«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һуңғы йылдарҙа райондарҙа ҡышҡы милли спорт саралары үткәреү бик популяр була бара. Һеҙҙең уйығыҙса, бындай сараларҙың әһәмиәте нимәлә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШАЙМОРАТОВСЫЛАР ИШӘЙӘ БАРА
+  - 

Ошо көндәрҙә баш ҡаланың Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се Башҡорт лицейының 5-се "Ш" һәм 6-сы "Ш" синыфы уҡыусыларын шайморатовсылар рәтенә ҡабул итеү тантанаһы уҙҙы. Балалар шайморатовсы исемен лайыҡлы йөрөтөргә, Башҡортостан һәм Рәсәйгә тоғро ул-ҡыҙҙар булып үҫергә ант итте.

Тантаналы сарала балаларҙы Өфөнөң Ленин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Мирхәт Ҡаҙарғолов, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Галина Ишмөхәмәтова, БР Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Илдус Ҡаһарманов, Батырлыҡ ордены һәм Жуков миҙалы менән бүләкләнгән яҡташыбыҙ Руслан, БР Эске эштәр министрлығының шәхси состав менән эшләү буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары, полиция полковнигы Әсхәт Ғарифуллин, полиция майоры, Башҡортостан буйынса Рәсәй гвардияһы "Урал" идаралығының оператив взводы отряды командиры Николай Тимченко, медицина фәндәре докторы Гүзәл Ибраһимова тәбрикләне. Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Руслан йәш шайморатовсыларға 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағын һәм улар үткән яу юлынан тупраҡ менән снаряд ярсығы тапшырҙы. "Ватан тарихының һәр осоронда беҙ тиңләшергә теләгән геройҙар бар. Беҙҙең тарихыбыҙҙа - Салауат Юлаев һәм Миңлеғәли Шайморатов. Юҡҡа ғына бөгөнгәсә Луганск Халыҡ Республикаһында башҡорт яугирҙарын рәхмәт менән хәтергә алмайҙар. Был яугирҙар күрһәткән батырлыҡ һәм физик көскә генә түгел, ә Ватан алдында бурыстарын тойоуҙары һәм иптәшлек хисенә лә бәйле. Лицейҙың шайморатовсылары ла ошо матур сифаттарҙы үҙендә тәрбиәләр, тип ышанам", - тине БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Галина Ишмөхәмәтова.
Был махсус кластарҙа белем алған балаларҙы физик һәм рухи яҡтан сыныҡтырыуға йүнәлтелгән, илһөйәрлек тәрбиәләүгә булышлыҡ иткән өҫтәмә дәрестәр үткәреләсәк. Мәҫәлән, 2-се Башҡорт лицейының шайморатовсылары ҡул һуғышы, атыу әҙерлеге нескәлектәрен төшөнә, һуңыраҡ "Аҡбуҙат" ипподромында һыбай йөрөргә лә өйрәнәсәктәр. "Шайморатов класында Ватанға хеҙмәт итеү өсөн уҡырға кәрәк. Тап Ватанға хеҙмәт итеү, уны һаҡлау, яҡшыртырға тырышыу - илһөйәрлек. Беҙҙең кеүек балалар тәбиғәтте ҡыйламай, тирә-яҡтағыларға ярҙам итеп, яҡшы уҡып та илһөйәрлек күрһәтә ала", - ти үҙенең ошо класта белем алырға теләген аңлатып 6-сы синыф уҡыусыһы Әҙилә Билалова. Синыфташтары Рәмзил Ҡамбулатов һәм Данияр Мусин да ата-әсәһе менән кәңәшләшкәндән һуң шайморатовсылар рәтенә баҫырға ҡарар итеүе тураһында ғорурланып һөйләне. Малайҙар Шайморатов генерал кеүек еңелмәҫ һәм ҡурҡыу белмәҫ яугир булырға хыяллана.
- Ата-әсәләр директорыбыҙ Миләүшә Мырҙағәлинаға үҙҙәре "Шайморатов класы" ойошторайыҡ тигән теләк белдереп мөрәжәғәт иткәйнеләр, ҡаршы килмәнек. Балалар берҙәм, илһөйәр булып үҫһендәр, төрлө яҡтан камиллашһындар тинек. Сөнки улар строевой әҙерлек, ҡул көрәше, бейеү һәм патриотик йырҙар башҡарырға ла өйрәнәсәк, төрлө билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар ойоштороласаҡ. Балаларҙы шундай матур тойғолар менән тәрбиәләргә маҡсат иттек, - ти уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Әлфиә Билалова.

Шулай итеп...
Башҡортостанда "Шайморатов кластары" 2019 йылда ойошторола башлағайны, бөгөн уларҙың һаны - 78, был кавдивизияның күрһәткән батырлыҡтары өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған яугирҙары иҫәбенә лә тап килә. Илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың яҙмышын, аяҙ күк йөҙөн хәстәрләр киләсәк тәрбиәләнә, тимәк.

Сәриә ҒАРИПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №52, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.12.22 | Ҡаралған: 274

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 апрелдән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru