Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында йәшәүсе Гөлнара һәм Марс Хәйруллиндар бына 15 йылға яҡын йомортҡа һала торған тауыҡ аҫрау менән мәшғүл. Ғаилә табынынан тыш, ауылдаштарын да йыл әйләнәһе йомортҡа менән тәьмин итеп тора уңған ғаилә. Хужабикә был шөғөлгә үҙе лә һиҙмәҫтән тотона. Күршеләренең ихатаһындағы матур ғына тауыҡтарға һоҡланып, уларҙың йомортҡаларын һорап ала. Өфөнән килтерелгән "несушка"ларҙы баҫтырып сығара. Тора-бара бындай тауыҡтар Бөрйән баҙарында ла һатыла башлай һәм Гөлнара Әхәт ҡыҙы хужалығында тауыҡтарҙың бүтән төрлө тоҡомдарын да һынап ҡарай.
- Башта "Кучинская юбилейная" тигән тоҡомло тауыҡтар алдым - уларҙың кәүҙәһе ҙур, әммә йомортҡалары бәләкәй ине, - тип һөйләй Гөлнара.- Көлһыу төҫтәге "Серебристая" тигәнен дә алып ҡараным, улар аҡ ҡына йомортҡа һалалар ине. "Доминант" тигән кросстарҙы ла аҫрап ҡарау ҡыҙыҡлы булды. Әлеге ваҡытта Баймаҡ ҡалаһынан "Байрамғолов" фермер хужалығында үрсетелгән "Хайсекс Браун" тип аталған ҡыҙғылт-һары төҫтәге тауыҡтарҙы аҫырайым. Улар беҙҙең климатҡа яраҡлашыуы менән отошло. Ауыл тауығы һәм тоҡомло тауыҡтарҙы аталандырыуҙан барлыҡҡа килгән кросстар йылытылмаған һарайҙа ла ҡыш сыға алыуы, көн һайын тиерлек йомортҡа һалыуы менән айырылып тора.
Ғәҙәттә, баҙарҙа 4 айлыҡ себештәрҙе, бер айҙан йомортҡа һала башлай, тип һаталар. Әммә минең тауыҡтарым 7-8 айлыҡ булғас ҡына йомортҡа һалыуға өлгөрөп етә. Беҙҙең тауыҡтар, йылына ҡарап, февраль-март айынан декабргә тиклем йомортҡа һалалар. Ашау төрлө һәм сифатлы, оя йылы булғанда хатта йыл әйләнәһенә һалырға ла мөмкиндәр.
Тәғәйен йомортҡа һалыу өсөн аҫраған тауыҡтарҙы, ғәҙәттә, 2-3 йылдан йәшәртәһең. 4 йылға тиклем дә аҫрарға мөмкин, әммә улай итеүҙән файҙа юҡ. Берҙән, йомортҡа һалыуы кәмей, икенсенән, һуйған саҡта ите ҡаты була.
"Несушка"лар себеш баҫып сығара тиһәләр ҙә, ниңәлер, минең тауыҡтарым себеш сығара һалмайҙар. Шуға ла мин хәйлә уйлап таптым. Тауыҡ баҫырға ятып, 10 көн үтеүгә бер аҙналыҡ себеш һатып алам да, төндә ҡанаты аҫтына тығам. Шуныһы ҡыҙыҡлы: тауыҡ артабан йомортҡаны баҫып ятмай, себештәргә әүрәй ҙә китә. Бындай тауыҡтар себештәрҙе бик яҡшы көтәләр. Һәйбәт бит: берҙән, тауыҡ оҙаҡ ятып ваҡыт әрәм итмәй, икенсенән, себештәр ҡараулы була, өсөнсөнән, өй мөхитендәге ризыҡҡа бәләкәйҙән өйрәнәләр. Ә ҙурайған тауыҡтарҙы һатып алған осраҡта өйҙәге ризыҡҡа ҡулайлаштырыуы ҡатмарлаша, фабрикала ашарға күнеккән махсус ризыҡ талап итәләр.
Һатып алғас, себештәргә тәүҙә заводта әҙерләнгән махсус ҡоро аҙыҡ ашатырға кәрәк. Шыйыҡ ризыҡтан уларҙың эсе китә. Унан 2-3 көнгә бер тапҡыр аҙлап бешкән йомортҡа бирәм. 3 аҙналыҡ булғас, ҡоролай эремсек һала башлайым. Ҙурайған тауыҡтарға инде сейләй ашҡабаҡ, бешкән картуф, эремсек, эремсек һыуына ҡатнаш аҙыҡ ҡушып ашатам. Әлбиттә, ҡаты ризыҡһыҙ ҙа булмай: иртәле-кисле мотлаҡ бойҙай һибәбеҙ. Ә төшкөһөн ҡатнаш ризыҡ әҙерләп бирәм. Ҡышҡыһын көнбағыштың май һыҡҡандағы ҡалдығын (жмых), ризыҡҡа ҡушып аҙлап аҡбур бирәм, был уларға витамин ҡытлығын булдырмау өсөн кәрәк. Яңы алған себештәргә шулай уҡ алһыу төҫ ингәнсе марганцовка һалынған һәм йодинол тамыҙып әҙерләнгән таҙа һыуҙы аралаштырып эсерергә кәрәк. Шулай уҡ ҙурайған тауыҡтар өсөн дә 2-3 аҙнаға бер тапҡыр бындай профилактика саралары үткәреп тороу зарур. Көл менән ҡырсынташ һәр ваҡыт алдарында ултыра. Ә ояларын эзбиз менән ағартып торабыҙ. Өй тауыҡтарынан айырмалы, һатып алынған себештәр өй шарттарына өйрәнеп киткәнсе ауырып китеүҙәре лә ихтимал, бындай осраҡта мотлаҡ антибиотик дарыуҙар бирергә кәрәк, шунһыҙ улар шәбәйә алмай.
Динара ҠОТЛОБАЕВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №37, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА