Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, Салауат Юлаев ордены, "Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында намыҫлы хеҙмәт өсөн" миҙалы кавалеры, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты, хеҙмәт ветераны Марат Мөхәмәтйән улы Хафизов менән тарих фәндәре кандидаты Юлай Марат улы Әбсәләмовтың "Һуғыш балалары" тигән китабының исем туйы булып үтте.
Китаптың яҙылыу тарихы шулайыраҡ: 2021 йылдың башында Миңзәлә һәм Ҡадурий Фазлетдиновтар авторҙарға һуғыш балалары тураһында китап яҙырға тәҡдим итә. Тәҡдим бер шарт менән ҡабул ителә. Китап бөтөн Башҡортостандағы һуғыш балалары түгел, ә 1944 йылда асылған 9-сы башҡорт республика мәктәбе (бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) миҫалында яҙылырға тейеш. Был уҡыу йортонда ул саҡта аталары һуғышта һәләк булып, ата-әсә һөйөүенән мәхрүм ҡалған балалар тәрбиәләнә.
Был китапта ошо ауыр йылдарҙа һәм һуғыштан һуңғы осорҙа 9-сы мәктәптә уҡыған һәм уны тамамлаған уҡыусыларҙың тормошо һүрәтләнә. 40-лаған шәхестең күптәргә өлгө булырлыҡ, фәһем алырлыҡ яҙмышы, уларҙың яулаған үрҙәре һәм өлгәшкән уңыштары тураһында бәйән ителә. Китап ошондай тәҡдим авторҙары Фазлетдиновтарҙың матди ярҙамы менән баҫылып сыға.
Марат Хафизовтың сығышын тыңлағанда залда тулҡынланмаған кеше ҡалмағандыр. Ысын мәғәнәһендәге уҡытыусының, оратор педагогтың сығышы булды ул. Телмәре тап-таҙа башҡортса, милли рухта яңғыраны. Фекерҙәре тәрән, мәғәнәле, иғтибарҙы шундуҡ йәлеп итте. Күңелдә шундай уҡытыусының уҡыусыһы булғандарға ҡарата аҡ көнләшеү тойғоһо ла барлыҡҡа килде. Мин уҡыусыларҙың йөҙөндә ысын мәғәнәһендәге ғорурлыҡ балҡышын күрҙем. Шундай уҡыу йортонда белем алыу бәхете тейеүҙән тыуған ғорурлыҡ! Уҡытыусыһының шундайын сығышынан һуң китаптың икенсе авторы Юлай Әбсәләмов тик ике генә һүҙ әйтеү менән сикләнде: "Китап уҡығыҙ!"
Сараның үҙенсәлеге шуға ҡайтып ҡалды: унда гимназия уҡыусылары һәм уҡытыусылары китаптың авторҙарынан тыш, уның төп геройҙары менән дә осрашты. Улар һәр береһе хаҡында айырым китап яҙырлыҡ республикаға таныш шәхестәр, шуға исемдәрен генә атап үтәм: Альбина һәм Фәнис Исхаҡовтар, Эрнст Юлбарисов, Ләлә Биишева, Әхнәф Тимербулатов. Һуғыш осороноң һәм унан һуңғы йылдарҙың барлыҡ ауырлыҡтарын еңеп сығып, үҙҙәренең исемен бар тулылығында аҡлаусы һуғыш балалары бына улар инде.
"Бәхетле бала сағы булмаған кеше үҙенең бәхетле икәнлеген аңлай алмай", тиҙәр. Ә кисәлә ҡатнашыусы китап геройҙары был әйтемдең нәҡ киреһен раҫлаусылар. Нимә генә тимә, һәр кеше бәхетте үҙенсә ҡора, үҙенсә аңлай.
Әйткәндәй...
Кисә барышында экранда халҡыбыҙ шағиры Рәми Ғариповтың "Һәйбәт китап уҡығанда таң тиҙ ата" тигән тәрән мәғәнәле ҡанатлы һүҙҙәре ваҡыты-ваҡыты менән күренеп-күренеп ҡалды. Был һүҙҙәр кисәнең лейтмотивына әүерелде: шундай фәһемле, һәйбәт китап хаҡындағы сараның үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Китап хаҡындағы тулыраҡ һүҙҙе "Ағиҙел" журналы биттәрендә дауам итеп әйтермен, тием.
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №7, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|