Өфө күҙгә күренеп үҙгәрә. Был фекергә хатта һәр саҡ ниндәйҙер етешһеҙлектәр эҙләп, бөтә нәмәнән ҡәнәғәтһеҙ йөрөгәндәр ҙә ҡаршы килмәҫ. Баш ҡалабыҙҙың 450 йыллыҡ юбилейы алдынан да байтаҡ эштәр башҡарылып, ҡалабыҙ тағы ла матурайып, бөтәйеп, күркәмләнеп ҡалыр, тип ышанам.
Өфө миллионлы ҡала, ҙур ҡала. Бигерәк тә ҡалаға тәүгә аяҡ баҫҡан кеше өсөн ул икһеҙ-сикһеҙ булып тойола. Шулай ҙа бында даими йәшәүселәр Өфөнөң урынлашыуы яғынан бик уңайлы икәнен белә, шуға күрә йәйге киске һалҡында ла, ҡышҡы һыуыҡтарҙа ла йәйәү йөрөүселәр күп урамдарҙа. Һуңғы йылдарҙа шулай уҡ велосипедта елдереүселәр күҙгә күренеп артты. Әйтергә кәрәк, улар өсөн махсус юлдар ҙа булдырылған. Әлбиттә, был йәһәттән эшләйһе эштәр байтаҡ, ләкин велосипедта йөрөүселәр артҡан һайын, уларға уңайлыҡтар булдырыу йәһәтенән дә эштәр бермә-бер шәбәйер. Быға ҡалала йыл да уҙғарылған "1000 велосипедсы" көнө лә булышлыҡ итер, тип ышанам.
Күптән түгел баш ҡала буйлап велосипедта туристик маршрут булдырыуҙы күҙаллаған һәм велосипедсылар өсөн булдырылған шарттарҙың ниндәй кимәлдә икәнлеген тикшереү маҡсатынан беренсе сара уҙғарылды. Махсус эксперттарҙан торған команда Өфөнөң Рус драма театрынан старт алып Телеүҙәккә тиклем юл үтте. Уларҙың маршруты Октябрь проcпекты, Володарский майҙаны, Октябрҙең 50 йыллығы, Революцион, Ленин урамдары, Каруанһарай һәм Пушкин урамы буйлап үтте. 2 сәғәт эсендә 10 саҡрым юл үтте велотурҙа ҡатнашыусылар.
Маршрут аҙағында улар үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашып: "Ҡыҙыҡлы һәм матур урындарҙы уҙҙыҡ, ләкин туристик маршрут булдырыу өсөн эшләйһе эштәр бар. Мәҫәлән, "Мир фирмаһы" эргәһендәге велосипед юлының ҡап уртаһында реклама экранына осраныҡ. Урыны-урыны менән бейек бордюрҙар ҡамасаулай. Шулай уҡ велосипедсылар тураһында ла әйтеп үтергә кәрәк. Күпселек ҡәҙимге ҡағиҙәләрҙе белмәй, юлды аша сыҡҡанда велосипедтарынан төшмәйенсә уҙып китә. Велосипедта йөрөү мәҙәниәтен үҫтерергә һәм ҡала халҡын автомобилдән велосипедҡа күсеп ултырырға ҡыҙыҡһындырыу кәрәк. Өфөнөң велотуристарҙы йәлеп итерлек бөтә мөмкинлектәре лә бар", - тине.
Әлегә Рәсәйҙең бер ҡалаһында ла туристик веломаршрут юҡ икән. Әгәр ҙә Өфөлә ошо ниәтте атҡарып сыға алһалар, республиканың баш ҡалаһы миллионлы ҡалалар араһында ошондай үҙенсәлекле туристик маршруты булған берҙән-бер ҡала буласаҡ. Белгестәр фекеренсә, Өфөнөң велотуристар үҙәге булып китеү өсөн тағы бер үҙенсәлеге - уның байтаҡ оҙонлоҡҡа һуҙылған булыуы.
Үҙемдең шәхси күҙәтеүҙәремдән сығып, шуны әйткем килә: велосипедта йөрөргә яратыусылар өсөн иң яҡшы шарттар Октябрь проспекты урамында булдырылған, шулай уҡ Октябрҙең 50 йыллығы урамында ла махсус урындар билдәләнгән. Ләкин Үҙәк баҙар тирәһендә улар бөтә һәм артабан, ниндәй урам буйлап киткәндә лә, велосипедсыларға йәйәүлеләрҙән һүҙ ишетә-ишетә улар менән бергә барырға тура килә. Нимәгә иғтибар иткәнем бар, ҡайһы бер йәйәүлеләр махсус булдырылған юлдан китеп барыусы велосипедсыны әрләп ҡала, улай ғына түгел, уның юлынан бара һәм үҙенә лә хәүеф, ике тәгәрмәс хужаһына ла уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Ә бына велосипедсылар башлыса үҙҙәренә тәғәйенләнгән махсус юлдан ғына йөрөүҙе хуп күрә.
Велосипедта йөрөү экологик йәһәттән дә зарарһыҙ, кешенең һаулығы өсөн дә яҡшы. Шуға күрә активистарҙың Өфөнө велотуристар үҙәге итергә тырышыуҙары тормошҡа ашыр һәм баш ҡалабыҙ буйлап махсус билдәләнгән көндә генә түгел, ә көн һайын меңәрләгән велосипедсылар елер, тип ышанам.
Зөлфәр АҠҠУЖИН.
"Киске Өфө" гәзите, №30, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|