Ер ҡарҙан әрселеп, баҡса эштәре башланыу менән табиптар, шулай уҡ һәр төрлө матбуғат сараларында талпан энцефалиты хаҡында иҫкәртә лә башлайҙар. Минең дә, табип булараҡ, ошо сирҙе ентекләберәк һүрәтләп биреп, яҡташтарымдың иғтибарын шуға йәлеп итергә ниәтем. Был сир менән осрашмағанға күрәлер ҙә, күптәр уға әллә ни әһәмиәт биреп тә бармай. Яҙғы-йәйге, Алыҫ Көнсығыш йә тайга энцефалиты тигән тағы күп кенә атамалары булған был ауырыуҙы йоҡтороу бәғзе ваҡыт ғәйәт ауыр эҙемтәләргә, зәғифлеккә, хатта үлемгә лә килтереүе ихтимал. Рәсәй территорияһында киң таралғанлыҡтандыр, уны ҡайһы бер авторҙар "урыҫ энцефалиты" ("Русский энцефалит") тип тә атаған. Башҡортостан да был тарафтан ситтә ятып ҡалмай, әлбиттә.
Латинса "Энцефалон" "баш мейеһе" тип тәржемәләнә. Үҙәк нервы системаһын зарарлаусы сирҙең "энцефалит" (урыҫ телендә - "воспаление головного мозга") тигән төп исеме тап ана шунан килеп сыҡҡан. Был ауырыуҙы барлыҡҡа килтереүсе вирус башлыса талпан тәнендә тереклек итә. Һәр төрлө сығанаҡтарҙағы мәғлүмәттәргә ярашлы, тәбиғәттәге талпандарҙың 20-40 проценты зарарлы була. Вирус был паразиттарҙың быуынынан-быуынына күсеп бара. Бәғзеләр уны "Тайга энцефалиты" тип атаһа ла, был сир дала ерҙәрендә лә йыш осраусан. Ҡан менән туҡланыусы шул паразиттың шайығы аша йоҡтороп, сысҡан, ҡомаҡ, терпе, тейен һәм башҡа хайуандар, ҡоштар инфекцияның икенсе резервуары булып тора, шул рәүешле вирус тәбиғәттә әйләнеш яһап йөрөй. Был процесҡа кешенең дә килеп эләгеүе ихтимал. Башлыса, тәнгә талпан ҡаҙалыу юлы менән. Әммә, ҡанында вирус булған һыйыр, кәзәләрҙең һөтө аша (ҡайнатмаған көйө эскән хәлдә) йоғоу мөмкинлеге лә юҡ түгел. Медицинала уны "алиментар юл" менән зарарланыу тип атайҙар (яҡынса - 20 процент).
Төрлө статистика күрһәткестәренә ярашлы, Рәсәйҙә йыл һайын, яҡынса 500 мең кешегә талпан ҡаҙалып, шуларҙың 2 меңдән ашыуы энцефалит менән сирләп тора. Был һандарға, әлбиттә, медицина учреждениеһына мөрәжәғәт иткәндәр генә ингән. Республикабыҙҙа ла ошо тарафтан хәлдәр бигүк тынысланырлыҡ түгел. Йыл һайын 10 меңдән алып 20 меңгә тиклеп кешегә талпан ҡаҙала. Башҡортостан буйынса 2017 йылда - 22, ә 2018 йылда - 25 кеше был инфекцияны йоҡторған. Күпселек осраҡтарҙа еңел формала үтеүенә ҡарамаҫтан, уның ауыр төрҙәре хаҡында һәр кемебеҙ белергә тейеш һәм быға битараф ҡалыу ярамай, тип һанайым (Иғтибар итәйек: донъя буйынса статистик мәғлүмәттәргә ярашлы, ҡайһы бер йылдары энцефалиттан үлем осрағының кимәле егерме процентҡа барып еткән мәлдәр булған).
Талпан ҡаҙалған яра аша кеше тәненә эләккән вирус күҙәнәктәрҙә бер аҙ үҫешеп алғас, ҡан һәм лимфа тамырҙары буйлап бөтә тәнгә тарала башлай. Уның "яратҡан" урыны - баш һәм арҡа мейеһенең һоро матдәһе (серое вещество). Нервы күҙәнәктәрен зарарлап, уның нормаль эшмәкәрлеген боҙоуы - кешелә ошо сиргә ярашлы һәр төрлө симптоматика (билдәләр) барлыҡҡа килтерә. Барлыҡ ағзаларҙың эшмәкәрлеге, белеүебеҙсә, нервы системаһынан килгән сигналдарға буйһона. Шунлыҡтан, баш һәм арҡа мейеһе өлөштәренең ҡаҡшауы тәндең башҡа мөһим ағзаларына тапшырыла бара. Йөрәк-тамыр, тын алыу системаһы эшләүе насарая. Ошо сирҙән вафат булғандарҙың патолого-анатомик тикшереү мәлендә йөрәк мускулатураһына (миокард), үпкә туҡымаһына, эсәктәргә һәм башҡа ағзаларға ҡан һауған булыуы күҙәтелә.
Ни өсөн әҙәм балаһы талпан ҡаҙала башлау менән үк уны алып ташламай һүң (берәй серәкәй йә күгәүен килеп, тәнгә моронон терәгәс тә, беҙ шунда уҡ уға "сәпәй һалып" ебәрәбеҙ бит)? Тикшереүҙәр һөҙөмтәһенә ярашлы, кеше тәненә үҙенең томшоҡсаһын (медицинала "хоботок" тип атала) ҡаҙаған мәлдә талпан, параллель рәүештә, тире нервы рецепторҙарының һиҙеүен юғалттыра торған матдә бүлеп сығара икән (тап хирург операция яһар алдынан һалған новокаин һымаҡ). Шуға күрә беҙ был паразитты тик күпмелер ваҡыттан һуң осраҡлы ғына күреп, йә булмаһа, бармаҡтарыбыҙ ярҙамында һәрмәп, табып алабыҙ. Әлеге вирустың тап ана шул "анестезиялаусы" шыйыҡсала булыуында шик юҡ. Талпан ҡаҙалғандан алып, ауырыу беленә башлағанға тиклем ара (инкубацион осор) яҡынса 8-23 көн самаһы. Ауырыу, ғәҙәттә кинәт кенә башлана. Тән температураһы 39-40 градусҡа етеүе лә мөмкин. Хәл бөтөү, баш ауыртыу, баш әйләнеү, бер нисә мәртәбә ҡоҫтороу, тән һыҙлау, йоҡо насарайыуы ошо сир хаҡында иң беренсе нәүбәттә уйланыуға этәрергә тейеш.
Кешенең йөҙө, муйындары, күҙ алмалары ҡыҙарыуы ла ошо сирҙең билдәләренең береһе. Йөрәк мускулатураһында дистрофик үҙгәрештәр йөрәк тибешенең һүлпәнәйеүенә килтерә. Был - бик етди симптом. Сөнки йөрәктең кинәт кенә туҡталып ҡуйыуы ла ихтимал. Фалиж һуғыуы арҡала, тын алыуҙы тәьмин иткән мускулатураның эшмәкәрлеге насарайыуы ла хәүефле. Ауырыуҙың тағы бер симптомы - яҡтылыҡтан ҡурҡыу (фотофобия). Ҡайһы берҙә менингеаль билдәләр (арҡа һәм елкә мускулатураһының тартышыуы) күҙәтелә. Ауыр осраҡтарҙа хатта кешенең аңы яңылыша башлауы ла ихтимал. Галлюцинация (күҙенә ниҙер күренеү, йә ниндәйҙер тауыштар ишетеү), ишетеү нервылары зарарланыуы, бөтөн тән мускулатураһының тартыша бушлауы ла мөмкин. Бәғзе сирлеләр башын тота алмай ("төшөп барған баш" симптомы), уның аяҡ ҡулдары "тыңламай", тартышҡан килеш ҡатып, ҡайһы берәүҙәрҙең муйыны ҡыйыш хәлдә ҡалыу осраҡтары ла бар. Тел көрмәлеү, тауыш бөтөүе лә ихтимал. Бите, ауыҙы салшайыуы, күҙ йөрөтөүсе мускулатурының (глазодвигательные мышцы) эшмәкәрлеге боҙолоу сәбәпле күҙҙәрҙең ҡылыйланып ҡалыуы ла бар. Был сирҙән йүнәлеп киткән кешеләрҙең тәнендә ғүмерлеккә иммунитет һаҡланып ҡала.
Ошо ауырыуҙан һаҡланыуҙың иң яҡшы ысулы - тәнгә бөжәк ҡаҙалмаһын өсөн саралар күреү. Яҙ аҙағында, йәй баштарында баҡсала йә ҡырҙа йөрөгән мәлдә мөмкин тиклем ҡыуаҡ ботаҡтарына теймәй йөрөргә тырышыу яҡшы һөҙөмтә бирә. Ғәҙәттә, талпан үҙе кешегә ташланмай, уның һикереү, осоу һәләте юҡ. Ҡыуаҡ ботаҡтарының осонда ике ҡулын алға һоноп, үҙенең ҡорбанын көтөп ултыра ул. Ботаҡҡа тейеп үтеп барған хайуандарға, кешенең кейеменә "тотоноп", эләгеп китеүсән. Шуға күрә, салбар балаҡтарын, күлдәк еңдәрен резина менән һыҡтырып ҡуйыу хәйерлерәк. Резина итек кейеү ҙә кәңәш ителә. Шулай уҡ балаҡ һәм ең тирәһенә камфора майы йә башҡа төр репелленттар (бөжәкте ҡурҡытыусы еҫле шыйыҡсалар) һөртөү яҡшы. Эш тамамланғас та, кейемдәрҙе сисеп, эсен тышҡа әйләндереп, ентекләп үҙеңде һәм бер-береңдең тәнен һәр яҡлап тикшереү кәрәк. Бөжәк ҡаҙалған булһа, ғәҙәттә, уны һытмай ғына, нәҙек еп менән быуып алалар. Унан талпанды герметик ябылған бәләкәй шешәгә һалып алып (лаборатория анализы өсөн), шунда уҡ медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Юғарыла һанап кителгән һәм башҡа төрлө билдәләрҙең килеп сығыуын көтөп тормаҫтан. Һәр поликлиника талпан энцефалитына ҡаршы иммуноглобулин менән тәьмин ителгән була.
Шулай итеп, баштараҡ әйтелеп киткәнсә, энцефалит менән ҡайнатылмаған һөт аша зарарланыу ихтималлығы ла бар. Шуға күрә, һөттө термик эшкәртеүһеҙ эсеүҙән һаҡланыу кәрәк. Икенсенән, әгәр (талпан ҡаҙалмаған көйө лә) юғарылағы симптомдарҙы үҙеңдә һиҙә башлайһың икән, һис кисекмәҫтән табипҡа барыу, уға яңы һауылған "йылы һөт" эсергә яратыуың хаҡында ла хәбәр итеү мотлаҡ.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы хәрби табип.
"Киске Өфө" гәзите, №17, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА