«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  | 19

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БАЛАҢ АҠСА ТОТОНА БЕЛӘМЕ?
+  - 

Мәктәптә уҡыған балаһына юлға, ҡапҡылап алырға йәки күнекмәгә түләргә ата-әсәләр аҡса бирә. Әммә уны йыш ҡына бала икенсе маҡсатта тотона. Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Азамат Сәлихов, ике бала атаһы, уны нисек дөрөҫ тотонорға өйрәтеү тураһында аңлатма бирә.
"Балағыҙға аҡсаны көн һайын түгел, ә аҙнаһына йәки айына бер мәртәбә бирегеҙ. Бала уны көн дә кәрәкле һәм өҫтәмә сығымдарға үҙе дөрөҫ бүлергә, иҫәпләргә өйрәнергә тейеш. Тәүге мәлдә, әлбиттә, был йәһәттән ата-әсәһе ярҙам итергә тейеш. Юлға, ашауға күпме аҡса китеүен, ҡалған аҡсаны нисек тотонорға кәрәклеген өйрәтегеҙ. Уны бала менән бергә һөйләшеп хәл итергә кәрәк.
Бөтә аҡсаһын тотонғаны, кәрәкмәгән нәмә алғаны өсөн әрләмәгеҙ. Ҡайһы берҙә бала түгел, оло кешегә лә сығымдарҙы планлаштырыу еңел түгел. Улай ярамағанлығын яҡшылап аңлатығыҙ. Яңынан биргән ваҡытта был аҡса алдағы ай лимитынан икәнен дә белһен. Мотлаҡ сығымдар хаҡында тағы бер тапҡыр төшөндөрөгөҙ. Бер көн уға юл өсөн түләргә аҡса етмәсәге тураһында иҫкәртегеҙ. Ҡурҡытырға кәрәкмәй, ә аныҡ миҫалда был етди мәсьәлә икәнлеген күрһәтегеҙ.
Бала нимә күрә - шуны эшләй, үҙегеҙҙең миҫалда бюджетты нисек бүлергә күрһәтегеҙ. Коммуналь хеҙмәткә иҫәпләгәндә балағыҙҙы саҡырығыҙ, уны уйын формаһында эшләргә була. Түләгән мәлдә, мәҫәлән, хәҙер 6000 һум кәрәклеген, тағы бензинға, аҙыҡ-түлеккә күпме тейешлеген әйтегеҙ. Планлаштырылмаған сығымдарға ҡалһа, күптән теләгән наушник һатып алыу мөмкинлеген дә белеп торһон!
Банк картаһын файҙаланығыҙ. Байтаҡ банктарҙың балалар һәм йәштәр өсөн махсус картаһы бар. Һаҡлыҡ банкындағыһы Детская СберКарта тип атала. Унда ата-әсәләр контролен, лимит һәм сығымдарҙы күҙәтеү системаһын ҡуйырға мөмкин. Аҡсаһын юғалтыуҙан йәки береһе урлап ҡуймаһын, тип ҡурҡырға ла кәрәкмәйәсәк. Бынан тыш, балағыҙ СберKIDS ҡушымтаһында банктан бонус ала йәки уны йыя ала, онлайн-режимда йыйыу шулай уҡ уйынға әүерелергә мөмкин. Иҫәптә һандың артыуын күреп, балағыҙ юҡ-барға аҡса тотонмай башлаясаҡ.
Финанс хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында һөйләгеҙ. Банк картаһын һайлаһағыҙ, уны нисек хәүефһеҙ тотонорға, уның паролен класташтарға, дуҫтарға әйтергә, кеше күргән урынға һалырға ярамағанлығын аңлатығыҙ.

"Киске Өфө" гәзите, №35, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.09.22 | Ҡаралған: 575

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru