«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫНДАЙ МУЗЕЙҘАР ҠЫТАЙҘА, ЭСКЕ МОНГОЛИЯЛА ҒЫНА БАР
+  - 


Былтыр июлдә республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостанда ойоштороласаҡ Евразия күсмән цивилизациялар музейы проекты менән таныштырҙы. Шишмә районы Турахан кәшәнәһе янында урынлаштырыуҙы күҙаллаған музей проекты сит ил һәм Рәсәй ғалимдары тарафынан оло хуплауға лайыҡ булды. Музей элекке ваҡыттарҙа Урал итәгендә, Ҡара диңгеҙ буйҙарында ниндәй күсмән халыҡтар йәшәүе, уларҙың көнитмеше, үҙҙәренән һуң ниндәй мираҫ ҡалдырыуҙары хаҡында бай мәғлүмәт туплаясаҡ, тип билдәләнә. Асыласаҡ музей тураһында Башҡортостан Республикаһының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир ҒӘЙНУЛЛИН бәйән итә.

Музей тураһында тулыраҡ мәғлүмәт ишетергә ине?

- Музей кешелек үҫешенең һуңғы 5 - 6 мең йыллыҡ дәүерен үҙ эсенә аласаҡ. Экспозиция неолиттан алып Урта быуаттың һуңғы осоронда ҙур биләмәлә йәйрәп ятҡан Евразия далаһында һәм Урал-Волга буйы далаларында көн иткән күсмән халыҡтар тураһында мәғлүмәт бирәсәк. Ул ваҡыттарҙа донъяла Мысыр, Месопотамия, Европа халҡы цивилизация һәм мәҙәниәт таратыусы, ә башҡалар ҡырағайҙар кеүек итеп ҡабул ителһә лә, Евразия далаларында йәшәүселәр кешелек тарихына күп үҙгәрештәр индергән. Нәҡ Ҡара диңгеҙ буйы, Ҡаҙағстан, Көньяҡ Урал далаларында бынан 5 мең йыл элек ҡырағай атты йорт хайуаны итеүгә өлгәшкәндәр. Был кешелек цивилизацияһы өсөн оло ҡаҙаныш булған (шулай уҡ ҡырағай атты ҡулға өйрәтеүсе төбәктәр тип Иран, Анатолия, Левант, Венгрия төбәктәре лә ҡарала). Атты ҡулға эйәләштереп, кеше мобиль, тиҙ хәрәкәт итә алыуға өлгәшкән, ә был үҙ сиратында уға ҙур биләмәләрҙе үҙләштерергә мөмкинлек биргән. Әйткәндәй, археологик мәғлүмәттәрҙән сығып ҡарағанда, Пржевальский аты ла Ҡаҙағстан далаларында (ботай мәҙәниәте кешеләре) ҡулға эйәләштерелеп, һуңынан кире ҡырағайланған.

Йәмғиәт әле булһа элекке ваҡыттарҙа Көньяҡ Уралда, шулай уҡ Евразия биләмәһендә йәшәгән күсмән халыҡтар тураһында бик аҙ мәғлүмәткә эйә...

- Был ысынлап та шулай һәм уларҙың донъя тарихында тотҡан урыны тураһында ла бик әҙ һөйләнелә. Ә шул уҡ ваҡытта был биләмәләрҙә йәшәгән халыҡтар Монгол далаларынан Венгрияға һәм Көнсығыш Австрияға тиклемге арауыҡтарҙа күсеп йөрөп, бер материктан икенсеһенә яңылыҡ алып килгән һәм ошо рәүешле цивилизация үҫешенә булышлыҡ иткән. Мәҫәлән, Ҡытайҙа уйлап сығарылған дарыны Европаға монголдар алып килеүен ғалимдар күптән иҫбатланы.

Ә был биләмәлә йәшәүселәрҙең үҙ асыштары булғанмы?

- Әлбиттә. Мәҫәлән, һөйәк ҡаптырмалы ҡатмарлы йәйә (сложносоставной лук с костяными накладками) үҙ ваҡытында бик көслө ҡорал булған. Ғәҙәти йәйә бөгөлгән ағастан ғына эшләнгән. Шулай уҡ төрлө үҙенсәлеккә эйә ике сорт ағастан эшләнгән йәйәләр ҙә булған. Күсмән халыҡтар ҡулланған йәйәнең дуғаһы эске яҡтан һығылмалы һөйәк пластина менән көсәйтелгән, ә тыштан һеңер менән нығытылған. Былар йәйәнең һығылмалығын һәм көсөн арттырған, шул уҡ ваҡытта улар ыҡсым булған. Бындай йәйәләр алыҫ атыу менән бер рәттән, төрлө уҡ ҡулланыуға ла ҡулайлаштырылған.

Музей ниндәй экспонаттар нигеҙендә тулыландырыласаҡ? Ҡыҙыҡлы экспонаттар ҡайҙан алынасаҡ?

- Башҡортостанда археологик экспедициялар йыш ҡына үткәрелеп тора. Мәҫәлән, Шишмә районында Турахан кәшәнәһе янында, Өфө һәм Салауат райондарында ҡаҙылма эштәре әүҙем ойошторола. Беҙҙең төбәктә күсмән халыҡтарға ҡағылышлы әйберҙәр, сығанаҡтар бөтә экспедициялар ваҡытында ла йыш табыла. Шулай уҡ археологик экспедициялар ваҡытында Урта быуатҡа ҡараған әйберҙәрҙе күпләп табабыҙ, ләкин, ҡыҙғанысҡа күрә, беҙҙең республикала был һуңғы осор бик әҙ өйрәнелгән. Ә беҙҙәге кәшәнәләр иһә шул осор мәҙәниәтенең тере шаһиттары булараҡ, оло тарихи әһәмиәткә эйә. Башҡа ерҙәрҙә улар емерелгән, ә беҙҙә һаҡланған. Хөсәйенбәк кәшәнәһе емерелеп, 1910 йылда кире тергеҙелгән, әлбиттә, ә бына Турахан кәшәнәһе беҙгә быуаттар дауамында үҙгәрмәйенсә тиерлек килеп еткән. Ҡасандыр уның башында тимер манара булған, ләкин бер осор ул көмбәҙҙең бер өлөшө менән емерелеп төшкән. Әлбиттә, әлеге музейҙы төҙөү барышында кәшәнәгә реставрация эшләнәсәк, ләкин уға бик һаҡ ҡағыласаҡбыҙ. Был эштәр кәшәнәне киләсәк быуындарға һаҡлап ҡалыу ниәтенән сығып ҡына башҡарыла.

Археологияла заманса технологиялар, яңы ҡараш ҡулланыла һәм был ярҙам итмәйенсә ҡалмайҙыр, моғайын.

- Беҙҙең республикала цифрлы археология бик яҡшы үҫешә. Мәҫәлән, бығаса асылмаған ҡомартҡыларҙы табыу өсөн осоп йөрөүсе аппараттар (беспилотник) ҡулланыла, улар ер өҫтөн фотоға төшөрә һәм һуңынан был фотоһүрәттәр компьютерҙа эшкәртелә, шул рәүешле быға тиклем күренмәгән ҡурғандар һәм кешеләр йәшәгән урындар табыла. Әйтергә кәрәк, күрше төбәктәр әлегә бындай технологиялар менән бик маҡтана алмай.
Быйыл шулай уҡ заманса лидарҙар һатып аласаҡбыҙ. Улар ярҙамында лазер сканеры менән һауанан ерҙәрҙе ҡарарға, һүрәткә төшөрөргә мөмкин буласаҡ. Нәҡ лидарҙар ҡулланып, Мексикала һәм Үҙәк Америкала ацтектарҙың боронғо ҡалаларын таптылар. Лидар биләмәне тулыһынса тикшерергә мөмкинлек бирә, йәғни урман булһынмы, йәки ҡуйы үлән менән ҡапланғанмы - күрер күҙгә күренмәгән боронғо ҡомартҡыларҙы табырға ярҙам итә. Беҙҙең төбәктең 60 процент биләмәһе урман менән ҡапланған булыуын иҫәпкә алғанда, был прибор бик ныҡ ярҙам итәсәк.

Заманса технологиялар яҡшы, әлбиттә, ләкин элекке ҡаҙылма эштәр ваҡытында табылған әйберҙәргә лә яңы музейҙа урын бүленәлер?

- Музей әлеге ваҡытта уҡ иҫ киткес бай артефакттарға эйә. Шулай уҡ төрлө фәнни институттар һәм музейҙар беҙгә ярҙам итергә теләүҙәре хаҡында белдерҙе. Тағы ла беҙ республиканың район, ҡала һәм хатта мәктәп музейҙарында булған әйберҙәрҙе ҡулланыу мөмкинлеген дә ҡарайбыҙ, шулай уҡ уларҙа булған билдәле экспонаттарҙың репликаһын эшләү тураһында ла уйлайбыҙ, иң мөһиме - музей интерактив менән тулыландырыласаҡ. Беҙҙең алда торған бурыс теге йәки был әйберҙе, тарихи экспонатты музейға ҡуйыуға ғына ҡайтып ҡалмай, ә уны ҡыҙыҡлы, кеше иғтибарын йәлеп итерлек итеп күрһәтеү. Ижади төркөм әлеге ваҡытта нәҡ ошо мәсьәлә өҫтөндә эшләй. Шулай уҡ күсмән халыҡтар тормошон яҡтыртыу өсөн яҡшы фильм-реконструкциялар төшөрөү ниәте лә бар.

Евразия күсмән цивилизациялар музейы Турахан кәшәнәһе янында буласаҡ, тигән инегеҙ. Был кәшәнәнән иғтибарҙы ситкә илтмәҫме?

- Әлбиттә, юҡ. Буласаҡ музей биналары кәшәнә янындағы ландшафтты иҫәпкә алып проектланды, һәм улар бер нисек тә кәшәнәне ҡапламай, уның баһаһын төшөрмәйәсәк. Әлеге ваҡытта кәшәнәнән 10 саҡрымға тиклемге ара бик матур һәм асыҡ күренә, һәм был ландшафт музей төҙөлгәс тә мотлаҡ һаҡланасаҡ. Музейға килеүселәр кәшәнәгә табан атлағанда күсмән халыҡтар үткән юлды үҙҙәре үтеп ҡараған кеүек буласаҡ. Шунда уҡ беҙ башҡорт халҡы тарихының иң сағыу биттәрен күрә аласаҡбыҙ һәм уларҙың бөйөк номад цивилизацияһының мөһим өлөшө булыуын аңлаясаҡбыҙ.
Комплексҡа Бәләкәй кәшәнә лә индереләсәк, уның өҫтөндә беҙ археологик тәҙрә эшләйбеҙ. Шулай уҡ ял итеү зонаһын, ландшафт амфитеатры, шишмә булдырыу ҙа ҡаралған. Ә юлдың аръяғында актив зона буласаҡ һәм унда ғилми үҙәк урынлашасаҡ, һабантуй һәм күсмән халыҡтар уйындары майҙаны, умарталыҡ, тирмә урынлаштырыласаҡ. Тағы ла комплекста төрлө оҫтаханаларға һәм сауҙа рәттәренә урын бүленәсәк, башҡорт аты, ыласын менән һунар итеү үҙәктәре ла буласаҡ. Ағымдағы йылдың йәй уртаһына тиклем музей бинаһын проектлауҙы тамамларға һәм биш йыл эсендә уны төҙөп, экспонаттар менән тулыландырырбыҙ, тип уйлайым.

Ә донъяла тағы ла ошондай музейҙар бармы?

- Сыңғыҙхан исемен йөрөткән күсмән халыҡтар музейы бөгөнгө көндә Улан-Баторҙа, ошондай уҡ профилдәге музейҙар тағы ла Ҡытайҙа, Эске Монголияла бар. Шулай уҡ Ҡаҙағстандың Астана ҡалаһындағы Милли музей тураһында ла оноторға ярамай, тағы ла Ҡырғыҙстандағы Курманжан Датка исемендәге Күсмә халыҡтар үҙәген телгә алырға кәрәк. Рәсәйҙә иһә күсмән халыҡтар мәҙәниәтенә ҡағылышлы тик бер генә тарихи-мәҙәни үҙәк бар - ул Мәскәүҙәге бер мәктәп биләмәһендә урынлашҡан, йәғни сит илдә беҙҙең турала һөйләйҙәр һәм күрһәтәләр, ә үҙебеҙҙә иһә әле булһа был тема асылмайынса ҡала килә. Ошо бушлыҡты тулыландырыу мотлаҡ.

Шулай итеп...
Күсмән халыҡтар тормошо, һис шикһеҙ, тотош тарихтың мөһим бер өлөшө булараҡ төплө өйрәнеүҙе талап итә. Был, үҙ сиратында, ошо биләмәләрҙә көн күргән күсмән халыҡтар, шул иҫәптән башҡорттар тураһындағы мәғлүмәттең киңәйтелеүенә, бығаса иғтибарҙан ситтә ҡалған тарихи ваҡиғаларға иғтибарҙы йүнәлтеүгә этәргес көс буласаҡ. Киләсәк быуындарға боронғо ата-бабаларыбыҙ тураһында аныҡ, киң йөкмәткеле, ниндәйҙер бәхәстәргә урын ҡалмаҫлыҡ тарихи мәғлүмәт еткереү - беҙҙең изге бурыс. Шишмә районында асыласаҡ музей иһә ошо эшмәкәрлектең бер өлөшө булып тора ла инде.

Екатерина КЛИМОВИЧ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №4, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.02.23 | Ҡаралған: 220

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru