Йөҙ яуызлыҡты бер дөрөҫлөк еңер, тип иҫәпләгән халыҡ һәм хәҡиҡәт мең йылдан һуң да өҫкә ҡалҡырына ышанған. Бөгөн был һүҙҙәрҙең ысынға сығыуын ихлас көҫәп торған заман килде, тик аҡ менән ҡараны айырыуы ғына ҡатмарлашты. Быларҙың барыһының да тамыры ҡайҙа һәм матбуғат сараларына ышанысты нисек кире ҡайтарырға? Баш ҡаланың "Торатау" Конгресс-холында үткән "Медиайыйын" Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары форумында йәнә ошо һорауға яуап эҙләнде.
Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән икенсе тапҡыр ойошторолған "Медиайыйын"да быйыл 600-гә яҡын кеше ҡатнашты. Сара быйыл милли киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен генә түгел, республиканың барлыҡ журналистарын йыйыуы менән айырылып торҙо. Эшлекле һөйләшеүҙәр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сығышынан башланып китте. Республика етәксеһе тәү сиратта беренсе йыйындың "15 наказы" буйынса эш алып барылыуы һәм әлегә 9-ҙы ниндәйҙер кимәлдә хәл ителеүе, ҡалғандарының "уңға этәреп ҡуйылыуы" хаҡында хәбәр итте. Ил генә түгел, бөтә донъя тарихында шаҡтай үҙгәрештәр барған был осорҙа власть менән халыҡ араһында үҙенсәлекле бер еп-бәйләнеш сифатында сығыш яһаған киң мәғлүмәт сараларының берҙәм булырға тейешлегенә баҫым яһап, йыйынға төбәктең дәүләт ҡарамағында тормаған мөхәрририәттәре саҡырылыуының да мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Фәрит улы. Хатта уларға был ҡатмарлы мәлде үткәреп ебәрергә ярҙам итеү маҡсатында гранттар булдырыуҙы ла ойошторорға тәҡдим итте. Ғөмүмән, Хөкүмәттең һәр башланғысын халыҡҡа дөрөҫ еткереүгә булышлыҡ иткән журналистарҙың эшен юғары баһалап, маҡтау һәм рәхмәт һүҙҙәрен дә белдерҙе республика Башлығы. Ул шулай уҡ Украиналағы махсус хәрби операцияны объектив яҡтыртҡан Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре Азат Саҙрыев, Вадим Исламов, Рафиҡ Әхмәтшин, Булат Саҙрыев, "Юлдаш" радиоһынан Вадим Лаврентьев, "Башинформ" агентлығынан Азат Ғиззәтуллин һәм Олег Яровиков, "Независимая Уральская газета"нан Линар Мингазовты айырым телгә алып үтте. "Ыңғай ваҡиғаларҙы яҡтыртыу - журналист өсөн заман шарттарында бик ҡатмарлы маҡсат. Һеҙ ил һәм республиканың иҡтисади үҫеше, төрлө башланғыстар һәм саралар тураһында һөйләйһегеҙ. Халыҡ был хаҡта мотлаҡ белергә тейеш. Был үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү өсөн дә кәрәк, йәштәр илһөйәр булып үҫергә тейеш. Бөгөнгө ҡаршылыҡтарҙы ла еңеп сығырбыҙ һәм тиҙҙән беҙгә бик күп халыҡ-ара проекттар һәм ваҡиғалар әйләнеп ҡайтыр, тип ышанам", - тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһенән һуң саҡырылған ҡунаҡтар "Russia Today" телеканалының генераль директоры Алексей Николов һәм "Аргументы и факты" акционерҙар йәмғиәте генераль директорының беренсе урынбаҫары Марина Мишункина һүҙ алды. Журналист һөнәренең асылы тураһында ҡыҫҡа ғына телмәр тотоп, улар бөгөн халыҡтың ышанысын яулауҙың мөһимлегенә баҫым яһаны. "Журналистарға бөгөн социаль селтәрҙәр менән мәғлүмәтте тиҙерәк еткереүҙә ярышыуы ауыр. Шуға мөхәрририәттәргә һәм профессиональ коллективтарға мәғлүмәттәрҙе дөрөҫләүгә һәм ваҡиғаларҙы объектив яҡтыртыуға бар тырышлығын һалырға кәрәк. Һеҙҙең төп бурысығыҙ - кешеләр ышанған баҫмаларҙың һәм каналдарҙың абруйын һаҡлау. Тимәк, профессионалдар булып ҡалыу иң мөһиме. Традицион киң мәғлүмәт саралары нәҡ ошо юҫыҡта үҫешергә тейеш", - тине Алексей Львович. Уның сығышы һуңғы йылдарҙа ябылам-ябылмайым тип ҡалтырап торған район-ҡала баҫмаларының яҡты киләсәгенә өмөт ҡуҙы тоҡандырғандай булды. Ә бына Марина Мишункина халыҡтың ышанысын көсәйтеү өсөн журналистарҙың хәл-ваҡиғалар тураһында яҙғанда үҙ ҡатнашлығын белдереүе мөһим булыуын әйтте. Кешеләр эргәһендә йәшәгәндәргә нығыраҡ ышана, тип иҫәпләй ул.
Ышаныс тигәндән, бөгөн донъяла барған хәл-ваҡиғалар тураһында интернет селтәрендә таралған бихисап төрлө хәбәрҙәрҙең, видеоларҙың ҡайһыһында хаҡ хәбәр еткерелеүен аңлап айырырлыҡ та түгел ҡайсаҡ. Был турала һәм журналистарҙың илһөйәрлеге хаҡында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев менән Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығының Мәғлүмәти сәйәсәт департаменты директоры Алена Алексеева ҡатнашлығындағы түңәрәк ҡорҙа етди һөйләшеү булды.
Алена Александровна әйтеүенсә, хәҡиҡәт яҡлы булған журналистарға уларҙа эшләүе еңел, сөнки ялған мәғлүмәт уйлап табырға, таратырға кәрәкмәй. Әммә йәштәр менән аңлашыу өсөн замана тенденцияларына эйәреп етә алмау эште ҡатмарлаштыра. "Беҙгә ҡаршы бөгөнгө көндә кем сыға, иғтибар итегеҙ. Был 20-30 йәшлектәр. Уларҙың өләсәй-олатайҙары беҙҙең уртаҡ тарихты иҫләй, әсәй-атайҙары белә, ә үҙгәртеп ҡороуҙан һуң тыуған балаларына патриотик тәрбиә етмәгән, сөнки уларҙы ҡурсалар йәмәғәт ойошмалары юҡҡа сыҡҡан. Пионерҙар, комсомолдар ойошмаларын бөтөрөүҙең һөҙөмтәһен күрәбеҙ. Ярай әле, беҙҙең быуын уларҙы хәтерләй һәм һаҡҡа баҫты. Азат ителгән территорияла дәүләт ҡарамағындағы киң мәғлүмәт саралары юҡ, шулай ҙа мин 18 гәзит редакцияһы менән эшләйем әле. Беҙ хөкүмәт эшмәкәрлеген яҡшы яҡтан сағылдырыуҙы ғына түгел, төрлө проблемаларҙың хәл ителеү-ителмәүен күрһәтеүгә баҫым яһайбыҙ. Был мөһимерәк, сөнки халыҡ күрә һәм үҙе һығымта яһай. Беҙҙе көн дә ут аҫтына тотоуҙары тураһында ғына ла яҙмайбыҙ, көндәлек тормошобоҙҙа барған ыңғай ваҡиғаларға ла иғтибар итергә тырышабыҙ. Хәҙер көн һайын ярҙам килеп тора, Башҡортостан беҙгә беренселәрҙән булып ярҙам күрһәтте, рәхмәт", - тине Алена Алексеева.
Уның һөйләгәндәрен тыңлаған һәр кемдең күңелендә журналист һөнәренең асылы һәм мөһимлеге тураһындағы күҙаллауҙары яңырғандыр, моғайын. Сөнки һуңғы осорҙа был һөнәр кешеләренең ҡайһыһы ваҡытлыса килем, билдәлелек артынан ҡыуып, үҙ тәғәйенләнеше хаҡында онотоп та киткәндәй булғайны, буғай. Әле махсус хәрби операция барған урындарҙа эшләгән хеҙмәттәштәребеҙ беренселәрҙән булып баҫма матбуғаттың ҡиммәтен һәм дөрөҫлөктөң хаҡын аңлаған. Мариуполь ҡалаһында һаман да ут юҡ икән һәм мәғлүмәтте ваҡытында еткереүе ауырлашҡан шундай урындарға махсус рәүештә гәзиттәрҙе күберәк дана менән нәшер итеп тараталар. "Азат ителгән территорияларҙың гәзиттәрен һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ, аҡлы-ҡаралы булғандары урынына төҫлө итеп нәшер итәбеҙ", ти Алена ханым. Ултырышта ҡатнашыусыларҙың күбеһен йәш быуынды тәрбиәләү мәсьәләһе борсоуға һалғайны, фекер алышыуҙар һуңында Алена Александровна әле өс йыл нәшер ителмәй торған "Умка" балалар журналын тергеҙергә теләген белдерҙе.
Форумда ҡатнашыусылар йәмғеһе һигеҙ төрлө темаға арналған майҙансыҡта белгестәрҙең фекерҙәрен тыңланы, борсоған һорауҙарҙы күтәрҙе. Беҙҙең өсөн мөһим күренгән милли матбуғатҡа арналған секцияла Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, тарихсы Юлдаш Йосоповтың үткән быуаттың 90-сы йылдарында барған ваҡиғаларҙан фәһем алып, бөгөн ошо тәжрибәне ҡулланырға һәм ҡотҡоға бирелмәҫкә, дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итеп эшләргә кәрәклеге тураһындағы фекере әһәмиәтле булды. Быға бәйле ул милли киң мәғлүмәт сараларын үҫтереү концепцияһы һәм стратегияһын уйлап, бойомға ашырыу зарурлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был майҙансыҡта һөйләшеүҙән шул мәғлүм булды: милли матбуғат вәкилдәре, элеккесә, көс түгеп, бар тырышлығын һалып эшләүен дауам итә һәм был йәһәттән уларға Хөкүмәт тә өмөт бағлап тора. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сентябрь-октябрь айҙарында милли матбуғат вәкилдәре менән тағы берҙе айырым осрашырға теләк белдереүе иһә беҙҙең матбуғат баҫмаларының һаман хәл ителмәгән проблемаларын да иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫтарына ишара яһағандай булды...
ШУЛАЙ ИТЕП...
Форумдың ниндәй фекер алышыу майҙансығына инмә, барыһында ла донъяла барған һуңғы ваҡиғалар, илһөйәрлек, бөгөнгө геройҙар, ышаныс һәм хәҡиҡәт тураһында һүҙ барҙы. Беҙҙең республиканың дәүләт ҡарамағындағы күпселек киң мәғлүмәт саралары өсөн былар барыһы ла асыш түгел, ә оҙаҡ йылдар дөрөҫ йүнәлештә эш алып барыуҙарына тағы бер дәлил генә булып яңғыраны. Сөнки халыҡтың ышанысын аҡлар өсөн журналистарға ни бары ваҡытында кешелек сифаттарын юғалтмаҫҡа һәм һүҙенә тоғро булып ҡалырға ғына кәрәк бит.
Сәриә ҒАРИПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №23, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА