Йылҡысылыҡ, башҡорт аттарын һәм уға бәйле йүнәлештәрҙе үҫтереү буйынса гәзитебеҙҙә әленән-әле яҙып, фекерҙәр менән бүлешеп торҙоҡ. Тамсы тама-тама боҙ тишә, тигәндәй, ниһайәт, былтыр Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән республикала июлдең өсөнсө шәмбеһен Башҡорт аты көнө тип билдәләү тураһында Указ ҡабул ителде. Уға ярашлы, был көндө фестиваль итеп үткәреү күҙаллана ине. Ниһайәт, быйыл, 29-30 июлдә, Баймаҡ районының Граф күле буйында беренсе республика фестивале үтте. Сара һуңынан БР Милли музейы генераль директорының фән буйынса урынбаҫары Заһир ҠОТЛОСУРИН үҙенең уй-фекерҙәре менән бүлеште.
Башҡорт ҡанына йылҡысылыҡ, ат төшөнсәләре тыуғандан уҡ һеңгән, тиһәң дә хата булмаҫ, моғайын. Быны борон-борондан телдән-телгә тапшырылып килгән эпостарыбыҙ, легендаларыбыҙ, риүәйәт-әкиәттәребеҙ, хатта рәсми теркәлеп ҡалған тарихыбыҙ ҙа раҫлай. Ошо беренсе фестиваль һеҙҙә ниндәй тәьҫораттар тыуҙырҙы?
- Ысынлап та, ат ғүмер буйы башҡорттоң яуҙашы, юлдашы булған. Әммә бына ошо мөһим әһәмиәткә эйә тармаҡты комплекслы үҫтереү, уны йәнләндереү йүнәлеше ниңәлер һаман да иғтибарҙан ситтә ҡала килде. Ул бары энтузиастар әүҙемлеге менән генә йәшәне, тиергә лә мөмкин. Уйлап ҡараһаң, башҡорт аты менән күп нәмә бәйләнгән: спорт та, туризм да, кәсепселек тә, медицина ла, фән дә, хатта мәҙәниәт, әҙәбиәт тә.
Әйҙәгеҙ, ошо тармаҡтарҙың һәр ҡайһыһын айырым ҡарап үтәйек...
- Мәҫәлән, спорт темаһын ҡарағанда, ат менән бәйле милли спорт уйындары бихисап, әммә уларҙың тәғәйен генә үҫеш программаһы юҡ, йәғни беҙ ат спортын тик бәйге дисциплиналары сиктәрендә генә күрергә күнеккәнбеҙ. Был йәһәттән Баймаҡ ерлегендә 4-5 ат спорты мәктәбен булдырыу урынлы булыр ине. Ул бер үк ваҡытта ипподром, һыбай уҡ атыу полигонын да үҙ эсенә алыр, этник спорт үҙәге булараҡ та хеҙмәт итер ине.
"Башҡорт аты" фестивале беҙгә ылаҡ, ауҙарыш, һыбай уҡ атыу кеүек мауыҡтырғыс спорт төрҙәре булыуын күрһәтте. Ҡасандыр беҙҙә хатта "Джигитовка" ла булған бит. Хатта ул Башҡортостан циркы программаһына ла индерелә. Әле был дисциплина тергеҙелә башланы, шуға күрә уның айырым үҙәген булдырыу ҙа бик мөһим. Ғөмүмән, ул үҙәк хеҙмәтенә Рәсәй кимәлендә лә ихтыяж ҙур булыр ине. Был төрҙө үҙләштергән спортсылар һәр бер күләмле сараның биҙәге буласаҡ. Иң мөһиме - юғары һөҙөмтәләргә өлгәшәбеҙ тиһәк, һанап кителгән спорт төрҙәре менән профессиональ рәүештә шөғөлләнергә кәрәк, ә ниндәйҙер сара алдынан үҙаллы ғына түгел, юғиһә, һөҙөмтә булмаясаҡ. Бының өсөн район хакимиәттәренең спорт комитетында этник спорт төрҙәре бүлеген булдырып, махсус белгестәр тупларға кәрәк. Был иһә үҙ сиратында тағы бер проблеманы хәл итеүҙе талап итә: тренерҙар әҙерләү өсөн уларҙы уҡытыу үҙәктәре булырға тейеш. Ғөмүмән, Башҡортостан Республикаһы Спорт министрлығында этник спорт бүлеген булдырып, федерациялар төҙөп, планлы рәүештә эшләү ваҡыты етте.
Кино төшөрөүсе режиссерҙар, "Төньяҡ амурҙары" хәрби-тарихи клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов гелән республикала йылҡының күп булыуы, әммә эйәр һалып һыбай йөрөрлөк аттар юҡлығы тураһында белдерәләр. Был кино төшөрөүселәр, тарихи ваҡиғаларҙы реконструкциялаусылар проблемаһы ғына түгел, хатта ауылдарҙа ла өйрәтелгән аттар юҡ...
- Дөрөҫө шулай: йылҡы күп, эйәр һалырлыҡ ат юҡ. Был бөгөн күп һөйләнгән эске туризмды үҫтереүҙә лә проблема булып тора, сөнки һыбай маршруттарға һорау бар, әммә уларҙың һаны әҙ булыу сәбәпле, хаҡтар юғары. Шуға ул туристарҙы өркөтә. Ә Баймаҡта һәр бер йылҡысылыҡ үҙәге аттарҙы менгегә өйрәтһә, районды Рәсәй кимәлендә ат туризмы үҙәгенә әүерелдерергә мөмкин булыр ине. Бының өсөн районда һыбай барып ҡарарлыҡ маршруттар төҙөргә, уларҙы билдәләргә, маркировкаларға кәрәк. Ирәндек һырты, тарихи ерҙәр буйлап бер нисә көнлөк турҙар асырға мөмкин, фантазияны эшкә еккәндә, әллә нимәләр уйлап табырға була. Йәйләү тормошо, ҡымыҙ әҙерләү, оҫталыҡ дәрестәре, ат тураһында легенда-йырҙар беҙҙең өсөн ғәҙәти кеүек ҡабул ителә, шуға иҫебеҙ ҙә китмәй, әммә улар башҡорттан тыш башҡаларҙа ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, улар өсөн был мауыҡтырғыс, хатта мөғжизә кеүек. Ошо матурлыҡҡа һоҡланып, фото төшөр, видео яҙҙырыр өсөн генә меңәрләгән турист килер ине.
Был идеяны тормошҡа ашырыу өсөн өйрәтелгән, эйәр һалынған, төркөмдә бер-береһенә эйәреп йөрөрлөк аттар булыуы мөһим. Ат өйрәтеүгә субсидия йәки дәүләт заданиеһы биреү - мәсьәләне хәл итеүҙең бер юлы. 20-22 кешене маршрутта йөрөтөү өсөн бер нисә ат үҙәге булдырыу зарур. Аттар әҙер булыу менән ошо үҙенсәлекте күргәҙмәләрҙә, Рәсәй кимәлендә махсус рекламалау эшен башларға кәрәк. Йылҡы тотоусылар был йүнәлештең килемен тойоп, файҙаһын белеп ҡалһа, ул Бөрйәндә Ағиҙел йылғаһынан ағыусылар маршруты һымаҡ йылдам үҫешәсәк. Бының өсөн Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса дәүләт комитеты атлы туризмды үҫтерергә теләгән эшҡыуарҙарға ат өйрәтергә эйәр, йүгән, башҡа кәрәк- яраҡтар алыр өсөн маҡсатлы субсидия булдырырға бурыслы. Әлбиттә, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙарға был йүнәлеш мәшәҡәтле буласаҡ, шулай ҙа бөгөн һыбайлы туризм йүнәлешенә ихтыяж бар һәм ҙур. Мәҫәлән, Рәсәйҙә һыбайлылар ҡатнашлығында күләмле фильмдар төшөрөү өсөн бер юлы мең эйәрле ат ҡуйырлыҡ мөмкинлек юҡ. Быға саҡлы Мәскәү эргәһендә, белеүемсә, Кантимиров дивизияһына ҡараған бер һыбайлы полк булған, фильм төшөрөү өсөн улар йәлеп ителгән. Йәғни аттарҙы менгегә өйрәтеү бик килемле йүнәлеш, һәм әлеге көндә был иҡдисади сегмент буш.
Иҡтисади сегмент, тигәндән, һыбай йөрөү, ат егеү кәрәк-яраҡтары етештереүселәр ҙә юҡ бит. Хатта арба тәгәрмәстәрен боронғоса ағастан эшләүсе оҫта табыуы ла проблема икән. Тимәк, атҡа бәйле боронғо кәсепселек сегменты ла буш...
- Бөгөн Рәсәйҙә йүгән, эйәр кеүек әйберҙәрҙе Ставрополь крайында һәм Ростов өлкәһендә етештерәләр. Ситтән килтерелгән тауарҙар, әлбиттә, арзан булмай, уларҙы үҙебеҙҙә эшләй башлау кәрәк. Шуға ла халыҡ кәсептәре үҙәге аша беҙгә күн-тире, ҡайыш һ.б. оҫталарын йыйырға кәрәк. Уларҙы уҡытып, өйрәтеп, урындарҙа етештереү үҙәктәре булдырыу мөһим. Ул үҙәк эске һәм тышҡы баҙар өсөн эшләрлек булһын. Эске баҙарҙа ул ат спорты, туризмы өсөн кәрәк-яраҡтар, шулай уҡ арба, сана һәм башҡа әйберҙәр етештерһә, тышҡы баҙар өсөн сувенирҙар яһай ала. Тире-күн әйберҙәренән эшләнгән сувенирҙар туристар өсөн бик әһәмиәтле. Ғөмүмән, был йүнәлеш тулыһынса БР Туризм һәм эшҡыуарлыҡ министрлығының эше. Күптән түгел халыҡ кәсепселәре үҙәге һәм халыҡ һөнәрселек ижады йүнәлешен үҫтереү ошо ведомство ҡарамағына тапшырылды. Планлы эш алып барғанда, ауылдарҙа был йүнәлеш менән мауығып шөғөлләнеп киткән әүҙем кешеләр табылыр, ул мәшғүллекте арттырырлыҡ йүнәлеш булыр ине.
Әле атты тик иҡтисади күҙлектән генә ҡараныҡ, ә бит уның сәләмәтлек өсөн дә әһәмиәте бик ҙур. Мәҫәлән, ДЦП йәки терәк-хәрәкәт аппараты зыян күргән кешеләрҙе атта һыбай йөрөтөп дауалау бөгөн медицинала киң ҡулланыла. Ә инде ҡымыҙ менән дауалау тураһында әйтеп тораһы ла түгел, хатта заманында бөйөк рус яҙыусылары Башҡортостанға килеп дауаланыуы хаҡында хәбәрҙарбыҙ...
- Миңә ситтән килгән бер турист: "Башҡорттар һеҙ атты шул тиклем яратаһығыҙ, хатта уны ашайһығыҙ",- тигәйне. Улар өсөн яратҡан хайуанды ризыҡ итеп ҡулланыу - сәйер, әммә йылҡы итенең, ҡаҙының организм өсөн файҙаһы ҙур, улар беҙҙең иң яратҡан деликатес. Оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ төрөнә инәләр, ситтән килгән туристар ҙа бик ярата. Тағы ла тармаҡты үҫтереү өсөн бер мөһим нескәлек бар: йылҡы итен мәктәп ашханалары рационына индереү. Ул йылҡы итенә ихтыяжды үҫтерер, балалар файҙалы ризыҡ менән туҡланыр ине. Был оҙайлы ҡатмарлы эш, әммә уны закондар ҡабул итеп тормошҡа ашырырға мөмкин.
Ә инде ҡымыҙ тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Урыҫ әҙәбиәте классиктары үткән быуатта уҡ ҡымыҙға реклама яһаған, ә беҙгә уны ҡулланып, табыш алырға ваҡыт. Әле ҡымыҙсылык менән шөғөлләнәм тигән кешегә, күп булмаһа ла, Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан субсидия бирелә. "Башҡорт аты" фестивале сиктәрендә лә ҡымыҙ бешеү оҫталарының конкурсы үтте. Шул уҡ ваҡытта Ауыл хужалығы министрлығы "ҡымыҙ" һәм "ҡымыҙ һымаҡ эсемлек" тигән ике төшөнсәне айырһын ине, сөнки бөгөн ҡымыҙ тип кәзә, һыйыр һөтө продукцияһын да ҡулланабыҙ. Ҡымыҙ - ҡымыҙ булып ҡалырға, ә башҡалары инде ҡымыҙға оҡшаған эсемлек булырға тейеш. Шуға, бөгөн ҡымыҙ стандарттарын тикшереп торған сертификациялау үҙәге лә кәрәк. Башҡорт ҡымыҙы, айырым бренд булып, закон тарафынан яҡлауға мохтаж. Талҡаҫ шифаханаһы яңырып, йыһазландырылып, Бөтә Рәсәй ҡымыҙ дауаханаһына әүерелергә тейеш, сөнки унда ҡымыҙ тауар булараҡ күп, йәй буйы тупларға, киптерергә, йыйырға мөмкин. Уның өсөн махсус йыһаздар ҡуйыу мөһим. Әлеге ваҡытта Йоматау шифаханаһы был эш менән шөғөлләнә, әммә уларҙа сеймал әҙ. Ә Баймаҡтан ташырға махсус ҡулайламалы машиналар юҡ. Дим йылғаһы буйында йылҡы һаны кәмеүгә бара, көтөү ерҙәре ҡыҫыла, автомобиль, поезд юлдары селтәре ҙур булыу сәбәпле, йылҡыны үҙ иркенә көтөүгә ебәреү мөмкинлеге юҡ, был яҡта күпләп йылҡы тотоу ҡиммәткә төшә. Ә Баймаҡта, күк Ирәндек буйында, Аллаға шөкөр, йыл әйләнәһенә тибендә көтөүҙә йөрөрлөк урындар бар. Ҡымыҙ менән дауалау әле тажзәхмәт пандемияһы осоронда бик актуаль. Дәүләт шифаханаларға халыҡтан күпләп ҡымыҙ һатып алыуҙы яйға һалһа, был тармаҡ үҙенән-үҙе үҫәсәк.
Һеҙ мәсьәләгә төрлө яҡтан ҡарап, уның перспективаларын, уны нисек рекламалауҙы күҙаллайһығыҙ. Бында, моғайын, оҙаҡ йылдар продюсер булып эшләүегеҙ ҙә ярҙам итәлер. "Башҡорт аты" фестивале, моғайын, бер тапҡыр ғына үткәрелгән сара булып ҡалмаҫ, киләсәктә уның масштабын нисек итеп күрәһегеҙ?
- Фестивалде алдан уҡ рекламалағанда, ул туристар йәлеп иткән "ваҡиғалар туризмы сараһы" булып китә ала. Шул уҡ ваҡытта Баймаҡ ерлеге - әҙер геопарк, ул геопарктарҙың фәлсәфәһенә тура килеп кенә тора, сөнки геопаркта төбәктең тәбиғи, географик, мәҙәни үҙенсәлектәре урындағы халыҡтың иҡдисади, социаль, мәҙәни үҫешенә ярҙам итергә тейеш һәм бында Рәсәй кимәлендәге геопарк булдырырлыҡ бөтә шарттар ҙа бар. Мәҫәлән, тәбиғи-географик шарттарға килгәндә, Урал йылғаһының бейек ярында Кардаил геологик киҫелеше бар, ул геологтар тарафынан "Янғантау" геопаркына ингән Мәсетле "алтын ҡаҙығынан"да алдараҡ өйрәнелә башлаған; Ирәндек һырты, радон сығанаҡлы махсус тәбиғи статуслы Талҡаҫ күле, Туғажман тауындағы таштарҙа кеше һындары һүрәттәре, Ғәҙелша шарлауығы, Төлкөлөтау һәм башҡа бик матур эстетик зауыҡлы тәбиғәт мөғжизәләре бар бында.
Тарихи-мәҙәни шарттарға милли үҙенсәлеген, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаған бай тарихлы башҡорт ауылдарында йәшәгән талантлы халҡын, "Ирәндек" тарихи-археологик ландшафт музей-ҡурсаулығын, "Темәс" башҡорт милли мәҙәни үҙәген, "Башҡорт аты" фестивален, Урман һабантуйын, этник спорт уйындарын индерергә мөмкин.
Иҡдисади шарттар: традицион халыҡ мәшғүллеге, йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙсылыҡ; эске туризм; туристик рекреацион зоналар, "Талҡаҫ" шифаханаһы, ҡунаҡханалар, ҡымыҙ бешеү йәйләүҙәре.
Бөгөн районда "Ирәндек" музей-ҡурсаулығы бар, Талҡаҫ күле тәбиғәт һәйкәле статусына эйә, Темәс ауылы үҙәгендә тарихи биналар берләштерелеп, күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекты статусын алды. Улар барыһы ла норматив закон һәм акттар менән нығытылған (хоҡуҡи шарттар).
Әле республикала ике геопарк даими эшләп килә. Уларҙан методик ярҙам алып, тәжрибәләрен өйрәнеп һәм кадрҙар үҫтереп, "Талҡаҫ" шифаханаһы базаһында дирекция булдырып, был проектты бойомға ашырырға булыр ине. Баймаҡ районында "Ирәндек" геопаркын төҙөп, беҙ, донъя тәжрибәһенә таянып, башҡорт халҡының милли үҙенсәлеген, уның атын, ҡурайын, ҡымыҙын тарихын, йырҙарын һаҡлау механизмын булдырыр инек, тип уйлайым.
Шулай итеп...
Фестивалдең ғилми өлөшөндә Республика Башлығы Радий Хәбиров башҡорт атын өйрәнеү буйынса махсус институт булдырыу бурысын йөкмәтте. Был хаҡта фекерен түбәндәгесә еткерҙе Заһир Зәки улы: "Ысынлап та, башҡорт аты һаҡлауға, үҫтереүгә һәм юридик яҡлауға мохтаж. Был мәсьәләләр менән киләсәктә асыласак махсус фәнни-тикшеренеү институты шөғөлләнергә тейеш. Башҡорт атын тарих, медицина, социаль-иҡтисад, туризм һәм башҡа бик күп аспекттарҙан ҡарап өйрәнергә бурыслыбыҙ. Бер үк ваҡытта "Башҡорт аты музейы"н булдырыу ҙа кәрәк һәм был да өлгөрөп еткән мәсьәлә".
"Киске Өфө" гәзите, №32, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА