Республика Башлығы Радий Хәбиров баш ҡала округы хакимиәтендә Өфө ҡәлғәһе төҙөлөүҙең 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Сарала мэр Ратмир Мәүлиев, министрлыҡтар, ведомстволар һәм төбәктең алдынғы предприятиелары вәкилдәре, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай һәм ҡала советы депутаттары, ҡала райондары хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты.
- Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйып, уға федераль статус бирҙе. Был иһә ошо датаға әҙерлек һәм уны үткәреү өсөн иңдәргә ҙур яуаплылыҡ һала. Кәңәшмә алдынан төбәк етәксеһе юбилейға төҙөү планлаштырылған проекттар күргәҙмәһе менән танышты. Объекттар араһында "Өфө муйынсағы" йәйәүлеләр өсөн туристик маршруты, реконструкцияланған Ҡурсаҡ театры, Көрәш һарайы, Ишеү слаломы комплексы, Фехтование үҙәге, шулай уҡ дөйөм алғанда 3672 уҡыусыға иҫәпләнгән Ленин, Глумилино-2, Дим райондарында төҙөләсәк мәктәптәр проекты бар. Бынан тыш, Кузнецов затоны биҫтәһендә 2200 урынлыҡ заманса белем биреү үҙәге буласаҡ, һәләтле балалар өсөн 350 урынға иҫәпләнгән математик лицей асыласаҡ. Эре инфраструктура проекттарына килгәндә, "Көньяҡ ҡапҡалар", баш ҡаланың төньяҡ өлөшөндәге "Ағиҙел аръяғы" биҫтәһендә инженер селтәрҙәре үткәреү проекттары тормошҡа ашырыла.
- Йыйылыусылар алдында сығыш яһап, Республика Башлығы Радий Хәбиров төп мәлдәрҙе билдәләне, иң элек ҡала үҫешендә "хроник сир" булып торған мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәклеген белдерҙе. Быға тәү сиратта коммуналь хеҙ-мәттәр инә (ҡар менән көрәш, һыу, йылылыҡ менән тәьмин итеү, подъездарҙы ремонтлау, ихаталарҙы төҙөкләндереү, йәмәғәт киңлектәрен яңыртыу). Шулай уҡ Радий Фәрит улы стратегик мәсьәләләрҙе хәл итеү зарурлығы һәм күргәҙмәлә танышҡан объекттарҙың мөһимлеге тураһында тағы бер тапҡыр билдәләп үтте. "Баш ҡаланы үҫешкән инфраструктуралы, ҡыҙыҡлы архитектураларға, заманса социаль объекттарға, ваҡиғаларға бай XXI быуат ҡалаһы иткән проекттар менән әүҙем шөғөлләнергә кәрәк", - тине ул.
Шулай уҡ Өфө ҡала округына ингән ҡала яны ауылдары, коттедж ҡасабалары проблемаларын хәл итеү, уларҙың һыу, электр, транспорт хеҙмәтләндереүе менән тәьмин итеү мәсьәләләренә иғтибар йүнәлтте.
Сығышының һуңында Радий Хәбиров Өфөнөң идара командаһына махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың туғандарына, яҡындарына ярҙам күрһәткән өсөн рәхмәт белдерҙе һәм: "Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләрен иғтибар һәм ихтирам менән солғап алыу - мөһим бурыс. Был мәсьәләлә тупаҫлыҡ һәм формаллек булырға тейеш түгел. Беҙ артабан да егеттәргә кәрәкле нәмәләр ебәреүҙе дауам итәсәкбеҙ. Өфө - пландарыбыҙ үҙәге. Ул - республиканың ҡеүәте, көсө, йөрәге һәм интеллекты. Бында һуңынан территорияларҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән күп маҡсаттар формалаша", - тине.
- Юбилейға әҙерлек буйынса ентекле доклад менән Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев сығыш яһаны. Сарала ҡатнашыусылар алда торған ҙур күләмле сараны күҙ уңында тотоп, ҡала үҫешенең төрлө тармаҡтарына ҡағылған мәсьәләләр буйынса фекер алышты.
Ҡала советы депутаты, Өфөнөң почетлы гражданы Айрат Шаммазов ҡаланың үҫеш нигеҙе - йәмғиәтте берләштереүҙә булыуын билдәләп, депутат корпусының юбилей сараларын ойоштороуҙа ярҙам итергә әҙерлеген белдерҙе. Уның коллегаһы, ТКХ өлкәһендә йәмәғәт контроле төбәк үҙәге етәксеһе Анатолий Дубовский идара итеү компаниялары өсөн кадрҙар әҙерләү курстарын булдырыуҙы тәҡдим итте. Депутаттар шулай уҡ Өфөлә энергия ҡулланыуҙың, шул иҫәптән - юлдаш-ауылдар иҫәбенә, артыуына иғтибар йүнәлтте. Тағы бер мәсьәлә - иҫке һәм авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәрҙе күсереү өсөн федераль транштар йәлеп итеү кәрәклеге лә билдәләп үтелде.
Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кәңәшмәне йомғаҡлап: "Минеңсә, һөйләшеү файҙалы булды. Ҡалаға ике ҙур мәсьәләне сисеү кәрәк. Бер яҡтан - халыҡты борсоған "хроник сир"гә әйләнгән проблемаларҙы хәл итеү булһа, икенсе яҡтан - баш ҡаланы үҫтереү стратегияһын формалаштырыу. Өфө эш, тулы ҡанлы тормош, балалар тәрбиәләү өсөн барлыҡ шарттары булған заманса һәм аҡыллы ҡалаға әүерелергә тейеш..."
"Киске Өфө" гәзите, №2, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА