"Башҡортостан телерадиокомпанияһы" акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы лауреаты Тәнзилә Үлмәҫбаеваның журналистикаға арналған ғүмер юлы - өс тиҫтәнән ашыу. Тимәк, ошо эшмәкәрлек тураһында сәғәттәр буйы фекер алышырға булыр ине. Хәйер, беҙ биргән өс һорау ҙа Тәнзилә Абдулла ҡыҙының тормошҡа мөнәсәбәтен, рухи донъяһын аңларға ярҙам итә.
Үткән быуат менән сағыштырғанда радио ла һәр йәһәттән үҙгәрештәр кисерҙе. Тыңлаусыларҙың да бер нисә быуыны алмашынды, тиергә була. Шуға ярашлы, уларҙың да зауығы, талаптары үҙгәрәлер бит. Ниндәй ул бөгөнгө радиотыңлаусы?
- Бөгөнгө радиотыңлаусы - беҙҙең бөгөнгө йәмғиәт ул. Бөтә кисерештәре, ғәмәлдәре менән беҙҙең менән, беҙҙең арала йәшәгән кешеләр. Беҙ тыңлаусыларыбыҙҙы һайлап ултыра алмайбыҙ, улар беҙҙе, үҙҙәре тыңларға теләгән радионы һайлай. Сөнки әле Өфөлә генә 30-ға яҡын радиостанция эшләй. Өгөтләп, көс менән аудитория яулап булмай. Хәҙерге тыңлаусы үҙен ныҡ ирекле тоя, талаптар ҡуя, асыҡтан-асыҡ тәнҡит һүҙҙәрен еткерә. Ҡайһы саҡ саманан тыш боҙолоп киткән кеүек тә тойола. Ни эшләп шул юҡ, был юҡ, йә ниңә бынау алып барыусығыҙҙы эфирҙан алмайһығыҙ, ниңә быны ҡуяһығыҙ, тегене ҡуймайһығыҙ, тип тупаҫ ҡына редакцияның эске сәйәсәтенә ҡыҫылырға теләүҙәр ҙә була. Ә инде дөйөм алғанда, беҙ үҙебеҙҙең тыңлаусы менән ныҡ ҡәнәғәтбеҙ. Беҙ уның менән бер тулҡында йөҙәбеҙ, уйҙарыбыҙ, фекерҙәребеҙ уртаҡ. Тыңлаусыбыҙҙың яҡшылыҡҡа, аң-белемгә ынтылыуы ҡыуандыра. Тәрбиәле, зыялы аудитория менән эшләүе лә күпкә еңел. Көндәр генә түгел, йылдар буйы бергәбеҙ, ошо бергә булыу ике яҡ өсөн дә отошло: бергәләп үҫәбеҙ, нығынабыҙ, тәжрибә туплайбыҙ. Беҙҙең тыңлаусыбыҙ - аҡыллы итеп фекерләгән, донъяға битараф булмаған, әүҙем һәм рәхмәтле замандаштарыбыҙ.
"Ижади ғаилә" тигән төшөнсә йәшәй. Һеҙҙең хәләл ефетегеҙ Әхәт Мортазинды "башҡорт Левитаны" тип атап йөрөттөләр. Бер ғаиләнән ике радиожурналист булыуы тормошта йыш осрамай. Ә был эшегеҙҙә ярҙам итә инеме, әллә ҡамасаулаған саҡтары ла булдымы?
- Миҙалдың ике яғы кеүектер. Мин, әлбиттә, матур һүҙ өсөн, уның бер ҡыйынлығы ла булманы, тип тә әйтә алам. Әммә тормош бер ҡасан да шыма ғына бармай ҙа инде. Һин үҙең беҙҙе ғаиләлә лә, эштә лә күрҙең. Бизмәнгә һалып үлсәһәк, уртаҡ һөнәр эйәләре бер эштә булыуҙың ыңғай яҡтары күберәк тейер инем. Беҙ һәр саҡ кемебеҙ нимә менән шөғөлләнгәнен белеп, бер-беребеҙгә терәк, ярҙамсы булып торҙоҡ. Тәбиғи мөмкинлектәребеҙ һәм һөнәрҙәребеҙ буйынса ныҡ ҡына айырылғаныбыҙҙы танырға кәрәк, шуға беребеҙ икенсебеҙҙе тулыландырып килде. Беҙҙең тандем режиссерҙар өсөн бик уңайлы һаналды, сөнки беҙ теләһә ниндәй проектты икәү генә лә бынамын итеп эшләп ҡуя ала инек. Мин дә, Әхәт тә, ниндәй генә яңы проект булмаһын, тәүҙә өйҙә һөйләшеп, фекерләшеп алырға күнеккәйнек. Бының, әлбиттә, кире яҡтары ла сыҡмай тормай. Бәхәс ҡуптарып, эшкә зыян килтергәнебеҙ булманы, әммә бер-беребеҙгә зыяны арыу ғына тейгәндер. Икебеҙ ҙә үҙһүҙле булһаҡ та, аҡыл менән эш итеү, сигенә, ҡайта белеү һәләте ғаиләне һаҡлап ҡалыуға килтергәндер. 30 йыл эштә лә, өйҙә лә бер-береңә ихтирам һәм хөрмәт менән йәшәү буш һүҙ генә түгел, ғәмәлдә шулай булһын өсөн һәр ҡайһыбыҙ үҙ өлөшөн индергәндер, тип уйлайым.
Һәр миҙгелдең үҙ хозурлығы бар. Шулай ҙа уның ҡайһылыр бер мәле күңелгә нығыраҡ тәьҫир итә, уны хистәр менән байыта. Тәбиғәттең ҡайһы миҙгеле айырыуса һеҙҙең өсөн яҡын һәм ҡәҙерле?
- Һәр миҙгел үҙенсә матур, әлбиттә. Алтын көҙ тормош тураһында уйландыра, ҡыҙыулыҡты баҫа, һағышҡа күмә. Ҡыш өшөтә инде. Һәр хәлдә, мин өшөйөм. Буранда ҡалырға, көрт йырырға, ҡар көрәргә яратам. Әммә хистәр ҡайнамай. Шуға яҙҙы көтәм. Был осорҙа мин дә, тәбиғәт һымаҡ, уянам ғына. Яйлап ҡына, ашыҡмай ҡар ирегәнен, ер асылғанын, тәүге япраҡтар һәм тәүге сәскәләрҙе күҙәтәм. Шулай талғын ғына йәйгә инәм, быныһы мин яратҡан миҙгел. Йәйҙең эҫеһен дә, һыуығын да, ямғырын да, эшен дә, ялдарын да яратам. Фани донъяға ҡыуанған матур, илаһи миҙгел. Үкенескә, беҙҙә ул бик ҡыҫҡа. Бәлки, шуға ла күңелгә бик яҡындыр.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА