«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУЯН ХАҠЫНДА
+  - 

Беренсе һүҙ: "Беҙҙең йыл"

Тыуған ауылыбыҙ Буранбайҙа ара атамалары байтаҡ ҡына, әйтәйек, айыуҙар, ҡыйрауҙар, ҡыуыҡтар, иҫһеҙҙәр, һыуыҡ ҡаҙандар, байҙар, торналар. Ә бына беҙ, Үтәбайҙар - ҡуяндар!
Юҡ, ҡурҡаҡ булғастары ҡуян тип атағандар инде тип уйлай күрмәгеҙ. Ҡурҡаҡ түгелбеҙ. Шулай аталып йөрөтөлөүебеҙҙең ике аңлатмаһы бар. Тәүгеһе борон-борондан халҡыбыҙҙа йола кимәлендә нығынған һунарсылыҡ культына бәйле. Йәғни ата-бабаларыбыҙҙың һунар йәнлеге ҡуян һаналған. Беҙҙекеләр, әйтәйек, башҡаларҙың нәҫел малына һунар итә алмаған, үҙебеҙҙең йәнлеккә лә башҡаларҙы йоғондормаған. Бигерәк тә йот йылында был ҡанун изге һаналған. Һунар биләмәбеҙ хәҙерге Ҡуянтау ауылы янындағы тау булған. Нимә генә тимә, Ҡуянтау - Үтәбайҙарҙың баш ҡалаһы, урыҫтар уны Магнитогорскийға оҡшатып Зайчегорск тип атай!
Икенсе аңлатма Үтәбайҙарҙың ғаиләләрендә балаларҙың күпләп тыуыуына бәйле. Беҙ ғаиләлә, мәҫәлән, ун бер бала үҫтек. "Үтәбайҙарҙың ҡатындары ҡуян кеүек көсөкләй", тигән лаҡап та ошонан килә.
Үтәбайҙарға ситтән килен төшһә йә ғаиләләрендә сабый тыуһа, уға шундуҡ "Йөҙөнсө ҡуян" тигән исем тағыла. Бының да үҙ тарихы бар. Элек ауылыбыҙҙың абруйлы аҡһаҡалы, хәҙрәте Мөхлис олатай Үтәбаев йәш сағында һунарға сыҡҡан. Ҡырпаҡ ҡар төшкән саҡ булған. Олатай ҡараһа, яландағы ата ҡылғандарға йәбешкән ҡар алыҫтан йөҙләгән ҡуян булып күренеп ултыра икән. Һунарсы атырғамы-юҡмы тип баш ватҡан. Сөнки атып ебәрһә, бер ҡуянға ғына тейгеҙә ала, ҡалғандары ҡасып китә. Шуға ла ул ауылға йүгереп ҡайтып: "Яланда йөҙ ҡуян ултыра, атып алайыҡ", - тип йәүкәләп һунарсылар алып килгән. Күмәкләп ятып атып ебәрһәләр, ҡылған баштарындағы ҡырпаҡ ҡарҙар ғына һелкенгән. "Йөҙ ҡуян" лаҡабы ана шунан килә. Ҡыҫҡаһы, беҙ Үтәбайҙар "Ҡуян йылы" килеүен, үҙебеҙҙең йылды оло түҙемһеҙлек менән көтөп алдыҡ. Беҙҙең йылға рәхим итегеҙ! Үҙ йылыбыҙҙы, бигерәк тә ошо йылда тыуыусыларҙы ныҡ яратабыҙ!

Икенсе һүҙ: "Ҡуян ат, һырлы сана"

Ул көнгә тиклем сөннәтләнгән ағайҙарҙың ыштанһыҙ көйгә оҙон күлдәк кейеп, аяҡтарын кирә баҫып, ауыл урамында төлкән-төлкән атлап йөрөгәнен күреп, үҙҙәрен "баба-баба" тип үсекләп, көлә торғайныҡ. Әммә, көлә килә, артынан һөрә килә, тигәндәй, бер көн килеп, сират беҙгә лә етте. Йәй башының матур бер көнөндә "Ауылға баба килгән", тигән һүҙ таралғас, беҙҙең, 4-5 йәш араһындағы тиҫтерҙәрҙең, йөрәге жыу итеп ҡалды. Йылғырыраҡ, зирәгерәк малайҙар ауыл янындағы урманға ҡасып өлгөрҙө. Улар баба өйҙән-өйгә йөрөп, үҙ эшен бөтөргәндән һуң ғына, кисләтеп кенә өйҙәренә ҡайта алды. Ҡайһылары йыл һайын ауылға килгән бабанан ҡаса торғас, бөтөнләй сөннәтһеҙ тороп ҡалды. Бер нисә йылдан сөннәтсе бабаның үлеп ҡалыуы хаҡында ишеттек һәм беҙҙән һуң донъяға килгән бер нисә быуын малайҙары сөннәтһеҙ ҡалды, уның ни икәнен дә белмәй үҫте.
Ә беҙ эләктек. Һаман да иҫемдә. Баба тигән кешенең беҙҙең өйгә килеп ингәне, мине сәсемдән һыйпағаны, "Көҙ көнө улыма ҡуян ат, һырлы сана алып киләм, егеп йөрөрһөң", - тип әйткәне. Бигерәк хикмәтле, серле, әкиәттәгесә тылсымлы ине шул бабаның "ҡуян ат, һырлы сана", тигәне. Уның "ҡуян ат" тигәнен аңланым да кеүек, ә бына "һырлы сана" тигәне нисегерәк икән?
Шул хаҡта хыялланып та өлгөрмәнем... "сем" итеп ҡалды. Уның ҡарауы, "ҡуян ат, һырлы сана" хаҡындағы татлы хыял барыһынан да көслөрәк булып сыҡты. Һәр хәлдә, ул саҡтағы ауыртыныу татлы иҫтәлек кенә булып хәтергә уйылған. "Ҡуян ат, һырлы сана" тигәндең хикмәте лә тап ошондалыр, күрәһең.
Үҫә килә, шуға ла иғтибар иттек: өлкәндәр, ниңәлер, сөннәткә ултыртылғандарға күп кенә яуаплы эштәрҙе ышанып тапшыра, ниңәлер сөннәтһеҙ кешегә ҡулы йыуылмаған кешегә ҡараған һымаҡ ҡарай. Сөннәтһеҙҙән икмәк телдермәйҙәр, мал салдырмайҙар, мәрхүмдәрҙе йыуыуҙан да мәхрүм сөннәтһеҙҙәр. Ниңәлер, уларҙың ҡулы менән башҡарылған ғәмәлде "хәрәм" тип баһалау йәшәй беҙҙең яҡта. "Сөннәтһеҙҙән кәңәш һорама!" - тип тә әйтәләр хатта...

ШУЛАЙ ИТЕП...
Ҡуян атҡа һырлы саналар егеп йөрөүҙең ана ниндәй әһәмиәте бар икән дә. Быны беҙ ҡуян заттары нығыраҡ беләбеҙ. Хәҙер уйлап ҡараһаң, ауылыбыҙға килеп, малайҙарҙы сөннәтләп йөрөүсе бабаларҙың ниндәй мөһим һәм зарури ғәмәл башҡарып йөрөгәндәрен аңлайһың. Барыһы ла илдең һәм милләттең һаулығы өсөн булған. Ҡуян ат егелгән һырлы санала ултырып елеүсе 4-5 йәшлек малайҙарҙы күҙ алдына килтерһәң, донъя яҡтырып китә, күңелдә мөғжизәле әкиәт ярала...

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №52, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.12.22 | Ҡаралған: 334

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru