"Киске Өфө" гәзитенең быйылғы 4-се һанында Зәкирйән Әминевтың "Ҡатын-ҡыҙмы, әллә ҡыҙ-ҡатынмы?" тигән мәҡәләһен уҡығас, мин дә үҙемдең фекерҙәрем менән бүлешергә баҙнат иттем.
Тәүҙә шуны әйтер инем: был авторҙың һирәкләп булһа ла телебеҙҙәге һүҙҙәргә аңлатма биргән тос яҙмаларын бик ҡыҙыҡһынып уҡып барам. Унан инде "ҡатын-ҡыҙҙың" "ҡыҙ-ҡатынға" әйләнеүе менән дә бер ҙә килешмәй инем. "Үҙгәртһәң, телгә лә, ҡолаҡҡа ла бер ҙә генә ятышлы түгел дәһә. Улай булғас, "ир-егет" түгел, ә "егет-ир" булырға тейешме? Көйлө генә телемдең моңо юғала ла баһа. Зиһенле халҡым был һүҙгә ниндәйҙер мәғәнә һалып, телдә ҡалыплашҡанса ҡулланманымы икән?" - тигән һорауҙар йөрөй ине күңелдә. Аңлатыусыға ҙур рәхмәт.
Мине "һабантуй" һүҙенең хәҙер телдә йыш ҡулланылып, төп мәғәнәһен юғалта барыуы ла борсой. Һәр төрлө ярыштарға бай булған барлыҡ саралар ҙа ни эшләптер "һабантуйға" әйләнде. Мәҫәлән, ҡышҡы һабантуй, балалар һабантуйы, мәктәп һабантуйы һәм башҡалар. "Айыҡ ауыл" конкурстары башланһа, "һабантуйҙар" ҙа башлана. Беҙҙән отоп алғандар, күрәһең, һуңғы ваҡытта Рәсәй телеканалында әйләндерелгән бер рекламала ла урыҫ телендә "Семейный сабантуй" үткәрергә тәҡдим ителә.
Халҡыбыҙ кәрәкле урында белеп кенә ошо һүҙҙең "туй" өлөшөн генә ҡушҡан башҡа һүҙҙәргә. Халыҡ ижадындағы Айыутуй, Ҡарғатуй, Исем туйы тигәндәре ошоға бер миҫал. Бына Кәкүк сәйе тигәнен бер ҙә Кәкүктуй тип әйтмәгәндәр. Артабан да шулай барһа, башҡалар беҙгә бармаҡ менән төртөп: "Һабантуй"ҙан башҡа нәмәгеҙ бар һуң һеҙҙең, уныһын да беҙҙән отоп алғанһығыҙ", - тимәҫтәреме?..
Тел байлығын һаҡлауға битараф булмайыҡ, бәҫен күтәрәйек, күрәләтә телебеҙҙе ярлыландырмайыҡ, тимәксемен. Шул тиклем телгә бай мираҫлы халыҡ булараҡ, һәр төрлө байрамға матур, мәғәнәле атамалар биреп була бит. Мәҫәлән, 2021 йылда Илсе ауылында һәр төрлө ярыштарҙан торған байрамды, ағинәйҙәр тәҡдиме менән, "Шаҡай уйындары" тип атаныҡ. Байрамға килеүселәр февраль айының ҡасандыр "шаҡай" тип йөрөтөлгәнен дә хәтергә һалып ҡуйҙы. Терминология комиссияһы ошо юҫыҡта ла эшләргә, тәҡдимдәрен индерергә тейештер. Бушҡа ғына төҙөлмәгән дә һуң ул.
Бер ыңғай үҙемде ҡыҙыҡһындырған тағы бер һорауыма яуап тапҡым килә. Беҙ инде бер нисә йыл тыуған яҡтың ер-һыу атамаларын йыйып, туплау өҫтөндә эшләйбеҙ. Мәғәнәләрен асыҡлай алмаған атамалар ҙа байтаҡ осрай. Ошо арала Марс Харис улы Камаловтың ебәргән белешмәләре менән таныштым. Бик ҡыҙыһыныусан, тирә-йүнгә, тарихҡа битараф булмаған кеше булып сыҡты хаҡлы ялдағы зоотехник. Яҙмаларында серҙәре йәшеренерәк булған атамаларға ҡарата үҙ фаразлауҙарын да өҫтәгән. Шундайҙарҙың береһе - тауҙарға бирелгән "Серәкәй" атамаһы тураһындағы фекерҙәре. "Был атаманың тауға бирелеүе әсе тешләшкән бөжәккә бәйлеме икән? Минеңсә, серәкәй һаҙлыҡлы урынды ярата. Учалы районының Ҡарағужа, Яңауыл, Көсөк ауылдары янындағы тауҙар һәм Ҡалҡан тауының көнбайыш бите Серәкәй тип йөрөтөлә. Барыһында ла ҡарағас үҫә. Күп булып, ҡуйы булып. Бына төньяҡ-көнбайыш башҡорттары диалектында "Теркә йорт" ҡарағай ағасынан буралған йортто аңлата. Боронғо уғырҙарҙа ла "терке" - "ҡарағай" тигән һүҙ. Боронораҡ "серке" булып, хәҙер "серәкәйә"гә әйләнгәне "ҡарағасты" аңлатмаймы икән? Боронғо мадъярҙар ҙа алтмыш-һикһән йыл дауамында Көньяҡ Уралда йәшәп китә бит, бәлки, шул венгр теленән дә ниҙер тороп ҡалғандыр. Быныһы минең фараз булды", - тип яҙа ул.
Ошо атамаға, шулай уҡ алдараҡ әйтелгәнгә ҡарата ла телсе ғалимдарҙың, этнографтарҙың, гәзит уҡыусыларҙың яуаптары нисек булыр икән?
Мәрзиә СОЛТАНБАЕВА,
Учалы районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.
"Киске Өфө" гәзите, №14, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА