«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 

Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Икенсе бүлек. Бронза быуаты.

Икенсе бер факт та шулай уҡ бик ҡыҙыҡлы. Һынташты ҡәберлеген ҡаҙыған саҡта ҡәбергә үлгән кешенең мәйете түгел, ә йомшаҡ матдәләренән, кимерсәктәре һәм тарамыштарынан таҙартылған һөйәктәре һалыныуы теркәлгән, һәм был бәхәсһеҙ факт. Ҡайһы берҙә һөйәктәрҙән, ыҡсым ғына итеп, оҙонсараҡ формалағы өйөм яһалған, баш һөйәге айырым ҡуйылған. Был ер шарында мәйеттәрҙе урынлаштырыуҙың иң боронғо, универсаль формаһы булып тора: мәйеттәр юғарыраҡ урындарға (махсус эшләнгән баҫма-һәндерәләр, ағастар, тау түбәләре) илтеп һалынған, уларҙы ҡоштар, йәнлектәр йә иһә сысҡандар соҡоп-кимереп, йомшаҡ иттәренән таҙартып бөткәс, һөйәктәре генә ерләнгән. Андроновсыларҙан һуң мең йыл ваҡыт үтеп киткәс тә Иран, Урта Азия халыҡтары ла ошондай йоланы ҡулланған. Ошондай ерләү йолаһы, бер ниндәй үҙгәрешһеҙ тип әйтерлек, XX быуат башына тиклем тываларҙа, Себер тайгаһы зонаһында йәшәгән халыҡтарҙа һаҡланып ҡала. Фольклор материалдарына ҡарағанда, был йола башҡорттарҙың боронғо ата-бабаларына ла билдәле булған. Мәҫәлән, башҡорт риүәйәттәрендә үлгән кешене ер өҫтөндә ҡалдырыу менән бәйле сюжеттар йыш осрай: мәйеттең баш һөйәге ерҙә ҡалдырылыу йә иһә уның һөлдәһен (һөйәктәрен) йыуыу күренештәре; мәйетте йә иһә уның һөлдәһен ағастарға, бағаналарға элеп ҡуйыу һ.б. Башҡорттарҙың иң боронғо бабаларының йыш ҡына мәйеттәрҙе түгел, ә уның һөйәктәрен генә ерләүе хаҡындағы халыҡ хәтере ерләү йолаһында ҡатнашыусыларҙы "һөйәккә килеүселәр", тип нарыҡлау аша әлеге көнгә тиклем һаҡланып ҡалған (Мәйетте кәфенләр алдынан уны йыуыу йолаһын үтәүселәрҙе "һөйәгенә инеүселәр", тип тә атайҙар. - Тәрж. иҫк.)
Әле күптән түгел генә ҡаҙаҡтарҙа һәм, билдәле булыуынса, башҡа байтаҡ халыҡтарҙа ошо ритуалды үтәүселәр ошолай аталып йөрөтөлгән. Ҡомартҡылар материалдарынан күренеүенсә, был ҡатмарлы йола андронов ҡәбиләләренә лә билдәле булған. Мәйеттәрҙе ер өҫтөндә ҡалдырыу йолаһы нигеҙендә боронғоларҙың йәндең үлемһеҙ булыуы һәм, кеше үлгәс, уның игелекле йә иһә яуыз батшалыҡтар биләмәләренә эләгеү мөмкинлеге хаҡындағы дини инаныстары ята. Күк йөҙөндәге Ҡояш аллаһы иң изге һәм баш илаһ, тип һаналғанлыҡтан, барыһы ла үлгән кеше йәненең тап шул батшалыҡҡа эләгеүен теләй, һәм быға ҡоштар ярҙамында өлгәшеп булыуына ышана. Улар шулай уҡ үлгәндәрҙең йәндәре ямғыр тамсылары булып, йә иһә ел менән ергә кире ҡайта, төрлө тереклек формаһына инә (үҫемлек, йәнлек һ.б.), әсә ҡарынына эләгеп, яңынан тормош башлай ала, тип уйлай. Боронғо халыҡтар ерҙә тормоштоң барлыҡҡа килеүен һәм үҫеүен ошо рәүешле күҙ алдына килтергән, һәм ошо тормош әйләнешендә кеше йәндәрен күсереүсе ҡоштарҙың үҙҙәре өсөн үтә мөһим булыуына ышанған. Шуға күрә, сығанаҡтарға ярашлы, улар мәйеткә иң тәүҙә ҡош осоп килеп, соҡой башлауын күреү менән бик шатланғандар, әгәр башҡа бер йәнлек килһә, артыҡ ҡыуаныс булмаған; ҡош та осоп килмәйенсә, бер йәнлек тә яҡынлашмайынса, сысҡан-фәлән йөрөй башлаһа, был кимереүсенең мәйеткә тейеүе менән үлгән кешенең йәне яман ен-бәрейҙәр төйәге булған ер аҫты донъяһына алып кителеүен белдергән. Мәйет ҡуйылған урынға ҡоштар осоп килеүен көҫәүсе боронғо ата-бабаларыбыҙ, фольклор сюжеттарына ярашлы, уларҙы ошонда ылыҡтырыр өсөн ашлыҡ ҡалдырған. Күрәһең, байтаҡ ҡына башҡорт риүәйәттәрендәге үлгән кешенең мәйете янына тоҡҡа тултырылған ашлыҡ ҡуйыу менән бәйле сюжеттар ошондай уҡ мәғәнәгә эйә булған (Архаик замандарҙан хәҙергәсә һаҡланып ҡалған боронғо йола - "Ҡарға бутҡаһы" байрамы ла, күрәһең, ҡышын үлеп ҡалған кешеләрҙең мәйеттәре ҡуйылған һәндерәләргә ҡарғаларҙы, башҡа бер ҡоштарҙы ылыҡтырыу маҡсатында барлыҡҡа килгәндер. Йорт тирәһендә ҡапылдан ҡоҙғон-фәлән ҡысҡырһа, башҡорттар уны кемдеңдер үлемен теләй, тип хәүефләнә башлай. - Тәрж. иҫк.) Башҡортостан территорияһында йәшәүсе мариҙарҙың үлгән кешенең башы яғына осона ҡош фигураһы тағылған (ул башҡа ҡоштарҙы ылыҡтырыу ролен үтәгән) оҙон ҡолғалар ҡуйыуы ошо уҡ күренештең үҙенсәлекле ҡайтауазы булып тора.

Ун беренсе һүрәт. Һуғыш арбаһы (колесница) һәм уның ҡәберҙәге торошо реконструкцияһы. Һынташты ҡәберлеге

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 28-се һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №45, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.11.22 | Ҡаралған: 229

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru