Май айының оҙайлы ял көндәренең береһендә бик матур байрамда ҡатнашырға насип булды. Был сарала ҡатнашҡан һәр кемдең күңеле бөтәйеп, офоҡтары киңәйеп, рухтары нығынып, зиһендәре асылып, дәрт-илһам алып ҡайтҡанына шик юҡ. Унда Федоровка башҡорттарын районда ғына түгел, ә тотош республикала танытҡан Яңы Яуыш ауылының "Айгүзәл" халыҡ ансамбле үҙенең егерме йыллығын билдәләне.
Федоровка районында алты ғына башҡорт ауылы бар. Аҙ булһа ла, улар халҡы төбәктә берҙәмлеге, дәртлелеге менән айырылып тора. Ял көнө, өҫтәүенә, ауыл ерендә яҙғы мәшәҡәттәрҙең осо-ҡырыйы күренмәгән ҡыҙыу осор булыуына ҡарамаҫтан, халыҡ ансамбленең юбилей шатлығын уртаҡлашырға ҙур теләк менән килеүҙәре, Бала Сытырман ауылы мәҙәниәт йортоноң тамаша залы шығырым тулы булыуы шуны иҫбатлай ҙа инде.
Эйе, бер һүҙле, уртаҡ уйлы Федоровка районы башҡорттары. Байрамда ла, эштә лә бергә улар. Сыуаш, мордва халҡы күпләп йәшәгән районда башҡорт мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлап, донъяның матурлығына һоҡланып, балалар үҫтереп, күпләп мал тотоп, бер-береһенә ярҙам итеп, бынамын тигән итеп йәшәйҙәр. Уларҙың берҙәмлегенә, ихласлығына, уңғанлығына ныҡышмаллығына хайран булырлыҡ. Был хаҡта "Айгүзәл"дәрҙе юбилей менән ҡотларға килгән район хакимиәте башлығы Венер Насретдинов та, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Булат Сиражетдинов та билдәләп үтте.
Был көндә "Айгүзәл" халыҡ коллективына, уның етәкселәре Тәзкирә һәм Ишморат Маликовтарға ла маҡтау һүҙҙәре күп яңғыраны. Баш ҡаланан саҡырылған ҡунаҡтар - "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, билдәле журналистар Сәрүәр Сурина, Гөлдәриә Йосопова, мәғариф ветераны Рәйфә Вәлиева үҙ сығыштарында репертуарында башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тормош-көнкүрешен күрһәткән йолалар урын алған коллективҡа һоҡланыуын һәм ғорурланыуын йәшермәне.
Ансамбль етәксеһе Ишморат Фәйзулла улы егерме йыл эсендә коллектив үҫешенә тос өлөшөн индергән әүҙем ағзаларға, шулай уҡ Федоровка районы башҡорттарына ғына хас ауыҙ-тел ижадын һаҡлаған оло быуын вәкилдәре Рауза Хәбибуллина, Гөлсирә Сәлимйәнова, Фәүзиә Маликова, Фәйрүзә Ғүмәрова, Мөхтәрәмә Дәүләтбаева, Ғәфүрә Хәбибуллина, Миңлевафа Маликова, Нәфисә Баяҙғолова, Флүрә Дәүләтбирҙина, Мөнирә Маликоваларға рәхмәт әйтте. Халыҡ ансамбленең репертуарындағы йолалар - тап уларҙан бөртөкләп йыйып алынған мәҙәни мираҫ өлгөләре, тарихи ҡомартҡылар булыуы билдәләнде.
Мәктәп директоры Ишморат Маликов ойошторған был коллективтың нигеҙен бөгөн уҡытыусылар, мәктәп, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, мәғариф, ауыл хужалығы хеҙмәт ветерандары, "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының әүҙем ағзалары тәшкил итә. "Айгүзәл"дәрһеҙ районда бер сара ла үтмәй тиерлек. Бынан тыш, конкурстарҙа ҡатнашырға ла форсат табалар. Төрлө йылдарҙа "Ашҡаҙар таңдары", "Таҡмаҡ әйтеш - 2010" республика конкурстарында лауреат исемен яулағандар. Былтыр Бөтә донъя фольклориадаға арналған "Халыҡ уйындары" төбәк-ара фольклор программалары интернет-конкурсында 125 коллектив араһында иң юғары баһаға - Гран-приға лайыҡ булғандар. Ырымбур ҡалаһында башҡорт тирмәһен асыу сараһының, Салауат, Торатау йыйындарының, IV Бөтә донъя фольклориадаһының, Башҡортостандың 100 йыллығына арналған концерттың да уртаһында булған улар. Былар - һуңғы йылдарҙа ҡатнашҡан саралар ғына, ә ике тиҫтә йылда улар һаны бихисап.
Айгүзәлдәр халҡыбыҙҙың милли байрамдарын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыуҙы, уларҙы йәш быуынға еткереүҙе изге бурысы һанай. Ауылда клуб юҡ тип тә, йортта эш күп тип тә тормайҙар. Аҙнаһына ике тапҡыр, кәрәк булһа, йышыраҡ та мәктәпкә йыйылып, репетиция эшләйҙәр, яңы йолалар өйрәнәләр. Уларҙың башланғысы менән ауылда тәрбиәүи саралар ойошторола, онотола барған йолалар тергеҙелә, дини байрамдар үткәрелә. Сценарийҙы Тәзкирә Маликова үҙе яҙа.
Йола тотҡан хур булмаҫ, ти халыҡ. Ысынлап та, милләтебеҙҙең рухи хазинаһын тәшкил иткән, онотола барған йолаларҙы тергеҙеү, йәш быуынға күрһәтеү, ә шулай ҙа иң мөһиме, уларҙы дөрөҫ атҡарып сығыу - айгүзәлдәрҙең төп маҡсаты. Ағинәйҙәр, мәктәп, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, "Ынйылар" башҡорт балалар фольклор коллективы менән берлектә эшләйҙәр. Ауылда, районда үткән барлыҡ сараларҙың башында халыҡты әйҙәгән, ойошторған көс булып торалар.
Юбилей сараһында күрһәтелгән "Сәсеүгә сығыу йолаһы", йәш баланы 40 көнгә тиклем һаҡлауға бәйле "Ҡорамалы-бетеүле", "Ҡурсаҡ менән имләү" йолаларының нигеҙендә халҡыбыҙҙың йәшәйеш ҡанундары, кешеләрҙең, ғаилә ағзаларының үҙ-ара мөнәсәбәте урын алғанлығына иғтибар итмәгән кеше булмағандыр. "Айгүзәл"дәр йылдың һәр миҙгеле, айы, көнө билдәле бер ҡағиҙәләрҙең үтәлеүен талап итеүен, кешенең һәр ҡылығы, эше, хатта уй-ниәттәре лә элек-электән йола-ҡанундарға яраҡлаштырылыуын күрһәтергә тырышты. Йола атҡарғанда көйләнә, һөйләнә торған теҙмә һәм сәсмә телмәр өлгөләренең барыһын да улар, үрҙә әйтеп китеүебеҙсә, урындағы инәйҙәрҙән, оло быуын вәкилдәренән яҙып алғандар. Шуға ла бөтә сығыштар ҙа сәхнә йәки театр күренеше кеүек түгел, ә ысын һымаҡ ҡабул ителде.
Лена АБДРАХМАНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №19, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА