«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ КЕЙЕМДӘРГӘ ҺӨЙӨҮ ҺӘМ ҠЫҘЫҠҺЫНЫУ БАР
+  - 


Башҡортостандың Милли музейы боронғо дәүерҙән хәҙерге көнгә тиклем ошо төбәктең, республиканың, бында йәшәгән күп төрлө милләттәрҙең тарихын, мәҙәниәтен, тормош-көнкүрешен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм кәсептәрен тулыһынса яҡтыртҡан бер үҙәк булып тора. Республиканың төп музейы шулай уҡ төрлө темаларға арналған, ҡыҙыҡлы, фәһемле һәм кәрәкле күргәҙмәләр майҙаны булараҡ та сығыш яһай. Күптән түгел Милли музейҙа биҙәү-ғәмәли сәнғәт оҫтаһы Зөлфиә Краснованың һәм башҡорт милли кейемдәрен тергеҙеүсе Флорид Вәхитовтың "Сығанаҡтарҙан бөгөнгөгә тиклем" ("От истоков к современности") тип аталған күргәҙмәһе эшләне.

Туймазы ҡалаһында йәшәүсе Зөлфиә Краснова һәм Флорид Вәхитов ойошторған "Тамға" ижади берләшмәһе үҙ алдына башҡорт халҡының матди байлығын өйрәнеү, тергеҙеү һәм киң йәмәғәтселеккә еткереү бурысын алған. Әлеге күргәҙмәлә лә оҫталар мәғлүмәтле, милләтебеҙҙең йөҙөн, булмышын һәм көнкүрешен сағылдырған бай коллекция тәҡдим итте. Музейға килеүселәр иғтибарына "Тамға" берләшмәһенең шәхси коллекцияһынан биҙәнеү һәм көнкүреш әйберҙәре, традицион башҡорт балаҫтары, шаршау, балалар бишеге, ағас һауыт-һаба һәм башҡа әйберҙәр тәҡдим ителде. Шулай уҡ күргәҙмәлә ҡуйылған янсыҡтар коллекцияһы, ҡушъяулыҡтар, һаҡал, селтәр, яға кеүек биҙәүестәр, фестивалдәр өсөн әҙерләнгән төрлө биҙәкле таҫтамалдар, туй йолаһын атҡарыу өсөн тәғәйенләнгән "Туй йолаһы" комплекты тамашасылар иғтибарынан ситтә ҡалманы. Ә экспозицияның төп өлөшөн башҡорт ир-егеттәре һәм ҡатын-ҡыҙҙары кейеменең тергеҙелгән өлгөләре, шулай уҡ мишәрҙәрҙең традицион кейемдәре тәшкил итте. Күргәҙмә авторҙары белдереүенсә, экспозияның төп маҡсаты башҡорт халҡы мәҙәниәтенең күп төрлөлөгөн генә түгел, ә уның хәҙерге заманға яраҡлаша һәм уның бер өлөшө була алыуын күрһәтеүгә лә ҡайтып ҡала. Ысынлап та, күргәҙмәлә урын алған, этнографик глэмпингтар өсөн махсус етештерелгән этностилдәге интерьер әйберҙәре, милли биҙәктәр менән һырланған туристик келәм һауыттары, сувенир продукцияһы һәм шулай уҡ этностиль ҡулланып эшләнгән заманса кәрәк-яраҡ әйберҙәр бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Бөгөнгө көндә миллилеккә йөҙ бороу, уға таяныу, ата-бабаларҙан аманат булып ҡалған ғөрөф-ғәҙәттәрҙе атҡарыу, ғөмүмән, үҙ асылыбыҙға ҡайтыу һәм үҙ тамырҙарыбыҙҙы барлау "модаға" әйләнеп бара. Шул иҫәптән башҡорт милли кейеменә һәм биҙәнеү әйберҙәренә лә иғтибар бермә-бер арта - республиканың төрлө төбәгендә йәшәүселәр оло быуындан ҡалған милли кейемдәрҙе төп сығанаҡ итеп алып, матур, сағыу һәм шул уҡ ваҡытта ыҡсым, күркәм милли кейем тегеп кейә. Шулай ҙа төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының милли кейемдәре өлгөләрен киң йәмәғәтселек иғтибарына сығарыусылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. "Тамға" ижади берләшмәһендә нәҡ ошондай оҫталар тупланып, төньяҡ-көнбайышта йәшәгән милләттәштәребеҙ тураһындағы мәғлүмәти бушлыҡты тултырырға ярҙам итә.
Ғөмүмән, үҙҙәренең эштәре менән төрлө кимәлдәге фестиваль, күргәҙмә һәм фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып, башҡорт халҡының үткәне һәм бөгөнгөһө тураһында "һөйләп" йөрөүсе "Тамға"ларҙың эшмәкәрлеге баһалап бөткөһөҙ. Уларҙың тағы ла һоҡланыуға лайыҡ сифаттары - үҙҙәренең оҫталыҡтары менән башҡаларҙы ла таныштырыу, теләге булған һәр кемгә өйрәтергә тырышыу, тәжрибә-оҫталыҡ менән бүлешеү. Әлеге күргәҙмә сиктәрендә лә улар Милли музейҙа ошо йүнәлеш менән ҡыҙыҡһынғандар өсөн бер нисә оҫталыҡ дәресе һәм түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Мәҫәлән, Гөлнара һәм Флорид Вәхитовтар үткәргән оҫталыҡ дәресендә уҡаиҙеү эшләү тураһында бик күп мәғлүмәт тупларға һәм уны үҙ ҡулдарың менән эшләп ҡарарға мөмкин ине. Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар фекеренсә, республикала боронғо өлгөләрҙе бер ҙә үҙгәртмәйенсә тергеҙеп, уларҙы элекке замандарҙа ҡулланылған алымдар менән эшләргә өйрәтеүселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ, һәм "Тамға"лар шундай оҫталарҙың береһе.
Йәштәрҙә, замандаштарыбыҙҙа милли кейемгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыуҙың төп сере - уның хаҡында матур итеп һөйләү, аңлата белеүҙәлер, тимен. Һәр милли кейем йәки биҙәүес үҙе хаҡында һөйләүҙе "талап" итә: ҡайһы тараф башҡорттарыныҡы ул, ниндәй ваҡыттарҙа етештерелгән, нимәләр ҡулланып биҙәлгән, уны эшләү алымдары һәм ысулдары ниндәй һәм башҡалар. Заманса телдә әйтһәк, презентация була инде. Оҫтаның үҙенең әйберҙәре һәм эш алымдары тураһында ҡыҙыҡлы, ентекле һәм иғтибарҙы йәлеп итерлек һөйләй белеү оҫталығы ла уның эшенә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуға булышлыҡ итә. Был йәһәттән дә "Тамға" оҫталарына һүҙ тейҙерерлек түгел. Күргәҙмә сиктәрендә уҙғарылған "Музей экспонаттарын тергеҙеү технологиялары: Рәсәй халыҡтарының милли кейемдәре, уҡалар, көнкүреш һәм интерьерҙа текстиль әйберҙәр" тип аталған түңәрәк ҡорҙа ҡатнашыусылар күп булды. Сара спикерҙары музей экспонаттары, боронғо ғаиләләрҙең һәм этнограф ғалимдарҙың фотоһүрәттәре нигеҙендә репликалар эшләү серҙәре менән бүлеште, уҡаларҙың дизайнын һәм схемаһын эшләү тураһында һөйләне. Шулай уҡ түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар хәҙерге заманда милли кейемдәрҙе реконструкциялау һәм милли элементтарҙы бөгөнгө көндә ҡулланыу кеүек мәсьәләләр хаҡында уртаға һалып һөйләште. Онлайн һәм оффлайн форматта ойошторолған һөйләшеү йәнле, ҡыҙыу барҙы, республиканан ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәгенән сараға онлайн ҡушылыусылар спикерҙарҙан үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды.
Һәр заманда ла теге йәки был милләттең тарихи күсәгилешлеген нәҡ "Тамға" оҫталары кеүек үҙ эшенә мөкиббән киткәндәр булдыра. Үҙ асылының саҡырыуымы был, милли аңдың ҡылдары тирбәлеүеме, милли тойғоноң өҫтөнлөгөмө? Барыһы ла бергәлер, күрәһең, сөнки был тойғолар бергә тупланғанда ғына кеше бөтә булмышын биреп, үҙ милләтенә хеҙмәт итә. Зөлфиә Краснова, Гөлнара һәм Флорид Вәхитовтар нәҡ ошондай милләт ынйыларының өлгөләре булып тора ла инде. Уларҙың Башҡортостандың Милли музейында үткән "Сығанаҡтарҙан бөгөнгөгә тиклем" исемле күргәҙмәһе һәр кемгә арауыҡ һәм ваҡыт араһында сәйәхәттә булырға мөмкинлек бирҙе.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Әлеге көндә Башҡортостандың Милли музейында "Тамға" башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы лауреаттарының күргәҙмәһен ҡарарға мөмкин. Ул 2023 йылдың 8 ғинуарына тиклем эшләйәсәк. Билеттарҙы "Пушкин картаһы" менән алырға мөмкин. Шулай уҡ республиканың төп музейында башҡорт халҡының уникаль кейем өлгөләре, милли аш-һыуы, музыка уйын ҡоралдары, тормош-көнкүреш әйберҙәре менән дә танышырға мөмкин.

Гөлназ МАНАПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №51, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.12.22 | Ҡаралған: 203

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru