- Хәҙер ихтыярығыҙ булһа, көрәш майҙанына һәм бәһлеүәндәр ярышына саҡырабыҙ! - тип иғлан итте алып барыусы.
- Бәһлеүәндәр - ул гер, штанга күтәреүселәрме? - тип ҡыҙыҡһынды император Ҡудашевтан.
- Эйе, ауырлыҡ күтәреүселәр.
- Әйҙә, шунда барабыҙ.
Александр Беренсе, һис шикһеҙ, көрәшселәр майҙанына барыр тип, был тирәне бик матурлағайнылар. Яҡшы ултырғыстарҙы ла шунда ҡуйғайнылар, ә бәһлеүәндәрҙә - ҡола ялан. Шуға Ҡудашев йәһәтләп ултырғыстар килтерергә ҡушты. Улар барып еткәндә биш-алты ултырғыс бар ине. Батша менән уның иң яҡын һанаттары ултырҙы, ҡалғандар аяғөҫтө ҡалды.
- Тәүҙә гер күтәреүселәр уртаға сыға! -тип иғлан иттеләр.
Икешәр ботло герҙәрҙе дүрт урында сөйҙөләр. Гер бәһлеүәне икәшәр ботлоно 32 мәртәбә күтәрҙе. Шунан һуң "Хәҙер таш күтәреүселәр алыша!" тип әйткәйне, алға ярым шәрә берәү сыҡты ла, уртала ятҡан ҙур ташты саҡ ҡосаҡлап алып күтәрҙе һәм түңәрәк буйлап китте. Түңәрәкте бер ураны. Уның урынына икенсе кеше сыҡты. Быныһы өс ураны. Өсөнсөһө ике түңәрәк менән генә сикләнде. Шулайтып, икенсе кеше таш бәһлеүәне булды.
- Хәҙер майҙанға старшина Бикбирҙене саҡырабыҙ,- тине.
Императорҙың ҡаршы яғындағы кешеләр ҡуҙғалышты һәм уртаға һыбай берәү килеп сыҡты. Был ат менән ни эшләп йөрөй икән, тип уйланы император һәм башҡа бик күптәр. Һыбайлы аҡрын ғына аттан төштө. Күрәһең, был кеше шул тиклем ауырҙыр инде, ул төшкәс, атының арҡаһы күтәрелеп китте. Ҡыҫҡа кәзәкей кейгән был әҙәм, баш кейемен сисеп, Александр алдында баш эйҙе:
- Һаулыҡ теләйем, император ғали йәнәптәре. Старшина Бикбирҙин, - тине лә һулаҡай ҡулында теҙгенде тотҡан килеш ат аҫтына эйелеп инде һәм аяҡтарын киреп, йәтешләп баҫты, тәрән тын алғас, яйлап ҡына атты үҙенең елкәһенә һалды һәм күтәреп китте. Бер, ике, өс... биш, ете аҙым. Бына атты төшөрөр, бына ат менән ҡуша йығылып китер, тип тын да алмай ҡарап ултырҙылар быны. Әммә Бикбирҙе түңәрәкте урап сыҡты, шунан ғына атты аяҡтарына баҫтырҙы, үҙе турайып ҡатты һәм, батша яғына боролоп:
- Бына шулай беҙ бер-беребеҙҙе күтәреп йәшәйбеҙ, - тине.
Император, ирекһеҙҙән буғай, ҡул сәпәкәйләп ебәрҙе. Шунан Ҡудашевтан һорайһы итте:
- Байрамда ул бәһлеүән. Ярар. Ә һуғышта нимә эшләй һуң? Унда ат күтәреп йөрөүҙең кәрәге юҡ.
- Ғали йәнәптәре, уның атҡан уғы бер километрға тиклем оса, ә ярты саҡрымдан атты тишеп үтә. Бына шуға ул алмаштырғыһыҙ һуғышсы.
Александр тел шартлатып ҡына ҡуйҙы.
Еңеүтуй байтаҡ дауам итте әле. Император һәм уның һанаттары йүгеректәрҙе, бәйгене, бейеүселәрҙе ҡараны. Ҡудашев батшаның талсыҡҡанын шәйләне.
- Ғали йәнәптәре, Александр Павлович, - тип өндәште уға үҙ итеп Ҡудашев. Тегенеһе ялт итеп ҡараны. Яңылышыраҡ өндәштем, шикелле, тип үкенде полковник. Ләкин һүҙ телдән ысҡынғайны инде. - Туҡтап, ҡымыҙ эсеп, аяҡтарҙы ял иттереп алайыҡ тигәйнем.
Өндәшмәне император. Баш ҡағыу менән генә сикләнде. Булон урманындағы сиркәүҙең төпкө бүлмәһендә оҙон өҫтәл ҡуйылғайны. Өҫтәлдә башҡортса аҙыҡ-әүҡәт һәм кәсәләрҙә ҡымыҙ.
- Ғали йәнәптәре, рәхим итегеҙ, ҡымыҙҙан,- тип саҡырҙы Ҡудашев.
- Нимә була ул ҡымыҙ?
- Ҡымыҙ бейә һөтөнән яһалған эсемлек. Башҡорттар уны һыуһынға ҡуллана.
Александр ҡымыҙҙы ирендәрен тигеҙеп кенә тәмләне, шунан аҙ ғына йотто, аҙыраҡ торғас, һауытты бушатҡансы эсте.
- Шәп эсемлек. Тағы бармы? - тип ебәрҙе. Ҡудашев ирен ситтәре менән генә йылмайҙы.
- Әлбиттә, бар. Тик уны һаҡланыбыраҡ эскән яҡшы, эскә тейеп ҡуйыуы бар.
Тәүҙә еңелсә генә ҡапҡылап ултырҙылар, шунан баяғы һарыҡтың һурпаһы менән ите килде, бер юлы шуның янына шештә бешкән ярым ҡурылған ит. Император был рәүешле итте күп ашағаны юҡ ине. Шуға, тағы ла бер тост әйтеп, йәнә елле генә киҫәк ит ҡапҡас:
- Ҡудашев, йәлләмә баяғы ҡымыҙыңды. Мин бүтән ит ашай алмайым, - тип ебәрмәһенме.
Йүгертеп ҡымыҙ килтерҙеләр. Император һауытты бушатты ла:
- Рәхмәт байрамығыҙ, һыйығыҙ өсөн. Һағынып һөйләргә ҡалыр. Инде таралышайыҡ, - тип ҡуҙғалды.
Атҡа атланыр алдынан Александр Беренсе янында торған Ҡудашевҡа боролдо.
- Әҙерләгән ризығығыҙ ҙа, туйығыҙҙың саралары ла бик күркәм булды. Аҡса ҡайҙан алдығыҙ? Өҫтәп аҡса һораусылар араһында һеҙҙең ғариза күренмәне.
- Беҙ, ғали йәнәптәре, бер ниндәй ҙә ғариза яҙманыҡ. Сөнки башҡорттарға ҡаҙнанан бер тин дә бирелмәҫен беләбеҙ бит. Рәсәй өсөн һуғышта йөрөйбөҙ, ә сығымдарҙы тулыһынса халыҡ үҙе күтәрә. Байрамға ғына түгел, һуғышҡа һалынған аҡса ла халыҡтыҡы. Бында Парижға ингән полктарҙа хеҙмәт итеүселәрҙең кеҫәһенән алдыҡ. Казактарға, мәҫәлән, хәрби хеҙмәт өсөн аҡса бирелә, орден, миҙал алһа, өҫтәп түләнә. Ә башҡортҡа бер нәмә лә юҡ. Тәреле орден менән наградланһа, уныһы ла бирелмәй. Сөнки башҡорт уны таҡмай, мосолман башы менән күкрәгенә тәре ҡаҙап йөрөй алмай бит инде. Тәре урынына ай ҡуйығыҙ, тип күпме әйтеп ҡараныҡ. Ишетеүсе юҡ. Башҡорт полктарын әрменең иң яҡшы һуғышсылары, тибеҙ. Рәсәй өсөн йәнен аямай утҡа ташлана ул. Ә дәүләт түләүҙәренә килһәң, башҡортҡа тейеш түгел, тигәнде ишетәһең. Сөнки дәүләт уның аҫабалығын һаҡлай, имеш. Ғәмәлдә, ул аҫабалыҡ киҫкеләп, тураҡланып бөтөп бара...
Ҡудашевтың янында торған генерал Платов тамаҡ ҡырҙы, император өҙәңгегә баҫыр өсөн аяғын күтәрҙе. Шул саҡта ғына Ҡудашев артығыраҡ һүҙ ысҡындырып ташлағанын һиҙҙе. Ул арала Александр атҡа ырғып менде лә ҡамсыһы менән юрғаға һыҙырҙы. Ат баҫып торған еренән алға уҡталды. Генерал Платов:
- Полковник, кем янында торғаныңды онотоп ташланың түгелме һуң? Был Наполеонды теҙ сүктергән Рәсәй батшаһы бит,- тине.
Ҡудашев телен тешләне, ләкин һуң ине инде.
- Мин батшаға тик дөрөҫөн генә әйттем бит, - тигән булды.
- Ҡайһы берҙә тоҡта ятҡан беҙ кеүек дөрөҫлөктө әйтмәй ҡалған ялған яҡшы, - тине лә Платов атына менде һәм боролоп та ҡарамай, китеп барҙы.
Сена буйында
- Әйҙә, ҡайтайыҡ, - тине хеҙмәттәше Усманға.-Алла бирһә, иртәгә тағын килербеҙ. Бигерәк матур донъя. Беҙҙең яҡҡа оҡшап китә ҡай бер ере.
- Шулай шул. Тәүге мәртәбә күргәндә әллә үҙебеҙҙең Асҡын һыуы инде, тип аптырап торҙом. Тик беҙҙең һыу шәберәк аға һәм быға ҡарағанда һайыраҡ.
- Ҡоштары ла беҙҙекеләргә оҡшаған, тип әйт.
- Шулай шул. Һайыҫҡан - барыбер һайыҫҡан инде. Шыҡырыҡлауы ла шул уҡ. Сәпсек тә беҙҙәге һымаҡ оса-ҡуна ем эҙләй.
- Усман да беҙҙәге кеүек оҙон көйҙө яңғырата ғына...
Усман тәүҙә һүҙҙең мәғәнәһен төшөнә алмай торҙо. Аңлағас, хахылдап көлөп, иптәшенең арҡаһына ҡулы менән гөпөлдәтеп һуғып алды.
- Йоҙороҡ та беҙҙәге кеүек дөпөлдәп төшөп тора...
Егеттәр көлөшөп, бер-береһен баҫтыра, шаяра башланы. Шул саҡ ҡаршыларына бер егет, бер ҡатын кеше килеп сыҡты. Быларҙы күргәс тә, ҡатын Усмандарға төртөп күрһәтеп, нимәлер әйтте. Ир кеше шаярыусыларҙың ҡаршыһына сығып баҫты ла:
- Туҡтағыҙ әле, - тине урыҫсалап.
Усман менән иптәше ҡапыл шымды һәм баҫҡан ерендә ҡатты.
- Һеҙҙе йырға бик оҫта тиҙәр. Дөрөҫмө?
Тегеләр яуырын һикертеү менән генә яуап бирҙе.
- Оҫта тип... Йырлайбыҙ инде шунда.
- Мин түгел, ана Усман матур йырлай.
- Йә әле, йырлап күрһәт.
- Кит әле. Тиктомалдан ауыҙ күтәреп йырлап торорға, мин һиңә иҫәрме ни?
- Һине берәү ҙә иҫәргә һанамай. Бынау ханым һинең йырлағанды ишеткеһе килә.
- Мине ҡайҙан белә ул?
- Белә һиңә, белмәй ҙә. Ошонда Сена буйында һеҙҙең байрамда йырлағаныңды ишеткән.
- Ҡыҙыҡ икән.
Ҡатын кеше урыҫса, башҡортса аралаштырып һөйләгәндең, әлбиттә, бер нәмәһен дә аңламаны. Тик барыбер Усманға инәлеп-ялбарып ҡараны. Шул арала теге егет кешегә нимәлер әйтеп тә өлгөрҙө.
- Ярар, инәлтмә. Ана бит һорай.
- Нимәне йырлайым һуң?
- Үҙең теләгәнде.
Усман тамағын ҡырғылап алды ла:
- Йырла тиһәң, мин йырлайым.
Һиңә ниндәй йыр кәрәк? - тип ебәрҙе. Юғары, таҙа тауышы туғайға таралды. Усман шымыу менән ҡатын сәпәкәйләп ебәрҙе.
- Браво! - тип тағы ла нимәлер ҡысҡырҙы.
- Тағы, - тине ул арала баяғы ир. - Ана бит һорай.
- Юҡ,- тине Усман. - Бер ҡатлы тигәс тә, һәр мөйөштә йырлап йөрөргә мин иҫерекме ни? Бик тә бик минең йырлағанды ишеткеһе килә икән, иртәгә һыу буйына килһен, унда яр ситендә яҫы ташлы урын бар. Шул ергә.
- Ҡасан?
- Нимә ҡасан?
- Ҡасан килһен?
- Кискә табан.
Быны теге ир ҡатынға һөйләне. Тегенеһе ризалашып, баш ҡаҡты.
Иртәгәһенә вәғәҙә ителгән урынға барырғамы-юҡмы тип икеләнеп йөрөй ине Усман, иптәше Хәйернас уны килеп тапты.
- Усман, әйҙә һыу буйына ат менеп барабыҙ.
- Нишләп?
- Беҙҙе атлы халыҡ, тип белеп торһон француздар. Атлы башҡорт, тип.
- Унһыҙ ҙа белә инде улар.
- Белә һиңә, белмәй ҙә. Улар өсөн беҙ барыбыҙ ҙа - урыҫ.
- Айырманы күреп тора ла инде улар.
- Күрә һиңә, күрмәй ҙә. Кисә теге егеттән һораштым. Тылмас икән ул. Күрше полкта йөрөй, ти. Француз өсөн беҙ - башҡорттар - таш быуаттан сыҡҡан кеше ашаусылар икән. Төньяҡ амур тигәндәре лә әкиәт менән бәйле булған өсөн, ти.
- Ә ни эшләп мине йырлатмаҡсы була һуң улар?
- Уныһы ла шул тәүтормош менән яҡынлыҡты күреү өсөндөр. Шуға беҙ теге ергә ат менеп барайыҡ. Ни тиһәң дә, ат хужаһы таш быуатты үткәнде аңлата бит инде.
- Ярар һуң.
Усман менән Хәйернас һыу буйына барып еткәндә, унда биш алты кеше күләгәлә ултыра ине. Кисәге икәү, тағы ла өс-дүрт ҡыҙ. Былар егеттәрҙе шау-шыу һәм туҡтауһыҙ тигәндәй баш ҡағып, ҡаршыланы. Хәйернас аттан төштө лә иң ситтәге ҡыҙға ҡулын һондо. Тегенеһе ҡаршы ҡулын һуҙғайны, быныһы уны алып, ирендәренә яҡынлатып, үбеп алған булды. Уны күҙәтеп аттан төшмәй ултырған Усман:
- Оһо! - тип ҡуйҙы һәм Хәйернас, барыһы менән дә күрешеп сыҡҡас:
- Башлайбыҙмы? - тип һораны, тылмасҡа ҡарап.
- Беҙҙең халыҡтың йолаһы буйынса, мин тәүҙә йырҙың тарихын һөйләйем. Шунан, йырлайым.
Тылмас Усманды һүҙмә-һүҙ тигәндәй ҡабатлай торҙо.
- Хәҙер һеҙ ишетәсәк йыр,- тип һөйләп китте Усман, - "Тәфтиләү" тип атала. Был йыр бынан бер быуат тирәһе элек сығарылған. Рәсәй батшаһының һанаты - Тәфтиләү тигән полковник башҡорттарҙы үҙҙәренә буйһондора була халыҡты ҡурҡытыр өсөн беҙҙең яҡтағы Һөйәнтуҙ ауылында 105 кешене бикләп, тере көйө яндырта, 1 мең тирәһен аттыра һәм штык ҡаҙатып үлтертә. Халҡыбыҙ ана шул яуызды ҡарғап, йыр сығарған.
(Дауамы. Башы 17-се һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №18, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА