Йәйҙең йән-тәнгә рәхәтлек һәм шифа бирерҙәй кинәнестәренең береһе - һыу, әлбиттә: диңгеҙ булһынмы, йылға-күл йә быуамы, сылтырап аҡҡан саф һыулы шишмәме... Бала-саға ғына түгел, өлкәндәр ҙә йәй буйына рәхәтләнеп һыу инә, ҡырсын йә ҡомда ятып, ҡояшта ҡыҙына, организмын сыныҡтыра, һыу инеү миҙгеленең һәр көнөн файҙаланып ҡалырға тырыша.
Ләкин күптәр ошо йәйге йәмле көндәрҙең береһе һуңғыһы булыу ихтималлығын онота, йә булмаһа, яр буйҙарында, һыу төбөндә үҙҙәрен һағалап ятҡан хәүеф-хәтәрҙе бар тип тә белмәй. Йыл һайын бер үк фажиғәнең ҡабатланып тороуына ҡарамаҫтан. Йәй башынан алып, 15 июлгә тиклемге статистика буйынса ғына ла Рәсәйҙә бөтәһе 620 кеше батып үлгән, шуларҙың һәр бишенсеһе - балиғ булмаған балалар. Бындай фажиғәләрҙең сәбәбе - рөхсәт ителмәгән һәм таныш булмаған урындарҙа яңғыҙ-ярым һыу инеү булһа, өлкәндәр араһынан эскән килеш һыуға төшөп батыусыларҙың байтаҡ булыуы билдәле.
Үкенескә, бындай күңелһеҙ статистика Башҡортостанды ла урап үтергә йыйынмай. "Башинформ"дың 24 июль хәбәрендә әйтелеүенсә, шул осорҙағы бер аҙна эсендә генә республикала 12 кеше батып үлә. Шуларҙың береһе 16 йәшлек үҫмер бейектән Ашҡаҙарға (Стәрлетамаҡ районы) һикереп, йылғаның һай урынына тап килә һәм бәрелеп, һыуҙан сыға алмай. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР дәүләт комитетында билдәләнеүенсә, Стәрлетамаҡ районында бындай фажиғәләрҙең йыш ҡабатланыуы сәбәбе - урында тикшерелгән һәм махсус ҡулайлаштырылған пляждарҙың булмауы.
Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, быйыл йыл башынан июль ахырына тиклемге ваҡыт эсендә республиканың һыу ятҡылыҡтарында 46 кеше батып үлгән, шуларҙың 6-һы - балалар. Бәләкәстәр һәм үҫмерҙәр артынан ата-әсәләре йә башҡа өлкәндәрҙең ҡарауы, ҡурсалауы етешмәһә, өлкәндәр араһында әлеге лә шул баяғы эскелек ғәйепле. Һыу буйҙарында йыш осраған "Бында һыу инеү тыйыла" тигән плакаттарҙы ла эшкә һанаусы юҡ, күрәһең. Әйтерһең, юрый, үсектереү өсөн яҙып ҡуйылған тиерһең уларҙы. Мәҫәлән, Әбйәлил районының Дәүләт ауылы янындағы Сыбаркүл һыуында батып үлгән 38 йәшлек ир менән тап шундай хәл була ла инде. БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, "Бында һыу инеү тыйыла" тигән яҙыу-аншлаг булыуға ҡарамаҫтан, уға иғтибар итеүсе булмаған.
Әйткәндәй, өлкәндәр араһында батып үлеүселәрҙең күбеһе ир-егеттәр. Был, беренсенән, әлеге эскелек касафаты булһа, икенсенән, "көслө" заттың асылда үҙ көсөн самаламайынса ҡыланыуы, үҙһүҙлеге һәм шәплеген күрһәтергә маташыуы.
12 июлдә булған тағы бер хәл тап ошоно раҫлай ҙа инде. Стәрлетамаҡ районы Оло Ҡуғанаҡ ауылы янындағы карьерҙа һыу ингәнендә 17 йәшлек егет тә шундай уҡ бәхетһеҙлеккә дусар була. Шул көнө уны һыу төбөнән таба алмауҙары, эҙләүҙәрҙең дауам итеүе хаҡында хәбәрҙәр килде...
Шулай итеп, 1 августа Төбәк менән идара итеү үҙәгендә булып үткән кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, былтыр ошо уҡ осорҙа батып үлеүселәр һаны 87 кеше тәшкил иткән. Быйыл иһә фажиғәләр һанының әҙерәк булыуы һыу инеү миҙгеленең һуңыраҡ башланыуына бәйлелер, тип уйларға кәрәк, сөнки йәй баштарында көндәрҙең ярайһы һалҡынса тороуы һыу инеү миҙгелен бер аҙ кисектергәйне лә, ләкин унан һуңғы осорҙағы эҫе көндәр бар ғәмде йылға-күл буйҙарына "ҡыуып" төшөрә башланы. Тәбиғи, хәүеф тә, ҡотҡарыусыларға эш тә артты. Баш ҡалабыҙҙың Граждандарҙы һаҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, июндән башлап 1 авгусҡа тиклем ҡотҡарыусылар Өфөлә 52 кешене батыуҙан ҡурсалап, үлемдән ҡотҡарып ҡала, ә бына 6 кеше ҡарауһыҙ һәм махсус ҡулайлаштырылмаған урында һыуға төшөп, батып үлә. Һуңғы осраҡтарҙың береһе - Өфөләге Тәрән күлендә батып һәләк булыусы 64 йәшлек ир. Күңелһеҙ күрһәткестәр былтырғынан әҙерәк булһа ла, тынысланырға урын юҡ һәм бер-ике генә бәхетһеҙлек осрағы менән дә тынысланыу мөмкин түгеллеген һәр кем яҡшы аңлайҙыр. Кемдеңдер ғәзиз балаһы, атаһы, ире, яҡындары, дуҫтары бит улар - һаҡһыҙлыҡ һәм битарафлыҡ ҡорбандары...
Алда әле йәй ахырына тиклем тотош бер ай, ҡояшлы һәм эҫе көндәр дауам итә. Белеп булмай, ҡайһы бер йылдарҙа сентябрҙә лә әле көндәр эҫе тороусан. Тимәк, кеше һыу инеүҙән туҡтамаясаҡ. Хәҙер бит һәр кем гаджеттар менән айырылғыһыҙ дуҫ, интернетҡа юл асыҡ. Һирәкләп булһа ла күңелһеҙ статистикаға ла күҙ һалғылап, бәхетһеҙлек осраҡтарынан ғибрәт алынһа икән, юғиһә, кешегә ғәҙәттә бәлә-ҡаза ҡайҙалыр алыҫта йөрөй кеүек тойола, ә ул эргәлә генә, аяҡ аҫтында, бигерәк тә әгәр кеше үҙ хәленә битараф булып, һаҡһыҙ-уйһыҙ ҡыланһа. Халыҡ әйтмешләй, уттың ғына түгел, һыуҙың да ялы-ҡойроғо юҡ - тотонор, йәбешеп сығыр әмәл дә юҡ. Үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы, балаларҙы һаҡлағыҙ!
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №32, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА