Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Өсөнсө бүлек. Иртә тимер эпохаһы
Әлеге ваҡытта мәйеттәрҙең йә 20-30 см тәрәнлегендәге һай ҡәберҙәрҙә, йә иһә ер өҫтөндә, ташлы нигеҙҙә ерләнгән булыуы билдәле булды. Үлгәндәрҙең бейек булмаған ағас буралар, улаҡтар (колода) эсенә һалыныуы мөмкин булған; һай ҡәберҙәрҙең стеналары буйына вертикаль рәүештә ҡуйылған таш плиталарҙан хасил булған таш ҡаптарға ерләү осраҡтары билдәле. Бәйән ителгән таш ҡурғандар Көньяҡ Уралда Геродот атап киткән аргиппейҙар, аримасптар һәм исседондар, шулай уҡ дайҙар йәшәгән осорҙа ҡоролған.
Беҙ алдараҡ дайҙарҙың төбәктәге күсмә халыҡтың төп төркөмөн тәшкил итеүе һәм уларҙың далаларҙа ҙур ер ҡурғандар ҡалдырыуы хаҡындағы фекерҙе нигеҙләп киткәйнек. Таш ҡурғандарҙың исседондарҙыҡы, йә аргиппейҙарҙыҡы, йә иһә аримасптарҙыҡы булыуы мөмкинлеге хаҡында фараз итергә генә ҡала. Күрәһең, әлеге этнонимдарҙың ошо ҡәбилә төркөмдәре вәкилдәренең үҙ атамалары варианттарына яҡын булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алырға булалыр. Көньяҡ Уралдағы бер йылғаның Исәт атамалы булыуы ошо хаҡта уйланырға мәжбүр итә: тикшеренеүсе К.В. Сальников фекеренсә, ошо атама исседон этнонимынан килеп сыҡҡан.
Таш ҡурғандарҙы өйрәнеү әлегә башланғыс стадияла ғына, әммә йыйналған материалдар уларҙың Көньяҡ Уралда көтөлмәгәнсә, был яҡтарға ниндәйҙер ҡәүемдәрҙең ҙур яңы бер төркөмөнөң массовый рәүештә күсеп килеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килеүен асыҡ күрһәтә. Таш ҡурғандарҙы төҙөүселәрҙең сығышын асыҡлау йәһәтенән 1994 йылда сыҡҡан китабыбыҙҙа бәйән ителгән бер фекер үтә ҡыҙыҡлы. Уны күренекле башҡорт төркиәтсеһе Ж.Ғ. Кейекбаев тәҡдим итте: таш ҡурғандарҙың ни рәүешле ҡоролғаны хаҡында мәғлүмәт менән танышҡас, уларҙы "баҫырыҡ", тип атаны (был һүҙ боронғо төрки сығышлы), йәғни таш менән баҫырылған ҡәберҙәр. Үҙенең һығымтаһында ул Көньяҡ Урал таш ҡурғандарының б.э. тиклем VI-III быуаттарҙағы Алтайҙың бөтөн донъяға билдәле булған Пазырык мәҙәниәте ҡурғандары тибына индереп булыуын билдәләне. Профессор Ж.Ғ. Кейекбаев ошо фекерҙе 1972 йылда уҡ белдерҙе, һәм уны өр-яңы археологик тикшеренеүҙәр материалдары раҫлай. Көньяҡ Уралдағы таш ҡурғандарҙың килеп сығышы эҙҙәрен тикшереүсе йәш археологтар (Өфө ҡалаһынан Н.С. Савельев, Барнаулдан Ю.Ф. Кирюшин, А.А. Тишкин һәм башҡалар), Алтайҙың пазырык тибындағы ҡурғандарын ҡалдырған күсмә ҡәбиләләр ҡомартҡылары менән сағыштырып, уларҙың генетик бәйләнешен асыҡланы.
Ышандырырлыҡ факттар нигеҙендә яһалған ошондай һығымталарҙы инҡар итеп булмай. Профессор Ж.Ғ. Кейекбаев менән бәйле миҫал лингвистик һәм этнографик материалдарҙың тәү ҡарашта мәғәнәүи ерлек бирерҙәй мәғлүмәте булмаған археологик факттарҙың асылын асыҡлай алыу йәһәтенән файҙалы булыуын күрһәтә.
Ҡурғандарҙың бай материалдары б.э. тиклем VII-II быуаттарҙа Көньяҡ Урал күскенселәренең дини инаныстарының үҙенсәлектәре хаҡында фекер йөрөтөү өсөн ҡиммәтле сығанаҡ булып тора. Айырым алғанда, уларҙы мал аҫраусы ҡәбиләләрҙә зороастр дине варианттарының береһе - маздеизмға ҡараған сағыштырмаса берҙәм дини инаныстар системаһының ахырынаса формалашыуына дәлил итеп ҡарарға була. Б.э. тиклем VII-V быуаттарҙа Урта Азия һәм Иран территорияһында башында Ахура Мазда илаһы торған зороастризм дине формалаша, һәм ул ошо төбәктәге дәүләттәрҙең рәсми диненә әүерелә. Был ошо дини тәғлимәт талаптарының дәүләттең барса кешеләре өсөн мотлаҡ булыуын, ә үтә мөһим тип иҫәпләнгән йолаларҙың уларҙың хакимы етәкселегендә башҡарылыуын аңлата.
Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).
"Киске Өфө" гәзите, №5, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|