«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘҒЛҮМӘТТӘР БИК КҮП, УЛАРҘЫ ТАРИХ ИТЕП ЯҘЫУСЫЛАРҒА МОХТАЖЛЫҠ ҘУР
+  - 


Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, тарих фәндәре докторы, профессор Нәзир Мырҙабай улы ҠОЛБАХТИН менән шәхесте борсоған төп мәсьәләләр тураһында әңгәмәләштек. Зыялы милләттәшебеҙҙең фекерҙәрен гәзит уҡыусыларыбыҙ иғтибарына ла тәҡдим итәбеҙ.

Бөгөн ил һәм донъя кимәлендәге ниндәй мәсьәләләр көнүҙәк һәм һеҙҙе борсоуға һала?

- Һаман да тажзәхмәткә бәйле булған хәл борсолдора. Бер нәмә лә Илаһи Зат ризалығынан тыш эшләнмәй, был сир ҙә халыҡты тәртипкә саҡырыу, тормош ҡиммәттәрен яңыртыу өсөн ебәрелгәндер. Тарихтарҙа булған шундай уҡ йоғошло һәм ҡурҡыныс сирҙәр яйлап кешелек тарафынан ауыҙлыҡланып бөткән. Быныһына ла үҙ сараһы табылған кеүек, ләкин халыҡ үҙ-үҙен һаҡлаһын, бының өсөн медицина хеҙмәткәрҙәре һәм етәкселәр ҡушҡан ябай ғына талаптарҙы үтәүҙән баш тартмаһын ине. Күрәләтә үҙҙәрен һәләкәткә этәреүселәрҙе күреп борсолам.
Ил кимәлендә борсолдорған мәсьәләләргә килгәндә, элекке СССР илдәрендәге ыҙғыштар туҡтамауы, илебеҙҙең солғаныш эсендә ҡала барыуы, Рәсәй халҡының социаль бүленеше хафаландыра. Бер яҡта - хәйерселәр, икенсе яҡта - олигархтар. Әйтәйек, бына минең хеҙмәт стажым 63 йыл, шуның 45 йылын ғалим булараҡ фәнни тикшеренеүҙәр өҫтөндә үткәрҙем. Оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт университетында баш ғилми хеҙмәткәр булып, 9 мең һумға эшләп йөрөнөм. Ә дө-йөм халыҡ һәм ил байлығын, мәҫәлән, нефтте файҙаланып байыған олигархтар көнөнә миллионлап эш хаҡы ала. Илдең ошо рәүешле ҡап уртаға ярылыуын төҙәтергә булышлыҡ итергә тейешле депутаттарҙың эшмәкәрлегенән файҙа бик үк һиҙелмәй. Сөнки ябай халыҡ мәнфәғәте өсөн янып йәшәүселәре, ҡыҙғанысҡа күрә, бик һирәк...
Республикала күҙгә ташланған һынылыштар байтаҡ, иҡтисад өлкәһендә лә, башҡа юҫыҡтарҙа ла төрлөсә эштәр атҡарыла. Ләкин ҡайһы бер ыңғай ҡарарҙар ғәмәлдә исем өсөн генә ҡабул ителә кеүек. Бына, әйтәйек, былтырғы йыл Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан "Башҡорт тарихы йылы" тип нарыҡланғайны. Ике тапҡыр конференция үткәрҙеләр - этнография һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр йыйылды. Был саралар матур үтте, төрлө илдәрҙән делегаттар йыйылды. Тик шул конференцияларҙы үткәрҙек тә, оноттоҡ, ҡарарҙарҙы тормошҡа атҡарыу буйынса эш дауам ителмәне бит! Үпкәләгәндән әйтмәйем, әммә хәҙер тарихсыларға китап сығарырға бер ниндәй мөмкинлек юҡ. Былтыр Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан 116 башҡорт юлбашсыһы тураһындағы китабымды нәшер итеп булманы, үҙ иҫәбемә 8 дана ғына баҫтырып алдым. "Китап" нәшриәтендә 2 мең данала сығарырға һөйләшкәйнек, һаманға тиклем мәсьәлә хәл ителмәй. Тарих йылында тарих тураһында китап донъя күрә алмай ҡалды - бына шундай хәлдәр борсой мине.
Ә инде тарихсы булараҡ, оҙаҡ йылдар эшләгән университетым тураһында һүҙ йөрөтһәк, хәлдәр бөтөнләй ултырып иларлыҡ. Унда Идара итеү һәм эшҡыуарлыҡ хәүефһеҙлеге тигән ярым коммерция институтын тарих факультеты менән берләштерҙеләр. Йөрәгемдең иң әсеткән еренә барып ҡағыла торған һорау - ул тарих факультетының юҡлығы. Тарихҡа ҡағылыштары булмаған төрлө һөнәр кешеләре лә быға бот сабып ғәжәп итә: нисек инде, милли университетта тарих факультеты булмаҫҡа мөмкин! Башҡа бер төбәктә лә шундай хәл юҡ, татарҙа ла, мари, мордва, сыуашта ла төп университеттарында тарих факультеттары бар. Быға нисек борсолмаҫҡа?

"Киске Өфө" тарихи материалдарҙы даими баҫып тора, әммә уларҙы интернет селтәрендә уҡыусылар һирәгерәк булыуын күҙәтәбеҙ. Был халыҡтың тарих менән ҡыҙыҡһыныу кимәле түбәнәйеүе күрһәткесе микән?

- Юҡ, халыҡ тарих менән бик ҡыҙыҡһына, тарихи китаптарҙы ла уҡыйҙар. Әммә тарихсыларҙың үҙҙәре араһында бер-береһенең хеҙмәте менән ҡыҙыҡһыныу аҙ. Быны мин ҡайҙандыр һауанан алып һөйләмәйем, шундай хәлгә үҙем тарығаным бар. Шуға яҙыусыларҙан, тел белгестәренән ҡайһы саҡ көнләшеп тә ҡуям. Береһе ҙур ғына мәҡәлә йә китапмы, уҡыу ҡулланмаһымы сығарһа, шунда уҡ гәзит-журналдарҙа баһа бирәләр, маҡтайҙар, кәрәк урында тәнҡит һүҙе лә әйтәләр. Ленин премияһы алғандан һуң Мостай Кәримде университетҡа саҡырғайныҡ. Ул шунда әсенеп, элек яҙыусы-шағирҙар шәмбе һайын йыйылыша ине лә, йә Дим буйына, йә башҡа күңелгә ятҡан урында ял итә, аралаша инек, хәҙер шул ғәмәл бөттө, һәр беребеҙ үҙ фатирына бикләнгән, тине. Әгәр яҙыусылар һәм шағирҙар элек ял көндәрендә йыйылышһа, тарихсылар ул заманда ла тырым-тырағай йәшәгән, хәҙер бигерәк тә. Ә бит ундай осрашыуҙар йыйылышып байрам итеү тигәнде генә аңлатмай, зыялы кешеләрҙең осрашыуы - ул аралашыу, фекер уртаҡлашыу, бер-береңә тәҡдим яһау, кәрәк урында тәнҡитләү йә ыңғай баһаңды әйтеү. Был - зыялыларға мотлаҡ кәрәк нәмә... Ә халыҡ тарихты ярата һәм ҡыҙыҡһына. Осрашыуҙар ваҡытында ла быға иғтибар иткәнем бар. Әммә халыҡҡа материалдарҙы үҙебеҙ биреп бөтмәйбеҙ, пассивбыҙ.

Шулай ҙа бөгөн үҙебеҙҙең тарихты үҙебеҙ яҙып ҡалдырыу мөһимдер. Сөнки тарих фәне өлкәһендә үҙгәртеп яҙыуҙар бигерәк тә йыш күҙәтелгән кеүек тойола...

- Әлеге лә баяғы шул тарих фәнендәге көрсөк сағыла инде унда ла. Бына, мәҫәлән, төньяҡ -көнсығыш һәм Урал аръяғы башҡорттарын әлегә тиклем ярым күсмә халыҡ тип иҫбатлайҙар. 18-се быуаттарҙа ике академик һәм бер крайҙы өйрәнеүсе шул ерҙәрҙән үткән дә, унда башҡорт ер һөрөргә яратмай, иген игергә яратмай, улар малсы һәм һунарсылар, тип яҙған. Шуларҙың һүҙен революцияға тиклем дә, совет ғалимдары ла, һуңғы осорҙағылар ҙа хәҡиҡәт итеп ҡабул итте лә ҡуйҙы. Әйтәйек, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары иген иккән, ултыраҡ тормош алып барған, тип маҡтайҙар. Әммә тәбиғәт шарттарын күҙҙә тотҡан кеше юҡ. Мин 1795 йылда үткән беренсе генераль межалау материалдарын алып ҡараным. Ул яҡтарҙа бит ер иркен, Дим, Ағиҙел, Ыҡ һәм башҡа йылғалар буйында тәбиғи шарттар иген сәсергә ҡулайлы. Ә төньяҡ-көнсығыш һәм Урал аръяғы башҡорттары үҙ аты менән урман, тау-таш аҡтарып, күпме иген игергә мөмкин? Тройка аттар егеп, ҡымыҙ эсә-эсә үткән академиктар Ыҡ буйында 10 мең дисәтинә ер һөрөлгән, был яҡта 100 дисәтинә генә, тип, башҡорттарҙы ялҡауға сығаралар. Генераль межалау документтарына ярашлы, һәр бер башҡорт ихатаһы һәм башҡорт иренә төшкән һөрөлгән дисәтинә ер төньяҡ-көнбайыш башҡорттарынан бер ҙә ҡалышмай. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары унар-йөҙәр йортло ауылдарҙа йәшәгән. Ә был яҡта башҡорт ауылы 5-10 өйҙән торған. Был ауылда, әлбиттә, меңәрләгән дисәтинә ер һөрөлмәгән, кәрәк тиклемен генә эшкәрткәндәр. Ошоноң кеүек, ғөмүмән, башҡорт тарихына яңылыш ҡараш әлегә тиклем һаҡлана һәм киң тарала. Сөнки фәнгә сәйәси ҡараштар ҙа үтеп ингән. Бындай осраҡта дөрөҫ фекерҙе өҫтөн сығара алырлыҡ ғалимдарыбыҙ бар, әммә дәүләт яғынан да аңлау, ярҙам булыуы мөһим.
Халыҡҡа мәғлүмәтте еткереү йәһәтенән дә әүҙемерәк эшләү кәрәк. Тағы ла шуныһы: күп яҙа торған тарихсылар хәҙер олоғайҙы. Ирек Аҡмановҡа - 89 йәш, Марат Ҡолшәрипов менән мин 80-де ваҡланыҡ, Рим Янғужин арабыҙҙан бик иртә китте... Әлеге көндә БР Стратегик тикшеренеүҙәр институты хеҙмәткәрҙәре бик һөҙөмтәле генә эшләй ҙә бит, әммә улар әле башҡорт ырыуҙары буйынса мөһим эш атҡара. Ә бит былар материалдар тупламаһы ғына, тарих түгел. Шул йыйынтыҡтарҙы китап итеп, тарих итеп яҙып сығарырға кәрәк буласаҡ һәм, күрәһең, быға башҡа йәшерәк тарихсылар тотонорға тейеш. Бына мин әле табын ырыуына арналған 3 китапты ҡарап ултырам, бөтәһендә лә инеш һүҙ бер төрлө. Ә китаптарҙың береһе Башҡортостан, икенсеһе Силәбе, өсөнсөһө Ырымбур территорияларында көн иткән табын ырыуы кешеләре хаҡында һәм уларҙың бер-береһенән айырылып тороуын беләбеҙ. Әммә төҙөүселәр быға иғтибар итмәгән. Тимәк, мәғлүмәтте табып баҫтырыусылар бар, ә уны тарих итеп яҙыусылар әлегә юҡ. Был Әнүәр Закир улы Әсфәндиәров менән булған бер һөйләшеүҙе хәтеремә төшөрә. Ул ауылдар тарихын туплай башлағас, Ҡаҙанда ауыл тарихын өйрәнеүсе тотош бер айырым институт астылар, ә беҙҙә Әнүәр Закирович яңғыҙы эшләне. Мин ул саҡта кафедра мөдире инем һәм бер ваҡыт: "Докторлыҡ диссертацияһы яҙырға кәрәк һеҙгә, шул тиклем бай материалдарың бар", - тейем уға. "Мин бит материал йыям, был бит тарих түгел. Миңә ҡалған ғүмеремдә йә материал йыйып өлгөрөргә, йә бар эштәрҙе ташлап, тупланғаны менән ултырырға кәрәк. Материал йыйыуға өҫтөнлөк бирәм", - тине ул. Бик саф күңелле, намыҫлы кеше ине ул. Шуға, бына әлеге сыҡҡан том-том китаптар ҙа ырыуҙар тарихы түгел, ә тарихи сығанаҡтар. Шуларҙы эшкәртеп, фәнни фекергә килтереп, тарих яҙыу, күрәһең, киләһе быуындар бурысылыр. Ә бының өсөн ғалимдарыбыҙ үҙ мәктәбен булдырырға, йәштәрҙе Мәскәү, Санкт-Петербург һәм хатта донъя университеттарында белем эстәтеп, төрлө сығанаҡтар менән эшләргә өйрәтеп тәрбиәләргә тейеш...

ШУЛАЙ ИТЕП...
Күңелендәге ғәм менән уртаҡлашты ғалим. Уның һәр әйткән һүҙе вайымлыны тәрән уйландырыр, сәмленең йөрәгенә ҡуҙ һалыр кеүек. Шул тәьҫирҙән борсоуға һалған барлыҡ мәсьәләләр сиселеүгә табан юл алһа ине...

Камила ҒӘЛИЕВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №34, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.08.22 | Ҡаралған: 232

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru