«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН КӨНЛӘШМӘЙЕМ, КЕНӘ ҠЫУМАЙЫМ...
+  - 


Күңел тыныслығы һаҡлай алыуымдың сере шундалыр

Фирүзә Абдуллинаның шиғриәте үҙенә төбәлгән һымаҡ булһа ла, ысынбарлыҡта, шағирә күп ҡатын-ҡыҙҙың кисерештәрен сағылдыра. Тулы итеп сағылдыра. Тәү ҡарамаҡҡа ғәҙәти тойолған төшөнсәләр, ҡатын-ҡыҙ, ғаилә хәстәрлеге, балалар яҙмышы - былар һәр саҡ көнүҙәк булып ҡаласаҡ. Кешелектең тәбиғәте шулай: ул һәр саҡ яҡшылыҡ, мәрхәмәт тантана итеренә, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырына ышана, шуға ла киләсәккә өмөт менән баға. Әҙәм балаһының шундай эске көсө бар. Шиғриәт ошо тойғоларҙы тулылығында һәм юғарылылыҡта бирә ала. Был Фирүзә АБДУЛЛИНАның яҙған юлдарында асыҡ сағыла. Ә беҙгә артабан да шиғри, йырлы күңелле Фирүзә ханымдың илһамлы ижады менән танышып йәшәргә яҙһын.

Шиғырҙарығыҙ ҡасан, нисек яҙыла һәм һеҙҙең өсөн нимә ул бәхет төшөнсәһе?

- Мин, шиғыр яҙып алайым әле, тип, махсус ултырып яҙа алмайым. Улар күпселек ниндәйҙер тетрәнеү һөҙөмтәһе булараҡ тыуа. Башыма фекер килә икән, тиҙ генә яҙып ҡуймаһам, шиғырым боролоп китә лә бара, ҡабат әйләнеп килмәй. Тотоп өлгөрөп ҡалырға кәрәк. Көсәнеп яҙа алмайым. Хис-тойғоларым тулышып, аҡ ҡағыҙға үҙе генә түгелеп китеүе кәрәк. Биш минутта яҙылған шиғырҙан да камилы булмай. Уйлап сығарып яҙылған шиғыр яһалма, йәнһеҙ була. Һәр яңы шиғырым минең өсөн яңы ғына тыуған балам кеүек ҡәҙерле. Уй-фекеремде, хис-тойғомдо шиғыр аша уҡыусыларыма асып бирә алыуым менән бәхетлемен.
Яҡындарым һау-сәләмәт, уңышлы булһа, йорт-ил имен торһа, һаулығым бик үк йонсотмаһа, шул үҙе үк бәхет инде ул. Ҡалғаны үҙебеҙҙән тора, тигәндәй. Кешегә ғүмер иҫәпле генә бирелгән. Ошо бер генә тапҡыр бирелгән ҡыҫҡа ғына ғүмеребеҙҙе әрәм-шәрәм итмәй генә, матур итеп йәшәп үткәрә белеүҙәлер кешенең төп бурысы. Кемдер бәхетте байлыҡта тип уйлай. Әлбиттә, аҡсаһыҙ йәшәп булмай, ул ни тиклем күберәк булһа, мөмкинлектәрең дә шул тиклем ҙурыраҡ, тигәндәй. Әгәр шул мөмкинлектәреңде матур итеп йәшәүгә, донъя күреүгә, мохтаждарға ярҙам итеүгә ҡулланһаң, күңелең тыныс, намыҫың таҙа була, тимәк. Кешегә аҡса бер ҡасан да етмәй. Булғанына риза булып, юрғаныбыҙға ҡарап аяғыбыҙҙы һуҙып, барына шатланып, юғына артыҡ бошонмай йәшәргә тырышабыҙ. Һәр бер көндө матур итеп йәшәп үткәрһәң, бөтә ғүмерең дә матур була түгелме?
Бәхетле булыуҙың төп шарты - күңел тыныслығы. Бының өсөн үҙеңдең йәшәйешеңдән риза булыу мөһим. Мин бер ҡасан да бер кемгә лә көнләшмәйем. Нисек кенә бай булһаң да, һинән байыраҡтар барыбер табыласаҡ. Уңышлыраҡтар ҙа, сәләмәтерәктәр ҙә, талантлыраҡтар ҙа, матурыраҡтар ҙа. Үҙеңде нисек барһың, шулай ҡабул итергә кәрәк. Һиндә булған ҡиммәттәрҙең байтағы күп кешеләрҙә юҡ, шуны ла оноторға ярамай. Барына шөкөр, тип әйтә белергә кәрәк. Ә башҡаларҙың уныштары өсөн мин ихлас күңелдән шатланам. Күңел тыныслығы һаҡлай алыуымдың тағы бер сере шунда: мин бер кемгә лә асыуланмайым, үпкә һаҡламайым, кенә ҡыумайым. Мин бары тик бындай кире энергетикалы кешеләр менән аралашыуҙан туҡтайым.

Уҡытыусы һөнәре - беҙҙең халыҡта иң абруйлы һөнәрҙәрҙең береһе һанала. Һеҙ ҙә ғүмерегеҙҙе мәктәпкә арнағанһығыҙ. Шулай булғас, йәш быуын, рухи ҡиммәттәр тураһында уйланмай ҡалмайһығыҙ. Уларға бәйле, хафаландырған һәм өмөтләндергән нәмәләр барҙыр?

- Бөтә ғүмеремде бағышлаған һөнәремде мин бик яратып башҡарҙым. Үҙемдә булған бөтә белемде, рухты уҡыусыларыма бирергә тырыштым. Улар белемле генә түгел, ә илһөйәр, телһөйәр, изгелекле, миһырбанлы, әҙәпле, донъяға киң ҡарашлы шәхестәр булһындар өсөн бар көсөмдө йәлләмәнем. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытһам да, тыуған тел һәм әҙәбиәт, халыҡтың ауыҙ-тел ижадына ихтирамды алғы һыҙыҡҡа ҡуйырға тырыштым. Үҙ телен, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен белмәгән кеше сит телдәрҙе, әҙәбиәттәрҙе ихлас күңелдән өйрәнә лә, ярата ла алмай, бөтәһе лә әсә теленән башлана. Рус һәм башҡорт телдәрен параллелдәр, сағыштырыуҙар алымы ҡулланып аңлатырға тырыша торғайным. Был алым яңы тема өйрәнеү генә түгел, башҡорт телен ҡабатлау ҙа булып тора ине. Рус әҙәбиәтен өйрәнгәндә лә башҡорт әҙиптәренең әҫәрҙәренә сағыштырып, оҡшашлыҡтар йәки ҡапма-ҡаршылыҡтар табып, анализлай инек. Балаларҙа телгә, илгә, милләткә ихтирам, һөйөү тойғоларын гуманитар предмет уҡытыусылары бергәләп тәрбиәләргә тейештер, тип уйлайым.
Балалар хәҙер элеккесә түгел, тиҙәр. Ризалашмайым. Балалар һәр ваҡытта ла бер иш. Таҙа дәфтәр бите кеүек. Ҡалғаны уҡытыусынан тора. Үҙеңде хөрмәт иттерә, предметыңды яраттыра алыуың - үҙеңдең талантың. Бала күңеле - бәрәкәтле ҡара тупраҡ кеүек. Ниндәй орлоҡ сәсәһең дә, нисек тәрбиәләйһең бит... Ниндәй шәхестәр үҫеп сығыуы уҡытыусыға бәйле. Әлбиттә, генетика һәм ғаилә тәрбиәһенең ролен инҡар итмәйем. Ләкин тәжрибәле, үҙ эшен яратҡан, талантлы уҡытыусы балаларҙа ғына түгел, уларҙың ата-әсәләрендә лә үҙенә, үҙ предметына, мәктәпкә ҡарата ихтирам тәрбиәләй ала. Ихтирам бар ерҙә төплө белем дә була.
Замана йәштәре оҡшай миңә. Улар үҙ алдарына ҙур маҡсаттар ҡуйып, шуға ынтыла беләләр. Уларҙың мөмкинлектәре лә ҙур. Әүҙемдәр, асыҡтар, ихластар. Беҙҙең мәктәптә уҡыусылар ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнайҙар, бейейҙәр, милли биҙәүестәр эшләйҙәр, уҡ-яндан аталар, төрлө ярыштарҙа призлы урындар яулайҙар. Рухлы, маҡсатлы егеттәр-ҡыҙҙар уҡып сығалар. Юғала торған түгелдәр! Әгәр бөтә ерҙә лә шулай булһа, йәштәргә өмөтөм ҙур.

Бер шиғырығыҙҙа шундай юлдар бар:
Бар донъяла юғары көс -
Ғәҙеллек бар - шуны беләм!
Былай тип әйтер өсөн бик оптимист булырға кәрәктер. Тормоштоң ҡатмарлыҡтары барлығын беләбеҙ, шуға кемдер ышанып та бөтмәҫ. Ә минең белгем килә: ҡасан һәм нисек нығынды һеҙҙә был ышаныс?

- Тормошта беҙ бик йыш ҡына ғәҙелһеҙлек менән осрашабыҙ. Аҡты ҡара тип иҫбатлаусылар алдында көсһөҙ булып ҡалабыҙ. Күп ваҡытта таныш-белешлек, әшнәлек арҡаһында лайыҡ булмағандар юғары исемдәр, наградалар алалар, ә ысын эш оҫталары ситтә тороп ҡала. Ялағайлыҡ, әшнәлек, туған-тыумасалыҡҡа - йәшел юл. Намыҫлы, уңған, тырыш кешеләрҙе күрмәйҙәр генә түгел, уларҙы хатта эҙәрлекләйҙәр, ҡыйырһыталар, кәмһетәләр. Ауыр, ҡыйын был хис-тойғоларҙы кисереү. Үҙем менән дә байтаҡ ғәҙелһеҙлектәр булды. Был шиғырымда минең Юғары ғәҙеллеккә өмөтөм сағылған. Тормош үҙе һәр кемгә "по заслугам" бирә бит ул. Мин быға бик күп миҫалдар килтерә алыр инем. Суд системаһы камил түгел, ләкин Юғары ғәҙеллек барлығына ышанысым көслө, был миңә тормоштағы ғәҙелһеҙлектәрҙе сабыр ғына итеп үткәрергә ярҙам итә, көс бирә. Ошо ышанысым ярҙамында оптимист булып ҡалам да инде.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
һорауҙар бирҙе.

"Киске Өфө" гәзите, №29, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.07.22 | Ҡаралған: 426

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru