Башҡорт телендә "ҡатын-ҡыҙ" тигән һүҙ бар. Был һүҙҙе телселәребеҙ хәҙерге башҡорт теленән урыҫсаға "женщина" тип тәржем иткән (женщина - ҡатын, ҡатын-ҡыҙ, жена - бисә, ҡатын; девушка - ҡыҙ, еткән ҡыҙ; девушки - ҡыҙҙар, ҡыҙ-ҡырҡын).
Башҡорттан башҡа төрки телле халыҡтарҙа "ҡатын-ҡыҙ" тигән һүҙ үзбәктәрҙә, уйғырҙарҙа ла ҡулланыла. Әммә Алтай, Саян тауҙарында йәшәгән төрки телле халыҡтарҙа был һүҙ юҡ. Тимәк, был һүҙ боронғо төркиҙәрҙә булмағандыр, тигән уй тыуа. Әгәр ундай һүҙ булһа, Алтай, Саян тауҙарында йәшәгән боронғо төрки телле халыҡтарҙың туранан-тура вариҫтарының телендә был һүҙ, моғайын да, һаҡланып ҡалыр ине.
Бынан бер нисә йыл элек яҙыусы Әхмәр Үтәбай был һүҙҙе "ҡыҙ-ҡатын" тип яҙырға тәҡдим итте һәм үҙе шул тәртиптә яҙа ла башланы. Уға бер нисә эйәреүсе лә табылды, шикелле. Әммә, был тәртиптә яҙыу дөрөҫмө икән, тигән уй тыуғайны шул саҡта уҡ.
Мин күптән инде телебеҙҙәге төрлө ҡыҙыҡ ҡына күренештәргә иғтибар итеп, уларҙы аңларға тырышып, төрлөсә эҙләнеүҙәр алып барам. Телебеҙҙәге һәр һүҙҙең үҙ тарихы бар. Телдә халыҡтың тарихы сағыла, тип ғалимдар буштан ғына әйтмәгән бит. "Ҡатын-ҡыҙ" һүҙе менән дә шул уҡ хәл. Иғтибарлы, уйсан кеше "ҡатын-ҡыҙ" һүҙенең ике өлөштән - "ҡатын" һәм "ҡыҙ" тигән өлөштәрҙән торғанына иғтибар итәлер, тип уйлайым. Мин үҙем был һүҙ менән күптән ҡыҙыҡһынып, уның тарихын асыҡлаһам да төрлө сәбәптәр арҡаһында уҡыусыға тәҡдим итә алмай йөрөй инем.
Төрки һәм иран телдәрен өйрәнеүсе күренекле ғалимдар, "ҡатын" һүҙе төрки телле халыҡтарға иран телле согдтарҙан килеп ингән, тигән ҡарашта тора. Согдия тигән дәүләт хәҙерге Үзбәкстан һәм Тажикстан, өлөшләтә Афғанстан ерҙәрендә урынлашҡан булған. Был дәүләттең халҡы сауҙаға маһир булып, боронғо Ҡытай, Һиндостан, Рим, Фарсы дәүләттәре менән әүҙем бәйләнештә йәшәгән.
Ошо согдтар "ҡатын" тип үҙҙәренең батшаһының бисәһен атаған. Йәғни, тәүҙәрәк был һүҙ енесте билдәләмәгән, ә йәмғиәттәге урынды билдәләүсе һүҙ булған. Аҙағыраҡ әүҙем бәйләнештәр арҡаһында был һүҙ төркиҙәргә лә билдәле булып китә һәм улар ҙа согдтар кеүек, үҙҙәренең хандарының бисәһен "ҡатын" тип атай башлай. Һүҙ ыңғайында әйтеп китергә кәрәк: хәҙер бөтәһе лә төркиҙеке тип ҡабул иткән "хан" һүҙе лә килеп сығышы менән төп төрки һүҙе түгел, ә иранлыларҙан ҡабул ителгән һүҙ, тиҙәр телсе ғалимдар. "Хан" һүҙенең тамыры "ҡаған" булып, аҙағыраҡ яйлап ҡына үҙгәреш кисереп, ул "хан" формаһында ҡалыплашып, ҡатып ҡала. Ошо формала ул төрки һүҙе, тип әйтергә була һәм тик төрки халыҡтарында ғына үҙҙәренең башлыҡтарын хан тип атау таралып, күрше-тирә халыҡтарға ла билдәле булып китә.
"Ҡатын-ҡыҙ" һүҙенә кире әйләнеп ҡайтып, шуны әйткем килә. Был һүҙҙә "ҡатын" өлөшө "ҡыҙ" һүҙенә сифат билдәһен биреүсе булып тора. Йәғни "матур ҡыҙ" тигән кеүегерәк. Әммә был ҡыҙҙың йәмғиәттәге социаль хәлен билдәләгән һүҙ булараҡ ҡулланыла һәм, урыҫ теле аша әйткәндә, "принцесса" тигән мәғәнәлә аңлатырға була. Күрәһегеҙ, бик тә тос, тәрән һәм матур мәғәнәле икән "ҡатын-ҡыҙ" тигән һүҙебеҙ. Әйҙәгеҙ үҙебеҙҙең һылыуҙарыбыҙға был һүҙҙе боҙмай ғына ҡулланайыҡ. Йәғни, бер ниндәй ҙә "ҡыҙ-ҡатын" тип түгел, ә бик боронғо замандарҙа барлыҡҡа килеп, беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып, әүҙем ҡулланылышта булғанынса, элеккесә, "ҡатын-ҡыҙ" формаһында һаҡлайыҡ, тигән саҡырыу менән тамамлайым мәҡәләмде.
Зәкирйән ӘМИНЕВ,
этнограф.
"Киске Өфө" гәзите, №4, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА