Ошо көндәрҙә Һамар өлкәһендә күренекле ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре, хәҙерге башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған билдәле тел белгесе Ғәббәс Дәүләтшинға (1892-1937) һәйкәл асылды.
Ғалимдың тыуған төйәгендә, Оло Глушица ауылында, өс метрлыҡ һәйкәл Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән барлыҡҡа килде. Һәйкәлдең скульпторы - Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәниф Хәбибрахманов. Байрамда сәләмләү һүҙҙәре менән Һамар өлкәһенең Оло Глушица районы башлығы Валерий Анцинов һәм Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Александр Хинштейн сығыш яһаны. Шулай уҡ мәртәбәле ҡунаҡтар - Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Һамар өлкәһенең йәмәғәт именлеге департаменты етәксеһе Юрий Иванов, Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина һәм Ғәббәс Йәғәфәр улының ейәнсәре - режиссер-документалист Элла Дәүләтшина телмәр тотто. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда Өфөлә башҡорт тел белгесе Ғәббәс Дәүләтшинға мемориаль таҡтаташ асылғайны.
МӘСКӘҮҘӘ ҺАБАНТУЙ
Мәскәүҙең Таганский районында һабантуй байрамы үтте.
Рәсәй башҡорттарының федераль милли-мәҙәни автономияһы башҡарма директоры Искәндәр Юлдашев Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылында башҡорт, татар һәм башҡа халыҡтарҙа ҙур иғтибар биргәндәре һәм баш ҡала үҙәгендә һабантуй ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн Мәскәү хөкүмәтенә рәхмәт һүҙҙәрен еткреп: "Һабантуй Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индерә һәм халыҡ-ара байрам булараҡ берҙәмлеккә, халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙең гармониялашыуына һәм нығыуына булышлыҡ итә", - тип белдерҙе. Һабантуйға килгән ҡунаҡтар алдында "Аҡбуҙат" фолк-төркөмө, йырсы Айгөл Үтәгәнова, "Илһам" Мәскәү башҡорт театры һәм Мәскәү башҡорттарының "Аҡ тирмә" фольклор коллективтары, шулай уҡ башҡа халыҡтар вәкилдәре сығыш яһаны. Байрам балалар һәм ололар өсөн башҡорт бейеүҙәре буйынса оҫталыҡ дәресе үткәреү менән тамамланды. Теләге булған һәр кем бейеү хәрәкәттәрен өйрәнде һәм иҫтәлекле миҙал алды.
ЭСТОНИЯЛА...
Эстония башҡорттары 18 июндә халҡыбыҙҙың милли геройы Салауат Юлаевтың тыуған көнөн билдәләне.
Традиция буйынса сара эстон ҡалаһы Палдискиҙың үҙәгендә урынлашҡан һәм Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйылған паркта уҙҙы. "Беҙ сәскәләр ултырттыҡ, Ҡөрьән сүрәләре уҡыныҡ, Салауаттың Палдиски ҡалаһындағы бынан ике йөҙ йыл элек йөрөгән эҙҙәренән үттек", - тине Таллиндың (Эстония) "Ағиҙел" башҡорт мәҙәниәте йәмғиәте етәксеһе Флүзә Хәйруллина. Уның билдәләүенсә, Палдискиҙа Салауат Юлаевҡа һәйкәл 1989 йылда асылған. Скульптура авторы - Башҡорт АССР-ның халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы Тамара Нечаева. "Ағиҙел" башҡорт мәҙәниәте йәм-ғиәте йыл һайын Таллиндан 45 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Палдиски ҡалаһына сәфәр ойоштора. Салауат һәйкәленә сәскәләр һалып, уның тирә-яғын таҙартып, төҙөкләндереп, сәскәләр ултыртып, башҡорт халҡының милли геройының ғүмер юлын һәм Крәҫтиәндәр һуғышы хронологияһын иҫләйҙәр, Ҡөрьәндән сүрәләр уҡыйҙар.
"Киске Өфө" гәзите, №25, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|