«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СИБАЙҘА - ҮҘ КЕШЕ, САЛАУАТТА ЛА - ЯТ ТҮГЕЛ
+  - 


Шәп әртис үҫеп килә! Салауат башҡорт дәүләт драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Юнир Ғәйнуллиндың киләсәген уҡытыусыһы бала саҡта тап шулай тип фаразлай. Юрағаны юш килә уның. Малайҙың тәүге тапҡыр сәхнәгә атаһының ҙур быймаларын кейеп, "Шалҡан" әкиәтен ҡуйыуҙан башлаған сәнғәткә оло юлы ошо бәләкәй һуҡмаҡтан башлана.

Ошо көндәрҙә үҙенең 60 йәшлек матур юбилейын билдәләүсе Юнир Ғәйнуллин хозур тәбиғәтле Ғафури районының Үзбәк ауылында күп балалы татыу ғаиләлә тыуып үҫә. Бала саҡта уның өс хыялы була.
- Тәүҙә космонавт булам тип йөрөнөм. Һуңынан үҙемде киләсәктә рәссам итеп күҙ алдына килтерҙем. 1-се класта уҡығанда уҡытыусыбыҙ Тимербикә апай "Шалҡан" әкиәтен сәхнәләштерҙе, унда атайымдың ҙур быймаларын кейеп, бабай ролен уйнаным. Шунан һуң артист булыу теләге уянды. Бишенсе кластар тирәһендә уҡытыусыбыҙ Альмира апай Мостай Кәримдең "Айгөл иле" спектаклен ҡуйҙы. Унда мин синьор Карло Пиккионы уйнаным. Уҡытыусымдың "Үәт шәп әртис үҫеп килә!" тигән һүҙҙәренән тағы ла ҡанатланып киттем. Ауылдашыбыҙ, композитор, ул ваҡытта мәҙәниәт йорто директоры Рәмил Ғимранов иһә мине ныҡлап сәхнәгә сығарҙы, тип әйтһәм дә хата булмаҫ. Үҙе ижад иткән "Гөлдәр миңә сәләм бирә" тигән йыры менән тамашасы алдында сығыш яһаттырҙы һәм "Сәхнә - һинеке", тине. Бик ҙур теләк менән гармунда уйнарға ла өйрәнеп алдым, - ти бала саҡ хәтирәләренә бирелеп Юнир ағай.
Әммә мәктәпте тамамлауға, егет сәнғәт йүнәлеше буйынса уҡырға барырға тәүәккәллек итә алмай һәм Стәрлетамаҡҡа һөнәрселек училищеһына уҡырға инә, һуңынан заводҡа эшкә урынлаша. Тик күңеле бөтөнләй башҡа нәмә талап итә. Бармағын ҡыҫтырып, ҙур ғына йәрәхәт алғас, эшен ташлап, ауылына ҡайтып китә. Башҡаса гармунда уйнай алмаҫмын, тип ҡурҡа ул. Ауылда мәҙәниәт йорто директоры булып, алты йылға яҡын эшләй. Бер ваҡыт гәзиттә Өфө дәүләт сәнғәт институтына өҫтәмә ҡабул итеү ойошторолоуы тураһында иғлан күреп ҡала, бөтә ҡыйыулығын йыйып, баш ҡалаға юллана. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, студент булып китә. Уҡыуын тамамлағандан һуң Сибай театрына эшкә ебәрелә һәм 31 йыл ғүмерен тап ошо мәҙәниәт усағына бағышлай.
- Сибай йылы ҡаршы алды. Барғас та "Семәрле тәхет" спектаклендә роль бирҙеләр. Ә "Иректәге тотҡонлок" спектаклендәге Афған һуғышында булып ҡайтҡан, ғәҙелһеҙлек менән көрәшеүсе Хасбулатты иң беренсе етди ролем тип иҫәпләйем. Сибай сәхнәһендә байтаҡ - 70-тән ашыу образ тыуҙырҙым, төрлө пландағы ролдәрҙе уйнарға тура килде. Һәр сәхнәгә сығыу - тамашасы алдында һынау. Гармунда уйнай торған ролдәрҙе башҡарһам ине, тигән хыялым да тормошҡа ашты. Театр - тормоштоң көҙгөһө, тәрбиә мәктәбе. Тамашасыларҙың бер нисәүһе булһа ла спектаклдән фәһем алып, уйланып ҡайта икән, тимәк, маҡсатыбыҙға ирешкәнбеҙ. Театр - мәңгелек, ул мотлаҡ йәшәргә тейеш, - тигән фекерҙә ул.
- Ә ниңә Салауат ҡалаһына күсергә булып киттегеҙ? Яңы коллективҡа өйрәнеү ауыр булманымы? - тигән һорауыма шулай тип яуапланы Юнир Шәкүр улы:
- Салауатҡа күсенеүгә атай нәҙере сәбәпсе булды. Атай-әсәйем, нигеҙебеҙҙе ҡоротма, һыуытма улым, тине. Сибай яҡын ара түгел, йыш ҡайтып булманы. Яндарына ҡайтып тороуҙы шул тиклем көттө улар. Шуға балаларыбыҙҙы башлы-күҙле иткәс, тыуған яҡтарға яҡыныраҡ Салауатҡа юлландыҡ. Яйлап атай нигеҙен бөтәйтәбеҙ...
Салауат театрын күптәндән беләм, актерҙар менән дә танышмын, фестивалдәрҙә күрешә торғайныҡ. Иҫемдә, театр ошо яңы бинаға күскәндә Сибайҙан делегат булып килдем, музыкаль бүләк итеп бейеү башҡарҙым. Әллә шуға, үҙемде сит мөхиткә эләккәндәй хис итмәнем, киреһенсә, әйтерһең, ғүмер буйы ошонда эшләгәнмен, коллектив ихлас, берҙәм. Быйыл Башҡортостанда ғына түгел, ә бөтә Рәсәйҙә дан тотҡан Салауат театры олпат юбилейын билдәләй. Уның башҡаларҙан айырылып торған һыҙаттары, үҙенең генә йөҙө, үҙ тамашасыһы бар. Бында коллективтың ижади потенциалы көслө, эште йәһәт башҡаралар, яйлап, иркенләп йөрөүгә урын юҡ. Һәр минуттан, сәғәттән файҙаланып ҡалырға тырышалар. Хореография, вокал дәрестәре лә бар...
Ысынлап та, был театрға килеүенә ярты йылдан ашыу ғына ваҡыт үтһә лә, Салауат тамашасыһына сағыу образдары менән үҙен танытып та өлгөрҙө Юнир Ғәйнуллин. "Тәүге ролем Рөстәм Хәкимов ҡуйған "Ынйыҡай менән Юлдыҡай"ҙа Айсыуаҡ роле булды. Беҙ унда Яҡуп ағай Шәрипов менән дублерҙар. Миңзәлә Ҡотошованың "Тыуған ил нимәнән башлана?" әҙәби-музыкаль лекторийында ветеран бабайҙы һәм күптән түгел Лиана Ниғмәтуллинаның "Хазина" премьераһында Аллабирҙе бабайҙы уйнаным", - ти ул ҡәнәғәт йылмайып.
Юнир Ғәйнуллин эшендә генә түгел, шәхси тормошонда ла бәхетле. Уҡыған ваҡытта Баҡалы районы ҡыҙы Фәүнә менән ҡауышып, донъя ҡоралар, ҡыҙҙары Лилиәгә, улдары Ғәзинурға ғүмер бүләк итәләр. "Хәләлем Сибай театрында костюмдар цехы мөдире булып эшләне. Һөнәре буйынса ашнаҡсы булһа ла, яңы эшен яратып башҡарҙы, сәнғәт донъяһын үҙ итте. Икебеҙҙең дә бер өлкәлә эшләү беҙҙе тағы ла нығыраҡ берләштерҙе. Ҡыҙыбыҙ бейеүгә әүәҫ, бәләкәй саҡта бейеү түңәрәгенә йөрөнө, улыбыҙ ҙа бейей, фортепианола, гитарала уйнай. Гастролдәр ваҡытында беҙҙең менән бергә йөрөнө. Улыбыҙ хатта "Китмәгеҙ, торналар" спектаклендә малай ролен уйнаны. Тик хеҙмәтебеҙҙең ҡатмарлы икәнен күреп үҫкәнгә, улар сәнғәт юлын һайламаны", - ти Юнир ағай.
Һөйләшеүебеҙҙең аҙағында артист тағы ла театр донъяһындағы сихри мәлдәр бәйәнен дауам итте, киләсәктә лә тамашасыға тоғро хеҙмәт итеп, сәхнәгә тағы ла сағыуыраҡ образдар сығарыу хыялы менән янып йәшәүе тураһындағы хыялын еткерергә лә онотманы. Хыялдар тормошҡа ашһын!

Динә ҒӘЛИЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №17, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.05.23 | Ҡаралған: 162

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru