Был көндәрҙә 28 майға тиклем Өфөлә Совет майҙанында, БР Милли музейҙа, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, шулай уҡ нәшриәттәрҙә һәм китап магазиндарында "Китап-байрам" тип аталған халыҡ-ара китап йәрминкәһе уҙа. Ошо уңайҙан Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
Башҡортостанда уҙған был "Китап-байрам"ының үҙенсәлеге нимәлә?
- Халыҡ-ара кимәлдәге был йәрминкә бығаса йыл да Рәсәйҙең ике генә ҡалаһында - Мәскәүҙә һәм Санкт- Петербургта үтә ине. Рәсәйҙең башҡа бер төбәгендә лә шундай ҙур масштабта китап йәрминкәһе үткәне булманы. Һәм бына Башҡортостан шундай сара үткәрергә әҙерләнә. Билдәле булыуынса, бының өсөн республика Башлығы махсус Указ ҡабул итте. Указ булғас, тимәк, ул йыл да дәүләт кимәлендә үткәрелә торған сара буласаҡ. Февраль айында мине Радий Фәрит улы ҡабул иткәйне. Унда яҙыусыларҙың йәмғиәттәге дәрәжәһен күтәреү, уҡыусыларҙа, йәштәрҙә әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу уятыу, һөйөү тәрбиәләү тураһында ла һөйләшеү булды. Ошо мәсьәләләргә бәйле, башҡа милли республика ижадсыларын да саҡырып, Башҡортостанда үҙенсәлекле сара үткәрергә ине, тигән фекер әйттем. Республика Башлығы был тәҡдимде бик ихлас ҡабул итте.
Әле үтәсәк сарала бик күп милли республикаларҙың нәшриәттәре ҡатнашасаҡ, улар менән килешеүҙәр төҙөләсәк. Беҙҙең Татарстан менән электән бәйләнеш бар. Ә был йәрминкәлә күп республикаларҙың китап нәшриәттәре директорҙары ҡатнаша, тимәк, хеҙмәттәшлеккә киңерәк юл асыла. Килешеү нигеҙендә, алдағы йылдарҙа улар беҙҙең әҙәбиәтте тәржемә итәсәктәр һәм үҙҙәрендә баҫтырасаҡтар. Шулай уҡ әҙәбиәтебеҙҙе халыҡ-ара кимәлгә сығарыу буйынса эш алып барыла. Йәрминкәлә Беларусь, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстандан вәкилдәр буласаҡ. Киләсәктә Беларусь Республикаһының яҙыусылар союзы менән бер-беребеҙҙә әҙәбиәт көндәре үткәреү, әҙәбиәтте тәржемә итеү бойомға ашырыласаҡ. Былар бер көнлөк кенә сара түгел, ә беҙҙә уҙғарыласаҡ "Китап-байрам"ы әҙәбиәтебеҙҙе ҙур аренаға сығарыу өсөн этәргес буласаҡ. Дәүләт тарафынан финансланыуы һәм йыл һайын эшләнеүе - бик мөһим. Һәр республика ла бындай эшмәкәрлек менән маҡтана алмай.
Яҙыусыларҙың был сарала ҡатнашыуы ни рәүешлерәк буласаҡ?
- Беренсенән, байрамда классик яҙыусыларҙың ижады ла урын аласаҡ. Уларҙың шиғырҙарын, әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе төрлө кимәлдәге етәкселәр сәхнәлә уҡыясаҡтар. Күп кенә лекторийҙар буласаҡ, унда ла беҙҙең яҙыусылар ҡатнаша. Бынан тыш, беҙ З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте менән исемлек төҙөнөк. Өс көн дауамында яҙыусыларҙың һуңғы йылдарҙа сыҡҡан китаптары тәҡдим ителәсәк, әҙәбиәт һөйөүселәр автографтар аласаҡтар. Яңы сыҡҡан китап тураһында авторға тәҡдимнәмә үткәреү мөмкинлеге буласаҡ. Йәрминкәлә төрлө майҙансыҡтар эшләй, унда ла яҙыусылар ҡатнашасаҡ. Дөйөм алғанда, кемдәр теләй, бөтәһе лә ҡатнаша, сығыш яһай ала, бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡтар юҡ. Йәрминкә ысын халыҡ байрамына әүерелер тип ышанам.
Фәрзәнә ФӘТИХОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|