«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҒӘҘӘТ БАРҘА ӘҘӘП БАР
+  - 


Был аҡыл йәшәйеш тәғлимәте ине әүәлерәк. Ул hәр шәхесте иҫ белгәндән халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен белеп, әҙәпле, ипле булырға өйрәтте, хеҙмәткә күнектерҙе, фиҙаҡәрлеккә күндерҙе. Аяғында баҫып тора алған һәр кем ғаиләhе алдында үҙенең бурыстарын белеп, ҡылған, ҡыланғандарына яуаплылыҡ тойорға өйрәнде. Ғәме, сәме булғандар ихтирам, дан яулап, хеҙмәт емештәренән мәхрүм булманы. Тормошта әҙәпле, хеҙмәттә өлгөлө кеше маҡтау hүҙҙәре ишетеп йәшәне. "Ғәҙәт барҙа әҙәп бар, әҙәп барҙа оят бар" тигән халыҡ мәҡәле үҙен бөтә мәғәнәһендә аҡлай ине.

Бөгөнгө тормошта, фәндә, ғилемдә, сәнәғәттә, сәнғәттә һәм башҡа күп өлкәләрҙәге алдынғы үҙгәрештәр, һис hүҙhеҙ, яҡшы күренеш. Ләкин глобализация, интеграция барышында кешеләр, халыҡтар бер-береhенән төрлө ғәҙәттәр, юғары технологиялар, алдынғы тәжрибә, яңы эш ысулдары үҙләштереү менән бер рәттән, үҙҙәренә генә хас үҙенсәлектәрен юғалта бара. Әлбиттә, йәшәү дәүерендә кеше аңы камиллаштырған йәшәү шарттарынан, фән, ғилем үҫеше hөҙөмтәләрен ҡулланыуҙан, яңы тормош тәжрибәләрен үҙләштереүҙән, бөтә донъя халыҡтары файҙаланған көнкүреш уңайлыҡтарынан баш тартыу ахмаҡлыҡ булыр ине. Шул уҡ ваҡытта рухиәттә, тәрбиәүи, әхлаҡи, милли традицияларҙа hәр милләттең үҙ асылына тоғро ҡалыуы киләсәк нәҫеле өсөн хәйерлерәк, сөнки, көн уңайлыҡтарына hылтанып, кешеләр үҙ халҡына хас ғөрөф-ғәҙәттәрен онотоп, хис-тойғоһоҙ йәшәүгә күсә бара. Замандан артта ҡалмаҫ өсөн фән яңылыҡтарын, тормош уңайлыҡтарының файҙалыларын үҙләштереп, донъяны үҙебеҙсә ҡороп, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлап йәшәһәк, бар йәһәттән дә уңышлыраҡ булыр инек, биллаһи. Һәр нәмәнең самаhы бар.
Милләттәштәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәре лә һалҡыная бара. Мәҫәлән, әүәлерәк беҙҙең атай-олатайҙар, осрашҡанда, ике ҡул биреп күрешеп, яҡын күргән кешеләре менән тыйнаҡ ҡына ярым ҡосаҡлашып, хәл-әхүәлен белешер, осраған кешегә үҙенең ихтирамын күрhәтер ине, сөнки hәр кем үҙенә лә шундай яғымлы мөғәмәлә күрhәтеүҙе теләне. Осрашҡанда hаулыҡ hорашып, хәл белешмәй китеү тәрбиәhеҙлек, өлкәндәр менән иҫәнләшмәү әҙәпhеҙлек тип иҫәпләнде. Бергә йәшәгән өлкән улым иртәнсәк эргәмә килеп, "Һаумыһың, атай!" тип күрешә. Шул ваҡытта мин уның күҙҙәренә ҡарап, кәйефен беләм, ҡулдарын устарыма алып, тән йылыһын, ҡан берлеген тоям. Улымдың был яҡшы ғәҙәте күңелемә көс, дәрт биреп, ныҡ ҡыуандыра. Был минуттар минең өсөн бик ҡәҙерле. Шулай ҙа бер ваҡыт: "Улым, көн һайын миңә ваҡытыңды бүлмәһәң дә ризамын", - тигән һүҙҙәремә: "Атай, һин мине бәләкәй саҡтан, башҡорт кәбәнде урап сыҡҡан һайын һаулыҡ һораша, тип өйрәттең бит", - тине. Шунан һуң, "Өлкәнде өйрәткән - һыуға һыҙа, баланы өйрәткән - ташҡа яҙа", тигән халыҡ мәҡәленә (Эфиопия) нисек ышанмайһың?
"Һаумыhығыҙ!" - был яғымлы, мәрхәмәтле, игелекле сәләмләүгә башҡорт халҡына ғына хас йомшаҡлыҡ, татыулыҡ, туғанлыҡ тойғолары hалынған. Yкенескә күрә, улай яҡын күреп иҫәнләшеү "моданан" сығып бара. Күптәр иғтибарhыҙ ғына "привет", "сәләм" тигән ауаздар менән сикләнә. Ысынлап та, ауаздар ғына, сөнки ул хәл белешеү түгел бит, ә ябай, "мәжбүри" бер ҡағиҙәне үтәү. Ошо ябай ғына, ләкин тәрән мәғәнәле ғәҙәт миҫалында ситтән үҙләштерелгән ят ҡылыҡ, холоҡтар үҙ-ара мөнәсәбәттәргә ниндәй кире тәьҫир яhауы күренә. Ул яйлап бер милләт кешеләрен генә түгел, бер тоҡом, нәҫел ағзаларын да тарҡатып, бер-береһенән алыҫлаштыра, туғанлыҡты hыуындыра. Аңлы рәүештәме, аңhыҙмы, насармы, яҡшымы икәнен уйлап тормай, башҡалар кеүек булаhыбыҙ килә. Тиҙҙән роботтар кеүек, "пип" тип кенә тәбрикләшербеҙ, сөнки телефон аша hөйләшеү, видео аша күрешеүгә күнеккәнбеҙ hәм ифрат ҡәнәғәтбеҙ. Уңай бит: "күҙгә күҙ ҡарап" һөйләшмәгәс, алдашырға ла, мутлашырға ла була. Ҡунаҡҡа ла "ситтән тороп" йөрөшә башларбыҙ, ситтән тороп яратышалар бит.
Сит-яттар өлгөһөндә уйламайынса ғәмәлгә индерелгән белем биреү, медицина ярҙамы күрһәтеү, пенсия күләмен иҫәпләү, эш хаҡтары тәғәйенләүҙәге бөтмәҫ реформалар халыҡты тамам йонсотто. Советтар заманында яҡшы һөҙөмтә биргәндәрен танып, ҡулланыу дөрөҫ тә, файҙалы ла булыр ине. Ҡайһыларын тергеҙеп маташалар, ләкин аяҡ салыусылар тик ултырмай, күрәһең. Уларҙың хәҙер Европа илдәрендә барған баланы тәрбиәләүҙәге "алдынғы ҡарашлы" үҙгәрештәрҙән артта ҡалғыһы килмәй. Ул "алдынғылыҡтың" төп идеяһы - балаларҙы енесһеҙ итеп тәрбиәләү. Йәнәһе, ҡыҙ ҙа юҡ, малай ҙа юҡ, атай ҙа юҡ, әсәй ҙә юҡ. Бөтәһе лә йән эйәләре генә. Дөрөҫөн әйткәндә, был - шайтанды тергеҙеп маташыу. Сөнки шайтанды ғына Бөйөк Аң енесһеҙ итеп әүәләгән. Тимәк, ул юлдан киткәндәр тиҙҙән тулыһынса шайтанға оҡшар өсөн баштарына мөгөҙ үҫтереп, арттарына ҡойроҡ тағып йөрөй башлаясаҡ. Беҙ ҙә шуларға эйәрәйекме? Был көлкө өсөн генә яҙылған һүҙҙәр түгел. Ул "зараза"ны йоҡтороусылар тик ултырмай…
Тарихтан билдәле булыуынса, телен, йөҙөн юғалтып, ҡан берлеген онотоп, рухи берҙәмлегенән яҙған халыҡ башҡалар тарафынан йотолоуға дусар ителгән. "Теле көсhөҙләнгән халыҡтың рухиәте менән бер рәттән, йәшәү даирәhе лә ҡыҫырыҡлана", тигән заманында аҡыл эйәhе Ломоносов. Ниңәлер бөгөн яттарға ярап, яттарға оҡшап, бер-береhен танымаған "40 ата балаhы" булып йәшәгәндәргә эйәреү өҫтөнлөк ала бара. Был тамырҙарҙы ҡоротҡос хәл тураһында донъя халыҡтарының бер нисә фәһемле мәҡәлен аңғартып китеү зыян итмәҫ. Мәҫәлән, "Өйөн һаҡламағандың түренә яттар үтә" (үзбәк), "Кеше ҡаҙанын болғаһаң, үҙеңдең бутҡаң көйөр", "Бөтәһенә түшәлгән телһеҙгә әйләнгән" (башҡорт), "Күндәм атҡа йүгән күп" (монгол), "Ҡойроҡтоң урыны гел артта" (латин).
Башҡорттар борондан донъянан ситләшеп йәшәмәгән, күршеләре - башҡа милләт халыҡтары менән hәр ваҡыт тығыҙ сауҙа-иҡтисади бәйләнештә торған, ләкин ятҡа ярайым тип, үҙ асылына хыянат итмәгән. Бөгөн дә халҡыбыҙ өсөн интеграция, глобализацияның ыңғай яҡтары бәхәсhеҙ, ләкин хәүефле hөҙөмтәләре лә байтаҡ. Улар телебеҙҙе боҙоп hөйләшеүҙә, боҙоҡ ғәҙәттәрҙә, тотанаҡhыҙ тәртиптә, әҙәпhеҙлектә, хәрәм менән хәләлде бутауҙа, мәғәнәhеҙ, маҡсатhыҙ йәшәүҙә асыҡ күренә. Был осраҡта, япон халҡының милли традицияларына тоғролоғона һоҡланмау мөмкин түгел. Башҡа илдәр, ерҙәрҙә ниндәй генә үҙгәрештәр бармаhын, улар осрашҡанда hаман да үҙҙәренә генә хас тыйнаҡлыҡ менән баш эйеп тәбрикләшә, бер-береhенә иғтибарлы, ихтирамлы, ярҙамсылдар. Балаларына бигерәк тә hаҡсыл, йомшаҡ, ололарына иҫ киткес итәғәтле мөнәсәбәттәрен hаҡлайҙар. Шуға күрәлер ҙә, бер-береhенә ышаныслы таяныс булғандары өсөн япон халҡы хатта үлемесле ҡыйралыш, катастрофаларҙы берҙәм hәм лайыҡлы кисерә. Йәшәгән дәүерҙә йәш быуынын милли традицияларҙа тәрбиәләп үҫтергән халыҡтың тамырҙары ҡоромаҫ. Сөнки улар бер-береһен яҡын күреп танып, үҙ телендә hөйләшеп, аралашыуҙан йәндәренә көс-дәрт ала, ышаныслы таяныстары бар икәнен һиҙеп йәшәй. Милләттәштәр үҙ-ара мөнәсәбәттә мөләйем йөҙлө, ярҙамда ихлас, дуҫлыҡта ышаныслы булhа, тормоштарында тылсымлы мөғжизәләргә тура юлдар асылыр ҙа бойомға ашмаған теләк, хыялдарының үкенестәре ҡалған ғүмерен ағыуламаҫ ине…

Урал МОСТАФИН.
Октябрьский ҡалаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №12, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.03.22 | Ҡаралған: 336

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru