тигән ҡойманың эсенә мин инмәйем. Әммә уҡыусыларым араһында башҡорттар бик аҙ. Улар минең хаҡта, моғайын, шулай уйлайҙарҙыр: "Һей, ул теге шағир Тимер Йосоповтың малайы Булат бит. Ул беҙгә нимә генә өйрәтә ала инде ул? Беҙ уның өйрәткәндәрен былай ҙа беләбеҙ, күптән киптереп элгәнбеҙ..."
Сценарий яҙғанда иң мөһиме нимә: темамы, идеямы, тигәндәй?
- Иң мөһиме - һөҙөмтә. Һөҙөмтә сифат, һан үҙгәрешен талап итә. Әйтәйек, беҙ экология тураһында фильм төшөрөргә уйлаһаҡ, уны ҡараусылар тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өсөн нимәлер эшләй башларға тейештәр. Фильмдың һөҙөмтәһе бына ошо. Был осраҡта минең фильмым донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртергә булышлыҡ итәсәк. Сценарийҙың икенсе өлөшөндә идея тора, артабан инде тема барлыҡҡа килә, теманы асыр өсөн тарихтар, сюжет кәрәк була. Яҡшы сценарий яҡшы булғаны өсөн яҡшы түгел, ә дөрөҫ булғаны өсөн яҡшы.
Республика башлығы БР Премьер-министрына Кино фондын булдырыу өсөн финанслауҙы күҙ уңында тоторға ҡушты. Ошондай фонд булдырылһа, тарихи кинолар төшөрөү мөмкинлеге лә барлыҡҡа килер ине. Шулай бит?
- Театр режиссерҙары яңы спектакль премьералары ҡуя. Кинола инде бындай ваҡиғалар ситуацияға ҡарап, айырым осраҡтарҙа ғына була. Айырым осраҡтарҙа киностудия дәүләт заказдарын үтәп, документаль фильмдар төшөрә, ә системалы программа юҡ. Мин, мәҫәлән, дәүләт заказы буйынса йылына өс фильм төшөрөргә тәҡдим иттем. Бер фильм тарихи темаға, тағы береһе балалар өсөн фильм, өсөнсөһө - хәҙерге заман темаһына. Тарихи тема - ул үткән заман, заман фильмы - хәҙерге көн, балалар өсөн фильм киләсәк тураһында. Әгәр ҙә был тәҡдим үтһә, бик ҙур алға китеш булыр ине, сөнки бығаса бындай хәл булманы. Шуға күрә Радий Фәрит улының был идеяһы бик ваҡытлы һәм мөһим аҙым. Киләсәктә Фонд үҫешһә, күберәк фильмдар ҙа төшөрөү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк.
Һин XXI быуат башҡорто образын нисек итеп күрәһең?
- Ул бар донъяға асыҡ булырға тейеш, ул үҙ-үҙенә бикләнергә тейеш түгел;
- ул ижадсы, үҙенән һуң киләсәк быуындарға мәҙәни артефакттар ҡалдырыусы;
- ул зарлана белмәүсе, күңелле, оптимист кеше;
- ул күп телдәр белә, башҡорт, рус, инглиз телдәрендә иркен, еңел аралаша, уның үҙ эше, бизнесы бар;
- ул халыҡ йырҙарын, ҡурай моңон ярата. Был ни өсөн мөһим? Татарстанда бер кинорежиссер һөйләгәйне, ул башҡорт халыҡ йырҙарын тыңлағандан һуң ғына үҙенең башҡортлоғон аңлаған;
- ул үҙ халҡының тарихын яҡшы белә, әммә киләсәккә ҡарай, йолаларҙы үтәй;
һәм башҡалар.
Фәһемле әңгәмәң өсөн оло рәхмәт, Булат Тимербай улы!
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №8, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА