"Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра", тигәнде хәтерҙә тотоп, баҡса үҫтереүселәр, ҡош-ҡорт аҫраусылар йәмле миҙгелде файҙалы һәм отошло итеп үткәрергә тырыша. Ауыл ерендә халыҡ һәр саҡ баҡсасылыҡҡа ҙур иғтибар биреп, емертеп эшләп, мул уңыш йыйырға өйрәнгән. Быйыл иһә, тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, ҡала янындағы баҡсалар ҙа бермә-бер йәнләнгән икән. Кемдер үҙенең күптән юл төшмәгән баҡсаһы барлығын иҫләп, уны сүп-сарҙан таҙартып, бер метр ерен дә әрәм итмәйенсә, түтәлдәр эшләп, емеш-еләк сәсә. Кемдең баҡсаһы юҡ, интернет киңлектәрендә йә һатып алырға йәки ҡуртымға ер биләмәһе эҙләй. Нисек кенә булмаһын, быға тиклем ер эштәренән алыҫ торғандар ҙа баҡсасылыҡҡа әүҙем тотондо. Бөгөнгө яҙмабыҙ баҡсасыларға мул уңыш алырға ярҙам итер, тип ышанабыҙ.
Бәрәңге - икенсе икмәк, ти халыҡ. Ысынлап та, башҡаһын сәсмәһә сәсмәй, ләкин бәрәңгене һәр хужалыҡта ултырталар. Уның уңышы мул булһын өсөн Өфө районы, Зубово биҫтәһенән Зөбәржәт Исмәғилева кәңәштәре: Картуфты ултыртыр алдынан уны зарарһыҙландырыу мотлаҡ. Иң ҡулай, еңел һәм осһоҙ ысул - 1 килограмм һарымһаҡты иҙеп, 10 литр һыуға һалырға ла картуф орлоҡтарына мул ғына итеп һиптерергә йәки 3 сәғәт тирәһе ошо ҡатнашмаға һалып алырға. Был ысул картуф ауырыуҙарынан һәм төрлө ҡоротҡостарҙан ярҙам итә. Ғөмүмән, һарымһаҡ иҙмәһенән эшләнгән ҡатнашма менән йәшелсәләрҙе эшкәртеү тик файҙаға ғына.
Картуф бураҙнаһын да белеп эшләргә кәрәк икән дәһә! Төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай эшләнгән бураҙнала үҫкән бәрәңгегә ҡояш нурҙары мул төшә.
Сәскә атҡандан һуң 14-20 көн үткәс картуф һабағының бөтөнлөгөн боҙмай ғына 10-15 ерҙән 10-15 сантиметр тирәһе арауыҡта бер аҙ һындырып сығыу файҙалы матдәләрҙең һабаҡҡа түгел, ә бәрәңгегә китеүенә һәм уларҙың эре булып үҫеүенә булышлыҡ итә.
Баҡсасыларға оҙаҡ йылдар дауамында тупланған тәжрибәләре миҫалында үҙ кәңәштәрен Мәләүез районынан Рәйлә Әсәҙуллина еткерә: Сөгөлдөр тәмле һәм һутлы булһын тиһәгеҙ, уға ике тапҡыр тоҙло һыу һибегеҙ. Беренсе тапҡыр сөгөлдөр йомролана башлағанда, ә икенсе тапҡыр ҡаҙып алырҙан 25 - 30 көн алда. Бер биҙрә һыуға бер аш ҡалағы тоҙ алырға кәрәк.
Помидор үҫентеләрен тышҡа сығарып ултыртмаҫ элек йод иретмәһе менән туҡландырғанда, помидор тиҙерәк үҫә, мул уңыш бирә һәм ныҡ була. Ҡатнашма әҙерләү өсөн аптеканан алынған йодтың 1 тамсыһын 3 литр һыуҙа иретергә кәрәк.
Баҡсала йәшелсә-емештәрҙе нисек ултыртыу ҙа уңышҡа тәьҫир итә. Мәҫәлән, сөгөлдөр янына бөтнөк, һарымһаҡ, петрушка ултыртыу файҙалы. Кишер һәм кәбеҫтә һуған, бөтнөк, йылан тамыры (шалфей) менән күрше үҫергә ярата. Баклажан менән борсаҡ "дуҫ".
Ҡурай еләген яратмаған кеше юҡтыр. Ләкин ул бөтә баҡсаны баҫып алырға ғына тора. Быға юл ҡуймаҫ өсөн мин ҡурай еләге өсөн билдәләнгән урынды уратып, ергә 50 сантиметр тирәһендә шифер ҡуйҙырып сыҡтым. Шулай уҡ тимер киҫәктәре лә баралыр, тип уйлайым. Йыл һайын ҡырҡып, таҙалап хәл бөтә ине, хәҙер нисә йыл үҙҙәренә генә тәғәйен урында үҫә ҡурай еләгем. Әлбиттә, ҡыуаҡты һирәгәйтеп, ҡарт ботаҡтарын ҡырҡып ташлап торабыҙ.
Тағы ла был мәшәҡәттән ҡотолоу юлы - ҡурай еләге тирәләй һарымһаҡ ултыртып сығыу. Күршем иҫбатлауынса, ҡыуаҡтар был сиктән ситкә сыҡмай икән, ләкин үҙем тикшереп ҡараманым.
Гөлназ МАНАПОВА
яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА