Йәмәғәт фекерен өйрәнеү һөҙөмтәләренә ҡарағанда, быйыл күптәр баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә башлаясаҡ. Ял итеү өсөн генә тотолған дачалар һәм үҫтерелгән газондар үткәндә ҡаласаҡ. Ауылдарҙа ла яңы күтәрелеш күҙәтелә: ҡаланан ейән-ейәнсәрҙәр ҡайтып, олатай-өләсәйҙәренең ташландыҡҡа әйләнә башлаған йорт-ҡураһын рәткә килтерә, тергеҙә. Ошо күренештәр фонында яңы башлаусы һәм тәжрибәле баҡсасыларға яҡшы уңыш алыу өсөн бер нисә кәңәш тәҡдим итәбеҙ.
Стәрлетамаҡ районынан Геннадий Переведенцев - 35 йыллыҡ тәжрибәһе булған баҡсасы. Уның баҡсаһы Шахтау итәгендә, ташлы ерҙә урынлашҡан. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ауылда уның ҡыярҙары иң элек өлгөрә. Бының өсөн ул яңы тиҙәкте һәм яр буйындағы ҡара тупраҡты ҡуллана. Ә урман тупрағы бөтөнләй ярамай, ти ул. "Йәшелсәне иртә ултыртам. Әле һуған, кишер, картуф, петрушка, борсаҡ ултырттым. Тупраҡ кибә, ә ямғырҙар юҡ. Киләһе аҙнала ҡырауҙан һуң кәбеҫтә ултыртасаҡмын, - ти ул. - Былтыр, ҡоролоҡ булыуға ҡарамаҫтан, уңыш яҡшы булды. Һыуҙы күп итеп һиптем, көндәр ҙә йылы торҙо. Йәшелсә өсөн иң мөһиме: йылы һәм һыу. Ә бына баҡса еләге эҫене насар кисерҙе. Еләктәр майҙа уҡ өлгөрҙө. Ғәҙәттә, мин беренсе ҡарға тиклем еләк йыйһам, былтыр июндән һуң еләк бөттө. Бер ниндәй ҙә ашлама индермәйем, колорадо ҡуңыҙҙарына ағыу һипмәйем".
Шишмә районынан Марина Григорьева кишерҙән мул уңыш ала. "Ғәҙәттә, кишер орлоғон үҙем, көҙөн йыйып алып, киптереп, ҡыш буйы уларҙы ултыртырға әҙерләйем, - ти ул. - Уңыш сере - ҡар дымы кипкәнгә тиклем ултыртып ҡалыуҙа. Ер дымлы булғанда ултыртһаң, һыу һибеү ҙә кәрәкмәй. Шулай уҡ кишер иркен үҫһен өсөн урын булдырыу ҙа зарур. Бының өсөн орлоҡто ултыртыр алдынан ҡом менән болғайбыҙ. Рәттәргә алдан көл һәм кипкән ылыҫ энәләре һибеп сығабыҙ - улар кәрәкле витаминдар менән тәьмин итә. Ваҡытында һыу һибеп, утап, ерен йомшартып торғанда уңыш та үҙен оҙаҡ көттөрмәй".
Шишмә ҡасабаһынан шәфҡәт туташы Таңһылыу Мамедова ла ерҙе органик эшкәртеү һөҙөмтәләре менән кинәнә: ул сәскәләр - пиондар, розалар, иристар, люпиндар һәм спирея үҫтерә. "Участкала буш ер булырға тейеш түгел, - ти ул. - Барлыҡ ергә седераттар, нигеҙҙә, гәрсис ултыртам. Ағастар тирәләй ултыртһаң, унда сүп үләндәре үҫмәй. 10-15 көн үтеп, йәшел масса бер аҙ күтәрелгәс, уны тәпке йәки плоскорез менән сабып сығырға кәрәк - был масса ерҙе дым китеүҙән һаҡлай. Киләһе яҙ арыған, ҡаты ер ашланған һәм мамыҡ кеүек йомшаҡ буласаҡ".
Сығышы менән Учалынан булған Оксана Вәлиева тирә-яҡҡа помидорҙар үҫтереү оҫтаһы булараҡ танылған. Уның яратҡан сорттары - "Бычье сердце" һәм "Де барао". "Иң мөһиме, үҫентеләрҙе, тамырҙары ҙурыраҡ булһын өсөн тәрәнгәрәк ултыртырға кәрәк - был осраҡта ул тупраҡтан күберәк туҡлыҡлы матдәләр ала. Томаттарға һыуҙы һирәк һибергә кәрәк: ике аҙнаға бер тапҡыр йылы һыу ҡойғанда емештәр фитофтора менән зарарланмаясаҡ", - ти ул.
Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүсе Радик Мусин өсөн картуфҡа инвестиция һалыу мәсьәләһендә иң мөһиме - сифатлы орлоҡ. "Ваҡ орлоҡтан эре картуф алырға өмөтләнмәгеҙ. Улай булмай! Шуға күрә көҙҙән тигеҙ, тауыҡ йомортҡаһы ҙурлығындағы картуфтарҙы һайлап, уларҙы ныҡлап елләтеп, яҙға тиклем һаҡлап һалып ҡуябыҙ. Эреләре боҙолорға мөмкин, ә һаҡлағанда йәки күсергәндә улар зарарланыуы ихтимал. Картуф ултырта торған ерҙе көҙҙән һөрөргә һәм тиреҫ менән ашларға кәрәк - ул ваҡытта яҙғыһын ер ҡулланыуға әҙер була. Тәүге ҡояшлы көндәр етеү менән орлоҡто шыттырырға һалырға кәрәк. Бының өсөн уларҙы янған тиреҫ менән бутап йылы урынға ҡуйыу мотлаҡ. Ултыртыу ваҡыты еткәс, шытҡан картуфты, шытымдарын һындырмай ғына "ояларға" һалып сығырға кәрәк. Бындай картуф тиҙерәк шытып сығасаҡ. Һәр соҡорға бер фасоль орлоғо ташлау ҙа файҙалы - ул тупраҡты азот менән байыта. Йәйгеһен картуф ике тапҡыр күмелә, утала. Ҡоролоҡ булғанда - һыу һибелә. Ике-өс йылға орлоҡто алмаштырып, яҡшы сортлыһын һайлап алырға кәрәк. Ул ваҡытта уңыш ҡыуандырыр", - ти Радик Мусин.
"Киске Өфө" гәзите, №19, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА