Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Дүртенсе бүлек. Көньяҡ Урал гун эпохаһында
Дала зонаһы күскенселәре. Юэчжи
Беҙҙең эра сиктәрендә Көньяҡ Урал ҡәбиләләре менән юэчжи этнонимы аҫтында билдәле булған, Үҙәк Азияла көн иткән өсөнсө күп һанлы ҡәбиләләр төркөмө тығыҙ бәйләнештә була. Тикшеренеүселәр араһында ошо халыҡтың этносәйәси тарихы буйынса бер ни тиклем кимәлдә фекер айырымлығы бар, әммә уларҙың күбеһе б.э. тиклем VII-VI быуаттарҙа юэчжилар Эске Монголияла һәм уға йәнәш булған Алтай тауҙары итәгендә, күмәк ҡәүем булып, киң арауыҡта таралып йәшәгән, тип иҫәпләй. С.И. Руденконың һәм уның ҡарашы яҡлыларҙың фекеренсә, Алтай тауҙарының бейек түбәләрендәге мәңгелек туңлыҡ шарттарында һаҡланып ҡалған пазырык тибындағы бай ҡурғандар юэчжиларҙыҡы булған.
Ҡытай сығанаҡтарына ярашлы, Юэчжи державаһының сәскә атыуы б.э. тиклем V-III быуаттарға ҡараған, уларҙың сәйәси хакимлығын хатта Үҙәк Азия гундары ла танырға мәжбүр булған. Юэчжиларҙың һәм гундарҙың бер-береһенә ҡаршы тороуы хаҡында бөйөк Ҡытай тарихсыһы Сыма Цань бик аныҡ итеп яҙып ҡалдырған: "Элекке замандарҙа (юэчжилар) бик ҡеүәтле булған һәм сюннуларға мыҫҡыллы мөнәсәбәт менән ҡараған". Ҡытай авторҙары ошо дәүерҙә йәшәгән юэчжиларҙың ҡыҙыҡлы ғөрөф-ғәҙәттәре хаҡында мәғлүмәт ҡалдырған. Үҙҙәренә буйһонорға теләмәгән юлбашсыларҙы үлтереп, уларҙың баш һөйәктәренән алтынланған кәсәләр яһағандар. Ошоға бәйләп, Алтайҙың бер пазырык ҡурғанында табылған ат йүгәнен иғтибарға алырға була: ул ағастан яһалған, алтынланған кеше баштары менән биҙәлгән, быны тикшеренеүселәр киҫеп алынған кеше баштарының "моделе" итеп ҡарай.
Б.э. тиклем III быуат аҙаҡтарында юэчжиларҙың элекке ҡеүәте бүҫкәрә бара, шул уҡ ваҡытта гундар дәүләте көс йыя, ул шаньюй Маодун хакимлыҡ иткәндә сәскә атыу осорон кисерә. Хәҙер инде улар алыштарҙа бер нисә тапҡыр юэчжилар ғәскәрен тар-мар итә, һәм уларҙың ролдәре алышына: гундар юэчжиларҙың киҫеп алынған баштарынан алтынланған һауыттар яһай башлай.
Б.э. тиклем II быуат уртаһында юэчжилар, гундарҙан (сюнну) тамам еңелеп, үҙҙәренең тарихи ватанын - Алтай тауҙары бассейнын ташлап китергә мәжбүр була. Уларҙың иң күп һанлы төркөмө союздаш ҡәбиләләр менән көньяҡҡа йүнәлә. Юэчжилар, Усунь һәм Кангюй илдәре аша үтеп, Бактрия дәүләтенә (Урта Азияның көньяҡ тарафтары, Афғанстан, Көнсығыш Иран) баҫып инә, унда улар урындағы элитаны еңә һәм үҙ власын урынлаштыра. Һөҙөмтәлә, һис көтмәгәндә, күскенсе ҡәүем бай һәм үҫешкән ҡала мәҙәниәте булған илгә хужа булып китә.
Был саҡта юэчжиларҙың икенсе бер төркөмө Кангюй иленә (Һырдаръя бассейны һәм Арал буйы) үтеп инә. Ҡытай сығанаҡтарында ошо ваҡиға тураһында ошолай яҙылған: "Кангюйҙа хаким асылда Вынь тип атала; юэчжи йортонан сыҡҡан, тәүҙә ул Цилянь-шань һыртының төньяғында Чжаову ҡалаһында көн иткән; әммә хундарҙан еңелгәндән һуң Һуған (Луковые) тауҙары аша көнбайышҡа сыға һәм үҙ батшалығын булдыра". Ҡытай сығанаҡтары комментаторы Ю.А. Зуев б.э. тиклем I быуатта уҡ Кангюй менән юэчжи мөхитенән сығыусылар идара иткән, тип иҫәпләй. Бер сығанаҡта был хаҡта ошондай һүҙҙәр бар: " Кан дәүләте (Кангюй. - Н.М., А.С.) - Вень нәҫеле ғаиләһенән, ул юэчжи кешеһе". Тимәк, көнбайышҡа табан миграция ваҡытында юэчжилар Кангюйҙа власты яулап алыуға өлгәшә һәм Һырдаръя буйы һәм Арал буйы далалары ҡәбиләләренең этносәйәси тормошона әүҙем ҡушылып китә.
Был ваҡиға Көньяҡ Урал халҡы тормошонда ла ҡайтауаз кеүек сағылыш таба. Беҙҙең эраның тәүге быуаттарында (I - III бб.) Көньяҡ Урал ҡәбиләләренең мәҙәниәте асыҡтан-асыҡ ҡатнаш характерҙа була: унда, бер яҡтан, көньяҡтың гун-усунь ҡәбиләләре ҡомартҡыларына, икенсе яҡтан, элекке быуаттарҙың урындағы дах-массагет ҡәбиләләре вариҫтарына хас булған һыҙаттар бик аныҡ билдәләнә. Быға Һаҡмар йылғаһы ярындағы Темәс ҡурғаны һәм башҡа ошондай ҡомартҡылар материалдары дәлил. Бында бейек булмаған ер өйөмдәре аҫтындағы күмәк кеше ерләнгән ҙур һәм тәрән ҡәберҙәрҙә Көньяҡ Урал өсөн ғәҙәти булмаған әйберҙәр: көмөштән ҡойолған массив "ҡытай көҙгөләре", бронза ҡыңғырауҙар, шул иҫәптән ике йөҙлө кеше һүрәтттәре булғандары ла, ҡалҡансығында ҡуян һәм башҡа йәнлектәр һынландырылған балдаҡ-мисәттәр, муйынсаҡтар, фибулалар, Үҙәк йә иһә Урта Азияла ҡыҙыл балсыҡтан яһалған һауыт-һаба табылған.
Ошо ҡәберлектәрҙә урында етештерелгән әйберҙәрҙең булмауы, Ҡыҙыл-Адыр тибындағы ҡомартҡылар табылдыҡтары бында көньяҡтан килгән, асылда гун-кангюй сығышлы гун ҡәбиләләре менән бәйле. Улар Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл-Адыр ауылы янындағы мәмерйәлә II - IV быуаттарға ҡараған ҡәберлектән алынған әйберҙәр: бронза ҡаҙан, тимер уҡ башаҡтары, йәйәнең һөйәк ҡапламалары, ҡылыс һәм башҡа предметтарҙан тора. Улар араһында айырыуса бронза ҡаҙан, тимер уҡ башаҡтары ҡыҙыҡлы, уҡтарҙың ҡаурый беркетелгән нигеҙенә тишекле һөйәк муйынсаҡ мәрйендәре беркетелгән була, улар уҡ осоп барғанда йәмһеҙ тауыш сығарған. Был әйберҙәрҙе Үҙәк Азия өсөн типик тип әйтергә була, һәм уларҙы бында тап гун ҡәүемдәре йәшәүенә дәлил итеп ҡарап була. Әйткәндәй, тикшеренеүселәр гундарҙың көнбайышҡа хәрәкәтен Ҡаҙағстан һәм Көньяҡ Урал территорияһында, Темәстә табылғаны кеүек үк, көмөштән ҡойолған көҙгөләр таралыуы менән бәйләй. Гун тибындағы ҡаҙандар Көньяҡ Уралдың башҡа пункттарында ла табылған. Ҡабатлап раҫларға була: Темәстекендәге ише көньяҡта яһалған күп предметтар (гун көҙгөләре, һырғалар, ҡаҙандар һәм башҡа әйберҙәр) беҙҙең эраның тәүге быуаттарына ҡараған ҡурғандарҙа, шул иҫәптән Көньяҡ Урал аръяғында ла табыла.
Шулай ҙа II - IV быуат ҡомартҡыларының төп өлөшөн ябай ғына ҡәберҙәр өҫтөндәге ҙур булмаған ер ҡурғандар тәшкил итә, бында үлгәндәрҙе бынан алдағы быуаттарҙа йәшәгән дах-массагет ҡәбиләләре өсөн традицион булған йола һәм әйберҙәр йыйылмаһы менән ерләгәндәр. Бындай предметтар иҫәбендә яҫы һәм түңәрәк төплө, ҡулдан һылап яһалған һауыттар, хәнйәрҙәр, ат йә иһә һарыҡ һөйәктәренән торған ит ризыҡтары ҡалдыҡтары һәм башҡа деталдәр бар. Был материалдар беҙҙең эра сиктәрендә һәм уның тәүге быуаттарында Көньяҡ Урал далаларында һәм тау алды зонаһында йәшәүсе халыҡтың тулыһынса алышынмауын асыҡ аңлата. Әммә яңы шарттар йоғонтоһонда уларҙың мәҙәниәте һиҙелерлек үҙгәрештәргә дусар була: уларҙың ҡомартҡыларында йыш ҡына Ҡытайҙа яһалған көмөш көҙгөләр осрай; мәйеттәрҙе көньяҡҡа ҡаратып күмеү төньяҡҡа ориентациялау менән алышына башлай. Бындай яңылыҡтар Көньяҡ Урал ҡәбиләләрендә кешенең үлеме һәм теге донъялағы тормошо хаҡындағы ҡараштарының үҙгәреүен сағылдыра.
Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).
"Киске Өфө" гәзите, №21, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА