«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕШЕНЕҢ ҺҮҘЕ - АҠЫЛЫНЫҢ БИЗМӘНЕ
+  - 


Һүҙҙе алыҫтаныраҡ башларға тура килә, мәҫәлән, ҡасандыр, беҙҙең эраға тиклем меңәр йылдар элек йәшәгән Ирландия иле хаҡында. Төньяҡ Европаның ҙур өлөшөн биләүсе был илдең атамаһы "Eire", йәғни "дәүләт" тигәнде аңлата. Бәхетһеҙлегенә күрә, ҡомһоҙ колонизатор, баҫҡынсы ил булып танылған Бөйөк Британия менән күрше булыуы Ирландияның яҙмышын хәл итә лә инде.

Күпте күргән, азатлыҡ һуғыштары һәм ихтилалдар кисергән ил 1948 йылда ғына үҙаллылыҡ яулай ала, ләкин туған теленән яҙа: әлеге көндә ирланд халҡының 90 проценты инглиз телендә һөйләшә. Улар араһында үҙ туған телен хәтерләүселәр булған хәлдә лә, "белемдәре" мәктәптә өйрәнгән һабаҡтарҙан ары китмәй. Шуны белеп тә, күпселеген иманы менән ҡеүәтле һәм сәмле илһөйәр һәм телһөйәр Дағстан егете, бил бирмәҫ көрәшсе Хәбиб Нурмөхәмәтов ирланд спортсыһы Макгрегорҙы үҙ телен белмәгәне өсөн бөтөн мир алдында рисуай итте, һәм дөрөҫ эшләне: уның кәмһетеүҙәренә түҙеп торманы. Ҡасандыр ҡаһарман һәм күпте кисергән ирланд халҡы үткәнен, нәҫел тамырҙарын да онотмағандыр, бәлки, ә бына әсә телдәре, ысынлап та, юҡҡа сыҡҡан. Боронғо тарихлы бай ирланд теле бөгөн был илдә, асылда, туған теле өсөн көрәшеүсе бәләкәй генә төркөм менән төпкөлдә йәшәүсе бер нисә тиҫтә пенсионерҙан башҡа берәүгә лә кәрәкмәй...
Ғибрәтле тарихмы? Әйтергә лә түгел, тән сымырҙап китә. Ер йөҙөндә "үле телдәр" исемлеге аҙна һайын тип әйтерлек тулыланып тора. Ә бит, уйлап ҡараһаң, инглиз теле беҙҙең тормошҡа һәм телмәребеҙгә лә "ҡыйыу" һәм ҡаршылыҡһыҙ рәүештә, һаман да тәрәнерәк үтеп инә бара, ни әйтерһегеҙ, йәмәғәт? Ирланд теле яҙмышы уйландырмаймы халҡыбыҙҙы? Туған телгә битарафлыҡ һәм рыялыҡ бигерәк тә ҡалала йәшәүселәрҙән башлана. Әлеге ирланд теленең дә "башын ашаусы" инглиздәрҙән алда үҙ рухынан һәм телһөйәрлегенән яҙған ирланд халҡы, айырыуса уның ҡалаларҙа йәшәгән өлөшө ғәйепле, тип иҫәпләнә. Әйткәндәй, урыҫ теле яҙмышы өсөн дә саң ҡағыла бөгөн, сөнки ул да баяғы инглиз йоғонтоһона бирелеп бара бит...
Һәр хәлдә, Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан мәҙәниәт өлкәһендә дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәре тураһында указ юҡҡа ғына ҡабул ителмәне. Был документта рус телен һаҡлау һәм яҡлау, сит ил телдәрен самаһыҙ күп ҡулланыуға һәм һүгенеү һүҙҙәренә ҡаршы саралар хаҡында ла һүҙ бара. Дөрөҫ, был йәһәттән ниндәй аныҡ саралар ҡаралыуы әлегә аныҡ ҡына билдәле лә түгел, шулай ҙа Дәүләт Думаһының дәүләт төҙөлөшө комитеты рәйесе урынбаҫары Даниил Бессарабов телмәр мәҙәниәтен яҡшыртырға саҡырып, йәмәғәт урындарында тәртипһеҙ ҡыланыусы һәм һүгенеү һүҙҙәре ҡулланыусыларға ҡарата штраф түләтеү, телмәрҙә сит тел һүҙҙәрен ҡулланыуҙан ҡотолоу кәрәклеген әйтте. Ә бына "Нисек?" тигән һорауға, тәбиғи, бер ниндәй яуап юҡ.
Был күренеш беҙҙең тормошҡа ныҡлап үтеп инде. Телебеҙҙе сит, бигерәк тә, инглиз теле һүҙҙәре менән "байытыу", дөрөҫөн әйткәндә, үткән быуаттың 90-сы йылдарынан, илдәге яңы сәйәси һәм иҡтисади шарттарға бәйле бигерәк тә йылдамлашты. Бөгөн иһә интернет һәм электроникаға бәйле һүҙҙәр күбәйҙе һәм бынан ҡотолоуы, бер яҡтан, маҡсатҡа ярашлы ла түгел кеүек, сөнки донъя кимәлендә алмашы булмаған компьютер, монитор, пейджер, файл, факс, драйвер, фейк кеүек төшөнсәләр ошо терминдар аша тормошобоҙҙа мәңгелеккә үҙ урынын алды. Ә бына сәйәсәт, иҡтисад, финанс, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы өлкәләрендә сит һүҙҙәрҙән арыныу мөмкин, сөнки рус теленең яңы төшөнсәләрҙе атарлыҡ үҙ мөмкинлектәре һәм һүҙ байлығы етерлек. Бары тик иҡтисадсылар һәм финансистарға аудит, дилер, логистика, брокер, спонсор, кластер, йә булмаһа сәйәсәт өлкәһендә спикер, парламент, департамент, муниципалитет, легитимлыҡ, ә инде мәҙәниәт өлкәһендәге хит, шоу, бестселлер, дайджест, имидж, тинейджер, хиппи кеүек һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнөп, уларҙың синонимдарын, мәғәнә берлеген белдергән варианттарын табыу һәм ҡулланыуға индереү бер ҙә ауыр эш түгел.
Тел белгесе, Рәсәй Фәндәр академияһының Орфография комиссияһы ағзаһы Мария Ровинская әйтмешләй, тел байлығыбыҙҙы һаҡлау, телмәребеҙҙе үҙ телебеҙҙәге һүҙҙәрҙе ҡулланып, аңлайышлы хәбәр һөйләү һәм аралашыу һәләтен үҫтереүҙе һәр кем үҙенән башларға тейеш. Дөрөҫөн әйткәндә, ти ул, беҙҙең закон сығарыусылар, чиновниктар, башҡа дәрәжәләге етәкселәр сығыш яһағанда, һөйләгәндә һәм тел яҙмышы тураһында уйлағанда эште үҙҙәренән башлаһындар ине, сөнки рәсми-эш шарттарында улар тел ҡағиҙәләрен иң тәүҙә үҙҙәре боҙоуға булышлыҡ итә, мотлаҡ сит тел һүҙҙәре ҡуллана. Әйтерһең дә, был уларға мәртәбә өҫтәй була, йәнәһе...
Рус телен һаҡлау, яҡлау, байытыу буйынса талаптар берҙәй үк кимәлдә беҙҙең башҡорт теленә лә ҡағыла. Хәйер, әсә телебеҙҙе һаҡлау ғына түгел, уны халыҡ теле ынйылары менән байытыу, боронғо матур һүҙҙәребеҙҙе әүҙем ҡулланылышҡа ҡайтарыу, телебеҙҙе артабан үҫтереү тураһында беҙ туҡтауһыҙ яҙабыҙ, борсолабыҙ, милләттәштәребеҙҙе башҡорт теленә тоғролоҡҡа, үҙ телебеҙҙә аралашырға, ғаиләләрҙә балаларҙы үҙ телебеҙҙе өйрәтергә саҡырабыҙ һәм был турала арыу-талыуһыҙ ҡабатлап ҡына торабыҙ. Әйткәндәй, беҙҙең тел икеләтә йоғонтоға дусар: әлеге лә баяғы инглиз теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр өҫтөнә рус һүҙҙәре ҡушып һөйләү һәм яҙыу ғәҙәткә ингән. Башҡортса яҙғанда быны тикшереп, төҙәтеп булһа ла, телмәр ағышында күптәрҙең рус һүҙҙәрен ҡушып һөйләүе "норма"ға әйләнгән. Ә шулай ҙа һуңғы йылдарҙа бындай хәлдәрҙә үҙенә тәнҡит күҙлегенән ҡарап, һәр һүҙен "үлсәп", таҙа башҡорт телмәре менән ҡыуандырыусылар ҙа бар. Ә кемгә саф башҡортса яҙыу-һөйләү ауырыраҡ бирелә, улар, тимәк, телмәр сифатын, дөйөм мәҙәни кимәлен яҡшыртыу өсөн күберәк башҡортса уҡырға, бының өсөн билдәле өлкән быуын классик яҙыусыларыбыҙҙың әҫәрҙәренән өйрәнергә, гәзит-журналдар уҡырға тейештер, моғайын. Үҙ өҫтөңдә эшләү генә етмәй, балаларыбыҙҙы таҙа телмәргә өйрәтеү ата-әсәләр менән бергә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының да мөһим бурысы. Шуны онотмайык: халҡыбыҙ әйтмешләй, кешенең һүҙе - аҡылының бизмәне ул.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №4, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.02.23 | Ҡаралған: 226

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru