Борон төрлө һуғыштарҙа, алыҫ походтар ваҡытында башҡорт ғәскәрҙәре менән абруйлы ил азаматтары - тархан, старшиналар, кантон башлыҡтары етәкселек итер булған. Мәҫәлән, 1756-1763 йылдарҙағы Ете йыллыҡ (Рәсәй менән Пруссия араһында) һуғыш ваҡытында башҡорт ғәскәре менән атаҡлы башҡорт тарханы, баш старшина Ҡыҙрас Муллаҡаев командалыҡ итә. 1772 йылда Польшаға походҡа барған өс меңлек башҡорт ғәскәренең башында Ҡыр-Танып улысы башҡорт старшинаһы Ҡолой Балтасов була. Уны һуңынан оҙаҡ ҡына ваҡыт "главный начальник", тип йөрөткәндәр. Әйткәндәй, башҡорттар үҙҙәренең абруйлы етәкселәрен, сардарҙарҙы түрә тип йөрөтөр булған. Мәҫәлән, 1812 йылғы Ватан һуғышында йөҙбашы булған Ҡасим Мырҙашев бөтәбеҙгә лә Ҡаһым түрә булараҡ билдәле.
Бына ошо башҡорт түрәләре (сардарҙары) ниндәй кейем кейгән һуң? Беҙ уларҙы бөгөн ниндәй ҡиәфәттә күҙ алдына баҫтырабыҙ? Мәҫәлән, "Ҡаһым түрә" операһында башҡорт сардары Ҡаһым түрә рус армияһы офицеры кейемендә йөрөй. Был тарихи дөрөҫлөккә тап килеп етмәй. Сөнки элек башҡорт етәкселәренең үҙенсәлекле кейеме, хәҙергесә әйткәндә, униформаһы булған. Бына ошо хаҡта XIX быуаттағы картина, һүрәттәр асыҡ һөйләй. Мәҫәлән, XIX быуатта төшөрөлгән һүрәттәге кантон башлығының кейгән кейеменә иғтибар итегеҙ (1-се һүрәтте ҡарағыҙ). Был һүрәттә, тәү сиратта, башҡорт түрәһе кейгән осло башлы, ситтәре ике яҡҡа айырылып торған ҡыҙыл төҫтәге баш кейеме иғтибарҙы йәлеп итә. Уның исеме ҡалпаҡ тип атала. Беҙ ҡалпаҡты, ғәҙәттә, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙҙарҙың милли баш кейеме тип атап өйрәнгәнбеҙ. Шуға күрә, тәү ҡарашта, башҡорт милли кейеме өсөн ҡалпаҡ сәйер күренә. Әммә ҡалпаҡ ул башҡорт халҡының боронғо баш кейемдәренең береһе. Башҡорт милли кейемен өйрәнеүсе ғалимә С.Н. Шитова яҙыуынса, башҡорттарҙа ҡалпаҡтың төрлө варианттары булған. Уны туланан (йөндән һуғып, кейеҙләп баҫҡан туҡыма) эшләгәндәр, түрәләр кейгәне ҡыҙыл йәки йәшел бәрхәттән тегелгән1.
Башҡорт түрәләре кейгән кейемдең тағы бер айырмалы билдәһе - ул күк төҫтәге сәкмән. Шулай уҡ XIX быуатта эшләнгән статуэткала башҡорт түрәһен күк сәкмәндә күрәбеҙ (2-се һүрәтте ҡарағыҙ). Күк төҫтө башҡорттар борон-борондан үҙҙәренең кейемендә ҡулланған. Ул төрки халыҡтарының төҫө һанала. XIX быуаттың икенсе яртыһында эшләнгән статуэткалағы башҡортто ҡыҙыл ҡалпаҡ менән күк сәкмәндә күрәбеҙ.
XIX быуаттың башында төшөрөлгән рәсемдә лә (3-сө һүрәтте ҡарағыҙ) башҡорт түрәһе стандарт кейемдә, йәғни осло ҡалпаҡ менән сәкмән кейгән. Билдәле рәссам Ф.Рубоның "Башҡорттарҙың император Александр II алдында ыласындар менән һунар итеүе" тип исемләнгән картинаһында (4-се һүрәт) шулай уҡ ҡалпаҡ менән сәкмән кейгән башҡортто күрәбеҙ. Өҫтәп тағы шуны әйтергә була: 1829 йылда Башҡорт ғәскәре өсөн индергән берҙәм униформала ла ҡалпаҡты күрәбеҙ (5-се һүрәтте ҡарағыҙ). Тимәк, ҡалпаҡ башҡорт хәрби кейеменең бер элементы булған2.
Шулай итеп, борон башҡорт етәкселәре - кантон башлыҡтары, старшиналар, сардарҙар йәй көндәрендә төлкө бүрек түгел, ә ҡыҙыл йәки йәшел ҡалпаҡ менән күк сәкмән кейгән булып сыға. Ошоноң менән улар ябай халыҡтан айырылып торған. Ошоно иҫбатлаусы тағы бер һүрәт, дөрөҫөрәге, XIX быуаттың икенсе яртыһында төшөрөлгән фотола (6-сы һүрәт) арҙаҡлы башҡорт мәғрифәтсеһе, ғалимы Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың бер туған ағаһы, 27-се башҡорт кантонының башлығы Фәхретдин Өмөтбаев һүрәтләнгән. Күреүебеҙсә, ул да башҡорт түрәһенә хас кейемдә.
Әйткәндәй, борон башҡорт түрәләре кейгән үҙенсәлекле баш кейеме - осло башлы ҡыҙыл ҡалпаҡтарҙың ҡайһы берҙәре бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған. Мәҫәлән, уларҙың береһе Башҡортостан Республикаһы Милли музейы фондында һаҡлана (7-се фотоны ҡарағыҙ). "Они зарегистрированы как шапки башкирских старшин (дөрөҫөрәге кантон башлыҡтары - А.Я.), стоявших в XVIII - первой трети XIX в. во главе небольшой административной единицы - кантона; позже они утвердились в костюме волостных правителей", - тип яҙа С.Н. Шитова.
1912 йылда Ватан һуғышының 100 йыллығын билдәләү айҡанлы Ырымбур ҡалаһында Ырымбур губернаһы губернаторы тантана үткәрә. Бында Ырымбур өйәҙенән башҡорт халҡы вәкилдәре ҡатнаша. Улар тарихи байрамға боронғо ата-балалары кейгән елән һәм ҡалпаҡтар кейеп бара. Башҡорт ир-уҙамандары Ырымбур ҡалаһында ошо бик тә ҡиммәтле ҡомартҡылар менән фотоға төшә (8-се фотоһүрәт).
Һүҙҙе йомғаҡлап, шуны әйтергә була: башҡорт хәрби кейеменең тарихы тейешенсә өйрәнелмәү сәбәпле, сәхнәлә һәм дә һынлы сәнғәттә башҡорт яугирҙарының, сардарҙарының бер яҡлы, тарихи дөрөҫлөккә бигүк тап килеп етмәгән образы тыуҙырыла. Ҡалпаҡ төлкө бүрек менән бер рәттән сәхнәлә, милли бейеүҙәрҙә йышыраҡ ҡулланылһа ине. Башҡорт халҡының тарихы кеүек үк, уның милли кейеме лә төрлө һәм бай. Боронғо һүрәттәр тап ошо хаҡта һөйләй.
РЕДАКЦИЯНАН: Республика халыҡ ижады үҙәгенең "Башҡорт халыҡ кейеме" каталогын әҙерләү" проекты мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә дөйөм милли әһәмиәткә эйә ижади проекттар өсөн Рәсәй Федерацияһы Президенты грантын отто. Проекттың төп маҡсаты - башҡорт халҡының үҙенсәлекле байрам, көндәлек һәм башҡа тәғәйенләнештәге кейем өлгөләре каталогын әҙерләү. Был мәҡәлә "Башҡорт халыҡ кейеме" милли кейемдәре каталогын әҙерләү" проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә баҫыла.
Азат ЯРМУЛЛИН,
тарихсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,
Башҡортостан Республикаһы Милли архивының бүлек етәксеһе.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА