Башҡорттарҙа "муллаян үләне", "туғай яраны" тип йөрөтөлгән һәм Башҡортостанда киң таралған был сәскә русса "герань луговая" тип атала.
Халыҡ дауаханаһында муллаян үләне лә, был сәскәнең ҡанһыу ҡыҙыл яран, һаҙ яраны кеүек төрҙәре лә бер үк - шешенеүгә ҡаршы, йоғошһоҙландыра, ҡурыштыра, һыҙланыуҙы баҫа, ҡанды туҡтата торған сифаттарға эйә. Дауаланыу өсөн үләне, сәскәһе һәм тамыры ҡулланыла. Был үләндәр ярҙамында яңы барлыҡҡа килгән яман шештәрҙе, һынған һөйәктәрҙе, гастрит, энтерит, өҫкө тын юлдары ауырыуҙарын, аҙыҡ менән ағыуланыу, дизентерия, йоҡоһоҙлоҡ, ревматизм, подагра, стенокардия һәм тахикардия, ауыҙ ҡыуышлығының лайлалы ҡатламы шешенеүе, ангина, аналь һәм енси ағзаларҙа үтә тишекле яралар, тиренең эренле яраларын дауалайҙар. Алопеция - сәс ныҡ ҡойолғанда үлән бешкән һыу менән башты йыуалар. Яран бөйөрҙәге һәм бәүел ҡыуығындағы таштарҙы бөтөрөргә лә ярҙам итә.
Шизофрения. 2 балғалаҡ ҡанһыу ҡыҙыл яранға 2 стакан ҡайнатылған һыу ҡойорға, 8-10 сәғәт төнәтергә (төнгөлөккә ҡалдырыу уңайлы). Һәр 2-3 сәғәт һайын 1-әр ҡалаҡ эсергә. Был төнәтмә ауырыуҙың йоҡоһон яҡшырта, ҡуҙғыусанлығын баҫа.
Полиартрит, ревматизм, подагра, остеохондроз. Шулай уҡ үрҙә килтерелгәнсә әҙерләнгән төнәтмәне башҡа дауаланыу саралары менән бергә ҡулланыу тоҙ ултырған организмды таҙартырға ярҙам итә. Уның менән ауырыуҙың торошо яҡшырғанға тиклем дауаланалар. Төнәтмәне эсеүҙән тыш, бер үк ваҡытта һыҙлаған быуындарға сылатҡыстар яһау кәрәк. Әйткәндәй, ҡанһыу ҡыҙыл яран йәки муллаян үләненән бындай сылатҡыстар һынған һөйәктәрҙе тиҙерәк уңалтырға ла ярҙам итә.
Бөйөрҙөң таш ауырыуы. 10 грамм (2 балғалаҡ) киптереп ваҡланған тамырҙарға 1 стакан һыу ҡойорға һәм ҡайнар хәлгә еткереп, тағы 7-8 минут талғын утта тоторға. Шунан 1 сәғәт төнәтергә, дауа 1 стакан тулы булһын өсөн ҡайнатылған һыу өҫтәп ҡойорға. Көнөнә 4-5 тапҡыр ашарҙан алда 2-шәр ҡалаҡ эсергә. Был сара таштарҙы йыуып сығармай, ә иретеүе менән отошло.
Стенокардия. 5 ҡалаҡ киптерелгән муллаян үләненә 300 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 2-3 сәғәт төнәтергә. Көнөнә 4-5 тапҡыр 1-2 ҡалаҡ эсергә.
Үпкәнән ҡан төкөрөү, балаятҡы һәм геморроидаль ҡан килеүҙәр. Тиҙ арала ҡан килеүҙе туҡтатыу өсөн һәр 2-3 сәғәт һайын яңы үләндең 20-30 тамсы һутын эсергә кәрәк. Танау ҡанаһа, үләндең һутына мансылған мамыҡ тығырға. Яңы үлән булмағанда тамырҙарынан ҡуйы төнәтмә әҙерләргә кәрәк (1-2 ҡалаҡ тамырға 1 стакан һыу ҡойоп, 5-7 минут ҡайнатырға). Һыуынғансы төнәтергә, ҡан килеү туҡтағансы һәр 2-3 сәғәт һайын 1-2 ҡалаҡ эсергә.
Онкология. Шештәрҙең бөтә төрҙәренән һыу урынына үләндең һыуыҡ төнәтмәһен эсәләр: 1 ҡалаҡ үләнгә 2 стакан ҡайнатып һыуытылған һыу ҡойоп, 8 сәғәт төнәтергә һәм көн дауамында эсергә.
Тура эсәк яман шеше (рак). Тигеҙ өлөштә муллаян үләнен, һыу боросо үләнен, балан сәскәһен ҡушырға. Йыйылманың 1 ҡалағына 100 мл ҡайнар һыу ҡойоп, йылымыс булғансы төнәтергә һәм һөҙөргә. Был төнәтмәгә 1 балғалаҡ ҡырҡҡолас (кровохлебка) тамыры төнәтмәһен ҡушырға. Шунан балалар өсөн бәләкәй груша менән аналь тишеккә индерергә. Быны эсәктәргә төп таҙарыныу сараларын ҡулланғандан һуң көнөнә 2-3 тапҡыр эшләү кәңәш ителә, мөмкинлек булмағанда төнгөлөккә бер тапҡыр булһа ла үтәү кәрәк (күпмелер ваҡыт үткәндән һуң башҡа микроклизмалар менән сиратлаштырырға).
Иҫкәрмә. Ярандарҙы ҡулланырға ярамаған осраҡтар юҡ, шулай ҙа уны ҡандың йәбешкәклеге юғары булғанда, тромбофлебит, шулай уҡ эсәктең тонуста булмауы һәм ҡартлыҡҡа бәйле эс ҡатыу, юғары әселекле гастрит ауырыуҙары менән яфаланғанда ҡулланырға кәңәш ителмәй.
"Киске Өфө" гәзите, №17, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА