Ҡайһы бер ғалимдар Ҡәҙер кисе тура килгән ваҡыт тураһында: ул - Рамаҙандың 21-се төнө, икенселәре - 23-сө төнө, өсөнсөләре - 25-се төнө, ә күбеһе - ул 27-се төн, тиҙәр. Бәйғәмбәребеҙ: "Ҡәҙер кисен Рамаҙандың һуңғы ун төнөнөң таҡ төндәрендә эҙләгеҙ", - тигән.
Ҡәҙер кисе Мөхәммәт с.ғ.с. өммәтенә Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән махсус бер кистер. Башҡа бәйғәмбәрҙәргә бындай кис бирелмәгән. Был кистең мең айҙан да хәйерлерәк булғанын дин ғалимдары шулайыраҡ аңлата: Рәсүлуллаһ бер көн сәхәбәләренә Бәни Исраил ҡәүеменән Шәмғун исемле бер әҙәмдең ҡылысын тағып, мең ай (80 йылдан артыҡ) Аллаһ юлында жиһад итеүе хаҡында аңлатҡас, сәхәбәләр хайран ҡалып, ғәжәпләнеп: "Был ҡыҫҡа ғына ғүмеребеҙҙә беҙ быға нисек ирешербеҙ?" - тинеләр. Рәсүлуллаһ та бының хәленә хайран булып, Аллаһтан: "Минең өммәтемдән дә берәү шундай булһа ине", - тип үтенәһе килә. Шунан һуң ул доға ҡыла: "Йә Раббым, минең өммәтем ғүмер яғынан бик ҡыҫҡа ғүмерле, ғәмәл яғынан иң әҙ әйҙәнең", - тип әйтә. Шул мәл Аллаһ Тәғәлә: "Ҡәҙер кисе мең айҙан да хәйерлелер", - тип аят кәлимәһен индерә, Ҡәҙер кисен уға бирә. Һәм Хәбибенең мөбәрәк теләген ҡеүәтләндереп бойора: "Әй Хәбибем, Ҡәҙер кисе һинекелер һәм өммәтеңдекелер. Бәни Исраилда булған үә Аллаһ юлында мең ай жиһад иткән ул кешенең ғәмәленән хәйерлелер. Ҡиәмәткә тиклем һәр Рамаҙан шәрифтә бер тапҡыр килер".
Ҡәҙер кисендә Ябраил ғәләйһис-сәләм менән башҡа күп фәрештәләр ер йөҙөнә төшөр, Аллаһы Тәғәләнең әмере менән бер ғибәҙәт ҡылыусыға юлыҡһалар: "Йә Раббым, был Ҡәҙер кисендә доға ҡылыусыларҙың доғаһын ҡабул ит", - тиерҙәр. Шулай итеп, таң атҡансы йөрөрҙәр, таң атҡандан һуң Ябраил ғәләйһис-сәләм: "Әй фәрештәләр! Күккә ашығыҙ! - тип әйтер. Фәрештәләр: "Эй Ябраил ғәләйһис-сәләм! Аллаһы Тәғәлә был Ҡәҙер кисендә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең өммәтенә ни ҡәҙәр рәхмәт һәм һөйөнөстәр бағышланы?" - тиерҙәр. Ябраил ғәләйһис-сәләм: "Әй фәрештәләр! Белегеҙ: Аллаһы Тәғәлә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм өммәтенә рәхмәттәр ҡылды һәм гонаһтарын ярлыҡаны. Мәгәр дүрт төрлө төркөмдө ярлыҡаманы. Ул дүрт төркөмдөң тәүгеһе иҫерткес эсеүсе, йәғни иҫерткес эсергә даимселек ҡылыусы. Икенсеһе - ата-әсәһен рәнйетеүсене ярлыҡаманы. Өсөнсөһө - туған менән талашҡан кеше, дүртенсеһе - үс тотоусыны, йәғни асыу һаҡлаусыны ярлыҡаманы", - тиер. Был дүрт төрлө гонаһ эйәләре, тәүбә-истиғфар ҡылып, яман эштәренән туҡтаһалар ғына ярлыҡар.
Ҡәҙер тигән һүҙ - ул ҡөҙрәт тигәнде аңлата. Икенсе мәғәнәһе - тәҡдир. Был кистә фәрештәләр әҙәм балаһының бер йыллыҡ тәҡдирен алып килә. Ҡәҙер төнө мең айҙан да ҡәҙерлерәк. Рәсүлебеҙ: "Кем дә кем Ҡәҙер кисен уяу үткәреп, ғибәҙәттә булһа, был кистән сыҡҡанда әсәһенән яңы тыуған сабый бала кеүек гонаһһыҙ сығыр", - тип әйткән. Төндө ғибәҙәттә үткәреү кешенең дәрәжәһен күтәрә, Аллаһы Тәғәлә ул кешегә шәфҡәт, мәрхәмәт менән ҡараясаҡ, ул Аллаһтың күләгәһендә буласаҡ, эш-ғәмәлдәрҙә һәм уңышҡа бәхеткә ирешер, Аллаһ уны насарлыҡтарҙан һаҡлаясаҡ, һәм унан ҡурҡыу тойғоһо юҡҡа сығыр. "Ҡәҙер кисендә өс тапҡыр "Ләә иләәһә илләллааһ" тип әйтеүсенең беренсеһендә - гонаһтары кисерелер, ғәфү ителер; икенсеһендә - йәһәннәмдән ҡотолор; өсөнсөһөндә - йәннәткә инер. Ҡәҙер кисендә "Ҡәҙер" сүрәһен уҡыған кеше Ҡөрьән Кәримдең дүрттән бер өлөшөн уҡыған кеүек булыр", тип тә әйтеп ҡалдырылған.
"Киске Өфө" гәзите, №16, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА