Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең И. Йомағолов исемендәге башҡорт драма театры үҙенең 32-се ижад миҙгелен Мирхәйҙәр Фәйзиҙең "Аҡ ҡалфаҡ" спектакле менән асып ебәрҙе. Әҫәр "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Кесе Ватан мәҙәниәте" проекты сиктәрендә сәхнәләштерелде, ҡуйыусы режиссеры - Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Йыһаншин. Спектакль тураһында төп ролдәрҙең береһен уйнаған Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Резеда ӘМӘКӘСОВА менән әңгәмәләштек.
"Аҡ ҡалфаҡ" спектаклендә һеҙ буй еткергән йәш ҡыҙ - Хәмдиә ролен башҡараһығыҙ. Күңелегеҙгә яттымы был героиня?
- Спектакль буйынса һөйләшеүҙәр башланырҙан алда Азат Надир улы Йыһаншин шылтыратты ла: "Аҡ ҡалфаҡ"ты ҡуйырға уйлайбыҙ, һин формаламы?" - тип һораны. Ыңғай яуап алғас, Хәмдиә ролендә уйнауҙы ышанып миңә тапшырасағы тураһында белдерҙе. Шул ышанысты аҡларға тырыштым. Ә бит уйлап ҡараһаң, минең үҙемдең ҡыҙыма хәҙер егерме йәш. Шулай ҙа лирик герой - минең амплуа, булмышыма тап килә. Сәхнәлә инде 18 йылдан артыҡ эшләүем дә геройымды аңларға, уның күңел торошон, фиғелен һынландырырға ярҙам итте. Азат Надир улы ла, Хәмдиә менән һинең фиғел берүк, тойомлауың буйынса уйна, тип үҙ иркемә ҡуйҙы.
Хәмдиә - Сәлим мырҙа ғаиләһендә үҫкән бер бөртөк иркә ҡыҙ. Мәле еткәс, үҙенә йыр бағышлаған егет менән йәрәшәсәкмен, тигән теләк-шартын белдерә. Ҡыҙ был йырҙы үҙенә тиң күргән мырҙалар затынан булған кеше генә сығара алыр, тигән инаныста. Уҡый-яҙа белмәгән, ярлы бер көтөүсе илаһи моң тыуҙырыр, тигән уй башына ла инеп сыҡмай. Пьеса авторы Мирхәйҙәр Фәйзиҙең бер быуат элек сағылдырған төрлө ҡатлам кешеләренең бер-береһенә ҡарашы, ата-әсә һәм бала араһындағы мөнәсәбәт, кешенең хис-тойғолары уның бай йәки ярлы булыуына бәйләнеше, кешеләрҙең тәккәбберлеге, мөхәббәт һәм нәфрәт кеүек темалары бөгөнгө заман тамашасыһына ла таныш булып тойолор, моғайын. Әйткәндәй, минең менән төп ролдәрҙе хеҙмәттәштәрем Марат Зөбәйеров (Шаһтимер) һәм Илнур Атйетәров (Баҡый) башҡара. Ә икенсе составта төп ролдәрҙе йәш актерҙар Ҡәҙриә Мифтахова, Фәнил Ҡарасурин, Ирек Ибраһимов уйнай. Апрель-май айҙарында репетициялар үткәреп, отпускыға тиклем спектаклде әҙерләп, тапшырып ҡуйҙыҡ. Шул мәлдә үк сәхнә биҙәлеше - Даян Теүәлев, актерҙарҙың кейемдәре рәссам Әлиә Байрамғолова тырышлығы менән әҙер булғайны. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре Юлай Үҙәнбаев һәм Рәмзиә Мөхәмәтшина спектаклдең композиторы һәм ҡуйыусы балетмейстеры. Бик сағыу, зауыҡлы, ҡайһы осраҡта әкиәттәгеләй матур, һоҡланғыс күренешле спектакль килеп сыҡты.
Был театрҙа эшләгән дәүеремдә Мирхәйҙәр Фәйзиҙең өсөнсө спектаклендә төп ролде башҡарам. Иң беренсе "Ғәлиәбаныу" спектаклендә Ғәлиәбаныу, шунан "Аҫылйәр"ҙә Ләлә образдарын сәхнәгә сығарҙым. Әле Хәмдиә лә күңелемә ятҡан ролдәрҙең береһе. Ә бит бөтә ролдәрҙе лә шулай тулыһынса аңлап, йөрәгең менән ҡабул итеп башҡарып булмай.
Театр тамашасыларын быйыл тағы ниндәй яңылыҡтар менән ҡыуандырасаҡ?
- Тиҙҙән театрыбыҙҙа тағы бер иҫтәлекле ваҡиға көтөлә. Хәҙер Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Башҡорт драма театры РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы, драматург Илшат Йомағоловтың исемен йөрөтәсәк. Ошо уңайҙан 6 октябрҙә шәхескә бюст асыла һәм тамашасыларға уның "Һөйәрҙәргә ҡапҡан" тигән комедияһын ҡарарға тәҡдим итмәксебеҙ. Киләсәктә Илшат Йомағоловтың әҫәрҙәрен даими сәхнәләштереү маҡсаты ла бар етәкселектең, шуға ҡыҙыҡлы проекттар, ролдәр көтөп ҡалабыҙ. Балалар өсөн әкиәттәр, ғаилә менән килеп ҡарау өсөн тамашалар ҙа даими ҡуйыласаҡ. Бына тиҙҙән "Ҡорос. Яугир ат яҙмышы" (М. Ҡунафин) спектакленең премьераһы көтөлә.
Бөгөн барыбыҙҙың да күңелдәре тулышҡан, борсолоуҙарҙан йөрәктәр янған мәлдәрҙе бергә үткәрәйек, тип өндәшкем килә тамашасыларыбыҙға. Театр - ул нәҡ күңелдәрҙе бушата, ауыр уйҙарҙан бер аҙға ғына булһа ла арындыра, таныш-белештәрҙе күреп, хәл-әхүәлдәр һорашып, аралашып ҡайта торған урын. Бергә булайыҡ, донъялар тынысланып китһен!
Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА